Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уралдың моңло балаһы
Уралдың  моңло балаһы
Жәлил ағай Кейекбаев халыҡсан тауышлы оҫта йырсы ла ине
Жәлил ағайҙың юбилейынан бер йыл алда республикабыҙҙың алыҫ райондарының береһенән танышым шылтыратты:
— Таһир ағай, Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың 100 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ, иншаллаһ. Ул бик һәйбәт йырсы ла булған икән. Яҡташығыҙ бит, һеҙҙә уның тауышы, йыры яҙылған магнитофон таҫмаһы йә дискы юҡмы?
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юҡ шул, — тинем. — Моғайын, телевидение йә радио фондында барҙыр, шунда мөрәжәғәт ит. Ә Жәлил ағайҙың һәйбәт йырсы булғанын ҡайҙан белдең?
— Олораҡ кешеләрҙән ишеттем. Уға арналған кисәне, моғайын, беҙ ҙә уҙғарырбыҙ тип торам, шунда уның йырын халыҡҡа ишеттереп, бер бүләк яһарға уйлағайным, — тине әңгәмәсем.
Йәш танышымдың оло ғалимға ҡарата ихтирамлы булғаны өсөн ифрат шатландым.

Бер туған ағайҙарым Әмин, Әмир, апайым Фатима Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында унан белем алған. Әмир ағайым иһә Башҡорт дәүләт педагогия институтында (хәҙерге БДУ) уның яратҡан шәкерте, филология факультеты курсында иң яҡшы уҡыусыларҙың береһе булған. Остазы уны, институтты бөтөргәс тә, аспирантурала ҡалдырырға теләгән. Жәлил ағай менән яҙыусы яҡташыбыҙ Шакир Насиров, икәүләп өгөтләп тә, уны быға күндерә алмаған, сөнки ағайым йәшләй өйләнгәйне, балалары ла бар ине инде.
Ике ағайым да Кейекбаевтың һәйбәт йырсы булыуы хаҡында һөйләй торғайны. Мин, филолог булмағас, Жәлил ағай менән яҡындан таныш түгел. Шулай ҙа ул мине таный ине, сөнки мединститутта уҡыған ваҡытта тәүҙә — пединститутҡа, һуңынан ул университетҡа әйләнгәс, шунда яҡташтар, дуҫтар янына йыш бара инем. Жәлил ағайҙы ла күреп, иҫәнләшеп йөрөнөм.
Беҙ ауылда мәктәптә уҡыған йылдарҙа ла Жәлил ағайҙың, "Победа" машинаһына ултырып, Ҡаранйылғаға килеп йөрөгәне иҫтә ҡалған. Юл беҙҙең ауыл аша уҙғас, ул ваҡытта еңел машиналар һирәк тә булғас, Жәлил ағайҙың ҡайтҡанын бөтә Сәйетбаба белә ине...
Үткән быуаттың 60-сы йылдары уртаһы. Бүлмәлә эшләп ултырған телевизорҙан бик яғымлы, нәҡ беҙҙеңсә, халыҡсан йыр ишетелде. Ундай тауыш менән Ғата Сөләймәнов, Сөләймән Абдуллин, тағы бер нисә генә моң эйәһе йырлағаны хәтерҙә. Ҡараһам, үҙебеҙҙең Жәлил ағайыбыҙ икән дә баһа! Телевизорҙың тауышын көсәйтеп, тағы ла ләззәтләнеберәк йырҙы тыңлап бөтөрҙөм. Жәлил ағайҙың үҙенә арналған ниндәйҙер тапшырыу бара ине, буғай, хәҙер иҫтә түгел. Оло ғалимдың йырҙарын радионан ишеткән саҡтар ҙа булды, тик ҡайһы йылдарҙа икәне хәтерҙә ҡалмаған.
1926 йылда тыуған Әмин ағайым Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының иң йәш вәкилдәренән ине. Көслө һәм яғымлы тауышлы булды, йырларға яратты. Уның Жәлил ағай ҡатнашлығындағы бер хәлде һөйләгәне хәтеремдә һаҡлана.
Ваҡиға Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас, биш-алты йыл үтеп, тормош ярайһы яҡшыра башлаған ваҡытта булды. Өфөнөң һабантуйҙары "Кооперативная поляна" (халыҡ "Цыганская поляна" тип тә йөрөтә) аръяғында матур болонда үткәрелә торғайны. Сара тамамланһа ла, халыҡ таралмайынса, өйкөм-өйкөм булып, байрамса табын ойошторорға яратҡан. Унда, ҡымыҙ менән бер рәттән, ҡатырағын да ҡулланғандар, йыр-бейеү ҙә ойошторғандар. Шундай байрамдарҙың береһендә Әмин ағайым үҙенең көр тауышы менән оҙон көйҙәрҙең береһенә былай тип йырлап ебәргән:
— Һағындыра тыуған-үҫкән яғым,
Йырлап аҡҡан Мәндем тауышы,
Сит ерҙәрҙә йөрөп ғүмерем уҙа,
Төштө, буғай, әҙәм ҡарғышы.
Ҡаранйылға һыуҙың, һай, ағышы
Ҡарауылҡай тауына ҡар(ы)шы,
Әҙәм ҡарғышы ла түгелдер ул,
Шулдыр инде Хоҙай яҙмышы...
Был юлдарҙағы һүҙҙәр шул тирәләге тәбиғәтте бик дөрөҫ тасуирлай. Сәйетбаба менән Ҡаранйылға ауылдары араһынан ағып үткән көмөш һыулы тау йылғаһы Мәндем ысынлап та мәңге шарлап-йырлап ағып ята. Ә Ҡаранйылға тау араһынан килеп сыҡҡан, исеменән үк аңлашылып торған, татыр шишмә, нәҡ Ҡарауыл тауына ҡаршы ағып, Мәндемгә ҡоя. Әмин ағайымдың ошо йырҙы башҡарыуы була, һылҡылдабыраҡ атлаған бер ағайҙың: "Һай, афарин, был бит беҙҙең яҡ тауышы, кем йырланы?" — тигән һүҙҙәре ишетелә.
— Мин, Жәлил ағай, — тип яуап бирә уны шунда уҡ таныған Әмин.
— Исемең кем, ҡайһы ауыл, кем улы?
— Әминмен, фамилиям — Латипов, Сәйетбабанан Мөхәмәтша мулланың улы.
— Ә-ә!.. Әмир һинең ағайыңмы?
— Юҡ, ул минән ике йәшкә кесе.
— Улай икән, Әмин мырҙам, мин һинең атайыңды ла, ҡустыңды ла беләм. Әмир иң яҡшы студенттарымдың береһе булды, шуға уны аспирантураға ҡалдырырға уйлағайныҡ. Ҡаймаҡ ашап йәшәүҙе артығыраҡ күреп, ауылға ҡайтып китте, — тип шаяртты Жәлил ағай. — Ә һинең, ҡустым, тауышың көслө лә, моңло ла: музыка белгесе булмаһам да, быны аңлайым. Тик әле тауышың йүгәнләнмәгән ябаға кеүек. Тимәк, һәйбәт йырсы булыу өсөн музыкаль белем алырға кәрәк. Ошо аҙнала минең янға килеп сыҡ. Сәнғәт училищеһы менән бәйләнешкә инербеҙ, музыкаль белем алыуың хаҡындағы мәсьәләне хәл итергә тырышырбыҙ...
Билдәле булыуынса, Әмин ағайым бер мәртәбә, Бөйөк Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайтҡас та, музыка училищеһына алынған булған. Тик был турала Жәлил ағайға әйтергә ҡыймаған, сөнки, ҡабул ителһә лә, уҡырға бармаған. "Унда йөрөмәһәм дә йырлай беләм әле" тип уйланым, — ти торғайны ул.
Әлеге ваҡиға Жәлил ағайҙың йәштәргә ҡарата иғтибарлы булыуы тураһында һөйләһә, икенсе яҡлап, абруйлы кеше ярҙам ҡулы һуҙғанда ла, үҙ яҙмышыбыҙға ғәмһеҙ ҡарауыбыҙ хаҡында әйтеп тора. Минең ағайҙарҙы ла ҡулдарынан етәкләп тигәндәй, береһен — аспирантураға, икенсеһен сәнғәт училищеһына урынлаштырыр сиктә, улар үҙҙәре битарафлыҡ күрһәткән. Был иҫте китәрә. Һуңынан ағайҙарым, әлбиттә, икеһе лә үкенеп: "Йәшлегебеҙгә барып, килеп эләккән бәхетте ҡулдан ысҡындырғанбыҙ шул", — ти торғайны.
Шулай итеп, Жәлил Кейекбаевтың уҡыусылары, дуҫтары, бигерәк тә йәштәр яҙмышына бик иғтибарлы булыуы һоҡландыра. Бик күп тел белеүе интернационалист ғалимдың был һыҙатын тағы ла көсәйтә төшә.
Бөтә күркәм сифаттары араһынан беҙ башта уҡ Жәлил ағайҙың йырҙар яратыуы һәм уларҙы оҫта башҡарыуы хаҡында һүҙ башлағайныҡ. Тик был хаҡта уның шәкерте, фекерҙәше, йылдар һанын иҫәпкә алһаҡ, уның ул ваҡыттағы йәш дуҫы, татар тел ғалимы Мифтахетдин Зәкиевтән дә тулыраҡ һәм яҡшыраҡ тасуирлап булмаҫ. Үҙенең "Дәртле йыр" тигән иҫтәлектәрендә ул бына нимәләр яҙа: "...Тел белеме, әҙәбиәт, этнография, тарих мәсьәләләренән һуң әңгәмә халыҡ моңдары, көйҙәре тирәһенә күсте. Тәү башта беҙ татар һәм башҡорт халыҡ көйҙәре яҙылған пластинкаларҙы әйләндерҙек. Тальян гармунда мин йәштәр башҡара торған ауыл көйҙәрен уйнап күрһәттем. Жәлил ағай уларҙан ныҡ тәьҫирләнә торған кеше булып сыҡты. Стенала эленеп торған мандолинаны алды ла башҡорттоң йөрәктәргә үтә, сәс төптәренә йүгерә торған оҙон көйҙәрен сиртә башланы. Ул, башын еңелсә генә артҡа ташлап, шундай оҫта итеп, виртуоздарса уйнай, мин, һүҙһеҙ ҡалып, башҡорт моңдарын тыңлап ултырам. Ошо көйҙәрҙе әле бәләкәй саҡта ауылда минең менән бергә көтөү көткән бер ағайҙан ишетеүем, тормоштоң мәшәҡәтле юлдары, бөтә үткән ғүмер күңелгә килә. Күҙҙәрҙе йәш томалай, тамаҡҡа төйөр ултыра. Бөтөнләй телһеҙ-өнһөҙ ҡалам...
Бына бер ваҡыт мандолинаға көслө, асыҡ көмөш тауыш ҡушыла:
— Алыҫтарҙан, ай, күренгән
Ирәндеккәй тауҙың аҡ ташы.
Ҡайҙа бармай, ниҙәр күрмәй
Ир-егеткәй менән ат башы.
Башҡорт халҡының бик күп көйҙәре хаҡында мәғлүмәт алдым мин ул көндә. Ҡайһыһы ҡайҙа йәки кемгә арнап сығарылған, кем уны бик яҡшы башҡара — был турала Жәлил Ғиниәт улы тулы бер лекция һөйләй ала ине. Күп кенә йырҙы башҡарғандан һуң ул:
— Был көй әле артистарға килеп етмәгән, — тиер ине.
— Ундайҙар беҙҙең башҡортта бик күп ул. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа тау, урман араһында "ҡасып ятҡан" бихисап көйҙө яҡты донъяға сығарҙылар..."
Артабан, икенсе урында, үҙенең иҫтәлектәрендә М. Зәкиев былай тип яҙа: "Иҫемдә, бер ваҡыт Жәлил ағайҙан:
— Һеҙҙе йырға ла шул үҙегеҙҙең тыуған яҡ өйрәткәндер инде? — тип һораным. Жәлил Ғиниәт улы, башҡорт көйҙәрен ғәжәп оҫта башҡарһа ла, быға иғтибарһыҙ ғына ҡарай, үҙен яҡшы йырсылар иҫәбенә индермәй ине.
— Башҡорттоң йырлай белмәгән кешеһе юҡ. Шуға күрә һин унан: "Йырлай беләһеңме?" йәки "Һин фәлән-фәлән йырҙы башҡара алаһыңмы?" — тип һорама. Башҡорттоң үпкәләүе ихтимал, — ти Жәлил ағай һәм ни өсөн шулай булыуын үҙенсә аңлатып та бирә ине.
— Башҡортостан бит ул бик ҙур урмандарҙан, иркен ҡырҙарҙан, бейек тауҙарҙан тора. Башҡорт, ҡайҙа ғына барһа ла, көйләмәйенсә йөрөмәй, тартынып торорға янында башҡа кешеләр ҙә булмай. Йырсыларҙы тыңлап ләззәтләнеүгә ҡарағанда, күберәк үҙе моңланып күңелен йыуата. Шулай һәр кешенең йырлауы быуындан быуынға күсеп ғәҙәткә инеп китә. Тығыҙ ҡалаларҙа кеше көйләргә ҡайҙан өйрәнһен? Махсус күнекмәләр үткәрмәһәң, иркенләп йырлап йөрөр ерҙәре бармы ни ул ҙур ерҙәрҙең? Күршеләрҙән тартынып, өйөңдә лә ҡысҡырып йырлап ебәрә алмайһың..."
...Ғүмер тигәнең аҡҡан һыу, иҫкән ел кеүек шул ул, үтеп барғанын һиҙмәйһең. Күптән түгел гәзиттәрҙән Жәлил Кейекбаевтың фекерҙәше һәм дуҫы М. Зәкиевкә 85 йәш тулғанын белдек. Уға иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер, ижади уңыштар теләйем.
Жәлил ағай Кейекбаев һәр милләт вәкиленең үҙ халҡының йырын башҡарыуын хуп күргән һәм тыңларға яратҡан. Әле уның күп ҡырлы һәләтенең бер яғын ғына яҡтыртырға тырыштыҡ. Талантлы кеше ул һәр яҡлап та талантлы була, тиҙәр бит. Был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгө бөйөк ғалимыбыҙ миҫалында айырыуса аныҡ сағыла.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 052

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 576

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 776

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 602

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 457

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 510

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 668

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 406

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571