Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
-Ҡулдары тартышҡыр, бөгәсә һарайымдан аҡтыҡ һарығымды алып сыҡҡандар. Тамаҡтарына арҡыры торһон!
Иртән һәш тә һәш килеп һыйырҙарын көтөүгә ҡыуған бисә-сәсәгә Шәмсинур әбейҙең тәүге һүҙе шул булды. Тегеләренә был етә ҡалды. Кемеһелер, ай аллаҡайым, тип усын ботона шапылдата һуҡты, икенселәре ҡасандыр шундай уҡ ҡазаға тарыуын иҫенә төшөрҙө, уғрыларҙы эттән алып беткә һалып һүкте.
– Берәүҙең эсен тиште инде.
– Ҡуй инде, ҡуй, әллә ниндәй заман тыуҙы. Элек мәңге ишек бикләй белмәнек, энәбеҙ ҙә юғалмай торғайны. Хәҙер ишек түгел ҡапҡаны асыҡ ҡалдырыр әмәл юҡ.
– Теге ваҡыт һуң! Һарайҙан баҫып ятҡан ҡаҙымды алып сыҡтылар бит. Шунан бирле мына ҡаҙ уңдыра алғаным юҡ.
– Минең һуҡыр тауығым да ҡалманы бит!
Шул саҡ араларынан кемдер:
– Милиссейәгә хәбәр иттеңме һуң? – тип һораны.
– Эй, шуларға әйтеп ни файҙа! – Шәмсинур ҡулын ғына һелтәне.– Ана, былтыр ҡара көҙгә аяҡ баҫҡас, күршем Сәмиғәнең бура кеүек башмағы һыуға төшкәндәй ғәйеп булды. Быҙау дәүмәле эттәре менән дә килеп йөрөгән булдылар шунда. Эш кешеһен ҡоро бимазалауҙары инде. Табырһың бына бер эт эсенә ингән нәмәне.
– Ҡыҙый, улай тимә әле, һин дә әйтмә, башҡаһы ла ауыҙына һыу уртлағандай шымып ҡалһын, ә уғрыларға шул ғына кәрәк.
– Шулай, шулай...
– Тамам шаштылар бит.
Шәмсинур әбей бөгөн бабайы менән бесәнен йыйып күбәгә һалырға йыйынғайны. Бынан ике аҙна элек сапһалар ҙа, һаман йыя алмай эт булалар. Инде көнөн биреп, барырға йыйынһалар, әллә ҡайҙан бейәләй дәүмәлек кенә болот килеп сыға ла, йәмрәйеп, бөтә күкте ялмап ала. Шунан тотона ямғыр ҡойорға.
Ҡатын өйөнә ҡайтып, һауылған һөтөн сепараттан үткәреп, ҡош-ҡортона ем һипте лә күрше Мораҡайға юлланды. Участка милиционеры шул ауылда.
Бабайы:
– Тәк зерәгә хитланып йөрөйһөң инде шунда. Ауылда берәүҙең дә юғалған әйберен, мал-тыуарын тапҡандары юҡ әле, – тип әйтеп ҡарағайны ла, Шәмсинур һүҙендә ныҡ торҙо.
– Эй, ошоно! Бер нәмә эшләйем тиһәң, ҡырталашаһың да тораһың. Сәйер генәһең ул. Барамсы, ниңә бармай ти! Бында кеше өсөн үҫтергән мал барҙыр шул. Мужыт табырҙар. Гелән һине генә тыңлап ғүмерем үтте.
Шәмсинурҙың тағы әллә ҡасанғы хәлдәрҙе иҫенә төшөрөүен, хәҙер һәр береһен теҙә башлауын һиҙгән ҡарты шымартырға теләне.
– Ваҡыт әрәм итеп йөрөүең, тим инде. Уларҙан какуй тулык. Тапҡан хәлдә лә, ҡурҡыныс бит әле ул. Аҙаҡ этләшеп йөрөрҙәр. Ярай, барһаң бар инде. Мин сабынлыҡта бакуйҙарҙы әйләндерә торам.
– Шулай кирегә юрап торғас, тапмаҫтар ҙа шул. Һин һәр ваҡыт шул булдың инде. – Инде әбей бабайына аҙарына башланы. – Һиңә генә бер нәмә кәрәкмәй. Кеше ҡайҙан нимә соҡоп табырға белмәй, ә һин булғанын аллаһы әппәргә осорорға әҙер тораһың. Бошмаҫ!
– Тағы башланы инде.
– Башланым шул, башланым.
Шәмсинур ире Ғәбдел менән алты бала ҡарап үҫтерҙе. Кинйәләре Кәримдән башҡа бөтәһе лә башлы-күҙле тигәндәй. Кемелер институт, икенселәре техникум бөттө. Барыһы ла ҡалала ҡалды. Зоотехникка уҡыған улы Кәримдең дә Өфөлә төпләнеүенә тамсы ла борсолманылар. Шәмсинур балаларының ҡалала йәшәүенә ҡыуанып бөтә алмай. Йә, гөрләп торған колхоз бөтһөн дә ҡуйһын әле. Хәйер, ауылға ҡайтҡан сүрәттә лә, ҡайҙа зоотехник булып эшләһен. Бөгөн берәйһенә, анау урында гөрләп торған сусҡа фермаһы бар ине, тиһәң, биллаһи, ышанмаҫ ине. Меңәрләгән һарыҡ аҫралған ферманың таш һөлдәләре генә өңрәйеп тора. Уның ҡарауы, ҡарауһыҙ ятҡанды һелтәргә әҙер торған әҙәмдәр мулығып ҡалды. Ана, Хәсән шул ферманы ҡутарып алып, үҙенә арандай йорт һалып ҡуйҙы. Унан күрмәксе башҡалары тотондо. Ә йыйылыш һайын кем тиһәң, ул ҡулын һелтәй-һелтәй сығыш яһай, ауыҙы ла ҡыйшаймай, әҙәп, әхлаҡ тураһында хәбәр һөйләй. Шулай итәйек, былай итәйек тигән була. Тапҡан анһат кәсеп, имеш, эшҡыуар, тимер-томор йыя. Ҡайҙан нимәне һелтәргә белмәй темеҫкенеп йөрөгән ауылдың алкаштарына шул ғына кәрәк. Теге ваҡыт ней күршеләре ҡалаға киткән. Шуны ғына аңдып торған уғрылар мейесенең торбаһын ҡутарып алып киткәндәр. Юллап барһалар, әлеге лә баяғы Хәсәндең тимер-томор араһында ята, ти. Уныһы ла, ҡороғор нәмә, оялмай шундай әҙәмдәрҙән әйбер алып ятмаһа. Хәҙер урамда тас ултыртыр әмәл юҡ. Ҡайҙа әлүмин һауыт, ҡайҙа тағы нимә…
Телевизорҙы асҡан һайын тегендә нимәлер асыла, бында нимәлер төҙөлә тип әйтһәләр ҙә, һай, ул үҙгәреш уларҙың яғында күҙәтелмәй. Әллә улар ғына әллә ниндәй ҡәһәрле төйәктә йәшәйме? Аңламаҫһың был донъяны! Ҡайҙалыр ауылдар төнөн дә ҡалалағы һымаҡ гөлт итеп тора тип яҙһалар ҙа, уларҙа, исмаһам, берәй һуҡыр лампочка янһасы! Ай, үҙгәрҙе ауыл, ай, үҙгәрҙе. Яҙлы-көҙлө урамдар йырып сыҡҡыһыҙ һаҙлыҡҡа әүерелә. Әллә ниндәй заман тыуҙы. Уҡытыусылыҡҡа уҡыған ҡыҙы ла әлдә генә ҡалала ҡалған. Тоталар ҙа ябалар, тоталар ҙа бөтөрәләр. Балалар әҙ тигән булып, ун бер йыллыҡ мәктәпте башланғысҡа ғына әйләндерҙеләр. Ике ҡатлы дауахана ла медпункт ҡына булып ҡалды. Хәҙер әллә нисә кеше эшһеҙ йөрөй. Әйләнгән һайын шуны төҙөйбөҙ, быны астыҡ, әллә күпме кеше эшле булды, тиҙәр. Ул ниндәй бөтмәҫ йыйылыштыр ул. Етәксе тигән әҙәмдәр сит илдән ҡайтып керә белмәй. Кемде ҡарама, ҡыҫҡартыуға эләккән. Ярай ҙа уның балалары башы етеп, кемеһе өй һалып, кемеһе фатир алып өлгөрҙө. Кеше өҫтөндә йәшәгәндәр күп бит.
Закун юҡ шул, закун. Ҡайҙа икән ул Сталин заманы! Анау Фәйрүзә әбей бер ус бойҙай өсөн ике йыл ултырып сыҡҡан. Ә хәҙер ҙур-ҙур заводтарҙы урлағандарға ла суртым да юҡ.
Шәмсинур әбей шулай уйлай-уйлай Мораҡайға килеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
Милиция участкаһы бикле ине. Ана килер, бына күренер тип, Шәмсинур уны күтәрмәлә шаҡтай ғына көтөп ултырҙы. Әмәлгә ҡалғандай, ҡояшы ла бөгөн рәхимһеҙ ҡыҙҙыра. Ҡатын сарсаны, яҡындағы магазиндан һыу барып алды. Ярай әле шул мәл ҡустыһы тейешле кеше килеп сыҡты, юғиһә, йәнә бик оҙаҡ ултырыр ине. Апаһы йомошон һөйләп биргәс, ҡустыһы:
– Хәҙер бит элекке һымаҡ бында участковый юҡ, – тине.
– Нисек инде юҡ?
– Район үҙәгенә күсерҙеләр, участковый аҙнаһына бер тапҡыр килһә килә, килмәһә юҡ.
– Кит, ни өсөн улайтырға булдылар икән? – Ҡатын ғәжәпләнеп ҡустыһына төбәлде. – Бығаса ишетмәгәйнемсе…
– Ни өсөн тип ни, аңлашыла инде. Хәҙер бөтә ерҙә иканумыя.
– Кит, ғибрәт! Бөтә донъяһы ҡороп бара лаһа. Аптырарһың был һөкәмәткә. Әллә уғрылар нығыраҡ урлашһын, алкаштар нығыраҡ һуғышһын тип шулай ҡыланалармы икән, ә?! Аптыраҡ. Эшләп торған нәмәне тот та бөтөрсө әле. Шуның менән күпме аҡса иканумит итмәксе булаларҙыр инде! Үҙҙәренә тигәндә бер нәмәһе лә йәл түгел. Хәҙер һарығым юғалыуы хаҡында кемгә хәбәр итергә һуң?
Ярай әле ҡустыһында милиционерҙың кеҫә телефонының номеры булған. Власть башлығы район үҙәгенә килеп ғариза яҙырға кәрәклеген әйткәс, Шәмсинур әбей, унда ҡалайтып барайым, тота һалып ҡына сығып китергә яҡын ара ерме, бөгөн автобус көнө лә түгел, тип уйлап:
– Ҡуй, балам, юҡҡа барып йөрөмәйем, – тигәйне лә милиционерҙың тауышы ҡәтғи яңғыраны.
– Тимәк, уғрыны үҙегеҙ йәшерәһегеҙ. Был ҙур енәйәткә тиң. Уның өсөн шундай-шундай статья ҡаралған.
Был һүҙҙәрҙе ишетеүгә әбейҙең ҡото осто. Йөрәге дөпөлдәп йыш-йыш тибә башланы, башы әйләнде, аяҡ аҫтында ер сайҡалғандай булды. Ҡан баҫымы күтәрелде, ахырыһы. Әбей саҡ йығылып китмәне, текмәгә тотоноп торҙо, шунан кеҫәһенән дарыуын алып ҡапты. Күҙ алдында милиционерҙың уҫал ҡарашы һынланды. Бына уны, ҡулын артҡа шаҡарып бәйләп, тимер рәшәткәле машинала төрмәгә алып барып тыҡтылар ҙа артынан шатырҙатып бикләп тә ҡуйҙылар…
Ҡустыларына барып, бер аҙ ятып торғас, шәфҡәт туташын саҡыртып, укол ҡаҙатҡас, хәл ингәндәй булды. Шәмсинур әбей ауыл осона сыҡты. Моғайын, берәй үткенсе осрар әле. Тик, күпме генә көтмәһен, уны алып китерҙәй машина күренмәне. Һиңә кәрәктә тиҙ генә буламы ни ул! Бер сәғәт самаһы үткәс, саң-туҙан борҡотоп йөк машинаһы килеп туҡтаны. Уныһы ла район үҙәгенә түгел, ә ситтәнерәк үтә ине. Шулай ҙа ултырырға булды. Соҡор-саҡыр юлдан дөбөр-шатыр һелкетә-һелкетә машина алға ынтылды.
Юл буйы көрһөндө, үҙен әрләне Шәмсинур әбей. Эй, Хоҙайым, ҡайҙан ғына шул бисәләрҙе тыңлай ҡуйҙым. Хәҙер йөрө бынауындай эҫелә әлһерәп, бер һарыҡ тип эт булып. Нимә-нимә, ишшеү бесән ваҡыты бит әле. Юҡҡа бабайымды тыңламаным. Бигерәк өтөк бит, хәҙер һәнәген бәргеләп бысихланалыр инде. Аҙаҡ уныһы, тауыҡ баш та фәлән дә төгән, тип әрләп теңкәмде ҡоротор.
Саң-туҙанға батып, саҡ килеп етте Шәмсинур район үҙәгенә. Кешенән һораша-һораша эске эштәр бүлеген көскә эҙләп тапты. Тик участка милиционеры икенсе яҡҡа киткәйне. Дежур бүлектәге егет:
– Оҙаҡламай килер, көтөгөҙ, – тине ҡоро ғына.
– Ҡайҙа китте икән?
– Һеҙҙең көнө буйы һуҙылып килгәнде көтһәң, бөтә донъяны енәйәтселәр баҫыр. Ана, күрше ауылда алкаштар берәүҙең өйөнә төшкән. Барҙың – ҡайттың түгел. Бына, үҙегеҙ иртәнән бирле килеп етә алмайһығыҙ. Ә бында һеҙҙең кеүек ялыусылар менән район тулған.
– Мин ғәйеплелер шул. Автауыс булмағас, ни ҡылайым, йүгереп килер ер түгел.
– Һеҙ мең сәбәбен табаһығыҙ инде.
– Уй, Аллаҡайым... – Әбей үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә коридорҙағы эскәмйәгә барып ҡунаҡланы. Унда йәнә бер нисә кеше ултыра ине.
Хәҙер килер тигәне бик оҙаҡҡа һуҙылды. Йөрәкһенеүенән ни эшләргә белмәне Шәмсинур әбей. Бер сәғәт үтте, ике, өс… Бындай мәлдә нисек йәнең сыҙап ултырмаҡ кәрәк. Тегеләй тапанды, былай тапанды. Ихатаға сығып та йөрөштөргөләне. Милиция кейемендәге һәр кемде үҙенеке түгелме икән тип уйланы. Бер нисә тапҡыр дежур милициянан һорашып та ҡараны. Бабайы аптырағандыр инде. Ул бит күрше ауылға тип кенә киткәйне. Аптырағас, йәнә ишек янындағы быяла менән көпләнгән бүлмәгә юлланды.
– Балаҡайым, участкауай һаман юҡ та-һа. Исмаһам, шылтыратып белешһәңсе. Бында күпме көтөп ултырырға була? Беҙҙең дә донъя бар бит. Ҡасан килер икән, ә? – Әбей йөҙөнән үк битарафлыҡ бөркөлөп торған егеткә тилмереп баҡты.
Былай ҙа кәйефһеҙ генә йәмрәйеп ултырған власть вәкиленә был оҡшаманы.
– Ҡайҙан беләйем?! Бында һеҙ генә барҙыр шул. Үҙ әйберегеҙгә үҙегеҙ хужа булмайһығыҙ ҙа аҙаҡ бәлә һалып йөрөйһөгөҙ!
– Хәҙер өс сәғәт үтте бит инде…
– Башҡалар өс сәғәт кенә түгел, көнө буйы көтөп ултыра. – Тәртип һаҡсыһы йәнә ҡырыҫ ҡына яуапланы. Улына йәштәш егеттең шулай тупаҫ ҡыланыуына Шәмсинур әбейҙең хәтере ҡалды. Исмаһам, әҙәмсә һөйләшә лә белмәй бит, хәстрүш, тип уйланы эстән. Үҙҙәренең ауылынан арлы-бирле һигеҙҙе бөтөп, милицияла йөрөгән таныш-тоноштары иҫенә төштө. Береһе лә йүнләп эшләй алманы. Әллә йыйын шундайҙарҙы алалармы икән бында?..
Тағы бер сәғәт самаһы ваҡыт уҙҙы. Көн кискә ауышты. Шул саҡ теге бүлмә эсендәге егет килеп сыҡты.
– Участковый бөгөн булмай, йәнә бер мөһим эш буйынса киткән. Иртәгә килерһегеҙ.
– Иртәгә?
– Эйе, эйе.
– Ай, Аллаҡайым. – Шәмсинур әбей ауыр итеп көрһөндө лә теге егеткә барып ялбарҙы:
– Ҡуй, балаҡайым, бер һарыҡ тип былайтып йонсоп йөрөмәйем. Ҡайтайым да китәйем. Хәҙер бесәнһеҙ ҡалабыҙ бит инде. Бабай ҙа һуҡрана торғандыр. Яман өтөк бит ул.
– Ниндәй ҡайтыу ти ул! – Егеттең тауышы ҡаты сыҡты. – Бына бит һеҙ үҙегеҙ енәйәт ҡылаһығыҙ!
– Ниндәй енәйәт ти, балам? – Ҡатын аптырап милиционерға ҡараны.
– Һеҙҙең һарыҡты урлағандар, ә һеҙ үҙегеҙ шуларҙы йәшерергә маташаһығыҙ. Белгегеҙ килһә, был үҙе енәйәт тип атала. Уның өсөн шундай-шундай статья бар!
– Ай, Аллам! – Әбей йәнә уфтанды. – Юҡҡа ғына бабайымды тыңламаным.
Аҡҡа төшкәнсе буҡҡа төш, тип белмәй әйтмәгән әсәһе, мәрхүмә. Башҡаса был әҙәмгә һүҙ әйтеп тороуҙы кәрәк тапманы ҡатын. Барыһы ла бер сыбыҡтан ҡыуылған икән.
Туғандарына эт арманһыҙы булып барып йығылды Шәмсинур әбей. Арыһа ла, тиҙ генә йоҡлап китә алманы. Төнө буйы һаташып сыҡты. Таң алдынан манма тиргә батып баҫлыҡты. Күҙ алдында берсә һарыҡтар мөңрәште, берсә милиционер, һеҙ үҙегеҙ ғәйепле, тип төкөрөгөн сәсә-сәсә уларҙы әрләй.
Иртәгәһен белгән доғаларын уҡый-уҡый, Хоҙайҙан эшенең тиҙ бөтөүен һорап, йәнә эске эштәр бүлегенә юлланды. Бәхеткә күрә, был юлы участковый урынында ине. Әбейҙең эсенә йылы йүгерҙе.
– Ғариза яҙығыҙ, – тип уның алдына ҡағыҙ һалды. Унан тәфсирләп төпсөнә башланы.
– Һарайығыҙҙан алып сыҡҡандар, тиһегеҙ инде.
– Эйе.
– Кистән үҙегеҙ бикләнегеҙме?
– Эйе.
-Мужыт онотҡанһығыҙҙыр? Йә иһә эттәр тамаҡлағандыр.
– Юҡсы, ниңә онотайым, ти. Эшебеҙ шул булғас. Элек кенә ул мал бикләй белмәнек. Эттәр тиһегеҙме ул? – Әбей милиционерға текләп ҡараны. – Һарайҙағы малға нисек эт тейһен. Ике аяҡлы эттәр генә тамаҡлаған. Һуҡыр күрәҙә лә кәрәкмәй.
– Әллә инде, белеп булмай. Ҡайһы берәүҙәр кистән мал-тыуарын апҡайтырға онота ла, аҙаҡ йөрөй бәлә һалып. Кемдән шикләнәһең?
– Шикләнәһең тип ни, ҡулынан ғына тотмағас, кемде минауат итәһең инде...
– Бына, мәҫәлән, ауылығыҙҙа кемдәрҙең урлаша торған холҡо бар?
Шәмсинур әбей урамындағы барлыҡ кешене күҙ алдынан үткәрҙе. Яҙатайым берәйһен әйтерһең дә мәңге ҡан дошман булып ҡалырһың, тип уйланы. Анау, Сибәғәттең малайҙарының ғына эшелер, тип тә шикләнде. Шуларҙың ғүмер баҡый урлашыуҙан башы сыҡманы. Тик әллә ниндәй хаслыҡ ҡылыуҙары бар. Теге ваҡыт күршеләренең ҡаҙ булып бөткән бәпкәләре фис ҡырылып ятып үлде. Нимәгәлер һүҙгә килешкәндәр ҙә, шуның бисәһе ағыу һалған, имеш, тип һөйләнеләр. Атай-әсәйҙәренең холҡон әйтер инем, ғүмер баҡый балаларының йөгөнә керҙеләр. Балалары урлап алып ҡайтҡан тауыҡ-ҡаҙҙы бергә бешереп ашайҙар, ти бит. Урам башында йәшәгән Зәкиәнең айыу кеүек ике малайы ла бөтә донъяһын гөжөп йөрөй, тиҙәр. Уларҙың да ҡулы оҙон. Әсәләре менән бергә ҡушарлап эсеп йөрөгән бәндәләрҙән нимә көтәһең инде? Бапаҡ Ҡасимдың да балалары ла бит йыуған әҙәм түгел. Һанай китһәң, ауылда байтаҡ икән уғрылар. Башы төрмәнән сыҡмаған Мөхтәр ауылға ҡайтҡан, тиҙәр. Ул да ҡоро һыуға ғына туҡ булып йәшәмәйҙер. Әбей үҙенең уйҙарынан үҙе ҡурҡып китте. Тирә-яғына ҡаранды. Тәүбә, тәүбә, тәүбә! Тфү, тфү, тфү. Унан уңлы-һуңлы төкөрөндө. Кеше-фәлән ишетеп ҡалмаһын. Аҙаҡ көн күрһәтмәҫтәр, урамға ла сыға алмаҫһың.
– Әллә инде, – тип кенә яуапланы.
– Нисек инде үҙегеҙҙең ауыл кешеләрен белмәйһегеҙ?
– Беләм дә ул, ҡулынан тотмағас, кемде генә әйтәйем инде!
– Һарығығыҙ ниндәй төҫтә ине?
– Аҡ.
– Нисә йәшлек?
– Өс.
– Нисә тапҡыр бәрәсләгәйне?
– Биш.
– Тамғалары бар инеме?
– Бар инесе, нишләп булмаһын тей. Мин һарыҡтарыма һәр ваҡыт ҡып-ҡыҙылдан муйынсаҡ тағам. Ҡолағының ошо яғын киртеп тә ҡуйғайным. – Шәмсинур әбей үҙенең ҡолағының уң яғын тотоп күрһәтте.
– Фотоһы бармы?
– Һарыҡтыҡы тиһегеҙме? – Ҡатын, әллә яңылыш ишетәмме тип, ҡайтанан әйләндереп һораны.
– Эйе, эйе.
Әбей рәхәтләнеп көлөп ебәрҙе:
– Кит, ул һарыҡты кем кәртешкәгә төшөрөп йөрөһөн, кешелер шул!
Былай ҙа йәмрәйеп ултырған егеттең асыуы килде.
– Нимә ауыҙ йыраһығыҙ? Бында һеҙҙең менән уйнап ултырамдыр шул. Урлатаһығыҙ ҙа бәлә һалып йөрөйһөгөҙ. Әллә алып ҡайтмағанһығыҙҙыр. Кем белә! Бәлки, ирегеҙ һеҙ күрмәгәндә берәйһенә яртыға осорғандыр. Шулай ҙа була торған. Аҙаҡ йөрөй бисәләре, хаҡлыҡ даулап.
– Юҡ, юҡ, ундай хәлдең мәңге булыуы мөмкин түгел, алтын минең Ғәбделем, алтын. Урлашыу түгел, алдап бер һүҙ әйтә белһәсе. Юҡ, юҡ, уның кешенең һуҡыр тин аҡсаһына ла тейәһе юҡ. Анау ваҡыт… – Шәмсинур ҡыҙып китеп йәнә ире тураһында әллә нимәләр һөйләмәксе булғайны ла, милиционер ҡулын һелтәп туҡтатты.
– Бында һеҙҙең әкиәтте тыңлап ултырырға ваҡыт юҡ. – Участковый оҙаҡ ҡына тегенеһен-быныһын төпсөп-төпсөп яҙып алды. Унан “Бөтәһе лә дөрөҫ” тигән яҙыу урынына имза ҡуйҙыртты.
Унан бөтәһенә лә өйҙә торорға ҡушып, бер нисә сәғәттән килеп етәсәген белдерҙе.
Тау аҡтарғандай арып-талып ҡайтып йығылды әбей. Шулай ҙа иркенләп ял итеү форсаты юҡ ине. Сәй эсеп, бер аҙ хәл алғас, ауылдан өс саҡрым алыҫлыҡтағы бесәнлектәге бабайы янына китте. Милиционер, ул да өйҙә булырға тейеш, тине.
Теге көндә бабайы бесәндәрен йыйып бөтә алмағайны. Өҙлөкһөҙ ямғырҙан ни, ергә лыпа йәбешеп, ҡарайып бөткәйне шул. Бакуйҙарҙы әйләндереп, улай итеп, былай итеп, көскә бер сама киптергәйне лә, яңғыҙы әллә ни ырата алманы. Әбейенең һүҙен ишеткәс, ҡулындағы һәнәген әллә ҡайҙа олаҡтырҙы.
– Әйттем бит мин һиңә, йөрөмә, тинем, – тип ярһыны. – Кеше бер нәмә әйтһә, етә ҡала. Ғүмер буйы үҙ аҡылың булманы. Айт тигәнгә тайт итергә әҙер тораһың. Ҡоро сыпранлап сығып китеүең. Киҫекһеҙ! Быға тиклем шул бесәнде өйөп ҡуя инек, онот булып бөтә ине. – Ғәбдел бабай әбейенә асырғанды. Унан күк йөҙөнә ҡарап:
– Ямғыр ғына яуып ебәрмәһә ярар ине, – тип һөйләнде.
Бабайы алдында үҙен ғәйепле тойған әбейе уға ҡаршы һүҙ әйтергә лә ҡурҡып торҙо. Бөгөн ул теге саҡ бабайының бер һүҙенә ҡаршы биш һүҙгә еткән Шәмсинур түгел ине. Бындай ваҡытта өндәшмәүең хәйерле, ыңғайына ғына торорға кәрәк.
– Ҡуй инде! – Шәмсинур ҡулын ғына һелтәне. – Анау бисәләрҙе генә тыңлап харап булдым. – Әбейе өндәшмәгәс, ире лә ярһыманы.
– Ярай инде, – тигән булды.
Бер нисә сәғәттән килеп етермен тигән участковыйҙы, ана килә, бына килә, тип көнө буйы көттөләр. Йөрәкһегән Ғәбдел бабай, ваҡыт тиҙерәк үтер тип, әллә күпме эш бөтөрҙө. Ихатала бер өйөм утынды ярып ҡуйҙы. Унан һарайын таҙартып сығарҙы, ишек алдын һеперҙе. Һарай ишегенең таҡтаһын алыштырҙы, әтеү теге көндә уғрылар күгәнен аҡтарып алғанда сәрпәкләнеп ҡалған. Үҙе бер туҡтауһыҙ һөйләнде.
– Кит, ғибрәт! Һаман юҡ. Ҡайҙан ғына шуларға бара ҡуйҙы, башҡа бәлә алып. Хәҙер бына бушҡа ваҡыт әрәм итеп йөрө инде. Ямғыр ғына яуып ебәрмәһен, бесәнебеҙҙе харап итер. Бөгөн шуны бөтөп ҡуйыр инек тәһә.
Күренмәйҙәрме икән тип, бер ихатаға сығып, бер өйгә инеп йөрөгән Шәмсинур, ирен ишетһә лә, ауыҙ асып һүҙ ҡатманы. Эстән генә һыҙҙы. “Шул кәрәк һиңә, башалтай ауыҙ, икенсе тапҡыр шапылдамаҫҡа уңай булыр”, – тип үҙен үҙе әрләне.
Йәнә бабайының аҙарынған тауышы ишетелде:
– Шайлы кеше ни! Хәҙер шул һарығыңды милиционерҙарҙың үҙенә биреп ҡасырҙай булырһың!
– Ай Аллам! – Хәҙер шуны өҙмәҫ тә ҡуймаҫ инде, тамам тәҡәтемде ҡоротор. – Шәмсинур тағы үҙ алдына һөйләнде. Уғрыларҙы әрләне. – Күргәнегеҙ, күрмәгәнегеҙ шул булһын! Берәүҙең дә кеше әйберен урлап мандығаны юҡ әле.Көн кискә һарҡты. Әммә участковый һаман күренмәне. Был шартларҙай булып тиреһенә һыйыша алмай йөрөгән Ғәбделдең асыуын ҡабартты ғына. Йоҡлап киткәнсе бер үк нәмәне өҙмәне лә ҡуйманы. Берсә әбейен игәне, берсә милиционерҙарҙы “беште”.
– Тауыҡбаш! Нимә тип кенә шунда барҙың!
Иртәгәһен көндөҙ генә пәйҙә булды ул. Ғәбдел менән Шәмсинур, ауыр бер эштән ҡотолған кеүек, еңел һулап ҡуйҙы. Ауыл кешеләресә генә ихласлыҡ менән Шәмсинур әбейҙең:
– Иҫән-аман йөрөшмө, балаҡайым? Анау хәтлем юлдан даңғырлап килеп ҡорһағың асҡандыр, әйҙә, сәй эсеп алайыҡ, – тиеүен, өлтөрәп йөрөп табын әҙерләүен власть вәкиле әллә ишетте, әллә юҡ.
– Апай, минең сәйләп ултырырға ваҡыт юҡ, уйнап йөрөмәйем. Әйҙәгеҙ, тәүҙә һарайығыҙҙы ҡарайыҡ, бурҙың эҙен алайыҡ, – тине ҡоро ғына. Унан сумаҙан һымаҡ нәмәһенән әллә ниндәй аппаратын килтереп сығарҙы.
– Һарығығыҙҙы ҡайҙан алып сыҡҡандар?
– Ошо һарайҙан.
– Ҡайҙан ингәндәр?
– Ишектән инде. – Шәмсинур апай һарайының ишеген күрһәтте.
– Бында мин емерелгән урын күрмәйем, – тине, ғәжәпләнеп, милиционер.
– Кисә яңынан эшләп ҡуйҙым бит, – тип яуапланы бабайы.
– Нисек инде яңынан? – Участковый, әллә һин бөтөнләй иҫәрһеңме тигәндәй, аптырап бабайға төбәлде. – Мин һеҙҙең хатта һарығығыҙ булыуға шикләнә башланым. Нисек инде ул, тиҙәге юҡ, фотоһы юҡ. Был ниткән эш? – Милиционер берсә йорт хужаһына, берсә хужабикәгә ғәжәпләнеп ҡараны. – Һеҙҙең был эшегеҙ үҙегеҙгә ҡарата шик тыуҙыра. Ишекте яңынан эшләгәнһегеҙ, һарай эсен вис йыйыштырып алғанһығыҙ. Бында что-то не то. Эҙен ҡырып-һепереп алып бөткәнһегеҙ. Бәлки, һеҙҙең һарығығыҙ бөтөнләй булмаған, бәлки, бабайығыҙ берәй яҡҡа осорғандыр.
– Ниңә һарығыбыҙ булмаһын ти! Һеҙ нимә? – Милиционерҙың бындай мөнәсәбәтен көтмәгән Шәмсинур әбей тағы бик күп һөйләр ине лә, участковый уны бүлде:
– Етте! Бында мин һеҙҙең әкиәтте тыңлар өсөн килмәнем.
Участковый бабайға өйгә инергә ҡушты.
– Беҙҙең һөйләшкәнде тыңлайһы булма! Ишетһең ҡолағың! Уның өсөн махсус статья бар, – тип иҫкәртеп алырға ла онотманы. Унан әбейгә ҡарап:
– Смәтри, дөрөҫөн һөйләгеҙ, әтеүһә, ялғанды һөйләгән өсөн дә беҙҙә хөкөм ҡаты, тине. – Һарығыңды көтөүҙән үҙең ҡаршы алып, һарайға үҙең яптым, тиһең инде, ә?
– Шулай, шулай.
– Яңылышмайһыңмы? Мужыт сит кешенекен индереп бикләп, улар һеҙгә әйтеп-нитеп тормай кире алып сығып киткәндер?
– Атаҡ, үҙемдең малымды үҙем танымаҫҡа әллә! – Шәмсинур ғәжәпләнеп китте. – Тыуып, аҙна үтәме-юҡмы, бәрәстәремдең уң ҡолағына башҡа берәүҙекенә оҡшамаған ин һалам бит.
– Бәлки, кисә, унан алда ла һарығығыҙ бөтөнләй ҡайтмағандыр, бәлки, һеҙ башҡа ваҡыт менән бутайһығыҙҙыр?
– Бәсәк, бәсәк, нисек буталайым, ти. – Шәмсинур әбей аптырауынан тороп уҡ баҫты. – Аҡылым теүәл әле минең. Алтмыш йәштә үк алйып йөрөргә ней. Әсәйем туҡһанында ла үҙ аҡылында булды.
– Мужывит ирегеҙ шым ғына берәйһенә осорғандыр? Ҡайһы берәүҙәрҙең шундай ғәҙәте була торған, аҙаҡ йөрөйҙәр әҙәм башын ҡатырып.
– Һеҙ ҡыҙыҡ ҡына, ни өсөн үҙенең малы үҙе урлаһын, ти.
Участковый унан йорт хужаһын саҡырҙы.
– Ҡатынығыҙ һеҙҙән шикләнә...
– Нимәне? – Ирҙең шулай тип һорауына тәртип һаҡсыһының күҙҙәрендә зәһәр осҡондар сәсрәне.
– Ағай, башығыҙҙы иҫәргә һалмағыҙ! Һарығығыҙҙың юғалыуын ҡатынығыҙ һеҙҙән күрә...
– Нисек инде минән? Үҙ малымды үҙем урлай буламмы? – Бабай ҡойолдо ла төштө. Ғәжәпләнеүҙән бер талай телһеҙ ҡалғандай булды. Шулай ҙа үҙен тиҙ ҡулға алды. Ошо йәшенә етеп уға бындай ҙа нахаҡ ғәйеп ташлағандары юҡ ине. Тәртип һаҡсыһы йомшарғандай итте. Йөҙөндә йылмайыу сатҡылары күренде.
– Ағай, бына нимә, беләһегеҙме, донъя булғас, төрлө хәлдәр осрай, дөрөҫөн генә һөйләгеҙ ҙә бирегеҙ. Дүрт аяҡлы ат та һөрлөгә, тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Ана күҙҙәрегеҙ үк мутлашыуығыҙ тураһында һөйләп тора. Беҙҙә закон үҙ ғәйебен танығандарға ташлама яһай.
– Һеҙ ҡайһылай ҡыҙыҡ! – Ир бер үк һүҙҙе тылҡыны. – Ни өсөн мин үҙемдең малымды үҙем урлайым, ти. Бына ғәжәп!
– Һеҙ шулаймы әле, власть вәкилен шулай алдарға маташаһығыҙмы? – Участковый «енәйәтсенең» баш осонда ҡулындағы дубинкаһын тегеләй-былай уйнатты.
Бер үк нәмәне әйләндереп-тулғандырып ҡырҡ тапҡыр һорау алыу, яуап биреү оҙон көн буйы дауам итте. Унан участковый Шәмсинур менән Ғәбделде эйәртеп, ауыл урамы буйлап сығып китте. Юлда осраған ир-атҡа төрлө урында төрлөсә һорау яуҙырҙы:
– Һарыҡты ҡайҙа ҡуйҙығыҙ? Кемгә һаттығыҙ?
– Күреп торғандар.
– Һеҙҙең генә эшегеҙ, тиҙәр.
– Һыйлы саҡта признаватса итегеҙ. Енәйәтегеҙ фашланһа, үҙегеҙгә хужы буласаҡ...
Көтөүгә барып, саңлауҙа әлһерәп ятҡан һарыҡтарҙы берәм-һәрәм төрткөләп ҡарап, өркөтөп бөттөләр. Көн кискә һарҡҡанда ғына ҡайтыр юлға ыңғайлаған участковый, Ғәбдел менән Шәмсинурға ҡарап:
– Повестка алыу менән тып итеп район үҙәгенә килеп етәһегеҙ! Закон шулай ҡуша! – тине.
Көн буйы бесән сапҡанда ла былай уҡ арманһыҙ булып арымаған хужа күтәрмәгә барып ултырып, иркен тын алды. Шул мәл ҡапыл тирә-яҡ дөм ҡараңғылыҡҡа сумғандай булды. Ғәбдел бабай күк йөҙөнә ҡарағайны, ах итте, бөтә донъяны ҡара болот ҡаплап алғайны. Биш минут самаһы үттеме-юҡмы, күк күкрәп, шаулатып ямғыр ҡойорға тотонмаһынмы!
– Килештерҙе! Былай булғас, бесән әҙерләнек! – Бабай асырғанып әйтте был һүҙҙе. Башҡа бер бәлә генә булды бит был һарыҡ. Бүтәнсә шул мәхлүкте аҫраһаммы!
Ни тиклем генә арымаһындар, тиҙ генә әүен баҙарына китә алманы улар. Бер әйләнделәр, бер тулғандылар. Күҙҙәрен йомоуҙары була, берсә һарыҡтар мөңрәшә, берсә йәмрәйгән милиционерҙар таяҡтарын болғай-болғай һорау ала. Таң алдынан ғына серемгә киткән хужалар йәнә һаташты. Имеш, һарыҡтары һис юғалмаған икән, ә көтөүҙә аҙашып ҡалған да үрсеп китеп бөтә донъяға тулған. Тора-бара шул һарыҡтар милиционерҙарға әүерелде лә китте…
Бер нисә көндән Шәмсинур әбей менән Ғәбдел бабайға йәнә саҡырыу ҡағыҙы килде…




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 135

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 340

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 218

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 212

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 108

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 189

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 157

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 160

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 216

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 154

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 349