Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әгәр шағир бөгөн иҫән булһа...
Әгәр шағир бөгөн иҫән булһа...
Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, публицист, тәржемәсе Рәми Ғарипов арабыҙҙан ни бары 45 йәшендә китеп барҙы. Быйыл уға 82 йәш тулған булыр ине. Бәлки, был йәшкә етер ҙә ине, тик көслө рухлы шағир үҙе өсөн йәшәмәне, бер ҡасан да үҙен ҡайғыртманы, ә тик башҡорт халҡы, теле өсөн янды. Йәшәргә, эшләргә, яҙырға, әйтеп ҡалырға ашыҡты.
Әле үҙе беҙҙең арала булһа, йәштәргә күпме аҡыл өйрәтер, яңы ғына башлап торған шағир, яҙыусы, журналистарға кәңәштәре менән ярҙамлашыр, тағы ла әллә күпме шиғыр ижад итер ине. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн беҙ шағир менән ысынбарлыҡта түгел, ә ғүмере буйы алып барған көндәлектәре, шиғырҙары аша ғына яҡындан таныша, һөйләшә, фекер алыша алабыҙ.
Уны һағынып, кәңәштәренә, аҡыллы һүҙҙәренә һыуһағанда, беҙ Рәми менән һөйләшеп, әңгәмә ҡорорға баҙнат итеп ҡарарға булдыҡ. Яуаптарҙы уның үҫмер сағынан алып һуңғы көндәренә тиклем яҙған көндәлектәренән эҙләнек.


— Рәми ағай, Һеҙҙе тура һүҙле булғанығыҙ, ярып һалып әйткәнегеҙ өсөн күптәр яратманы, хатта күрә алманы, шиғырҙарығыҙҙы баҫтырманылар, аҡса, фатир бирмәй интектерҙеләр. Башҡорт телен күтәргән өсөн “милләтсе” мөһөрөн дә таҡтылар. Бындай туралыҡ Һеҙҙә тыумыштанмы?
— Ысынлап та, йәшереп тороуҙы яратманым. Сөнки ни эшләтәһең – ғәҙәт инде. Беҙҙең яҡтағы ҡарттар ҙа “Сирен йәшергән – ауырымай үлгән”, ти бит. Аҡыллы ҡарттар улар. Тура әйтеү ғәҙәт ине беҙҙең яҡта. Шуға ла мин тура һүҙле булдым.
— Шул туралыҡ өсөн Һеҙгә йәшәү бик ауырға тура килде бит. Бәлки, бер аҙ тыйылырға кәрәк булғандыр?
— Эйе, туралығым күптәргә оҡшаманы, улар юлыма кәртә ҡуйып торҙо. Тик ауырлыҡһыҙ йәшәүҙең ни ҡыҙығы бар? Кеше булғас, көрәшергә, еңергә тейешһең һин. Шулай булмағанда һин бит паразит тигән иң ерәнгес исемдең хужаһы, нәҡ хужаһы буласаҡһың. Беҙҙең яҡта бындай кешене “күҙле бүкән”, “утын” тип йөрөтәләр.
— Бик күптәребеҙ бөгөн ауырлыҡтарҙан ҡурҡа, уларҙы үткәрә белмәй. Был саҡта һуң ни эшләргә, тормош кәртәләрен нисек еңеп сығырға?
— Ни эшләргәме? Көрәшергә, ҡоралды ташламаҫҡа кәрәк.
— Ә нисек һуң көрәшсе булырға?
— Көрәшсе булып йәшәргә теләйһең икән, һин әхлаҡи яҡтан үҫеү менән бергә физик йәһәттән дә сынығырға тейешһең. Тормоштоң ысын кешеләре шулай иткән.
— Һеҙ һуңғы көнөгөҙгә тиклем көрәштегеҙ, яндығыҙ, ауыр саҡтарҙа ла үҙегеҙҙе ҡулға ала белдегеҙ. Кемдән өйрәндегеҙ көрәшсе булырға?
— Тормош үҙе өйрәтте, тип әйткәндә, мин яңылышмаған булырмын.
— Ошо һүҙҙәрҙе әйткәндә Һеҙгә ни бары 17 йәш булған. Тормош тураһында һөйләү өсөн бик иртә түгелме?
— Биш йәшлек саҡта уҡ тормошто күреү ҡоралын табып алдым.
— Ниндәй ҡорал ул?
— Ул — минең тоғро юлдашым, кәңәшсем һәм дуҫым – китап!
Китап һөй һин, ярат уны,
Юлдашың ит, ялғанламаҫ,
Тура илтер ул
Һәр көнөңдө
Яҡты нурға биҙәр,
Күҙең асыр,
Һиңә бирер юл!
Эйе, ысынтап та,
Иң-иң тоғро
Изге юлдаш булыр ул һиңә.

— Ә тормошто күрергә өйрәнеү өсөн ниндәй китаптар уҡырға кәрәк?
— Тыңла: китаптарҙың төрлөһөн уҡырға кәрәк.
— Ҡыҙыҡ түгелендәме?
— Эйе, ҡыҙыҡ түгелен дә. Сөнки күптәр уны ҡыҙыҡ өсөн генә уҡый. Был уҡымау менән бер. Китап менән һөйләшә, йәшәй бел. Тағы ла уҡылғандарыңа үҙеңдең тәнҡитле ҡарашың булыуы кәрәк. Шулай итмәһәң – һуҡыр рәүештә уҡыйһың тигән һүҙ.
— Аңлашылды. Йәшәү мәғәнәһе тураһында ла күп уйланыла. Шуның хаҡында ла әйтеп китһәгеҙ ине.
— Йәшәү ҡыҙыҡлы һәм мәғәнәле булһын өсөн һәр кем үҙ юлын һайларға тейеш.
— Һеҙҙең йәшәү мәғәнәһе, маҡсатығыҙ нимә булды?
— Минең халҡым бар, уның ауыр, ҡатмарлы тарихы, яулап алған хоҡуҡтары, киләсәге бар. Мин уның ошо хоҡуҡтарҙы тулыһынса файҙаланыуын, бер кемдең дә уға бысраҡ ҡулын һуҙмауын, бер кемдең дә уны мыҫҡылламауын, һәм уның үҙ шағирҙарының биш йылда ике табаҡлыҡ китап сығарырға зар-интизар булып йөрөмәүен генә теләнем. Һәм ул китап үҙ халҡыма барып етһен, иң ғәҙел хөкөмдө мин уның ауыҙынан ишетһәм ине. Бөтә теләгем шул ғына булды. Шул теләгем изге булған өсөн генә мин ямаулы салбар кейеп, аслы-туҡлы йөрөнөм, балаларымды, ҡатынымды интектерҙем... Шул маҡсат өсөн генә һигеҙ йыл төрлө кешенең утын һарайында, юлаусылар йортонда, ҡунаҡханаларҙа йәшәнем, выжданыма, намыҫыма ҡаршы төшөп, аҡса өсөн бер генә юл да яҙа алманым. Башҡа халыҡтарҙы үҙ халҡым кеүек үк күргән өсөн мин уларҙың шиғырҙарын үҙ телемә тәржемә иттем. Кәрәк булғас, шул халҡымдың киләсәге өсөн ҡорбан булыу миңә бер ни булманы.
— Һеҙ әле лә беҙҙең арала булһағыҙ...
— Ғүмерем зая уҙманы, иптәштәр. Иртә китте, тормошо ауыр булды, тип тә йәлләргә кәрәкмәй мине. Үҙ ҡулдарым менән һыҡмайынса ла шартлар ине был йөрәк. Тик шартлағансы, күп булмаһа ла, өлгөрҙөм – бөтәһен дә татып, үҙ һүҙемде әйтеп киттем. Һеҙҙең ғүмерегеҙ ҙә “Тыуҙым, ғазапландым, киттем” генә булмаһын. Тыуғас, көйөн дә, һөй ҙә, һөйөл дә – һәм үҙеңдән һуң һинең төҫөңдө һаҡлаған емештәрең дә сәселеп ҡалһын. Ҡасып китһәң дә, сәсеп кит! Йәнең менән дә, тәнең менән дә!
Беҙҙән һуң көслөрәк, баҙығыраҡ, матурыраҡ быуындар килеренә ышанып йәшәнем.

— Ғүмерегеҙ юҡҡа үтмәне. Һүҙҙәрегеҙ, эштәрегеҙ беҙҙең өсөн маяҡ булып тора. Фани донъяла Һеҙҙең менән осрашмаһаҡ та, шиғырҙарығыҙ, яҙмаларығыҙ Һеҙҙең өсөн һөйләй. Бөгөн беҙҙең арала булмаһағыҙ ҙа, йөрәгебеҙҙә йәшәйһегеҙ. Башҡорт халҡы тере, тимәк, Һеҙ ҙә тере. Исемегеҙ үлемһеҙ. Рәхмәт, Рәми ағай, барыһы өсөн дә рәхмәт!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 676

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 044

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 566

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 769

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 594

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 449

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 406

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 661

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 400

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566