Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әҙәбиәт донъяны биҙәй
Әҙәбиәт донъяны биҙәй Был бүлектән яҙыусылар һис өҙөлмәй. Уҡыусылар көтөп алған художестволы әҫәрҙәр нәҡ ошонда баҫмаға әҙерләнә. Нәфис әҙәбиәт редакцияһы өс бүлектән тора: китаптар урыҫ, башҡорт һәм татар телдәрендә сығарыла. Халыҡты, уҡыусыларҙы матур әҙәбиәт менән тәьмин итеү – редакцияның иғтибар үҙәгендә. Ваҡытлы матбуғатта донъя күргән ижад емештәрен уҡып барыу һәм һайлап алыу, халыҡҡа ниндәй әҫәрҙәр кәрәк, ниндәй китаптар һатыласаҡ – шуларҙы өйрәнеү ҙә төп эштәребеҙҙең береһе.
Йыл һайын сәсмә әҫәрҙәр, шиғриәт, публицис­ти­ка буйынса исемлек туплана. Өс телдә лә “Йәштәр тауышы” серияһына йыл аралаш алмашлап йә сәсмә әҫәрҙәр, йә шиғыр китаптары нәшерләнә.
1994 йылда Башҡортостан һәм Татарстан китап нәшриәттәре араһында килешеү төҙөлгәйне. Уға ярашлы йыл һайын ике республика әҙиптәренең китаптары “Ҡәрҙәшлек кәштәһе” һәм “Ҡәләмдәр туғанлығы” серияһында сыға башланы. Өфөлә – Роберт Миңнуллин, Әмирхан Еники, Туфан Миңнуллин, Рәзил Вәлиев, Рәдиф Ғаташ, Илдар Юзеев – йәмғеһе 34 авторҙың, Ҡазанда Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Рәми Ғарипов, Яныбай Хамматов, Ноғман Мусин, Ғайса Хөсәйенов, Рауил Бикбаев һәм башҡаларҙың китаптары донъя күрҙе.
Быйыл ике республика араһындағы әҙәби бәйләнешкә 20 йыл тулыу айҡанлы был килешеүҙе яңыртырға тигән ҡарар ҡылынды. Дуҫлыҡ һәм туғанлыҡҡа нигеҙләнгән әҙәби күпер оҙаҡ йылдар халыҡҡа, әҙәбиәткә хеҙмәт итер тигән өмөттәбеҙ.
Һуңғы йылдарҙа бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәримдең “Һайланма әҫәрҙәр”енең – 5, Ноғман Мусиндың – 9, Нәжиб Асанбаевтың – 5, Зәйнәб Биишеваның – 5, Рауил Бикбаевтың – 5, Марат Кәримовтың – 4, Ғәзим Шафиҡовтың – 3, Рәшит Солтангәрәевтең – 3, Назар Нәжми, Суфиян Поварисов, Әнғәм Атнабаев, Сафуан Әлибаев, Ҡәҙим Аралбаев, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Гөлфиә Юнысованың ике томлыҡтары донъя күрҙе. “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” китабының ике томын сығарыуға өлгәшелде.
“Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтыҡтарының башҡорт һәм урыҫ телендә 12-шәр томы донъя күрҙе. Артабанғы томдары ла әҙер, редакция портфелендә үҙ сиратын көтә. Мөһим тарихи ваҡиғалар, хөрмәтле яҙыусыларыбыҙҙың юбилейҙары айҡанлы ла сифатлы китаптарҙы сығарырға тырышабыҙ.
Йыл һайын үткәрелеп килгән “Йыл китабы” конкурсында нәфис әҙәбиәт редакцияһынан үҙ ваҡытында сыҡҡан китаптарҙың булыуы автор­ҙарҙың ғына түгел, мөхәррирҙәребеҙҙең дә уңышы тип иҫәпләйбеҙ. Мәҫәлән, башҡорт әҙәбиәте бүлегенән Ирек Кинйәбулатовтың “Замана тауышы” китабы Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. Сабир Шәриповтың “Ҡолонташ” исемле китабы 2013 йылдың иң уҡымлы китабы тип табылды. Гөлнур Яҡупованың “Ҡатындар” трилогияһы, Зиннур Нурғәлиндың “Дәүләт теле: цивилизациялы һәм милли беришлек”, унан алдағы йылдарҙа Гөлсирә Ғиззәтул­линаның “Йәшәргә ваҡыт”, Рәлис Ураҙғоловтың “Аслыҡ” китаптары уҡыусылар араһында иң үтемлеләрҙән һаналды. Урыҫ әҙәбиәте бүлегенән Морат Рәхимҡоловтың “От Пушкина до Толстого”, “От Горького до наших дней”, Рим Ахмедовтың “Одолень-трава”, “Растения: друзья и недруги”, “По следам одолень-травы”, Михаил Чвановтың ”Загадка штурмана Альбанова”, Яныбай Хамматовтың “Северные амуры” китаптары киң билдәлелек яуланы. Татар әҙәбиәте бүлегенән Венера Мәжитованың “Туйға өс көн ҡала” китабы иң уҡымлы тип табылды, Рәсим Рәхмәтуллиндың “Беренсе туҡталыш” исемле шиғырҙар йыйынтығын шулай уҡ уҡыусылар йылы ҡабул итте. Земфира Муллағәлиеваның “Ҡиблаларым” исемле шиғырҙар китабы тураһында ваҡытлы матбуғатта ыңғай фекерҙәр булды. Йыл һайын тиерлек сығып килгән “Аҡсарлаҡ” шиғырҙар йыйынтығы – утыҙлаған авторҙы туплап, киң танылыу яулаған китаптарҙың береһе.
Быуаттан быуатҡа тапшырылыр ауыҙ-тел ижады, шиғриәт, сәсмә әҫәр өлгөләрен ҡәҙерләп, мөхәррирләп, һатыуға сығарғансы тырышҡан уңған, тәжрибәле, үҙ эшенең оҫталары хеҙмәт итә был редакцияла. Башҡорт әҙәбиәте бүлегендә Ринат Камалов, Гөлназ Фазлиәхмәтова, Эльвира Ниғмәтуллина, рус әҙәбиәте бүлегендә Оксана Кемер, Ирида Садиҡова һәм Әлфиә Хөснөтдинова, татар әҙәбиәте бүлегендә Гөлшат Абдуллина – ең һыҙғанып китап нәшерләү эшенә бирелгән оҫталарыбыҙ. Барлыҡ ҡулъяҙмаларҙы ла тиерлек үҙ компьютеры аша үткәреп, йән өрөп ултырған операторыбыҙ Венера Баһауетдинованың да өлөшө ҙур китап сығарыу эшендә.

Фирҙәүес НОҒОМАНОВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат
һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 058

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 604

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 672

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573