Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бөтәбеҙгә бер Ер шары
Бөтәбеҙгә бер Ер шары
Күптән түгел Лира-Әхмәт Яҡшыбаеваның Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә донъя күргән “Бөтәбеҙгә бер Ер шары” исемле повестар йыйынтығын ҡулыбыҙға алыу бәхете тейҙе.

Йыйынтыҡҡа ингән һәр бер әҫәр — “Зиләйлүк”, “Бәхетең үҙең менән”, “Вәрәҙекүл аҡсарлағы”, “Һынауҙарҙан туҡылған яҙмыш”, “Ырыҫлытау ыласыны” повестарын экология, илһөйәрлек темаһы берләштерә. Тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш, мөхәббәт “Бөтәбеҙгә бер Ер шары” повесының сюжетына һалынған. Бында әҫәрҙең төп геройҙары Рафиҡ менән Линара аша үҙ ерен ҡурсалаусы, һаҡлаусы, тәбиғәткә, тыуған иленә ҡарата бөтмәҫ-төкәнмәҫ мөхәббәт тойғоһо кисереүсе, бөтәбеҙ өсөн дә уртаҡ булған Ер шарының киләсәге өсөн көрәшеүсе заман геройҙарын, ғалимдарын кәүҙәләндерә. Бөгөн нәҡ ошондай Мөғинов кеүек кешеләргә зар-интизар түгелме ни илебеҙ? Мәҫәлән, әҫәрҙә Рафиҡтың уй-кисерештәрен сағылдырған ошондай юлдар бар: “Экологик этиканы һаҡлағанда, Ер планетаһының миллиард йылдар дауамына етерҙәй көс-ҡеүәте, шулай уҡ, аҡыл менән файҙаланғанда, миллиардлаған кешегә етерҙәй ҡулланыу сеймалы, ризыҡландырыу мөмкинлеге барлығын иҫбатларға йыйына ул. “Тиҙҙән — ахырызаман. Ерҙә тормош бөтәсәк”, — тип әҙәм аңын томаларға тырышҡан шарлатан аферистарҙың, дәлилдәр менән раҫланмаған хәбәр һөйләгән скептиктарҙың, урынһыҙ сәбәләнеүсе буш ҡыуыҡтарҙың өнөн тығырға теләй ул. Уларса, йәнәһе, йәһәннәмгә әйләнәсәк Ер шарын ниңә һаҡлап ыҙаланырға? Форсат барҙа типтереп йәшәп ҡалырға! Беҙҙән һуң, әйҙә, ерҙең аҫты-өҫкә әйләнеп, зил-зибәр ҡупһын, туфан баҫһын. Рафиҡтың ене һөймәй шундайҙарҙы. Әҙме ни беҙҙең арала демагогтар?” Уның симпозиумдағы сығышында бөгөнгө мөһим экологик мәсьәләләр яҡтыртыла: “...Бөгөн тәбиғәт ҡырыҫланды, Ер шары ярһый, иламһырай. Балаһынан мәрхәмәт көткән әсәләй аҙарына Ер планетаһы, быны һәр кем тоя, — тине ул тулҡынланып. – Бәлки, шуғалыр ҙа әле бер, әле икенсе урында ҡурҡыныс ғәрәсәттәр ҡуба. Боронғо дин әһелдәренән, аҡыл эйәләренән килгән инаныу бар: ҡайҙа боҙоҡлоҡ, аҙғынлыҡ – шунда экологик һәләкәт.
...Тәбиғәткә вәхшиҙәрсә, ҡомһоҙ ҡараш, геноцид, артыҡ нәфсе – шулай уҡ кешелек донъяһын һәләкәткә илтеүсе факторҙар. Шуны белә тороп, беҙҙән миһырбанлыҡ, шәфҡәт көткән планетабыҙҙы һаҡларға ашыҡмайбыҙ. Профессор Хантингтон фекере менән килешәм, бөгөн Ер шарын һаҡлап ҡалыуҙа дин төп көс булып тора. Һыу ҡәҙере шишмә ҡороғас беленә, ти. Әлегә һуң түгел, шөкөр, планетабыҙ имен. Ер-әсәбеҙҙе фажиғәләрҙән һаҡлар өсөн бөтә донъя халҡы берләшәйек”.
Ғөмүмән, был китаптағы һәр әҫәр экология темаһы менән һуғарылған. “Зиләйлүк” повесында күңелдәре менән тәбиғәт телен һиҙә, тоя белгән фермер Зиләйлүк менән умартасы Ишморат, ҡаршылыҡтарҙы еңеп, үҙ бәхеттәрен табыуға өлгәшә. Тәбиғәткә мәрхәмәтһеҙ булғандар ҙа үҙ язаһын алмай ҡалмай. Мәҫәлән, “Вәрәҙекүл аҡсарлағы” повесында күлдең изге ҡоштары булып һаналған аҡсарлаҡ йомортҡаларына тейеп, уларҙың ҡарғышын алған Тутыяның яҙмышы ла тәүбә итерлек. Етем ҡалған Фахразый ошо күлдең аҡсарлаҡтар тоҡомон һаҡлап ҡала. Аҡсарлаҡтар рәхмәте уны ғүмер буйы бәлә-ҡазанан ҡурсалай, һаҡлай.
Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау — борон-борондан килгән изге йола. Йәшәү сығанағы — һыуға ҡарата ата-бабаларыбыҙҙың мөнәсәбәте лә әҫәрҙә сағылыш тапҡан. “Шишмә башын Әүлиәләр урыны тип тә йөрөткәндәр. Һыуы шифалы тип, барлыҡ тирә-яҡ халҡы килеп Ҡаранйылғанан һыу алып ҡайта торған булған. Йәйен, ҡышын ап-аҡ таштар араһынан урғылған шишмәнең шифалы һыуы көмөштәй ялтырап ятһын өсөн, борон замандарҙан ҡалған ғәҙәт буйынса, йылдың-йылы ауыл халҡы күмәкләп сығып, таштарҙың сайын, ләмен селек һепертке менән һепереп, йыуып, таҙартып торған. Йәм-йәшел келәм кеүек түшәлгән бәпкә үләнле ярҙарында һис ҡасан сүп-сарҙың әҫәре булмаған”. Күренекле шәхестең булмышы атаһы Ғиниәт һөйләгән “Аласабыр” хикәйәтендәге ат менән оҡшаш булыуына баҫым яһай автор. Бәйгеләрҙә ал бирмәгән Аласабыр кеүек “ул да йыйындарҙа, ҡөҙрәтен йоҙроҡҡа төйнәп, туған телен ҡеүәтләп, сәсән теле, ғилемлеге менән барыһын да арбап, дуҫлыҡ күперҙәре һалып йөрөп ҡайта”. Шулай ҙа ул хужа ихтыярына буйһонған Аласабыр түгел, үҙ фекере, хеҙмәте бөтә төрки телле ғалимдар араһында танылыу тапҡан профессор.
“Ырыҫлытау ыласыны” повесында кеше менән тәбиғәт араһындағы бәйләнеш әҫәр аҙағынаса оҙата бара. Туғыҙынсы класс уҡыусыһы Рамаҙандың тормошо еңелдән булмай. Ул олатаһының Ырыҫлытау ыласындарының холоҡ-фиғеле, йәшәү рәүеше тураһында һөйләүен мәңгелеккә иҫендә ҡалдыра. Ошо ҡоштарҙан фәһем алып, сыҙамлы булып, ҡыйынлыҡтарға бирешмәй йәшәргә тырыша ул. “Алма ағасынан алыҫ төшмәй”, тиһәләр ҙә, олатаһы әйтмешләй, “Бер ишандан – бер нишан, бер нишандан бер ишан тыуған”. Һәр кемдең киләсәге үҙ ҡулында, ата-әсәһе ниндәй — балаһы ла шундай буласаҡ тимәгән, тип Рамаҙан үҙенсә йәшәргә ҡарар итә. Был әҫәрҙә ерҙең мөғжизәһе тупраҡ тураһында ошондай юлдар бар: “Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ, ҡап-ҡара тупраҡта ниҙәр генә үҫмәй. Баллыһы ла, әсеһе лә, сөсөһө лә — ерҙән, шул ҡара тупраҡтан. Ә сәскәләрҙең төҫтәренә ҡарағыҙ, ниндәйе генә юҡ. Мең төрлө. Ғөмүмән, барлыҡ ниғмәт, барлыҡ гүзәллек, ризығыбыҙ ерҙән, ҡара тупраҡтан”. Ошо тупраҡта ең һыҙғанып эшләүсе, яҡшынан үрнәк, ямандан ғибрәт алып йәшәгән Иҙел менән Рамаҙан Ырыҫлытау ыласындарына юҡҡа тиңләнмәй.
Әйткәндәй, йыл башында Бөрйән районының үҙәк китапханаһында “Бөтәбеҙгә бер Ер шары” повесы буйынса әҙәби кисә үткәйне. Сараны район китапханаһы хеҙмәткәре Фәриҙә Айытбаева ойошторҙо. Ул кисәгә повестың авторы, әҙибә Лира-Әхмәт Яҡшыбаева ла саҡырылды. Сара бик йылы, йәнле булды. Әҙибәнең хаҡ мосолман үтәй торған фарыз ғәмәлдәренең береһен — хаж ғәмәлен үтәп ҡайтҡан ваҡыты ине. Шуға күрә был сәфәр хаҡында беҙҙең өсөн әһәмиәтлерәк мәғлүмәттәрен еткерергә тырышты. Мосолман илдәренең тау-таш араһында, сүллектә лә ҡалалар төҙөп, Хоҙай бирмеш бәрәкәт эсендә йәшәүе, эсәр һыуҙың алтынға бәрәбәр икәнлеген төптән аңлаған халыҡтар барлығына тағы ла бер инанып ҡайтыуы хаҡында бәйән иткәйне. Был хаҡта матбуғат биттәрендә лә уның яҙмалары донъя күрҙе. Аҙаҡ нәшер ителгән “Аллаһ йортонда ҡунаҡта” китабында хажиә яҙмалары, хаҡ динебеҙ, мосолман әҙәбенә ҡағылышлы иман, әҙәп, тәүфиҡ хаҡында яҙылған мәҡәләләре, хикәйәләре донъя күрҙе. Бында ла, нигеҙҙә, тәүфиҡ, иман, экология темаһы урын алған. Аллаһы Тәғәләбеҙҙең кешелек донъяһына биргән иң ҙур хазинаһы булараҡ автор һыуға һаҡсыл мөнәсәбәттә булырға саҡыра.
Лира Әхмәт-Яҡшыбаева, әҙәбиәткә һуңлабыраҡ килһә лә, әллә күпме уҡымлы, үҙенсәлекле әҫәрҙәр ижад итеүе менән үҙ уҡыусыһын тапты. Тәүҙәрәк баҫылған “Һылыу ҡарағас”, “Исемем Салауат булһын” китаптары ла тормошсан булыуы менән халыҡ күңелен яуланы. Халҡыбыҙҙың олуғ шәхестәре, арҙаҡлы дин әһелдәре, әүлиәләре тураһында яҙған “Мөжәүир хәҙрәт”, “Табын иле изгеләре”, “Ғабдулла Сәйеди”, “Һынауҙарҙан туҡылған яҙмыш” китаптары халыҡ араһында киң танылыу алды.
Айнабад АҠЫЕВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 649

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 535

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 748

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 381

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545