Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рауил БИКБАЕВ, Башҡортостандың халыҡ шағиры: “Замандаштарыбыҙға нимә булды?”
Рауил БИКБАЕВ, Башҡортостандың халыҡ шағиры: “Замандаштарыбыҙға нимә булды?” Осрашыуҙан һуң уйланыуҙар

Ижадсының күпселек ваҡыты яңғыҙлыҡта үтә. Шағир ҙа, яҙыусы ла, рәссам да, композитор ҙа был донъяла бер яңғыҙы ҡалып, тормош һәм яҙмыш хаҡында уйлана, йәшәйештең асылын, кешенең булмышын аңларға тырыша. Ҡаршылыҡтар бәрелешен, хаҡ менән нахаҡтың көрәшен ситтән генә күҙәтмәй, шуларҙың үҙәгендә ҡыуанып йәки һыҙланып йәшәй. Яңы әҫәрен башларға йәки тамамларға ижадсыға бер кем дә килеп ярҙам итә алмай. Ижадсы яңғыҙлыҡҡа дусар ителгән.

Ләкин яңғыҙлыҡтың да сиге була. Ижадсы ла көнө-төнө эш тип кенә йәшәмәй, фекерҙәштәре менән аралаша, халыҡ менән осраша. Ошондай бәйләнеш уның фекерен үҫтерә, яңы көс өҫтәй.
Һуңғы йылдарҙа тормоштағы хеҙмәттең һәр тармағы, төрлө һөнәр өлкәләренең уңыштары һәм бурыстары буйынса йыллыҡ йомғаҡ яһау Башҡортостанда һәйбәт йолаға әйләнде. Бындай һөйләшеүҙәрҙе үткәреү Башҡортостан Яҙыусылар союзында уҙған быуаттың илленсе йылдарында уҡ башланғайны. Ул замандарҙа, әле йәш ғалим булһа ла, етди ғилми тикшеренеүҙәре менән абруй яулаған Ғайса Хөсәйенов иң беренсе булып шиғриәт секцияһында, йыллыҡ күренештәрҙе байҡап, доклад менән сығыш яһаны. Артабан осрашыуҙар тотош әҙәбиәттең йыллыҡ йомғаҡтары тураһында ентекле һөйләшеүгә әйләнде, шиғриәт, проза, драматургия, балалар әҙәбиәте, тәнҡит һәм башҡалар буйынса махсус докладтар әҙерләнде.
Әҙәбиәтебеҙҙең бер осор йомғаҡтарына арнап даими фекер алышыуҙарҙың беҙҙә өҙөлөп торған саҡтары ла булманы түгел. Әммә уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдары урталарынан һәр йыллыҡ йыйылышта, сираттағы съезда бик мөһим мәсьәләләр үҙәккә ҡуйылды.
Яҙыусыларҙың сираттағы съезынан һуң ике йыл үткәс, 2014 йылдың 11 апрелендә, Башҡорт дәүләт филармонияһының кесе залында ҡәләмдәштәребеҙ, ниһайәт, тағы ла бергә йыйылды. Был йыйылыш ғәҙәти генә булмайынса, уға съезд хоҡуғы бирелгәйне, йәғни һәр жанр хаҡында секция етәкселәренең сығыштарынан һуң Яҙыусылар союзы идараһы рәйесен һайлау мәсьәләһе көн тәртибе үҙәгендә торҙо.
Элек съездарға яҙыусылар тулҡынланып, шатланып, фекер алышыуға һыуһап, күпселеге бер-береһен һағынып килде. Күпме яңы роман яҙылған, уларҙың сифаты нисек, шиғриәт йәки драматургия ниндәй уңыштар менән шатландырған, сафыбыҙға күпме һәләтле йәштәр килеп ҡушылған, беҙҙе һәм уҡыусыларыбыҙҙы ниндәй хәл ителмәгән мәсьәләләр, һаман да дауам иткән етешһеҙлектәр борсой — быларҙың барыһы хаҡында ла йыйылыштарҙа һәм съездарҙа ентекле, талапсан һөйләшә инек.
Әле лә оло йыйындарыбыҙға ҙур өмөт бағлап, ижад тураһында ихлас һөйләшеүҙәрҙе көтөп барабыҙ. Нимә генә тиһәң дә, бындай ваҡиғалар йыш булмай, күпселек көндәрен бер яңғыҙы ижади уйланыуҙар уртаһында үткәреүсе әҙәбиәт әһелдәре ҡәләмдәштәре менән һирәк осраша бит.
Эйе, элекке йыйындарыбыҙҙы беҙ, яҙыусылар, байрам көткән һымаҡ ҡаршылай, уларға өмөт-ышаныс, яҡты кисереш менән килә инек. Әле лә тулҡынланып көтәбеҙ, әммә өмөт-ышаныстарыбыҙға йылдан-йыл хәүеф-хафа нығыраҡ ҡушыла бара, уртаҡ маҡсаттарыбыҙ тураһындағы изге хәстәрҙәребеҙгә шик-шөбһәнең һалҡын күләгәһе төшә.
Замандаштарыбыҙға нимә булды? Кешеләр кисә нисек ине лә бөгөн ниндәйгә әйләнде? Донъя күләмендәге психоз ниңә көсәйгәндән-көсәйә бара? Был һорауҙар мине, мине генә түгел, бик күптәрҙе көндән-көн нығыраҡ борсой. Элек мосолмандың мосолманға ҡаршы сығыуы оло гонаһ һаналған. Бөгөнгө мосолман донъяһындағы ҡан-ҡойош, һуйыш-үлтереш һымаҡ һәләкәттәрҙе тарих белмәй. Бер мәмләкәт, бер халыҡ эсендә һуғыштар бара, илдәр тарҡала, дәүләт етәкселәрен — Саддам Хөсәйен, Ҡаддафи һымаҡ донъяға танылған тарихи шәхестәрҙе аҫалар, аталар, үлек кәүҙәләрен мәсхәрәләп, витринаға элеп ҡуялар.
Цивилизациялы Европаның үҙендә ниндәй емерткес эштәр башҡарыла! Югославия тарҡатылды, тереләй туралды, ил юлбашсылары, нахаҡҡа ғәйепләнеп, хөкөмгә тарттырылды.
Бындай фажиғәле ваҡиғалар бөгөн Рәсәй сиктәренә лә килеп етте. Гүзәл Киевтың үҙәге ҡанлы Майҙанға әйләнде, илдәге власты ҡулға алған ҡораллы йыртҡыс майҙансыларҙың янъялдары арҡаһында Украина дәүләтселегенең киләсәгенә ҙур ҡурҡыныс янай.
Яңыраҡ бер иптәшем шылтырата, "Көндәлектәр"ҙең икенсе томының 346-сы битен асып ҡара әле, ти. 2004 йылдың 19 декабрендә унда ошондай һүҙҙәр яҙғанмын икән: "Украиналағы хәлдәр, уның икегә тарҡалыу ҡурҡынысы, Рәсәйҙең киләсәк яҙмышы мине ныҡ уйландыра. Украина бүлгеләнһә, Рәсәйҙе лә төрлө яҡҡа йолҡҡолай башлаясаҡтар. Ә берҙәм Рәсәй булмаһа, Башҡортостанды йоторға әҙер торалар. Рәсәйһеҙ Башҡортостандың киләсәге хәүефле".
Ошо хәүеф-хафа ун йылдан һуң ҡанлы ваҡиғалар булып күҙ алдына килеп баҫты. Был глобаль һәләкәттәр, донъя күләмендәге психоз шул ваҡиғаларҙан алыҫта йәшәүселәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтенә лә йоғонтоһоҙ ҡалмай. Кешеләрҙә бер-береһенә ышаныс кәмей, рухиәт ҡаҡшай, бигерәк тә йәштәр араһында суицид арта, ҡулына ҡорал алған үҫмер янындағыларҙы атып үлтерә.
Бындай күңелһеҙ үҙгәрештәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең әҙәби мөхитте лә ситләп үтмәне. Яҙыусыларҙың үҙ-ара мөнәсәбәте бер ҡасан да бәхәсһеҙ булмаған. Хатта ҡайһы бер донъя әҙәбиәте классигы икенсеһен инҡар иткән. Төрлө эстетик зауыҡтар, традициялар, ижади мәктәптәр һәм стилдәр араһында тәбиғи фекер көрәше туҡталмаған. Ләкин бер генә осорҙа ла кешене түбәнһетергә тырышыу, ижадсының шәхси тормошонда соҡсоноу ғәфү ителмәгән.
Бөгөн иһә яҙыусыларҙың үҙ-ара мөнәсәбәтендәге ҡаршылыҡтар ижади талаптарҙан ситләшеп, ҡайһы саҡта яла яғыуға, бит йыртыуға әйләнеп китә. Ҡасандыр тәүге башҡорт романы, трилогияһы, беренсе драмалар тыуған, башҡорт театры барлыҡҡа килгән. Тарихи тикшеренеүҙәрҙә былар хаҡында ғорурланып әйтелә. Ләкин "беренсе" тигән һүҙ генә ҡыуандырмай икән. Мәҫәлән, яңы мең йыллыҡтың башында башҡорт телендә беренсе пасквиль, йәғни яла яғыуға ҡоролған, асыу һәм нәфрәт менән тулы яҙма баҫылып сыҡты. Башҡорт телендә яҙылған был пасквиль беренсе булһа ла, һуңғыһы түгел икән. Уға тағы ла һөмһөҙөрәге өҫтәлде.
Һуңғы йылдарҙа байтаҡ илгә тиҙ генә төҙәлмәҫлек яралар, ҡот осҡос бәхетһеҙлектәр килтергән "төҫлө" йәки "бәрхәт" революцияларҙы ойоштороуҙағы мәкерле сәйәсәте, емерткес эшмәкәрлеге өсөн АҠШ-ты ғәйепләйҙәр. Ысынлап та, бөтә донъяға хужа булырға тырышыусы Америка дәүләтенең башбаштаҡлығы көсәйгәндән-көсәйә. Ләкин үҙебеҙҙең әҙәби мөхитебеҙҙәге күңелһеҙ хәлдәрҙе, ҡәләмдәштәргә бысраҡ өйгән аҫтыртын эшмәкәрлекте ниндәйҙер сит көстәрҙең йоғонтоһо менән аңлатыу мөмкин түгел. Кемдәрҙер ситтән килеп, беҙҙе ҡотортоп йөрөмәй, аҡсаға һатып алып, күңелдәрҙе аҙҙырмай, әҙиптәрҙе бер-береһенә һөсләтмәй бит. Әлбиттә, йәштәрҙе ағыулаусы мәғлүмәт телевидение, Интернет, иманһыҙ матбуғат һәм башҡа юлдар буйынса туҡтауһыҙ ябырыла. Ләкин яҙыусы — заманында юлбашсы тарафынан кеше күңеленең инженеры тип аталған шәхес — аҡты ҡаранан, хаҡты нахаҡтан айыра алырға, үҙенең уҡыусыларын да ғәҙеллеккә, тоғролоҡҡа, яҡтылыҡҡа, юғары маҡсаттарға әйҙәргә тейеш.
Яҙыусының төп эше — ижад, уның көрәш майҙаны — яҙыу өҫтәле. Башҡа мәшәҡәттәргә, башҡалар менән булышыуға уның ваҡыты ҡалмай. Халыҡ бик белеп әйткән: "Эше булған кешенең кешелә ни эше бар, эше булмаған кешенең кешелә күп эше бар".
Ижади мөхитебеҙҙә ихласлыҡ артһын, яҙыусыларҙың үҙ-ара мөнәсәбәте эскерһеҙ булһын, борсоған мәсьәләләрҙе артта һүҙ йөрөтмәйенсә йәки яла яҡмайынса, уртаға һалып, асыҡтан-асыҡ һөйләшһәк ине. Бер-беребеҙ менән бәйләнештән дә бигерәк уҡыусыларыбыҙҙың беҙҙең әҫәрҙәргә мөнәсәбәте мөһим. Бәғзе ҡәләмдәштәребеҙ Яҙыусылар союзында үҙенең йоғонто даирәһен, урыҫсалап әйткәндә, "сфера влияния"һын киңәйтергә тырыша. Ләкин иң мөһиме — уҡыусыларға яҡшы йоғонтобоҙ даирәһе киңәйһен, халҡыбыҙҙың күңеленә үтерлек, был ыҙғыш-тартыш заманында рухын ҡанатландырырлыҡ, уйландырырлыҡ, сафландырырлыҡ һүҙ таба алайыҡ. Ижади быуындар бәйләнешен нығытайыҡ, һәләтле йәштәрҙең үҫешен күберәк хәстәрләйек. Әҙәбиәт агрессияға әйләнмәһен.
Ҡайһы саҡта матбуғатта сыҡҡан ябай ғына хәбәрҙә лә замандың үҙенсә йоғонтоһон — гуманистик ижадҡа хас булмағанса уҫал бәйән итеүҙе күреп, аптырап ҡалаһың. Мәҫәлән, шиғыр яҙыусыларҙың бәйгеһе тураһында "Истоки" гәзитендә (2.04.14) баҫылған мәғлүмәттә автор ижади алышты ошолай күҙ алдына килтерә: "Полуфинал поэтического бокса", "потом последовал удар, и еще удар, и закончился раунд".
Шиғри бәйгене бик етеҙ хәрәкәттә бирергә тырышыу аңлашылһа ла, бындай хәбәрҙән һуң ижади алыш, фекер көрәше булыуҙан бигерәк, агрессив һөжүмгә әйләнә.
Ижад спорт түгел. Үҙенең еңеү тантанаһын шағир, яҙыусы үҙе тере саҡта күрмәҫкә лә, финалдарға бары әҫәрҙәре генә барып етергә һәм ҡат-ҡат еңергә лә мөмкин.
Әҙәбиәткә ярты быуаттан ашыу ғүмер хеҙмәт итеп, беҙ ҙә бына аҡһаҡал булдыҡ. Ни хәл итәһең, әҙәм балаһы йәшлегенә кире ҡайта алмай. Шулай ҙа әҙәбиәткә килгәндәге йәшлегебеҙҙәге ихлас аралашыуыбыҙҙы, эскерһеҙ мөнәсәбәтебеҙҙе, бер-беребеҙгә тоғролоғобоҙҙо, юғары, уртаҡ маҡсаттарыбыҙға бер төптән ынтылыуыбыҙҙы, башҡаларҙың уңыштарына һис бер көнсөллөкһөҙ шатлана алған сағыбыҙҙы йышыраҡ иҫкә төшөрәйек, ошондай изге хәтирәләрҙә күңелебеҙҙе сафландырайыҡ.
Ҡартлыҡ шатлыҡ түгел тиһәләр ҙә, ҡәләмдәштәрең менән оло йәшкә тиклем матур йәшәй алыу, матур ҡартая белеү — үҙе бәхет ул. Оло остаздарыбыҙҙы беҙ ололай белдек, ағайҙарыбыҙҙы хөрмәт иттек, үҙебеҙ ҙә уларға тоғро ҡустылар булдыҡ тип әйтә алам. Быуындар араһында изге бәйләнеш киләсәктә лә шулай ныҡлы, ышаныслы булыр тип өмөтләнәм.
Был юлдарҙы мин кемгәлер аҡыл өйрәтергә, вәғәз уҡырға, тәнҡитләргә тип яҙмайым. Ошо хәлдәр тураһында бөтәбеҙ ҙә белә, күптәребеҙ борсола. Күмәкләшеп фекер уртаҡлашһаҡ, ижад өсөн тырышлығыбыҙҙы, әҙәбиәтебеҙҙең киләсәге хаҡында хәстәребеҙҙе берләштерһәк, ҡатмарлы мәсьәләләр ҙә, моғайын, еңелерәк хәл ителер. Беҙҙең ығы-зығыға халыҡтың иғтибары һәм аптырауы арта. Бындай иғтибарҙы түгел, кешеләрҙең ихтирамын нығыраҡ яулайыҡ, ижади уңыштарыбыҙ менән аптыратайыҡ, һоҡландырайыҡ.
Ананан ала ла тыуа, ҡола ла тыуа, тиҙәр. Яҙыусылар ҙа — әҙәм балалары, бер төрлө генә түгелдәр. Шуныһы ҡыуаныслы: республикала иң өлкән һәм иң ҙур ижади ойошма булған Башҡортостан Яҙыусылар союзындағы күпселек ҡәләмдәштәребеҙ ижад тип яна, әҙәбиәтебеҙ тип йәшәй. Бер йүнһеҙ һыйыр барлыҡ көтөүҙе йәмһеҙләргә мөмкин. Бәлки, шул аңһыҙ малды хәтерләткән ҡәләм тирбәтеүселәр ҙә барҙыр. Ләкин беҙ көтөү түгелбеҙ, ижади ойошмабыҙҙа нисәмә быуын әҙиптәрҙән килгән, яңы быуындарға тапшырыласаҡ һәйбәт традицияларҙы һаҡлайбыҙ. Быйыл Башҡортостан Яҙыусылар берлегенә 80 йыл тула. Уның 70, 75 йыллыҡтарының ниндәй юғары кимәлдә үткәрелгәнен әҙиптәр яҡшы хәтерләйҙер. Әлеге юбилей ҙа шул юғарылыҡта үтер тип уйлайым. Бының өсөн көс етерлек, ойоштороу эшендә ҙур тырышлыҡ талап ителәсәк.
Башҡортостан яҙыусыларының апрелдәге дөйөм йыйылышына 230-лап союз ағзаһының 170-ләбе килде, яңы рәйес өсөн тауыш биреүҙә 155 әҙип ҡатнашты. Беренсе турҙа уҡ мәсьәлә асыҡланды: Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының рәйесе итеп өс кандидат араһынан драматург Наил Ғәйетбаев һайланды. Был йыйылыштан һуң ижад донъябыҙҙа хәлде ҡапыл ғына яҡшы яҡҡа үҙгәртеүе еңел булмаҫ. Шулай ҙа яҙыусы исеменең абруйы артыр, дәрәжәһе юғары булыр тип өмөтләнәйек.

* * *
Быйылғы яҙ минең тормошомда онотолмаҫ осрашыуҙар йыш булды. 27 мартта, йәғни Шәйехзада Бабичтың Йылайырҙа вәхшиҙәрсә язалап үлтерелеүенә 95 йыл тулыуға бер көн ҡалғанда, Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт факультетында бөйөк шағирыбыҙҙы хәтерләү кисәһе үтте. Студенттар Бабичтың шиғырҙарын уҡыны, мин уның ижады, шанлы һәм ҡанлы яҙмышы тураһында һөйләнем, һорауҙарға яуап бирҙем. Халҡыбыҙ тормошондағы ҡайғылы ваҡиғаға — шағирҙың һәләк булыуына бына инде йөҙ йыл тулып килһә лә, фажиғәле юғалтыу килтергән һыҙланыу, быуындан быуынға күсеп, хәҙерге йәштәребеҙҙең дә күңеленә уйыла.
Бөйөк Бабич өс мәртәбә үлтерелде. 1919 йылдың 28 мартында Йылайырҙың ташлы ерендә ҡанға батырып юҡ ителһә, утыҙынсы йылдарҙа уны икенсе тапҡыр үлтерҙеләр: исеменә ҡара яғып, китаптарын тыйҙылар, шуға күрә беҙ Бабичты уҡый алмай үҫтек. Илленсе йылдарҙың икенсе яртыһында илдәге иркенерәк шарттарҙа Бабич исеме яңынан халҡыбыҙға әйләнеп ҡайтты: китаптары баҫылды. Ғәҙелһеҙлек ҡабатланмаҫ һымаҡ ине. Ләкин уҙған быуаттың етмешенсе йылдары башында Бабич өсөнсө тапҡыр язаланды: әҫәрҙәре дәреслектәрҙән алынды, исемен тағы ла әйтергә яраманы. Ошондай шарттарҙа Бабич тураһында минең ғилми хеҙмәт яҙырға тотоноуым күптәрҙе аптыратты, әлбиттә. Яҙылып бөткән монографиям ҡулъяҙма хәлендә хеҙмәттәштәрем тарафынан юғары баһаланһа ла, һикһәненсе йылдар башына тиклем донъя күрә алманы. Ниһайәт, Бабичҡа яңынан юл асылды, уның китаптары, уның хаҡындағы китаптар баҫылып сыҡты, туҡһан йыллығы, йөҙ йыллығы оло тантаналарға, халыҡ байрамына әйләнде. Шағирға тыуған ере Дүртөйлө районында һәм һәләк булған урыны Йылайырҙа бер юлы ике һәйкәл асылды. Донъя әҙәбиәте тарихында бындай хәлдәр булғанмылыр — белмәйем.
Һәләк булған көнө алдынан Шәйехзада Бабичҡа баш эйгәндә, уның исеме ҡат-ҡат әйтелгәндә мин бына шуларҙы хәтерләп ултырҙым. Шағирҙың иҫтәлеге алдында ошондай изге эш ҡылғандары өсөн М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты етәкселәренә, уҡытыусыларына — Луиза Сәмситоваға, Ғәлимә Ғәлинаға, Зәки Әлибаевҡа, ошо осрашыуҙа ҡатнашҡан студенттарға рәхмәт уҡып ултырҙым. Шағирҙың остазының исемен йөрөткән был йортта ошондай осрашыуҙың үтеүе бик тәбиғи һәм мәғәнәле. Уйлап ҡараһаң, Аҡмулланың үлгән йылы Бабич тыуған йыл ине. Бәйләнеш артабан да дауам итә: Бабич һәләк булған йылда Мостай тыуған. Мостай Кәрим вафат булған йылда, бәлки, киләсәктә даһи шағирыбыҙ буласаҡ бала тыуғандыр. Тәрән тамырлы шиғри шәжәрәбеҙҙә яңы быуындар бер-береһенә шулай айырылмаҫлыҡ булып ялғанһын.
Башҡорт йөрәгенә Бабич өс тапҡыр ҡайғы булып уйылды, өс тапҡыр бөйөк шатлыҡ булып ҡайтты. Ләкин барыбер ҡайтып бөтмәне әле. Өфө урамына Шәйехзада Бабич исемен биреү, баш ҡалабыҙҙа уға һәйкәл ҡуйыу мәсьәләһен төрлө сараларҙа күпме тапҡыр күтәреп сыҡтыҡ, әммә ул һаман да хәл ителмәй. Бының өсөн яуап бирергә тейешле етәкселәргә аҡланырға нигеҙ юҡ. Башҡа берәй милләт үҙенең бындай аҫыл шағирын күптән инде аҫыл һәйкәлдә һынландырыр ине.
Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыкаль тәрбиә биреү гимназияһына күптән саҡыралар ине. Осрашыу 15 апрелдә үтте. Төрлө уҡыу йорттарында ижад кисәләрем байтаҡ уҙһа ла, уҡыусыларҙың Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимнын оркестрға ҡушылып йырлағанын беренсе тапҡыр бында ишеттем. Осрашыу шундай күтәренке тантана менән башланып китте. Ныҡ әҙерләнгәндәр, шиғыр менән йыр аралашып барған бай йөкмәткеле программа төҙөгәндәр. Был ижади уҡыу йортонда бик һәләтле балалар тупланған икән. Һәр сығышты һоҡланып ҡараным, тамаша залында һәм сәхнәлә уҡ атышып уйнаған малайҙарҙы күреп, бәләкәй саҡтарыма әйләнеп ҡайтҡандай булдым. Мәктәптәрҙәге, гимназияларҙағы сығыштарҙа, ғәҙәттә, мөхәббәт шиғырҙары бик үк ишетелмәй. Бындағы егеттәр һәм ҡыҙҙар минең һөйөү хаҡындағы шиғырҙарымды бөтә йөрәктән кисереп, бик оҫта уҡыны, һоҡланып тыңланым. Үҙем күптән хәтергә алмаған ҡайһы бер шиғырҙарымды йәштәрҙән ишетеү күп хәтирәләрҙе яңыртты.
Был осрашыуҙы ошондай юғары кимәлдә уҙғарыу өсөн гимназияның етәксеһе Эльмира Сафина, уның урынбаҫары Флүрә Бәҙретдинова, бында әҙиптәрҙең сығышын бик күптән ойоштороп йөрөгән Гөлбүләк Ғәлләмова, башҡа башҡорт теле уҡытыусылары тырышып эшләгән, күп көс һалған. Рәхмәт был уҡыу йортонда эшләгән барса педагогтарға! Уларҙың тынғыһыҙ эшмәкәрлеге арҡаһында беҙҙең әҫәрҙәр яңы быуындың зиһененә үтеп инә, хәтерендә ҡала бит.
Уҡыусылар менән осрашыуға һәр ваҡыт үҙемдең күп кенә китаптарымды алып барам. Шуларҙы гимназияға тапшырғас, миңә "Газиз Альмухаметов" тигән альбом бүләк иттеләр. 2008 йылда сыҡҡан был матур баҫма менән быға тиклем дә таныш инем. Китапты төҙөүсе танылған музыка белгесе Миләүшә Иҙрисованың бындағы мәҡәләһен уҡығанда, ошо һүҙҙәр тағы ла тетрәндерҙе: "Немногие свидетели последних дней Газиза Альмухаметова рассказывали, что в тюремной камере он... пел. Пел, видимо, для того, чтобы унять боль, морально поддержать других узников. Поэт Муслим Марат, который сидел с ним в одной камере, рассказал жене и дочери композитора о дне, когда видел его в последний раз. Надзиратель открыл дверь камеры: "Альмухаметов, с вещами!" Прощаясь, попросили его спеть, и он спел "Буранбай". Это было 10 июля 1938 года.
В этот день расстреляли 33 человека. Среди них — писатели Даут Юлтый, Булат Ишемгулов, Тухфат Янаби, Губай Давлетшин, Абдулла Амантай, основатель башкирского национального театра Валиулла Муртазин-Иманский, художественный руководитель Башкирского театра драмы Макарим Магадеев...
Словом, цвет башкирской интеллигенции. Трудно назвать это совпадением, но список состоит только из башкирских и татарских фамилий".
Был фажиғә хаҡында хәҙерге халыҡ күберәк белһен тигән теләктән Миләүшә Иҙрисованың мәҡәләһенән ошо оҙон өҙөктө килтерҙем. Бөгөн ығы-зығы менән булып, йәштәр генә түгел, ҡайһы бер әҙиптәр ҙә тарихыбыҙҙағы ошондай фажиғәләр тураһында уйланмай, уҙғандарҙан һабаҡ алмай.
Аллаға шөкөр, ундай ҡаһармандарҙы онотмаған шәхестәребеҙ ҙә арабыҙҙа бар. 2013 йылдың 19 апрелендә Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһында профессор Таңсулпан Бабичева ҡуйған "10 июль — Көн һәм быуат" тигән спектаклде (сценарий авторҙары — Таңсулпан Бабичева менән Гөлсәсәк Саламатова) ҡараған берәү ҙә тетрәнмәй ҡалмағандыр.
Ошо тамашанан һуң фекер алышҡанда, 10 июлде, йәғни 33 әҙип, дәүләт эшмәкәре атылған көндө, хәтер һәм матәм көнө тип иғлан итергә, 2013 йылда ошо тарихи юғалтыуҙың 75 йыллығын билдәләргә кәрәк, тигән бик урынлы һүҙҙәр әйтелгәйне. Улар тормошҡа ашманы, был мәсьәләгә Яҙыусылар союзы бөтөнләй битараф ҡалды. Һуңғы ике йылда был ойошма ниндәйҙер турагентлыҡҡа оҡшап китте, төрлө сәйәхәттәр ойоштороу менән мәшғүл булды. Тарихтың һәм бөгөнгөнөң бик етди талаптары тураһында хәстәрләй белмәне.
Заманында төрлө ҡалаларҙың сәхнәләрен бергә шаулатҡан Ғәзиз Әлмөхәмәтов менән Шәйехзада Бабич республика музыкаль тәрбиә биреү гимназияһындағы осрашыуҙа минең күңелемдә яңынан күреште. Был хаҡта мин 1996 йылда Ғәзиз Әлмөхәмәтовҡа арналған "Таштар ватып, тауҙар аҡтарғанда" исемле шиғырымда яҙғайным:
Бабичтан һуң сират һеҙгә етте,
Юлтый,
Афзал,
Төхфәт,
Амантайҙар,
Ауа илдә алтын бағаналар,
Ҡала йырҙар изге
аманаттарҙай.
Тынып ҡалған төрмә
диуарҙары,
Тотҡондар ҙа тыңлай,
сос һаҡтар ҙа,
Донъя менән йырлап
хушлашаһың:
"Таштар ватып, тауҙар аҡтарғанда..."

Төрмә камераһынан сыҡҡанда Ғәзиз Әлмөхәмәтов "Буранбай"ҙы йырлаған. Ут-дәһшәт эсендә йөрөгән яугир-шағир Бабич һәләкәтле юлдарҙа ла көйҙәр тарихын йыйырға тырышҡан. "Шаһибәрәк" йырына арналған өлөштә шағир ошондай һүҙҙәрҙе яҙған: "Халыҡ, артынан килеп, ҡарағайҙың әйләнәһен һырып алған. Шунда Шаһибәрәк халыҡҡа: "Һеҙ барыбер мине тотаһығыҙ инде, миңә бер аҙ ирек бирегеҙ, аҙ ғына йырлап алайым", — тигән. Халыҡ уны тыңлаған, ул ҡарағай башынан тороп йырлап ебәргән".
Булған бит рухы һынмаҫ ир-егеттәр! Уларҙың ҡаһарманлығы, ихтыяр көсө тураһында уйлаһаң, бөгөнгө ваҡлыҡтар, мыжыуҙар, алдашыу-харамлашыуҙар көлкө лә, ҡыҙғаныс та. Ундай ир-егеттәр менән бөгөнгө иргәйелдәрҙе сағыштырырлыҡмы ни?!
Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназияһындағы осрашыуҙан һуң бер көн үткәс, Башҡортостандағы иң яңыларҙан, иң йәштәрҙән булған мәктәпкә юлландым.
Ил буйынса йыл һайын йөҙәрләгән, меңәрләгән ауылдар бөткән заманда Башҡортостан картаһында Шамонин, Өфө тирәһендә тағы ла бер нисә ауыл барлыҡҡа килде. Рәсәйҙә йыл һайын бик күп мәктәптәр ябылған ҡатмарлы осорҙа Шамонин ауылының уртаһында өр-яңы белем усағының мөһабәт бинаһы ҡалҡып сыҡты. Яңы ауылдың тыуыуы, яңы мәктәптең асылыуы – бындай ҡыуаныслы хәлдәр халҡыбыҙҙың тормошона йәм өҫтәй, киләсәккә өмөт-ышанысты нығыта. Шуға ла мин был уҡыу йортона бик ҡыҙыҡһынып килдем. Университеттағы, унан һуң гимназиялағы осрашыуҙар ваҡытында һүҙ йыш ҡына тарихи ваҡиғаларға бәйле барһа, Шамонинда күберәк киләсәк тураһында уйландым.
Мәктәп әле дүртенсе уҡыу йылы ғына эшләй, өс сығарылыш булған. Хәҙерге көндә бында 360 уҡыусы бар. Ауыл бик ҙур, унда яңы быуын башҡорт интеллигенцияһы, күпселеге йәш ғаиләләр йәшәй. Мәктәп етәкселәре, балалар һаны күп тә үтмәйенсә ныҡ артасаҡ, параллель кластар буласаҡ, уҡыу ике сменала барасаҡ, тине. Тимәк, яҡты, иркен йорттоң киләсәге өмөтлө. Шулай була күрһен, бында яңы матур традициялар нығынһын, ошо мәктәпте тамамлап сыҡҡандар йылдар үткәс, уны һағынып, яңынан ошонда йыйылыр булһын. Бында Башҡортостандың киләсәген яҡларлыҡ аҡыллы, һәләтле кешеләр тәрбиәләнһен. Оло маҡсаттарына тоғролоғо, уңғанлығы менән дан ҡаҙанған шәхестәр тураһында "Ул бит Шамонин ауылында үҫкән! Ул бит Шамонин мәктәбен тамамлаған!" тиһендәр. Киләсәктә ошондай һоҡланыу һәм ғорурланыу һүҙҙәре һис шикһеҙ әйтелер тип уйлайым.
Мәктәп күптән түгел эшләй башлаһа ла, осрашыуҙа уҡыусылар еренә еткереп башҡортса шиғырҙар һөйләне, йырланы, бейене. Киләсәктә тағы ла сағыуыраҡ асылыр һәләттәр бар. Балаларҙа туған телебеҙгә, рухиәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләүҙә ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ошондай уңыштарға ирешеү — иң элек педагогтарҙың тырышлығы, коллективтың берҙәм хеҙмәтенең һөҙөмтәһе. Уларҙың барыһының да эшмәкәрлеге менән яҡындан танышыу бер осрашыуҙа мөмкин түгел ине, әлбиттә. Мин аралашып өлгөргәндәрҙән мәктәп директоры Рәшиҙә Мостафинаны, башҡорт теле уҡытыусыһы Зөлфиә Ҡаһарманованы, шулай уҡ Фәнилә Хәйруллинаны, Эльвира Дүсәеваны хөрмәт менән телгә алам.
Шамониндағы осрашыуға Өфө районы мәктәптәренең башҡорт теле уҡытыусылары ла йыйылғайны. Улар менән күрешеү, фекерҙәрен ишетеү, бер мөғәллимәнең минең һүҙҙәргә ижад ителгән йырҙы бик моңло итеп йырлауын тыңлау айырыуса иҫтәлекле булды.
Уҡытыусылар — донъялағы иң хөрмәтле кешеләр. Борон-борондан шулай булған. Минең өсөн улар араһында балаға тәү башлап әлифбаны тоттороусы, уны хәреф танырға өйрәтеүсе туған тел уҡытыусылары бигерәк тә яҡын.
Шамонин мәктәбе Өфө районы педагогтарының үҙәгенә әйләнә бара. Бында төрлө семинарҙар, конференциялар ойошторола, Берҙәм дәүләт имтихандары ла ошонда үткәрелә, тинеләр. Тимәк, уҡыу йортоноң яуаплылығы ныҡ артасаҡ.
Республика етәкселегенең бик изге ниәтенән үҫеп сыҡҡан ауылда кисекмәҫтән хәл ителергә тейешле мәсьәләләр ҙә күп. Күпселек урамдарҙа, тыҡрыҡтарҙа асфальт һалыу түгел, әле ҡырсын таш та түшәлмәгән. Әллә ни саҡлы бала уҡырға яҙын-көҙөн батҡаҡҡа батып, ҡышын көрт йырып килә. Урамдарҙы төҙөкләндереү — Шамонинда йәшәгәндәр өсөн иң борсоулы, ашығыс рәүештә хәл ителергә тейешле мәсьәлә.
Мәктәп асылғанға тиклем үк бында балалар баҡсаһы эшләй башлаған. Шамонинда күпселеге башҡорттар йәшәй, әммә был мәктәпкәсә ойошмала башҡорт төркөмдәрен асыуҙы уның етәксеһе Марина Николаевна Храмова һаман да һуҙып килә, эҙмә-эҙлекле уҡыу, йәғни балалар баҡсаһы — мәктәп — юғары уҡыу йорто бәйләнеше принцибын бөтөнләй һанға һуҡмай. Ата-әсәләр ошо хаҡлы талап менән күпме генә йөрөп ҡараһа ла, яҡшы яҡҡа үҙгәреш юҡ. Әле ауылда тағы балалар баҡсаһы төҙөлә, унда ата-әсәләрҙең теләктәренә иғтибарһыҙлыҡ ҡабатланмаһын ине.
Яҙыусыларҙың халыҡ менән осрашыуы, әҙәбиәт көндәре уҙғарыу Башҡортостанда күптән инде һәйбәт традицияға әйләнгән. Ләкин был бик кәрәкле эштәрҙе беҙ көн-төн тимәй, ямғыр-буран тимәй, йыш ҡына юлдар алыҫ тимәй, гел генә бушлай, энтузиазм иҫәбенә атҡарабыҙ. Әлбиттә, һәр ҡайҙа ихлас ҡаршы алалар, рәхмәт әйтеп оҙатып ҡалалар. Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡарыр тибеҙ ҙә тағы ла юлға сығабыҙ. Башҡа тармаҡтарҙағы ижад кешеләре, әйтәйек, сәхнә әһелдәре бушлай ғына бындай сәфәрҙәрҙә, моғайын, йөрөмәй торғандыр. Араларында беҙҙең менән юлға сыҡҡандары ла бар, әлбиттә. Киләсәктә лә булһын улар, рәхмәт төшкөрҙәре.
Яңы технологиялар аша бәйләнешкә инеү, электрон китаптар, сайттар һ.б. быуаттар буйына сығып килгән ҡағыҙ китапты, бигерәк тә яҙыусыларҙың үҙҙәре менән осрашыу кисәләрен алмаштыра алмай. Авторҙың үҙе ҡатнашлығында китап һатыу ҙа йәнлерәк бара. Юғиһә беҙҙә төпкөл ауылдарға китап килеп етмәй тип зарланалар, китап тейәп барһалар, алырға бик ябырылып тормайҙар. Яҙыусы үҙе килһә, автограф алырға теләүселәр сиратҡа баҫа.
2014 йылда Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда мәҙәниәт мәсьәләләре үҙәккә ҡуйылды. Рәсәйҙең әҙәби йыйылышында 2013 йылдың 21 ноябрендә яҙыусылар осрашҡанда Президент Владимир Путин 2015 йылды Әҙәбиәт йылы тип иғлан итте. Мәҙәниәт менән әҙәбиәт бер-береһенән айырылғыһыҙ йәшәй. Йыр булһынмы, спектакль булһынмы — күпме сәнғәт әҫәрҙәрен, сәхнә күренештәрен тыуҙырыуҙа шағир һүҙе, драматург ижады ҡатнаша, хатта төп нигеҙ була. Шулай уҡ юғары мәҙәнилек — әҙәбиәт өсөн иң төп талаптарҙың береһе, уның йәшәү рәүеше. Асылда әҙәбиәт менән мәҙәниәт — халыҡты халыҡ итеп һаҡлаусы, илде ил тип тотоусы бөйөк хазиналар. Матди үҫештә ниндәй генә юғарылыҡтар яуламаһын, техник прогрестың ҡайһы ғына бейеклектәренә күтәрелмәһен, әҙәбиәте, мәҙәниәте булмаһа, Башҡортостан да, башҡа милли республикалар ҙа, хатта бөйөк Рәсәй үҙе лә, башҡа бер генә мәмләкәт тә үҙ йөҙөн һаҡлаған дәүләт булып йәшәй алмаҫ ине. Әҙәбиәттә лә, мәҙәниәттә лә ижад итеүселәрҙең эштәре, маҡсаттары изге.
18–21 апрель, 2014 йыл.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Рияз мәсәлим
    Рияз мәсәлим от 06.05.2014, 08:42
    Замана башҡа - заң башҡа, тигән аҡыл эйәһе.
    Оло быуындар йәш быуындар менән ҡәнәғәт булырға тейешлелелер, тип уйлайым. Сөнки үҙең тәрбиәләгән балаларыңа һәм ейәндәреңә ышанысың юҡ икән, һинең ниндәй хоҡуғың бар, икенсе берәүҙәргә аҡыл өйрәтергә.
    Мин шулай уйлайым. Һәр быуын үҙенең ғәмәлен ҡыла. Бына ололар, ветерандар, һеҙҙең батырлыҡтарығыҙҙы, фиҙакәр хеҙмәтегеҙҙе, йәштәр бит, хөрмәт итә, рәхмәт әйтә. Ләкин һеҙ һаман үҙегеҙҙең хаталарығыҙ хаҡында бер ни әйтмәйһегеҙ, ә йәштәрҙе тәнҡитләйһегеҙ!
    Абстракт ниндәйҙер палачтарҙы, бюрократтарҙы яманлайһығыҙ ул, ә конкрет кем Һәҙиәләрҙе, Шәйехзадәләрҙе язалаған, Амантайҙарҙы аттырған? Был турала ләм-мим! Исемдәрен атап әйтегеҙ. Шул саҡта йәштәр һеҙгә ышанырға тырышыр ине.
    Шул уҡ һеҙ күккә сөйгән Ленин, Сталин һәм Коммунистар партияһы түгелме!?






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 408

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 402

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566