Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Юмористарҙың ялғаны – ярым шаярыу ғына
Юмористарҙың ялғаны – ярым шаярыу ғына
Көлкө көнө алдынан Башҡортостан Яҙыусылар союзының сатира һәм юмор секцияһы етәксеһе, күренекле яҙыусы-сатирик һәм шағир, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Алеко Константинов исемендәге (Болгария) һәм Сергей Михалков исемендәге халыҡ-ара премиялар лауреаты Марсель СӘЛИМОВ (Мар. СӘЛИМ) менән осрашып, уның менән етди вә шаян әңгәмә ҡороп алдыҡ.

– Мәғлүм булыуынса, үткән йыл аҙағында Мәскәүҙә урыҫ телендә “Заманы ниндәй – көлкөһө шундай” тигән китабығыҙ донъя күрҙе. “Российский писатель”, “Литературная газета” һ.б. үҙәк матбуғат сараларында уның тураһында ыңғай рецензиялар баҫылды. Халыҡ-ара Интернациональ яҙыусылар союзы сайтында ошондай һүҙҙәр ҙә бар: “Марсель Сәлимовтың яңы китабын һис арттырмайынса хәҙерге сатираның сағыу күренеше тип әйтергә мөмкин”. Әле бына был китабығыҙ “Ватан журналистикаһының алтын китап кәштәһе”нән урын алды – Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе булдығыҙ. Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Всеволод Богданов лауреат дипломын тапшырғанда, ижадығыҙҙы юғары баһалап, һеҙҙе хәҙерге заман Рәсәй халыҡтары әҙәбиәтенең иң сағыу һәм талантлы вәкилдәренең береһе тип атаны. Ошо яңы китабығыҙ хаҡында һөйләгеҙ әле.
– Уратып-суратып тормайым, тураһын әйтәм: һуңғы ваҡытта мин бик ныҡ боҙолоп киттем. Тирә-йүндәге бөтә нәмәнән ҡәнәғәт булып, йыуаш юморист ҡиәфәтендә мыйыҡ аҫтынан йылмайып ҡына йөрөйһө урынға, ғәләмәт уҫал сатирикка әйләндем. Осло ҡәләм осона илебеҙҙәге ҡомһоҙ байҙарҙы, ҡанһыҙ түрәләрҙе, башһыҙ башлыҡтарҙы ғына элеп ҡалманым, хатта Олимп тауҙарына менеп, ерҙәге ғәҙелһеҙлеккә күҙ йомоп ҡараған аллаларға ла сатира уҡтарын осорҙом. Һөҙөмтәлә бөгөнгө тормошҡа, ижтимағи сәйәсәткә ҡағылышлы сатирик шиғырҙар, замана мәҫәлдәре тыуҙы. Урыҫ шағирҙары Николай Переяслов, Иван Тертычный, Александр Филиппов, Роберт Паль, Леонид Соколов һ.б. тәржемә иткән шиғри әҫәрҙәрем Мәскәү баҫмаларында донъя күрҙе. Уҡыусылар уларҙы йылы ҡабул итте. Ҡайһы бер шиғырҙарым хатта Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге бәйгеләрҙә ҡатнашып, авторға ла, тәржемәселәргә лә лауреат исемен “яулап бирҙе”. Ана шундай сатирик һәм публицистик әҫәрҙәремде туплап, аҡыллы ағай-эненең кәңәшен тотоп, Мәскәүҙә китап итеп сығарҙым.
– Уның артҡы тышлығында Рәсәй әҙәбиәте классигы Сергей Михалковтың "Күренекле башҡорт яҙыусыһы, сағыу сатирик Марсель Сәлимовтың көлөүе һәр ваҡыт социаль яңғыраш таба, сөнки уның геройҙары халыҡ тормошонан алынған" тигән һүҙҙәре килтерелгән. Был, ысынлап та, шулай. Һеҙ — һәр ваҡыт кешеләр араһында. Бихисап йәмәғәт эштәре алып бараһығыҙ: Башҡортостандың журналистика ветерандары берекмәһе рәйесе, республика Ветерандар советы Президиумы ағзаһы, Башҡортостан Журналистар союзы һәм Яҙыусылар союзы идаралары ағзаһы, Рәсәй Журналистар союзының Федератив советы ағзаһы… Былар бөтәһе һеҙҙең ижади эшегеҙгә ҡамасауламаймы?
– "Киреһенсә, ярҙам итә!.." тиһәм, ҡайһы бер ҡәләмдәш дуҫтарым мине, бәлки, алйот тип уйлар. Ә һин улай уйлама, йәме. Уйлаһаң да, юморист бабай шаярта, тип кенә уйла.
– Беренсенән, һеҙ әле бабай түгел, егеттәргә алыштырғыһыҙ…
– Һай, рәхмәт, яңынан 65 йәшкә йәшәреп киткәндәй булдым! Ә икенсенән?
– Икенсенән, мин һеҙҙең һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары өсөн ойошторолған саралар үҙәгендә ҡайнап йөрөгәнегеҙҙе йыш күрәм. Үҙебеҙҙең республикала ғына түгел, Татарстанда ла, Свердловск өлкәһендә лә ялҡынлы шиғырҙарығыҙ менән ветерандарҙың мөхәббәтен яуланығыҙ.
– Әбейҙәр мөхәббәтенме?
– Буласаҡ әбейҙәр ҙә һеҙҙе,... йәғни ижадығыҙҙы ярата.
– Булыр-булыр. Сөнки мин үҙем дә буласаҡ әбейҙәрҙе, йәғни ҡыҙҙарҙы…
– Һеҙ тағы ла ялғанларға,... йәғни шаяртырға самалайһығыҙ, буғай, юморист ағай. Ләкин юҡҡа ғына! Әбейҙәрҙе, бабайҙарҙы, ғөмүмән, өлкән кешеләрҙе нисек хөрмәт итеүегеҙ, яҡын күреүегеҙ, уларҙы яҡлауығыҙ тураһында шиғырҙарығыҙ һөйләп тора. Бына, мәҫәлән, Рәсәй ветерандары исеменән яҙылған “Буш ҡайтарып бирегеҙ!” тигән шиғырығыҙ. Ул “Ветеран Башкортостана” гәзитендә баҫылып сыҡҡас, редакцияға бик күп хат килде. Оло йәштәге уҡыусыларыбыҙ авторға ғына түгел, редакцияға ла рәхмәттәрен яуҙырҙы.
– Әйткәндәй, был шиғыр Мәскәүҙә, ғөмүмән, илебеҙҙең төрлө төбәк баҫмаларында ла донъя күрҙе, уларҙың уҡыусыларына ла оҡшаған. Тик шуныһы: был шиғыр өсөн бер генә яңы бай ҙа, бур, жулик әфәнде лә миңә рәхмәт әйтмәне.
– Ә һеҙ шуға борсолаһығыҙмы?
– Юҡ. Сөнки үҙ геройҙарымдың холҡон яҡшы беләм:
Сатирикты бөтәһе лә
Һөйөп тормай арҡанан.
Күреү менән ҡурҡып ҡаса
Фәхишә, бур, наркоман.
Беҙҙе үлеп күрә алмай:
Шешә төбөн ялаусы,
Тыштан ялтыраҡ ялағай,
Аҫтан киҫеп ямаусы.
Телемде тыйырға итә
Түмәрләнгән түрә лә.
Тик уларға иҫем китмәй,
Халҡым булһа эргәлә.

– Сатирик геройҙарығыҙ араһында йәшәүе бик ҡыйын түгелме?
– Әллә ни рәхәт түгел, әлбиттә. Әммә геройҙарымдың эргәлә генә булыуына зарланмайым. Сатирик өсөн Рәсәйҙән дә шәп ил юҡ. Тирә-яҡта ни саҡлы тема – йәнең теләгәнен һайлап ал! Ә бит мин донъя йәмһеҙ булғанға күрә түгел, донъя йәмле булһын өсөн сатирик әҫәрҙәр яҙам.
– Һеҙ алдашаһығыҙмы?
– Алдашам. Йыл һайын мотлаҡ бер тапҡыр. Көлкө кисәһендә. Әйткәндәй, юмористар көлкө кисәһендә генә алдап һөйләй, сәйәсмәндәр һәр саҡ кәкре ҡайынға терәй. Ҡайһы берҙә кеше көлдөрөр өсөн дөрөҫлөктө әйтеү ҙә етә.
– "Билдән түбән" юморға нисек ҡарайһығыҙ?
– Баш эйеп ҡарамайым. Ҡайһы бер ҡәләмдәштәр юморҙы "билдән түбән" ерҙән эҙләй. Ундайҙар үҙҙәре лә, ижад киңлектәре лә ҡатын-ҡыҙ итәге радиусынан ары уҙмай, тимәк. Минең иһә эш башҡаса – юмор билдән юғары. Йөрәк, баш тирәһендә. Ҡайһы саҡ хатта баштан ашып китә, тип тә киҫәтә башлы башлыҡ ағайҙар.
– Түрәләрҙән ҡурҡаһығыҙмы?
– Минең өсөн иң ҡурҡыныс түрә кем икәнен беләһеңме һуң?
– Кем? Президентмы?
– Юҡ, бисә! Аҙ ғына ҡыйыш баҫһам да, шелтә сәпәргә генә тора. Шуға мин…
– Ярай, быныһы аңлашылды. Инде шуныһын әйтегеҙ: юғары дәрәжәле йәки ҡалын кеҫәле кешеләргә ярамһаҡланып яҙғанығыҙ булдымы?
– Үҙем дә аптырайым: ниңә шулайҙыр инде, был донъяла бер кемгә лә ярарға тырышмайым. Ижадымды һәм үҙемде белгәндәр мине, нисек булһам, шул килеш ярата. Һәм шуныһы ҡыҙыҡ: бер генә насар кеше лә минең хаҡта яҡшы һүҙ әйтмәй. Исмаһам, юрый ғына булһа ла. Юбилей уңайынан да хатта.
– Юбилей тигәндәй, Рәсәй Яҙыусылар союзы менән Журналистар союзы ла, Халыҡ-ара яҙыусылар союздары берекмәһе һәм башҡа ижади ойошмалар ҙа, һеҙҙе ҡотлап, ижадығыҙҙы юғары баһаланы. Габрово Юмор һәм сатира йорто директоры Татьяна Цанкова хатта былай тип яҙған: “Һеҙҙең 2013 йылдағы көнләштерерлек ижади уңыштарығыҙ беҙҙә һоҡланыу хистәре уята. “Заманы ниндәй – көлкөһө шундай” исемле яңы китабығыҙ менән ҡотлайбыҙ. “Кәмселектәргә ҡаршы алыш сатирикты сыныҡтыра, яуызлыҡҡа ҡаршы баҫып, һәр ваҡыт ул ныҡ тора”, тип бер ҙә юҡҡа яҙмағанһығыҙ. Юмористик һәм сатирик алымдар менән тормошобоҙҙо яҡшыртыу өсөн көрәш дауам итә, һәм был аяуһыҙ алышта сатира оҫталарының тырышлығы бушҡа ғына булмауына иманым камил”. Был ҡотлауҙарға ҡушылып, беҙ ҙә һеҙгә яңы ижади уңыштар теләйбеҙ.
– Сатираны аңлаған, уның йәмғиәттәге һәм тормоштағы әһәмиәтен дөрөҫ билдәләгән, сатириктарҙың ауыр һәм ҡәһәрле, хатта ҡурҡыныс хеҙмәтен лайыҡлы баһалаған кешеләргә рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ.
А. АБҘАҠОВ әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 679

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 050

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 574

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 774

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 600

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 455

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 509

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 413

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 667

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 405

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 570