Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Их, тиҙерәк таратырға ине Замананың хәтәр томанын!..”
“Их, тиҙерәк таратырға ине Замананың хәтәр томанын!..”
Өҙөлмәһен нурлы йылдары

Тормош йөгөн төпкә егелеп тарта
Ғүмер буйы ауыл кешеһе.
Сәсә, ура, илде туйындыра —
Шулдыр ерҙе һөйөү билгеһе!

Тырыш бит ул ауыл кешеләре,
Түҙемлеләр, сабыр, уңғандар.
Барыһы өсөн янып-көйөп йәшәй —
Таң һарыһы менән торалар!


Тыуған ерҙең ҡара тупрағына.
Күпме әсе тирҙәр түгелгән.
Үлән, игендәр бит көйгән саҡта —
Теште ҡыҫып аҙмы түҙелгән?!

Бесән булһа, иген уңһа әгәр,
Шатлыҡтарҙың юҡтыр сиктәре,
Ауыл балҡый, күптәр ҡыуаныстан,
Доға ҡыла ҙурлап күктәрҙе!

...Еңел түгел бөгөн яҙмыштарың,
Ауылҡайым, ниндәй хәлдә һин?
Бер кем белмәй, бер кем ишетмәй ҙә,
Күпме ауыл ҡалған илдә һуң?!

Мин ауылдың төрлө сағын күрҙем,
Гөрләп торған сағын һағынам.
Ҡайғыларың ҙур шул, изге ерем,
Яҡты өмөттәргә табынам.

Һәр кемгә лә тыуған яғы ғәзиз,
Иген ҡыры, шишмә моңдары.
Их, тиҙерәк таратырға ине
Замананың хәтәр томанын!

... Әйләнә Ер! Донъя ҡуласа ул,
Теләгем бер: уңһын юлдарың,
Үҙгәрһә лә заман, өҙөлмәһен,
Ауылымдың нурлы йылдары!

Йәшәү көсө

Иген уңа, гөрләп үҫә,
Һынатмаһаң һабанда.
Икмәк — ҡөҙрәт, йәшәү көсө,
Муллыҡ ул һәр заманда.
Күңелдәргә көс-дәрт бирә
Туҡ башаҡтар сыңлауы.
Һөйөнөстәр тула йәнгә,
Ниндәй рәхәт тыңлауы!
Икмәк — оло хазина ул,
Балҡып торһон һәр өйҙә.
Тормош күрке — икмәкте мин
Алыштырмам бер нигә!
...Ҡайҙа барһаҡ та иң тәүҙә
Икмәк ауыҙ итәбеҙ.
Игенсегә беҙ бурыслы,
Мең рәхмәттәр әйтәбеҙ!
Мең рәхмәттәр әйтәбеҙ!

Тәүге һөйөү уты һүнмәгән

Ағастарҙың толомдарын тарап,
Көҙгө елдәр йөрөй һыҙғырып,
Бар донъяға хужа булып алған —
Япраҡтарҙы китә туҙҙырып.
Ут-япраҡтар хәтирәләр булып,
Һибеләләр көҙгө юлдарға,
Икәү үткән нурлы һуҡмаҡтарҙы,
Оноттора алмай йылдар ҙа.
Барыһы ла иҫтә әле һаман,
Тәүге һөйөү, гүзәл йәш саҡтар,
Күҙ алдымда һинең буй-һындарың,
Хәтеремдә яҡҡан усаҡтар!
Беҙ танышҡан матур, нурлы туғай
Һаман күркәм, һаман шул икән,
Әллә ямғыр биттәремде йыуа,
Әллә ул күҙ йәштәрем микән?!
Һине эҙләп, осрашыуҙар көтөп,
Таныш һуҡмаҡтарҙан үткәндә,
Балҡып китә йәндә тәүге һөйөү,
Ғүмер көҙҙәремә етһәм дә.
...Ут-япраҡтар хәтирәләр булып,
Һибеләләр көҙгө юлдарға,
Икәү үткән нурлы һуҡмаҡтарҙы
Оноттора алмай йылдар ҙа.

Донъя йәме


Сибәр булмаған ҡатын-ҡыҙ
Юҡтыр, юҡтыр донъяла,
Гүзәллеге арта һымаҡ,
Улар ғашиҡ булғанда.
Ҡатын-ҡыҙҙы сибәр итеп
Хоҙай үҙе яратҡан,
Ҡатын-ҡыҙ ул — мәңгелек сер,
Бар ир-атты ҡаратҡан!
Ҡатын-ҡыҙ бит — сәскә кеүек,
Бик тиҙ шиңә һалҡындан,
Ваҡытында һыу һипмәһәң,
Ҡорой һағыш-ялҡындан!
Тормош матур парҙар менән,
Юлдашың булһа янда,
Серләшеп туймай күңелдәр,
Ай, ҡояш балҡый йәндә!
...Бәхетле итә ир-атты,
Ҡатын-ҡыҙ — тормош шәме
Ғаиләнең йылы усағы,
Донъяның ҡото, йәме!

Йәшәргә һуңлай

Кеше ниңә йәшәргә гел һуңлай,
Үлергә ул һис тә һуңламай,
Әллә инде Хоҙай Тәғәләнән
Үтенеп-үтенеп ғүмер һорамай?!

Серле донъя! Күсәрендә зырлап,
Бер туҡтауһыҙ һаман әйләнә,
Ерҙә йәшәү бәхет булһа ла бит,
Ҡоролғандыр тылсым-хәйләгә?!

... Ғүмер йомғаҡтары тиҙ һүтелә,
Донъя аша үтә тәгәрәп.
Йәндәр кинәт ғаләмдәргә күсә,
Ерҙә ҡала өйөм — бер түмгәк!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 676

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 044

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 566

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 769

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 594

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 449

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 406

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 661

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 400

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566