Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эшсән халыҡты ҙурлап...
Эшсән халыҡты ҙурлап...
Һабантуй — халҡыбыҙҙың йолаға әүерелгән күркәм байрамы. Уны олоһо ла, кесеһе лә йыл да көтөп ала. Ваҡыт үтеү менән сара әһәмиәтен һис юғалтмай. Шуға ла тантана үтәсәк яланға бөгөн халыҡ бер туҡтауһыҙ ағыла ла ағыла. Ана, күкрәге орден-миҙал менән тулы аҡһаҡал күренде. Ҡыйыу аҙымдар менән барған, йөҙөнән үк ихласлыҡ бөркөлгән уҙаманды ҡайҙалыр күргәнем бар кеүек. Бәй, был бит Социалистик Хеҙмәт Геройы Шәүәли Вахитов үҙе!


Эшсән халыҡты ҙурлап...— Ағай, кәйефегеҙ нисек? — тинем ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына.
Хеҙмәт батырының йөҙө яҡтырып китте.
— Һо-о-о! Шатлығым ташып тора, – тине ул, йылмайып. — Эшсән халыҡты ҙурлайҙар бит!..
Был көндә байрам яланында рәхәтләнеп күңел асырға, ҡыуанырға көйөргәҙеләрҙең хаҡы бар. Малдар ҡышты уңышлы сыҡты, яҙғы баҫыу эштәре ваҡытында үтәлде, тәүге шытымдар ҙа баш күтәрә. Яҡташтарының ҡыуанысын уртаҡлашырға Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов, билдәле ғалим-офтальмолог Марат Аҙнабаев килгәйне.
Эшсән халыҡты ҙурлап...— Ер эшсәндәренең тырышлығы, үҙ эшенә яуаплы булыуы арҡаһында сәсеүҙе ваҡытында тамамланыҡ, — тине, ялан батырҙарын тәбрикләп, район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотләхмәтов. — Бөгөн беҙҙә малсылыҡ хужалыҡтары төҙөкләндерелә, етештереүҙә яңы технологиялар ҡулланыла. Шуға күрә һыйыр малы иҫәбен һаҡлап ҡалыуға өлгәштек. Әммә был уңыштар менән генә сикләнеп ҡалырға ярамай. Мәҙәниәт йылында башҡараһы эштәребеҙ ҙә байтаҡ. Һәр ауылда рухи тормош йәнләнергә тейеш.
Ҡоролтайҙың Башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев билдәләүенсә, республикабыҙҙа ауыл хужалығын үҫтереүгә айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Мәҫәлән, “500 ферма” программаһы буйынса ике йыл эсендә 103 хужалыҡ яңыртылған. Бының һөҙөмтәһе булараҡ, Башҡортостанда һөт етештереү 25 процентҡа артҡан.
Был көндә алдынғы хеҙмәткәрҙәргә Маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Ә инде баҫыуҙа тир түккән эшсәндәргә лайыҡлы баһа алыуҙан да ҙурыраҡ шатлыҡ юҡтыр.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 651

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 537

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 749

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 383

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545