Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бер моң биләй күңелемде
Бер моң биләй күңелемде Моңло ҡәләм

Моң тәлгәше, моңло ҡәләм,
Һыҙғыслама ҡылыс, әләм,
Һыҙғыслаһаң, һыҙғысла тик
Кеше күңеленән сәләм.

Ябай ғына хәстәрҙәрҙән
Донъя ҡора ерҙә әҙәм.
Ә һин һаман һыҙғыслайһың
Яу яланы, аттар, әләм.

Һуң һин нимә таптыраһың,
“Алға!” — тиеп саҡыраһың.
Ҡаурый осоң ҡарағамы,
Ҡанға мәллә батыраһың.

Батыраһың, бул, тип, батыр,
Һис ҡасан, тип, булма бахыр!
Өмөткә һәм ышанысҡа,
Изгелеккә, тиһең, саҡыр.

Һыя һиңә, моңло ҡәләм,
Шатлыҡтарым, ҡайғым-бәләм…
Һин ҡағыҙға төртөлгәндә
Тертләп китә барса ғәләм.

* * *

Эй, тәбиғәт!
Сабый күҙе менән
Заман ағымына баға ул.
Гүйә, борондарҙан килгән йәмде
Һаҡлау өсөн ҡалған бағауыл,
Тертләп торған йөрәккәйен аса,
Тетрәндерә уйлы күңелде,
Күҙгә ҡарай:
“Ҡартлас кешелек, һин
Миңә бер ҙә туған түгелме?”

Ҡырым иле

Бына тағы Ҡырым иле
Билдәрендә - ҡылыс ҡыны.
Ҡара диңгеҙ, ярҙарыңа
Яҡынайҙы һуғыш тыны.

Ҡара диңгеҙ, күпме яуҙар
Килгән-киткән Ҡырымыңа?
Һаҡла уны ҡырылыуҙан,
Сорна берәй ырымыңа.

Унда минең Айыу тауым,
Унда серле Баҡсаһарай,
Пушкин йөрөгән Гурзуф ярын,
Адалар ҡаяһын йыуып,
Сал тулҡының сәсен тарай...

Ҡара диңгеҙ,
Тап берәй көс,
Украина йыймаһын үс.
Бор кирегә һуғыш тынын,
Тынысландыр ҡылыс сыңын!

Рухым

Рухым, һин бит миңә борондарҙан
Мираҫ булып ҡалған ҡомартҡы.
Тәрән даръялай һин,
Төпһөҙ күктәй,
Миһырбанлыҡ та һин,
Йомартлыҡ.

Уҫаллыҡ юҡ һиндә.
Бар ҡәтғилек,
Халҡыма хас ныҡлы ихтыяр.
Сал бөркөттәй бейектән ос, рухым,
Ваҡлыҡтарға итмәй иғтибар.

Һиндә – үткәндәрҙең өмөттәре,
Һиндә – дәүерҙәрҙең һағышы.
Рухым, һин бит
Күпме быуаттарҙың
Йөрәгемә ҡаҡҡан тауышы.

Йыһан йыры

Бөйөк бер моң биләй күңелемде,
Сикһеҙ тулҡын иле,
Олуғ көс.
Ошо көйҙән донъя яңырғандыр,
Урал ергә тере һыу бөрккәс...

Был тәрәнлек,
Был бейеклек хисе
Бер Хоҙайҙан ергә таралған.
Уттан, һыуҙан Һомай ҡосағында
Ул мөхәббәт өсөн яралған!

Сылтыр шишмә, йылға
тулҡындары,
Оло даръяларҙың тын зары,
Сың-сың бейеп төшкән ҡар
бөртөгө –
Бәҫ һырыған ағас һындары...

Ул көйҙә бар мәғрур тауҙар тыны,
Көрт аҫтында сәскә һулышы,
Бөжәк безелдәүе, яҙғы елдә
Шартлап тирткән бөрө тауышы...

Ат кешнәүе, йәшен йәшнәүеме,
Яңы тыуған бала илауы,
Доға мәҡәменә иҙерәп ҡалған
Донъяларҙа тынлыҡ тулғауы -

Бөтәһе бар унда!
Йыһан йыры
Һәр бер күҙәнәккә тулышҡан...
Бөйөк көйсө!
Олуғ моңоң аша
Илһам алам һинең һулыштан!..

Ҡош юлының саңы

Һәр ҡайтыуың миңә бер дәүергә
торош.
Яңғыҙ ярты-яры үтте инде тормош.
Һин минеке генә, ә мин тик
һинеке...
Була алманы шул икең генә ике.
Күңел етемлеге, йөрәк буйҙаҡлығы,
Әллә ҡайҙа тартҡан йәндең
яйҙаҡлығы...
Һыбай осабыҙ беҙ һалҡын
тарафтарға.
Йыһан яңғыҙлығы – беҙҙең
ҡараштарҙа.
Диңгеҙҙәрҙең шауы, аҡсарлаҡтың
сыңы,
Йөҙгә һырҙар һалыр Мәңгелектең
тыны.
Йөрәктәрҙе яһап миһырбанлы, оло,
Йәнгә нурҙар һыҙыр Мәңгелектең
боло...
Осрашҡанда ҡапыл, йәнем, шунан
таны:
Яурынымдан ҡойолор
Ҡош юлының саңы!

Иң оҙон төндөң иртәһе

Бурандары бурай инде,
Оло юлдан урай инде,
Билдәһеҙлек юрай инде...
Иң оҙон төндөң иртәһе.

Көтмәнекме? Көттөк тылсым.
Һин бул усаҡ, утлы бул сым –
Һағыш тулы йәндә бул сың...
Иң оҙон төндөң иртәһе.

Кемдәр ҡалыр, кемдәр ҡалмаҫ,
Әйтеү ҡыйын – кем ни ҡылмаҫ.
Выжданыбыҙ булһын тылмас...
Иң оҙон төндөң иртәһе.

Йәнебеҙҙә яҡтыр, доға!
Йәйғорҙарҙан тарттыр дуға –
Аттарыбыҙ әҙер юлға...
Иң оҙон төндөң иртәһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 054

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 576

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 776

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 603

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 458

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 511

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 670

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 407

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571