Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙе уйнай, үҙе йырлай...
Үҙе уйнай, үҙе йырлай...
Район мәҙәниәт һарайында республиканың йәш музыканттар конкурсы дипломанты, төбәк-ара, Бөтөн Рәсәй конкурстары лауреаты, оҫта баянсы, композитор Илназ Мөсәлләмовтың «Йырҙарымды һеҙгә бағышлайым» тип исемләнгән ижад кисәһе уҙҙы.



Илназ Илнур улы Ҡарабаш урта мәктәбендә белем алғанда, район сәнғәт мәктәбенә йөрөп, уҡытыусыһы Риф Шәрәфетдинов етәкселегендә баян серҙәренә өйрәнә. Артабан ул Илназдың айырылғыһыҙ дуҫына әүерелә. Тормош юлын ижадтан башҡа күҙ алдына килтермәгән егет 9-сы кластан һуң Өфө сәнғәт училищеһын уңышлы тамамлай.
Беренсе йырҙарын Илназ сәнғәт мәктәбендә уҡыған йылдарында ижад итә. Ул шағирә Кәүсәриә Шафиҡова, Әсһәр Кәшфуллин, Виниса Фәттәхова, Рөстәм Закуандар менән бергәләп эшләй. Уның ижадында тыуған яҡҡа мөхәббәт темаһы айырыуса ҙур урын алып тора. Тәрән мәғәнәле, матур эстәлекле «Илешем», «Туғанлыҡ сере», «Ауылҡайым» һәм башҡа йырҙарын халыҡ яратып ҡабул итә. Бөгөнгө көндә ул – 50-нән ашыу йыр авторы. Илназ бик моңло итеп йырлай, йырға һүҙҙәрен дә үҙе яҙа. «Туған тел» каналы аша уның йырҙарына төшөрөлгән матур клиптар күрһәтелә. Бер минут та тик тора белмәгән егет һәр ваҡыт ниндәйҙер эҙләнеүҙә. Нисек тә булһа үҙенең тормошон күңеллерәк, ваҡиғаларға бай итергә тырыша.
Бөгөнгө көндә ул Айгөл һәм Ришат Шәйхетдиновтар төркөмөнөң баянсыһы, шул уҡ ваҡытта район мәҙәниәт һарайында тауыш операторы һәм балалар ижад йортонда баянсы булып та эшләй.
– Талантлы, ижади кешеләр менән бергә йәшәргә, эшләргә мөмкинлек биргәне өсөн генә лә Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтлемен, – ти Илназ. Тәбиғәттән бирелгән һәләтен ул Бөрө социаль-педагогия академияһының музыка факультетында камиллаштыра.
Оҫта музыкант булыуы өҫтөнә, Илназ – тормошта ла, сәхнәлә лә итәғәтле, кешелекле шәхес. Ул бер ҡасан да хафаланмай, танауын сөймәй, тыйнаҡ. Сәхнәгә йылмайып сығып баҫа ла күңелендәге моңдарын баян телдәренә күсерә. Гармунсының ошо моңға барлыҡ күңел хистәрен һалыуын, уның һағыштарын, шатлыҡ-ҡыуаныстарын да һәм, әлбиттә, көйһөҙ-моңһоҙ йәшәй алмаҫын да... Уның етеҙ бармаҡтары баян телдәренән еңелсә генә йүгереп үтеүгә илаһи бер көй барлыҡҡа килә лә барыһын да үҙе әйтеп бирә.
Илназ Илнур улының ижады менән илештәр яҡшы таныш. Күркәм сара йыр, гармун моңо менән үрелеп барҙы. Был кистә Зилә Шәкирйәнова алып барыуындағы моң эйәһенең ижадташ дуҫтары, Татарстандың атҡаҙанған артисы, композитор Азат Имаев, йәш йырсылар Фәнис Яхин, Айҙар Фәтхетдинов, Айгөл Шакирова, Фидан Мөлөков, Айһылыу Мөсәлләмова, Сулпан Ғәниева, Денис Мөхәмәтдинов, Ришат һәм Айгөл Шәйхетдиновтар, Илдар Хайбрахманов, Элиза Әхмәтованың сығыштары концерттың сағыу биҙәге булды. Кисәне музыкаль яҡтан баянсы-композитор Илнар Ғилманшин һәм Тимур Садиҡов биҙәне. Тамашасылар Ләлә Шакирова етәкселегендәге “Йәшлек”, “Free Dance” бейеү төркөмөнөң сығыштарын ҡарап кинәнде, моң тулҡындарында йөҙҙө.
Илназ Мөсәлләмовтың сығышын тамашасы һоҡланып тыңлап ултырҙы, һәм һәр кемдең йөрәгендә Илеш еренең таланттарға бай булыуы тағы бер тапҡыр ғорурлыҡ хисе уятты.
Йәш музыканттың бөгөнгө уңыштары – әле шишмә башы ғына... Уның ижад сығанағы ҡоромаһын, саф булып, тулы булып гөрләһен дә гөрләһен.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 597

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 409

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 663

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 403

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 567