Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иманға эңер төшмәҫ
Иманға эңер төшмәҫ
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры Өфөлә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ике тамаша күрһәтте. Улар — Рәлиф Кинйәбаевтың "Ҡарауыл! Ҡәйнәмде урлағандар" комедияһы менән Наил Ғәйетбайҙың "Эңер төшкәндә" драмаһы буйынса ҡуйылған спектаклдәр.
Был мәҡәләлә ошо ике тамашаның һуңғыһы хаҡында хәбәр йөрөтмәксебеҙ.

Наил Ғәйетбайҙы беҙ, нигеҙҙә, комедиограф тип беләбеҙ. Ысынлап та, уның Башҡортостан һәм Татарстан театрҙарында ҡуйылған иллеләп пьесаһының бер нисәүһе — комедия.
Драматург ижадының тәүге осоронда драма һәм трагедияны күберәк яҙҙы. Аҙаҡ тулыһынса комедия ижад итеүгә күсте, шуға ла уның ҡәләменән ҡапыл драма әҫәре барлыҡҡа килеүе сәйер ҙә, ҡыҙыҡлы ла. Драмаға тотоноуының сәбәбен әҙип былай тип аңлата:
— 2012 йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Хәмзә хәҙрәт Ғәлләмовтың тәҡдимен хуплап, "Иман нуры" девизы менән дини темаға яҙылған пьесалар конкурсы иғлан итте. Мин унда ҡатнашырға йыйынмай ҙа инем. Әммә бер көндө театрҙың әҙәбиәт бүлеге етәксеһе Рәмилә Йәһүҙина шылтырата: "Наил Әсғәтович, конкурсҡа 40-тан ашыу пьеса килде. Әммә күңелгә ятҡаны юҡ, әллә һеҙ ҙә ҡатнашаһығыҙмы?" – ти. Комедия яҙып ултыра инем, уны ситкә ҡуйып, ошо драмаға тотондом. Жюри уны еңеүсе тип тапты. Әммә әҫәр ни сәбәптәндер академтеатрҙа ҡуйылманы, ә бына Сибай театры тиҙ арала сәхнәләштерҙе.
Был әҫәрҙә мулла халыҡты рухи афәттән ҡотҡарыусы шәхес булараҡ кәүҙәләндерелә. Урындағы етәкселек ауыл уртаһында күңел асыу комплексын (казино, төнгө клуб, бар һ.б.) төҙөүҙе хәстәрләп йөрөй, ә инде дин әһеле, бының кире яҡтарын күҙаллап, ҡаршы сыға. Төҙөлөштө туҡтатыу өсөн ул үҙәк гәзиткә мәҡәлә лә яҙа. Әлбиттә, был ҡылығы өсөн етәкселек мулланың башынан һыйпап ҡуймай. Хатта ауылдан ҡыуыу менән дә янайҙар. Хоҙайға ышаныу, шулай уҡ Наҙгөл исемле һылыуға ҡарата мөхәббәте уға бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә.
Заманыбыҙҙың көнүҙәк мәсьәләһен күтәргән "Эңер төшкәндә" драмаһы тамашасыларҙың күңеленә хуш килде. Был көндә "Иман нуры" конкурсын ойоштороусы Хәмзә хажи Ғәлләмов, пьесаның авторын сәхнәгә саҡырып, 100 мең һумлыҡ премия тапшырҙы.
— Халыҡта дингә ҡарата иғтибарҙы арттырыу маҡсатынан ошо ижади бәйгене иғлан иткәйнем, — тине Хәмзә Искәндәр улы, — Наил Ғәйетбайҙың тәрән мәғәнәле был әҫәре ышанысымды аҡланы. Киләсәктә әллә күпме кеше "Эңер төшкәндә" драмаһын ҡарап, изгелек төшөнсәләре хаҡында уйланыр тигән өмөттәмен.
Замандашыбыҙ Хәмзә хажи Ғәлләмовтың башҡарған был изге эше хуплауға лайыҡ. Кешелектең рухи сәләмәтлеген хәстәрләп йәшәгән шәхестәребеҙ барҙа иманыбыҙға эңер төшмәҫ.
Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республикабыҙҙың М. Аҡмулла исемендәге премияһы лауреаты, күренекле драматург Наил Ғәйетбаев – ысынлап та, драматургия өлкәһендә эшләүсе иң талантлы әҙиптәрҙең береһе. Ул — сәхнә ҡанундарын тулыһынса үҙләштергән, артистарҙы яратып, режиссерға тулыһынса ышанып һәм кәңәшләшеп эшләй белгән, пьесаларҙы “ҡойоп ҡуйыусы” ҙур оҫта. Ниндәй генә жанрҙа яҙылһа ла — комедиямы ул, драма, трагедия, йә булмаһа музыкаль новелла, балалар өсөн әкиәтме — Наил Ғәйетбаевтың әҫәрҙәре сәхнәнән төшмәй. Башҡортостан театрҙарынан тыш, уның пьесаларын Рәсәй һәм сит илдәрҙең абруйлы сәхнәләрендә лә бик теләп ҡуялар. Бөгөн драматургтың илленән артыҡ сәхнә әҫәре яҙылып, шуның ҡырҡ һигеҙе театрҙарҙа ҡуйылған. “Аты барҙың — дәрте бар”, “Иреңде миңә һат”, “Ғашиҡтар көнө”, “Әстәғәфирулла” тигән уңышлы барған бер нисә спектаклен иҫкә алыу ҙа драматургтың ижади багажының ни тиклем һәлмәк икәнлеген күрһәтә.
Әҙип республиканың Мәҙәниәт министрлығында эшләгән дәүерендә ижади эшмәкәрлеге менән бер рәттән аҡыллы етәксе икәнлеген дә күрһәтте. Ошо киң ҡоласлы эшмәкәрлеге бөгөн уны Яҙыусылар союзына рәйеслеккә тәҡдим итергә ерлек бирә лә инде. Ошо уңайҙан Наил Әсғәт улының фекерен белештек.
— Ваҡытында Мәҙәниәт министрлығына эшкә килгәс, Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамблендә береһенең дә данлыҡлы исеме юҡлығына иғтибар иттем, — тине танылған драматург, — Баҡһаң, исемлеләр пенсияға китеп бөткән икән. Башҡа театр, филармонияларҙа ла шул уҡ хәл. Бик күп артист, режиссерҙарға халыҡ артисы исемен юллауға өлгәштек, йәштәргә күпләп маҡтаулы исем бирҙерттек. Яҙыусылар союзында ла шул уҡ хәл. “Халыҡ яҙыусыһы” исемен өс-дүрт кенә кеше йөрөтә. Илле-алтмыш йәшкә еткән әҙиптәрҙең күбеһенең “атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исеме лә юҡ. Бигерәк тә йәш быуынға иғтибарҙы көсәйтеү мотлаҡ. Бөгөн ижадта талантлы йәштәр юҡ кимәлендә. Был бит әҙәбиәттең киләсәге юҡ тигән һүҙ. Союз ошо эште рәткә һалырға бурыслы. Әҙиптәргә, бигерәк тә йәштәргә фатир, йорт төҙөү өсөн яҡындан ер бирҙерергә кәрәк. Баймаҡ районында Талҡаҫта яҙыусылар өсөн ижад йорто асыу мөмкинлеге бар. Китап сығарыуҙы рәткә һалыу мотлаҡ. Союзда аҡса табыу мәсьәләһен хәл итерҙәй шәхес эшләргә тейеш.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 650

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 536

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 749

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 381

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545