Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Үкенес Йәйге лагерҙан рәхәтләнеп ял итеп ҡай­тып киләбеҙ. Белһәгеҙсе, унда нисек шәп икән­леген! Бына хәҙер тәрбиәселәргә һөй­лә­һәм, ышанмай торорҙар әле. Ур­ман­ға ба­рып туйғансы еләген дә ашаныҡ, көн дә тиер­лек йылғала һыу индек. Баш ҡаланан килгән йәш вожатыйҙарҙан уңдыҡ. Эй, һәй­бәттәр ҙә инде. Үҙебеҙҙең ағай-апайҙар ке­үек хәстәрләп кенә торалар. Хатта мәле ет­кәс, лагерҙан ҡайтҡы ла килмәне.
...Балалар йорто алдына автобус ме­нән килеп төшкәс тә, беҙҙе тәрбиәсебеҙ Рәйфә апай ҡаршы алды.
– Һаумыһығыҙ, апай! – тип ихлас йылмайып уға сәләм бирҙем. Тик тәрбиәсе мине күреүгә әллә ни шат түгел ине. Һау­лыҡ та алманы. Ҡайнап торған асыуы йө­ҙө­нә сыҡ­ҡан. Быны мин уның йәмрәйгән битенә ҡа­рап шундуҡ тойомланым.
– Йүнле кеше булып ҡыланма! – тине тәрбиәсем, һөҙөрҙәй итеп ҡарап.
Мин бер ни ҙә аңламаным. Тиктомалдан Рәйфә апай ниңә улай ҡаты бә­релде икән?
– Нимә булды һуң, апай? – тип ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына һораным.
Был һүҙҙәрем уның асыуын арттырҙы ғына:
– Белмәмешкә һалышып торма, алтмыш ауыҙ! Телеңә хужа була алмай аҙым һайын шыҡрыҡлап йөрөһәң, иманыңды уҡытыр­мын әле!..
– Мин нимә тип һөйләп йөрөгәнмен һуң? – Үҙемде яҡлап һүҙ әйтеүемә Рәйфә апай ҡоторғандан-ҡоторҙо. Быны күреп, баш­ҡа балалар ҙа йортҡа инергә ашыҡ­маны, сит­тән генә тамашаны күҙәтте. Кемдер ауыҙын йырҙы, кемдер иһә минең өсөн борсолоп торҙо. Детдомда шундай бер-бер хәл була икән, бүтәндәр, ишетмәй ҡалмайым тип, әллә ҡайҙан килеп етә. Аҙаҡ күрмәйерәк ҡалғандарына ләззәт­ләнеп һөйләйҙәр.
Тәрбиәсем беләгемдән елтерәтеп то­топ алды.
– Етем быҙау аҫраһаң – ауыҙың тулы май булыр, етем бала аҫраһаң – ауыҙың тулы ҡан булыр, тип юҡҡа әйтмәгәндәр икән. Бына ошо мәхлүк тә бер ғәйепһеҙгә тотош ауыл халҡы алдында исемемде сығарҙы. — Уның ярһыуынан маңлайына тир бәреп сыҡты. – Хәҙер кеше күҙенә күренер әмәл юҡ. Ҡайҙа барма, минең бәғеремде сәй­нәйҙәр.
Нимә әйтергә лә белмәй шаңҡыным да ҡалдым. Рәйфә апай ниңә шулай ябырылды икән? Хәтеремә төшөрөп ҡараһам да, уның алдында бер гонаһымды ла тапманым. Ахырҙа:
– Берәй кем менән бутайһығыҙҙыр, –тигән булдым.
– Шым ғына тор, ҡарға! – Тәрбиәсе белә­гемдән нығыраҡ ҡыҫып тотто. – Нимә эшләргә белмәй торғанда йә томшоғоңдо онтай һуғырмын!
Ярһыған тәрбиәсегә берәй һүҙ ҡушыуы ла ҡурҡыныс булып китте. Анау көндә бит кисен тыштан һуңлап ингәне өсөн ду­ҫымды ҡайһылай туҡманы! Дәү йоҙроғо менән һелтәп, күҙен күгәртә һуҡты. Аҙаҡ дуҫым, кеше күҙенә лә күренергә оялып, гел башын түбән эйеп йөрөнө. Ул Рәйфә апай­ҙың йыуан ҡулдарына бер эләктең­ме, еңел генә ҡотолормон тимә!
Тәрбиәсем төкөрөктәрен сәсә-сәсә аҡырыуын дауам итте:
– Йә, әйт әле, ҡасан мин детдомдан әйбер урлап ташыным? Ҡайҙа күрҙең? Һеҙҙең тәрилкә-ҡалаҡтарығыҙ, шәшкелә­ре­геҙ миңә ни хәжәтемә кәрәк?! Һинең яҫты­ғыңды, юрғаныңды, таҫтама­лыңды урлап алып ҡайттыммы? Нимә һарыҡ һымаҡ өнһөҙ тораң, яуап бир!
Рәйфә апайҙың талпан һымаҡ миңә йәбешеп, ҡолағымды йырта яҙырҙай итеп ҡысҡырыуынан ҡалтырана башланым. Ки­нәт ебенем дә төштөм. Күҙҙәремдән тәгә­рәгән эре йәш тамсылары битемде өтөп алғандай булды.
– Һеҙҙең турала улай тип һөйләгәнем булманы. — Бар көсөмдө йыйып, тотлоға-тотлоға әйтә алдым.
– Ҡара һин уны, ғәйебен танырға ла уйламай! Бөтә ауыл халҡы хәҙер мине тик­шерә. “Ильястың ауыҙын тый”, тигән­дәре лә булды... Һинең генә этлегең был, һинең генә! Йә, анау мәл беҙгә картуф алы­шырға килгәндә һайыҫҡан һымаҡ йөрөй инең. Ревизор шикелле күҙең сы­ғыр­ҙай булып, соҡсоноп йөрөгәнһең, тимәк. Хәҙер донъямды тикшерергә ҡал­дымы? Не позволю! – Рәйфә апай­ҙың йән көсөнә төртө­үенән ергә дөбөр-шатыр барып төштөм. Аяҡ-ҡулым һыҙырылды, ярамдан сәсрәп ҡан атылды.
– Мин һинең был этлегеңде бер ҡасан да онотмам! Үкенер көндәрең алда әле... – Рәйфә апай тамаҡ төбө менән ҡыс­ҡырҙы ла детдомға инеп китте.
Шатланып йөрөгән еремдән шулай кә­йефем тиҙ генә боҙолдо ла ҡуйҙы. Ҡайһы ерҙә яңылыш һүҙ ысҡындырҙым икән тип иҫләргә маташтым. Тик барыбер бер ни ҙә хәтергә төшмәне.
Ошо хаҡта борсолоп, төнө буйына йоҡ­лай алмай сыҡтым. Яраларым ғына түгел, күңелем дә һыҙлай ине. Минең бит Рәйфә апай тураһында бер ҡасан да насар һүҙ һөйләп йөрөгәнем булманы. Киреһенсә, уға һәр саҡ ярҙам итергә әҙер торҙом. Яҙ етһә төркөмөбөҙҙөң малайҙары менән уға картуф сәсәбеҙ, көҙөн йыйып бирәбеҙ. Билдәр арып, хәлһеҙләнеп ҡайтып тәгәрә­һәк тә, мыжып йөрөмәнек. Ҡышын тәр­биәсе­беҙҙең кәртәһенең ҡарын та­ҙар­тыуҙы, малдарына бесән һалыуҙы, йылғанан өйөнә һыу ташыуҙы ла бү­тәндәр белмәй әле. Әгәр Рәйфә апайҙың эшен эшләргә бармайым тиһәң, тәрбиә­себеҙҙең яуабы әҙер:
– Былай булғас, яңы кейем тип ауы­ҙыңды ла асма!
Детдомға килтерелгән бөтә әйберҙәрҙе лә тәрбиәсебеҙ генә келәттән алып бирә ала. Уның әйткән һүҙен үтәмәһәң, йөрө әйҙә иҫкереп бөткән кейемдә. Бүтәндәр, һинең күҙеңде ҡыҙҙырып, яңы ыштан, ап-аҡ күлдәк кейеп йөрөйәсәк, ә һин бире­лергә тейеш булһа ла, иҫкеһе менән хушһынаһың. Үҙенә дошман булғандар ғына Рәйфә апайҙың һүҙен ҡолаҡҡа элмә­йәсәк. Әммә ундайҙар беҙҙең төркөмдә юҡ тиерлек...
Шул көндән алып Рәйфә апайҙың миңә мөнәсәбәте үҙгәрҙе лә ҡуйҙы. Һаулыҡ һо­рашһаң, яуап бирмәй. Ауыҙы йырылып ки­теп барған еренән, мине күреп ҡалһа, йөҙө кинәт үҙгәрә лә ҡуя.
Беҙҙең төркөмдә тәрбиәсе булғас, нисек инде һөйләшмәй йөрөйһөң? Йә тегене, йә быны белешергә кәрәк. Тик Рәйфә апай мине күрмәмеш тә белмәмеш.
Бер көн әйбер килтергәндәр, тигән хәбәр ишеттем. Башҡалар алғанда, буш тороп ҡалмаҫ өсөн барҙым.
– Малайҙарға яңы аяҡ кейеме бирәләр, тип әйтәләр. Апай, миңә лә алаһығыҙмы? Ҡыр­ҡынсы размерҙы кейәм, – тигән булдым.
Рәйфә апай көлөмһөрәп ҡараны:
– Аяҡ кейемдәрен келәттән күптән ал­дым. Тик һиңә етмәне...
Был һүҙҙәрҙән аптырашта ҡалдым:
– Нисек инде улай? Бөтәһенә лә бар, ә миңә юҡ.
Тәрбиәсебеҙҙең иҫе лә китмәне. Киреһенсә, был турала һөйләгәндә йөҙөн­дә ҡәнәғәтлек күренгәндәй булды.
– Әлләсе. Һинең барлығыңды бөтөн­ләй онотҡанмын. – Быны ул ниндәйҙер ләззәт менән әйтте. – Ярай, тайыш аяғың иҫке ботинка менән өҙөлөп ҡалмаҫ әле! — Башҡаса мине ишетергә теләмәүен белдереп, арты менән боролдо ла кабинеттан сығып китте.
Бынан һуң да Рәйфә апай сөсөләнеп барманы. Һаулыҡ та алманы. Келәттән бөтә балаларға кейем алғанда, миңә иң һуңғы булып сират етә. Тәрбиәсенең телә­ге шу­лай. Ә инде ҡалдыҡ-боҫтоҡто үҙегеҙ аңлай­һығыҙҙыр. Аяҡ кейеме би­рел­һә – йә ике-өс үлсәмгә ҙурыраҡ булып сыға, костюм йә күлдәк бирһәләр, кире­һенсә, ҡыҫҡаһы эләгә. Аҙаҡ йөрөйһөң бүтәндәр алдында оятыңдан ҡыҙарып.
– Апай, был бит ҡыҫҡа, — тип әйтеүем була, тәрбиәсем шундуҡ әрләп ташлай:
– Хөкүмәт бушлай кейендергәнгә рәхмәт әйт әле. Үҙеңә килешлеһен эшләй башлағас алырһың!
– Исмаһам, саҡ ҡына оҙонораҡ еңлеһе юҡмы? Быныһы бигерәк бит...
– Хан балаһылай һайланып торма! Алһаң – алаһың, алмаһаң – вәссәләм! – Ризалашмай ҡайҙа бараһың инде? Яланғас йөрөп булмай бит.
Их, шул ваҡытта ни тиклем ғәрлән­гәнемде белһәгеҙсе! Оятыңдан ер тише­генә инерҙәй булаһың. Ниңә тәрбиәсем шулай итә икән? Бер зыяным да теймәне шикелле. Тик анау көндә, лагерҙан ҡайтҡанда, ҡай­һылай әрләне һуң. Шунан бирле башланды бит был ғазаптар.
Мәктәпте тамамлаған йылда Рәйфә апай йәнә “хәстәрлеген” күрһәтте. Уни­верситетҡа инер өсөн характеристика кәрәк. Ә уны тик тәрбиәсе генә яҙырға тейеш. Бына шунда ул теләгәнен кинәнеп яҙҙы. Бындай ҡылыҡ­һырлама менән университетҡа түгел, гыпы­тыуға ла яҡын юлатмайҙар.
Шулай ҙа, ҡайҙандыр башым етеп, мәктәп уҡытыусыһынан да характерис­тика яҙҙырттым. Шуны ғына тапшырып, юғары уҡыу йортона инә алдым. Ә инде Рәйфә апайҙың ҙур кинәнес менән яҙған ҡылыҡһырламаһын әле лә ҡәҙерләп һаҡ­ла­йым. Бына унда нимә тип яҙылған:
“Ильяс Мөхәмәтов – бик сәйер кеше. Балалар йортона килгәндән үк башҡа­ларҙан нисек тә булһа айырылырға ынтылып торҙо. Һауаланырға ярата. Мәкерле. Кенәсел. Үс тотоусан. Үҙе тураһында юғары фекерҙә. Олоно ла, кесене лә һанлай белмәй.
Ильясҡа артыҡ ышанып барырға ярамай. Ал­дашырға оҫта. Бик мөһим мәлдә тиҫтер­ҙәрен уңайһыҙ хәлдә ҡалдыра. Балалар ара­һында тиктомалдан низағ ҡуптарыу һәлә­тенә эйә. Кешегә әгәр ҙә берәй төрлө ярҙам күрһәтһә, шуны күргән берәүгә арттырып һөйләй. Балалар йорто етәкселеге һәм тәрбиәселәр араһындағы ҡайһы бер аңлашыл­мау­санлыҡтар ҙа шул сәбәпле килеп сыға ине.
Уны дөрөҫ юлға баҫтырыу өсөн нин­дәй генә алымдар ҡулланманыҡ. Тик ғаиләһендә алынған кире тәрбиәне үҙ­гәр­теүе еңелдән түгел.
Ғөмүмән, Ильясты иң тәртипһеҙ, ауыр холоҡло балаларҙың береһе тип атарға мөмкин. Киләсәктә бындай кеше­нең йәм­ғиәт­кә файҙа килтерә алыуы бик тә шикле.
Тәрбиәсе Рәйфә Түлебаева.”
...Бынан һуң арыу ғына йылдар үтте. Балалар йортонда минең менән бер осорҙа тәрбиәләнгәндәр күптән инде үҙаллы тормошта йәшәй. Мин дә, университетты тамамлап, баш ҡалала эшләп йөрөйөм.
Күпме генә күңелде ҡырған ваҡиғалар булһа ла, детдомда йәшәгән йылдар һа­ғындыра. Бигерәк тә бер төркөмдә йә­шә­гән һәр тиҫтеремдең яҡты йөҙө, һө­йөндөргән дә, көйөндөргән дә шуҡ­лыҡ­тары һаман иҫтә.
Балалар йортонда элек бергә тәрбиә­ләнгәндәр ауылда осрашыу­ға йыйылдыҡ. Тормошта үҙ урынын тапҡан ике тиҫтәгә яҡын кеше килде. Элекке тәрбиәсе­ләре­беҙ ҙә, уҡытыусылар ҙа саҡырылғайны. Күре­шеү хөрмәтенә мул ғына итеп табын әҙерләнде.
Бындай осрашыуға сарсаған һәр кем ­дет­домдағы булған хәл-ваҡиғаларҙы иҫе­нә тө­шөр­ҙө. Уңыштарыбыҙ тураһында һөйлә­нек. Бер-беребеҙҙең мәрәкәләрен иҫләп, көлө­­шөп тә алдыҡ. Табын артында ултыр­ғанда ваҡыт тиҙ үтә икән.
Кисләй башлағас, ҡыҙмаса булып алған Рәмил эргәмә килде.
– Ильяс ағай, һине бер минутҡа ғына мөмкинме? – тип саҡырып алды. Беҙ уның менән бер бүлмәлә йәшәнек. Уҡыуға һәләк тырыш булды. Төрлө ярыштарҙа, олим­пиадаларҙа уға етеүсе юҡ ине. Балалар йор­тонан һуң ниндәйҙер һөнәрселек училищеһына уҡырға ебәрҙеләр. Унан һуң тыуған яғына эшләргә ҡайтты.
Мин сыҡтым.
– Ағай, һиңә бер нәмә әйтергә ине. Теге ней... — Рәмил һүҙҙе ниҙән баш­ларға бел­мәй, ыҡ-мыҡ итеп бер аҙ торҙо.
– Нисек бар, шулай әйт һуң.
– Һинең алдыңда үҙемде шул тиклем ғәйепле итеп тоям...
– Китсәле, юҡты һөйләмә! Бер зыяныңды ла күргәнем булманы.
– Тейҙе шул. Һин үҙең генә белмәйһең әле. – Рәмилдең йөҙө ҡыҙарып китте. – Шул ҡылығым ҡасандан бирле миңә тын­ғылыҡ бирмәй. Әле булһа ла үкенеп бөтә алмайым. Инде был күргәндә лә һинең алдыңда ғәфү үтенмәһәм, тыныс йәшәй алмам.
– Нимә әйтергә теләгәнеңде аңламайым, Рәмил.
– Ауылда берҙән-бер умартасы Ғосман ағайҙы хәтерләйһеңдер?
– Эйе.
– Бына шул ағайға беҙ төркөмдәш Морат менән барғайныҡ. Шул хәтлем бал ашағы килә ине. Үҙең беләһең бит инде – умартасыла бал мул. Ә балалар йортонда ундай һыйҙы күргәнебеҙ ҙә юҡ.
– Шунан, ашанығыҙмы?
– Их, ашамаһам, күпкә хәйерле булыр ине. – Ул бер аҙ шымып торҙо ла, ауыр көрһөнөп, һүҙен дауам итте. — Ғосман ағай беҙҙең нимәгә килгәнебеҙҙе белһә лә, тиҙ генә һыйын сығарырға ашыҡманы. Тәүҙә ихатаһына индерҙе, хәл-әхүәл һо­раш­ты, нисек уҡыуыбыҙ, балалар йортон­дағы тормош менән ҡыҙыҡһынды. “Рәйфә апайығыҙ балаларға ҡул күтәрергә ярата, тиҙәр. Шул дөрөҫмө?” – тип төпсөндө ул. “Әгәр нисек бар, шулай һөйләһәк, бал менән һыйлайым”, тине. — Рәмил ауыр һулап ҡуйҙы.
– Ә һеҙ нимә тинегеҙ?
– Күрәләтә балдан ҡолаҡ ҡаҡҡы килмәй бит! Нисек бар, шулай һөйләнек. Уның нимәһен йәшерәһең — ысындан да шу­лай бит инде. Берәй нәмәне дөрөҫ эшлә­мәһәң, башҡа асҡыс менән һуҡҡанын һөйләнек. Үҙенең өйөнә беҙҙе эшләтергә йөрөткәнен дә әйтеп һалдыҡ. Шунан һуң ағай өйөнә алып инде. Ҡатыны сәй яһаны. Өҫтәлдә яңы ғына айыртылған балды күргәс, күҙҙәр бәзләп китте. Ә Ғосман ағай төпсөнөүен дауам итте. “Рәйфәнең өйө эстән матур­мы?” — тигән була. “Уй, ағай! Һеҙ тәр­биә­себеҙҙең өйөн күрһәгеҙ, башы­ғыҙ әйләнер ине. Унда нимә генә юҡ! Тик әй­бер­ҙәрҙең күбеһе – детдомдыҡы. Сы­наяҡ­тар ҙа, башҡа һауыт-һаба ла, ҡор­ғандар ҙа, вазалар ҙа, мендәр тыш­лыҡ­тары ла беҙҙеке. Уны тәр­биәсебеҙ нисек үҙенә ташып өлгөр­гәндер”, – тип әйтеп һалдым. “Ә быны һин ҡайҙан беләһең? Бәлки, тәрбиәсең шундай уҡ әйберҙе магазиндан һатып алғандыр?” – тине умартасы, уны яҡлап. Үҙем­дең әйт­кә­немде нисек дәлилләргә лә белмәй ҡалдым. Әгәр Ғосман ағай ошо турала Рәйфә апайға әйтһә? Улайһа, бөттө баш! Нисектер ҡотолор кәрәк ине. “Был турала беҙҙең Ильяс яҡшы белә. Ул үҙ күҙҙәре менән күргән”, — тип алдап әйткәнемде һиҙ­мәй ҙә ҡалдым. Тик һеҙ был турала мин әйтте тимәгеҙ инде, тип үтендем. Рәйфә апайҙан туҡмалырмын тип ҡурҡ­тым. Ә һиңә, беҙҙән ҙурыраҡ булғанға, барыбер бер нәмә лә булмаҫ тип уйланым...
Бына һиңә, мә! Көтмәгәндә бындай хә­бәрҙе ишеткәс, үҙем дә шаңҡып ҡалдым. Һәр яҡлап та өлгөлө булып йөрөгән Рәмил­дең ауыҙынан бындай һүҙҙәрҙе ишетермен тип кем уйлаған?
– Ғәфү ит инде, ағай! – Рәмил ғәйепле ҡарашын ситкә йүнәлтте. – Бер ҡалаҡ татлы балдың шул тиклем әсе ғазапҡа әйләнерен уйламағайным...
Шул саҡ яҡында ғына кемдеңдер ауыр уфтанғанын ишетеп, боролоп ҡараныҡ. Ә унда хаҡлы ялда булған тәрбиәсе Рәйфә Түлебаева баҫып тора ине. Ул бер-ике аҙым артҡа сигенде лә ағасҡа һөйәлде, быуындары тотмайынса, ултыра төштө.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Зилара
    Зилара от 30.07.2014, 11:31
    Уҡыным! Ныҡ тәьҫир итте, уйландырҙы. Барыбер ҡырын эш ҡасан да булһа асыласаҡ бит ул. Уны эшләүсегә лә ғәфү үтенмәйенсә был ҡырын эше уны эстән ашаясаҡ. Тыныс йәшәргә ирек бирмәйәсәк. Тағы ла шуға бер ҡат инандым.

  2. Заһиҙә
    Заһиҙә от 25.08.2014, 03:47
    Беләһегеҙме, ҡайһы бер әҫәрҙәрҙе уҡып бөтөүең була шунда уҡ онотаһың нимә тураһында икәнен,уның тураһында бөтөнләй уйламайһың.Ә бына был әҫәрҙе уҡып сыҡҡас күңелдә шул тиклем күп хистәр ҡалды:бер яҡтан Рәмилдең,икенсе яҡтан Ильястың хистәре күңелдә өйрөлгәндәй...Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы,миңә оҡшаны.Уңыштар һеҙгә,Айгиз ағай.






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 651

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 537

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 749

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 383

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545