Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Маҡтымһылыу”ға ырымбурҙар ғашиҡ
“Маҡтымһылыу”ға ырымбурҙар ғашиҡ
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының ижад миҙгеле ябылһа ла, сәхнә оҫталары ялға китергә ашыҡмай. Башҡортостандың төрлө райондарында, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә уларҙың гастролен һағынып ҡаршы алалар. Ил күләмендәге абруйлы сараларҙа ла башҡорт театры коллективы – көтөп алынған ҡунаҡ. Яңыраҡ улар Ырымбурҙа үткән I Волга буйы театрҙары фестивалендә уңышлы сығыш яһап ҡайтты.


Ырымбур губернаһының 270 һәм өлкәнең 80 йыллыҡ юбилейы уңа­йынан үткәрелгән сараға Башҡорт­остан, Татарстан, Мари Иле рес­публикаларының, Һамар, Һары­тау, Ульяновск, Новгород, Пенза өлкәләренең, Пермь крайының, шу­лай уҡ Мәскәүҙең театрҙары са­ҡырылған. Беҙҙекеләр иһә рес­­­публикабыҙҙа ҙур уңыш менән барған «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» мюзиклын (авторы – Т. Ғарипова, режиссеры – О. Ханов) тәҡдим иткән.
– Һәр коллективтың сығышын Мәс­кәүҙән Константин Щербаков, Нина Карпова, Марина Корчак кеүек билдәле театр тәнҡитселәре баһа­ланы, – тип тәьҫо­раттары менән уртаҡлашты Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе Олег Ханов. – Шуныһы һөйөнөслө: костюм­да­р­ҙың сағыу­лығы ла, сәхнәнең биҙәлеше лә, артистарҙың бирелеп уйнауы ла жюри ағзаларын ҡыуандырҙы. “Был мюзикл аша илебеҙҙең мәҙәни үҫешен күрәбеҙ. Әгәр ҙә бындай әҫәр булмаһа, уны мотлаҡ тыуҙырырға кәрәк ине. Халыҡ ижадын йәш быуынға еңел һәм аңлайышлы итеп еткерә алғанһығыҙ”, – тинеләр.
Был фестивалдә ниндәйҙер урындар биреү ҡаралмаған, театрҙарҙың бер-бе­ре­һенең ижад емештәре менән танышып, фекер алышыуын ғына маҡсат итеп ҡуй­ғандар. Ә шулай ҙа тамашасылар «Маҡ­тым­һылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» мю­зик­лын йылы ҡабул иткән. Бигерәк тә Руслан Хайсаров, Ирада Фазлаева, Хөрмәтулла Үтәшев, Гөлнара Әмирова, Гөлмирә Исмәғилева­ларҙың оҫта уйнауын яратып өлгөр­гәндәр. Һөҙөмтәлә, күпселек халыҡтың фекерен иҫәпкә алып, башҡорт академия драма театры коллективын “Тамашасылар һөйөүе” номи­на­ция­һында тәбрикләп, төп бүләкте тап­шырғандар. Хатта фес­тивалдең директоры Павел Церемпилов, сәхнәгә сығып, Маҡ­тымһылыу ролен башҡарған Ирада Фазла­еваның яурынына башҡорт шәлен һалған.
Билдәле булыуынса, «Маҡтым­һылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» былтыр Баш­ҡортостан Президенты грантына лайыҡ булып, шул иҫәпкә сәхнәләштерелде. Был юлы әҫәргә ил кимәлендә юғары ба­һа биреүҙәре лә төп милли театры­быҙҙың уңышлы ижад итеүен иҫбатлай.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 058

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 604

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 672

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573