Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡ йыры уға ҡанат ҡуйҙы
Халыҡ йыры уға ҡанат ҡуйҙы
Күренекле музыка фольклоры белгесе, педагог, сәнғәт фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәрит Хәснулла улы Камаевтың тыуыуына бөгөн 70 йыл тула. Шул айҡанлы Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында юбилей саралары үткәреләсәк. Уның иҫтәлегенә арналған ғилми конференцияла сәнғәт белгестәре менән бергә фольклор экспедицияларында ҡатнашҡан дуҫтары, арҡаҙаштары ла сығыш яһаясаҡ. Шуларҙың береһе — яҙыусы һәм ғалим Рәшит Шәкүрҙең мәҡәләһен тәҡдим итәбеҙ.

Башҡорт халҡының музыка фольклорын өйрәнеү тарихында айырыуса ҡәҙерле, ғәжәп ҙур һәм ҡиммәтле милли мираҫ ҡалдырған исемдәр бар. Фәрит Камаев был исемлектә мәшһүр С.Г. Рыбаков, Л.Н. Лебединский, Л.П. Атановалар менән йәнәш иң хөрмәтле урындарҙың береһен алып тора. Ул башҡорттарҙан беренсе булып башҡорт халыҡ йыр мелодикаһының композицион-ритмик законлылыҡтарын, башҡорт музыка фольклорының стиль һәм жанр үҙенсәлектәрен, шиғыр төҙөлөшө һәм көй структураһы мәсьәләһен өйрәнеп, төрки музыка фольклорсылығында бығаса булмаған теоретик бейеклеккә күтәрелде. Фәрит Хәснулла улы үҙ халҡының илаһи йыр-моң донъяһына, рухи мәҙәниәтенә йәне-тәне менән ғашиҡ һәм оло йөрәкле, юғары профессиональ әҙерлекле белгес ине. Үҙенең ғилми-теоретик эшмәкәрлеген ул халыҡ араһында фольклор әҫәрҙәрен йыйыу, өйрәнеү, баҫып сығарыуға әҙерләү, пропагандалау эше менән бергә алып барҙы, шулай уҡ күп йылдар буйы, сәнғәт институтының уҡытыусыһы, проректоры, кафедра мөдире булараҡ, музыка белеме буйынса кадрҙар тәрбиәләү эшенә ҙур өлөш индерҙе.
Фәрит Хәснулла улы Камаев 1944 йылдың 19 апрелендә Ҡаҙаҡ ССР-ының Кустанай ҡалаһында хәрби летчик ғаиләһендә тыуған. (Уның атаһы Хәснулла Камаев сығышы менән — хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш, әсәһе Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районынан). Камаевтар ғаиләһенә әленән-әле бер ҡаланан икенсеһенә күсеп, төрлө урындарҙа "сиған тормошо" менән йәшәргә тура килә. Фәриткә бәләкәйҙән туған телдә һөйләшеп, туған моңдарҙы тыңлап үҫергә насип булмай. Әммә тәбиғәт барыбер үҙенекен итә: үҫә төшкәс, яҙмыш уны йыр-моң донъяһына алып килә, башҡорт халыҡ йырҙары уның мәңгелек мөхәббәтенә, ғүмерлек илһамына әйләнә.
Дөрөҫ, быға тиклем Фәриткә урау-урау юлдар үтергә, тормошта үҙ юлын табыр өсөн эҙләнергә, ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға кәрәк була әле. Хәрби ҡаласыҡтарҙа йәшәгән саҡтарында, һеңлеһе Ғәлиәне етәкләп, алыҫ ара үтеп, музыка мәктәбенә йөрөй ул. 1957—1960 йылдарҙа Павлодар ҡалаһында төҙөлөш техникумында уҡый. Шул уҡ йылда музыка мәктәбенең VII класын тамамлай. Тиҙҙән Фәриттең атаһы подполковник дәрәжәһендә демобилизацияланып, ғаилә Башҡортостанға, Өфөгә, ҡайтырға ҡарар итә. Унда Фәрит урта мәктәптә һәм музыка мәктәбендә уҡыуын дауам итә. Әммә киләһе йылына уның алдына ла, әлеге лә баяғы, "Уҡырға ҡайҙа барырға?" тигән һорау килеп баҫа. Ул үҙе, әлбиттә, күптән инде музыкаға ғашиҡ. Әммә атаһының теләге ҡәтғи. "Инженер булыр минең улым!" — тип бер генә һүҙҙе ҡабатлай ҙа тора.
Фәрит Камаевтың тормош юлындағы ошо боролошло көндәр тураһында филология фәндәре докторы, профессор Әхмәт Сөләймәнов "Ирҙең даны илендә" ("Йәшлек", 1994 йыл, 30 апрель) тигән биографик очеркында бик ҡыҙыҡлы итеп, ентекләп һөйләп биргән. Беҙ иһә был хаҡта шуны ғына әйтеп үтәйек: Фәрит ул йәйҙә бер ыңғай авиация институтына ла, Өфө сәнғәт училищеһына ла һынау тота. Институтҡа һуңғы имтихан ҡалғас ҡына ғаиләлә, ниһайәт, училищеға барырға тигән ҡарарға киләләр. Бында ул һеңлеһе Ғәлиә, ике туған һеңлеһе Земфира Күләева менән бергә музыка серҙәренә төшөнә.
1965 йылда Фәрит Камаев, сәнғәт училищеһын тамамлап, Ейәнсура районының үҙәге Иҫәнғолға балалар музыка мәктәбенә эшкә ебәрелә. Шул уҡ йылда Гнесиндар исемендәге Мәскәү дәүләт музыка-педагогия институтының Өфөләге уҡыу-консультация пунктына уҡырға инә, йыл ярымдан, Мәскәүгә барып, институттың тарих-теория-композиторлыҡ факультетының көндөҙгө бүлегендә уҡыуын дауам итә.
Фәрит Камаевтың тормошонда Мәскәүҙә уҙған студент йылдарының (1967—1972) әһәмиәте ғәйәт ҙур була. Әммә төпкөлдәге Ейәнсура районында, Үҫәргән башҡорттары араһында йәшәгән аҙ ғына — йыл ярым ваҡыт уның рухи үҫешендә ғүмер буйына һағынып иҫкә алырлыҡ яҡты эҙ ҡалдыра. Нәҡ шул Иҫәнғолда йәшәгән осорҙа ул, саф шишмә һыуҙарынан ауыҙ иткәндәй, йәнле фольклор сығанаҡтары менән осраша, шул төбәктең ҡабатланмаҫ йыр-моң хазинаһы, йырсылар, ҡурайсылар менән таныша. Буш ваҡыттарында үҙ алдына магнитофон таҫмаһына халыҡ йырҙарын яҙҙырып алыу менән шөғөлләнә башлай. Был эшен ул аҙаҡ күп йылдар буйы эҙмә-эҙлекле дауам итә.
Мәскәүгә барып институтта уҡый башлау менән ул үҙен һәр йәһәттән дә һәләтле, маҡсатҡа ынтылышлы студент итеп күрһәтә. Ә маҡсаты — иң элек музыканан төплө белем алыу, донъя классикаһы кимәлендә фекер йөрөтөргә өлгәшеү. Бары шул юғарылыҡтан тороп ҡына милли музыканы үҫтереүгә, халыҡ ижадын өйрәнеүгә етди рәүештә тотонорға мөмкин булыуын аңлай. Институтта Фәрит ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ егеттәре менән аралаша, ошо халыҡтарҙың фольклор өлгөләрен, композиторҙарҙың популяр йырҙарын тыңлап илһамлана. Был иһә артабан башҡорт халҡының музыкаль-поэтик ижадын дөйөм төрки дала мәҙәниәте менән сағыштырып өйрәнеү, боронғолоҡ тамырҙарын юллау, йыр-көйҙәребеҙҙең милли үҙенсәлеген асыҡлау идеяһына этәргес бирә.
1971 йылдан башлап һуңғы көндәренә тиклем, йәғни ике тиҫтә йылдан артығыраҡ, Фәрит Камаев Өфө дәүләт сәнғәт институтында эшләй. Башта музыка теорияһы кафедраһының уҡытыусыһы була. 1979 йылдан — институттың ғилми эштәр буйынса проректоры. 1989 йылдың мартында уның тырышлығы менән институтта башҡорт халыҡ музыкаһы һәм фольклоры кафедраһы асыла, Ф.Х. Камаев уның тәүге мөдире итеп билдәләнә. Институтта яуаплы вазифалар атҡарыу менән бергә ул 1972—1976 йылдарҙа ситтән тороп Гнесиндар исемендәге институттың аспирантураһын тамамлай. Уның "Башҡорт халыҡ йырҙары мелодикаһының композицион-ритмик законлылыҡтары" тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы милли музыка белеме үҫешенә индерелгән ғәйәт ҡиммәтле өлөш тип баһалана. Фәрит Камаевтың һабаҡташы, сәнғәт белеме докторы Булат Ҡараҡолов (Алматы) бына нисек хәтерләй: "Уның диссертацияһы айырыуса ныҡ тәьҫир итте. Фәриттең структура анализына, фәнни билдәләмәләр, һығымталар теүәллегенә ынтылышы, күп йылдар ныҡышмалы эшләүе башҡорт музыка фәненә хаҡлы рәүештә ғорурланырлыҡ хеҙмәт өлгөһө бирҙе".
Шуны ла әйтергә кәрәк: ул хеҙмәт башҡорт музыка фольклорына арналған өсөнсө генә диссертация була. Ошо монографияһында башланған бик мөһим фәнни күҙәтеүҙәрен ғалим артабанғы хеҙмәттәрендә үҫтерә, тәрәнәйтә бара. Фәрит Камаев башҡорт халыҡ йырҙарының, классик оҙон көйҙәребеҙҙең композицион-ритмик үҙенсәлектәрен йырҙарҙың һүҙҙәре, поэтик текстың төҙөлөшө менән сағыштырып өйрәнеүҙе асылда билдәле бер тикшеренеү методикаһы кимәленә күтәрә. Был иһә, Әхмәт Сөләймәнов билдәләүенсә, "донъя музыка мираҫында феноменаль күренеш булған башҡорт йыр-көйөнөң эске булмышына тәрән үтеп инергә мөмкинлек биргән". Дөрөҫ, был фекер, йәғни башҡорттоң оҙон көйҙәрендә йыр тексының, көйҙөң, шуға нигеҙ булған тарихи ваҡиғаның органик берлеге, күптән билдәле. Өҫтәүенә йырҙы, көйҙө ижад итеүсенең шәхесе, ул йәшәгән мөхит, тормош-көнкүреш шарттары, традицияларҙың йәшәйеше, ниһайәт, халыҡ тарихы — һәммәһен дә тикшеренеүсе хәтерҙә тоторға тейеш.
Фәрит Камаев, был факторҙарҙы иҫәпкә алып, ысын мәғәнәһендә киң ҡоласлы, тәрән һәм оригиналь фекерле музыка белгесе булып өлгөрә. Башҡорт халҡының тарихи йырҙарында уны, бер яҡтан, ысын мәғәнәһендә тарихилыҡ, уй-фекерҙәр юғарылығы таң ҡалдыра, икенсе яҡтан, һүҙ һәм көйҙөң теүәллеге, төҙөклөгө, камиллығы һоҡландыра. Шуның өсөн дә Фәрит Хәснулла улы үҙе лә һәр ваҡыт илһамланып, үҙ шөғөлөнә оло һөйөү тойғоһо менән ҡанатланып эшләне. Был сифат уға башҡорт халыҡ йыр сәнғәтенең яңынан-яңы серҙәрен сисергә булышлыҡ итте, уның алдында яңы киңлектәр асты. Халыҡ тарихы, этнография менән ҡыҙыҡһыныу уны башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыуҙа айырым ырыу-ҡәүемдәргә, тарихи-этнографик зоналарға хас локаль үҙенсәлектәрҙең тәбиғәтен асыҡлауға алып килде. Был иһә, халыҡ араһына сығып, фольклор ҡомартҡылары йыйғанда ла, төрлө төбәктәрҙә һәм төрлө ваҡытта яҙып алынған йыр-көйҙәрҙе асыҡлаған саҡта ла, сағыштырма ысул ҡулланып, хаталаныуға юл ҡуймайынса эш итергә мөмкинлек бирә. Йырҙы башҡарыу манераһында, мәҫәлән, көньяҡ-көнбайыш башҡорттарында хикәйәләү элементы өҫтөнлөк итһә, көньяҡ-көнсығышта һуҙыңҡырап, биҙәкләп йырлау хаc. Ә инде Ҡурған өлкәһендә йәшәүсе ялан-ҡатайҙар башҡарыуында йыш ҡына оҙон көйлө йырҙың һәр строфаһында беренсе, өсөнсө юлдарҙы, хатта ҡайһы берҙә һәр бер юлды һуҙып, "Э-э-эй" тип башлау киң таралған. 1983 йылдың июлендә экспедиция ваҡытында Ҡурған өлкәһе Сафакүл районының Оло Солтан ауылында талантлы йырсы Хәлит Сабит улы Асҡаровтан яҙып алынған "Низаметдин" тигән йырҙың бер строфаһы бына нисегерәк йырлана:
Э-эй, Ҡара (й) ғына (у) диңгеҙ
уртаһында (й)
Эй-эй, ҡаҙ бәпкәһе (й) микән ҡағынған.
Э-эй, сәғәт кенә һайын, минут һайын
Э-эй, ата-инәһе микән һағынған.

Рәшит ШӘКҮР,
Салауат Юлаев исемендәге
дәүләт премияһы лауреаты.

(Аҙағы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 052

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 576

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 776

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 602

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 458

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 510

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 669

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 406

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571