Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йылға буйҙарында иң тәмлеһе – кәкүк сәйе
Йылға буйҙарында иң тәмлеһе – кәкүк сәйе
Көн матур. Күктәге болоттарҙы берәм-берәм артта ҡалдырып, “ГАЗель” машинаһында Нуриман районына елдерәбеҙ. Унда бөгөн байрам – тәбиғәттең, татлы йоҡоһонан уянып, йәшеллеккә күмелгән иң матур сағын ҡаршылар өсөн моңло ҡош Кәкүк бар халыҡты сәйгә саҡырған. Беҙгә лә телеграмма килеп төшкәс, йырлы-моңло күстәнәстәр алып, юлға сыҡтыҡ. Өфөнөң “Сураман” этник төркөмө менән барғас, ике сәғәтлек юл һиҙелмәй ҙә ҡалды.


“Павловка паркы” үҙәге алдында беҙҙе хужабикә үҙе ҡаршы алды: ике метрлыҡ ҡош толобо янында олоһо ла, кесеһе лә кинәнеп фотоға төшә ине. Тирә-яҡты яңғыратып, күңелле музыка уйнай, биләмәлә бал, сәй, милли ризыҡ, ҡул эштәре, биҙәүестәр күргәҙмәләре ойошторолған. Байрам өсөн махсус әҙерләнгән сувенирҙар, футболкалар һатыла. Бер яҡ ситтә бала-саға рәхәтләнеп һыу төшә. Их, күңелле лә инде ошо миҙгелдәр! Ҡалҡыулыҡта Ғафури районының “Сәйетбаба” тарихи-мәҙәни үҙәге ҙур тирмә ҡорған, алдында халыҡ шау-гөр килә.
Кәкүк сәйе – борондан килгән матур йола. Икенсе төрлө уны Яҙ байрамы тиҙәр. Ер ҡарҙан әрселеп, йәшеллеккә күмелә башлағас, тәүге кәкүк тауышы ишетелгәс, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға йыйылышып туғайға сыҡҡан. Тәбиғәт ҡосағында уйын-көлкө ойошторолған, сәй табыны әҙерләнгән – барыһы ла халыҡ аңында изге тип һаналған ҡошто ризалатыу өсөн. Ҡатындар, күккә ҡарап, йылдың уңышлы, имен килеүен һораған, теләктәр әйткән, күрәҙәлек ҡылған. Балалар, ҡулдарын өҫкә күтәреп, кәкүк булып ҡысҡырған. Ҡайтыр саҡта ҡалған ризыҡты ағас төптәренә һалғандар.
Һәр төбәктә был байрам үҙенсә үткәрелә. Республика кимәлендә тәүгә ойошторолған “Кәкүк сәйе” этно-фестиваленә Баймаҡ районының – “Темәс”, Ғафури районының – “Сәйетбаба”, Благовар районының Ҡәнзәфәр бей исемендәге “Һарайлы” тарихи-мәҙәни үҙәктәре, Нуриман районының “Кугу-Шеде” этно-мәҙәни үҙәге вәкилдәре килеп, ҡунаҡтарға Яҙ байрамына арналған театрлаштырылған тамашалар күрһәтте. Сағыу костюмдарға, йыр-бейеүгә, һамаҡ-әйтемдәргә бай йоланы халыҡ яратып ҡараны. Илмир Ҡоҙабаев яңғыратҡан ҡурай моңо Павловка һыу һаҡлағысы өҫтөнән талғын ғына ағылып, барыһын да ата-бабалар рухын, ҡотон һаҡлаған сихри мөхиткә сорнаны.
Шифалы үләндәр менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн был өлкәләге белгес, биология фәндәре кандидаты Михаил Гордеев урманға экскурсия үткәрҙе, кәкүк сәйе рецебы һәм ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге буйынса семинар ойошторҙо. Бөгөн, магазин кәштәләре синтетик аҙыҡ менән тултырылған, һауалар зарарлы матдәләр менән ағыуланған заманда, тәбиғәт биргән ризыҡтың әһәмиәте, ҡәҙере, уны файҙаланыу ихтыяжы арта бара. Семинарҙа ҡатнашыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған байтаҡ һорауға яуап алды, күп файҙалы мәғлүмәт белде.
Ниһайәт, сараның көтөп алынған сағыу мәле – “Иң яҡшы кәкүк костюмы” бәйгеһендә ҡатнашыусыларҙы наградлау тантанаһы етте. Байрам символын – Кәкүк толобон күтәреп, конкурсанттар сәхнәгә менде. Беҙҙең мәжлескә ысын ҡоштар осоп килгәнме икән тип торам! Береһенән-береһе матур костюмдар күрһәтелде. Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Азат Ибраһимов рәйеслегендәге жюри ағзалары еңеүселәрҙе түбәндәгесә билдәләне: өсөнсө урынға – Благовар районы “кәкүктәре” Раушания Мусина, Эльвина Ғүмәрова, Илшат Рәхмәтуллин, икенсегә Ғафури районынан Гәүһәр Байбулдина лайыҡ булһа, бер йәшлек Өфө егете Марк Посыпайкиндың костюмы иң яҡшыһы тип танылды.
Төп саралар тамамланды, бүләктәр тапшырылды – йырлы күстәнәстән ауыҙ итергә лә ваҡыт. Азат Биксурин етәкселегендәге “Сураман” төркөмөнөң дәртле лә, моңло ла көйҙәрен халыҡ яратып ҡабул итте. Иң ҡыйыуҙар рәхәтләнеп бейене лә.
Серәкәй һәм һыу һаҡлағыстың һыуыҡ еленән ҡурҡмағандар фолк-дискотекаға ҡалды. Ә беҙ ойоштороусыларға – “Башҡортостандың Туризм үҙәге” коммерцияға ҡарамаған партнерлығы вәкилдәренә рәхмәт әйтеп, ҡайтырға сыҡтыҡ. Бындай байрамдан һуң, моғайын да, ҡоштар беҙҙең илгә бәрәкәт, муллыҡ, тыныслыҡ, ырыҫ килтерер. Күңелдә – матур тәьҫораттар, уйҙа – киләһе йылға бында тағы килеү ниәте. Моңло ҡош Кәкүк телеграмма ебәрергә онотмаһа.


Кәкүккә бәйле бик күп хикәйәт бар. Шуларҙың береһен “Темәс” тарихи-мәҙәни үҙәге вәкиле һөйләп ишеттерҙе:
“Борон заманда Һыу батшаһы йәшәгән, ти. Уның Кәкүк исемле улы булған. Бер ваҡыт батша улы ер өҫтөнә сығып килергә була. Ерҙә уға һылыу бер ҡыҙ осрай. Кәкүк сибәркәйҙе оҡшатып, кәләш итеп ала. Бер аҙ торғас, егет атай-әсәйен күрергә тип һыу төбөнә төшөп китә һәм унан кире әйләнеп сыҡмай. Ә ҡыҙ уны һағынып, һарғайып һыу буйында йөрөгән дә йөрөгән, ти. Бер мәл һылыу сәс тарап ултырғанда, башына бер уй килә: “Ни өсөн мин был ерҙә яңғыҙым йәшәйем әле? Былайтып йөрөгәнсә, ҡош булып осоп китһәм ине...” Шул арала ҡыҙ ҡапыл ҡошҡа әйләнеп осоп та китә. Уның бер яҡ толомо үрелгән, икенсеһе үрелеп тә бөтмәгән була. Шуға ҡоштоң бер яҡ ҡанаты һалпы килеп сыҡҡан. Шулай итеп, теге ҡыҙ бала һаман да Һыу батшаһы улын көтөп, зарығып “Кә-күк, кә-күк” тип ҡысҡырып йөрөй икән, ти. Кәкүкте шуға моңло ҡош тигәндәр”.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 054

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 576

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 776

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 603

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 458

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 511

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 670

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 407

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571