Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әҙәмиәт йәне — мәҙәниәт
Йәшәйешебеҙ бизмәненең матдилыҡ яғы көндән-көн ауырыраҡ тарта бара. Ҡайһы саҡта фәҡәт шул бизмәндең матдилыҡ касаһын тултырыу менән генә шөғөлләнәбеҙ һымаҡ. Тегенеһе кәрәк, быныһы кәрәк — матди "кәрәк"тәр тулған йөрәктәрҙә әхлаҡ, әҙәп юғала, кешенең мәҙәни сифаттары, рухиәте һайыға.
Быйыл — илебеҙҙә, республикабыҙҙа Мәҙәниәт йылы. Ошо уңайҙан "Башҡортостан" гәзите редакцияһы “түңәрәк өҫтәл” үткәрҙе. Унда Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе урынбаҫары Фәнил Ҡоҙаҡаев, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, яҙыусы Ринат Камал, билдәле журналист, филология фәндәре кандидаты Сәлимйән Бәҙретдинов, күренекле шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, ҡумыҙ оҫтаһы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов ҡатнашты.


Салауат ӘБҮЗӘРОВ. Мәҙәниәт мәсьәләләре бик тәрәндә ята. Милли асылыбыҙ, булмышыбыҙ тарих төпкөлөнә, ата-бабаларыбыҙҙың тамырҙарына барып тоташа. Мәҙәниәт йылы булараҡ, беҙгә бөгөнгө һөйләшеүебеҙҙе ошо юҫыҡта алып барырға кәрәктер. Ғөмүмән, беҙ бөгөн ниндәй ҡиммәттәргә өҫтөнлөк бирергә, үҫтерергә тейешбеҙ? Был — бер. Икенсенән, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға былтырғы Мөрәжәғәтнамәһендә ике төп мәсьәләгә айырым иғтибар йүнәлтелде: тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм мәҙәни мөхитте яҡшыртыу. Һөҙөмтәлә мәҙәниәткә иғтибар артты, байтаҡ коллективҡа үҫеш өсөн грант бүленде, ләкин, нисек кенә булмаһын, хәл итәһе мәсьәләләр шаҡтай әле. Беҙ һеҙҙе, ҡәҙерле ҡунаҡтар, ошо проблемаларҙы уртаға һалып фекер алышырға йыйҙыҡ.
Йылдың Мәҙәниәт йылы тип аталыуы һеҙҙә ниндәй фекерҙәр тыуҙырҙы? Халыҡтың көнкүреш кимәле маҡтанырлыҡ түгел, шундай шарттарҙа мәҙәниәтте үҫтереү мөмкинме? Ошо һорауҙарға яуап эҙләп ҡарайыҡ.

Әҙәмиәт йәне — мәҙәниәтФәнил ҠОҘАҠАЕВ. Йылдың мәҙәниәткә арналыуы — әлбиттә, һәйбәт күренеш. Былтыр мәҙәниәтте үҫтереү буйынса Программа ҡабул ителде. Беҙҙе борсоған бик күп мәсьәлә ингән унда. Программаға ярашлы, мәҙәниәт һарайҙарын үҙгәртеп ҡороу башланды, улар музыка ҡоралдары менән тәьмин ителде, гранттар бирелде... Ләкин мәҙәниәт бынан ғына тормай. Беренсе сиратта, халыҡтың йәшәйешенә, көнкүрешенә иғтибарҙы йүнәлтергә кәрәк.
Беҙҙә ниндәй генә конкурс, фестивалдәр үткәрелмәй. Уларҙа ҡатнашыусылар ҙа бер үк кешеләр: мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар... Ә бына ябай халыҡ — эшселәр, тракторсылар, һауынсылар — ниңәлер юҡ. Ни өсөн? Сөнки айырым ауылдарҙа мәҙәниәт усаҡтары, китапханалар эшләмәй, мәктәптәр ябыла. Ауыл кешеһе нимә эшләһен, шул малын ҡарай ҙа телевизорҙан бушамай йә эскелеккә бирелә. Ҡыҫҡаһы, ауыл халҡы мәҙәни мөхиттән ситләтелгән.

Әҙәмиәт йәне — мәҙәниәтРинат КАМАЛ. Мәҙәниәт йылын иғлан итеүҙе хуплайым. Әммә яһалмалыҡҡа бирелеп китмәһәк ине. Бына, әле генә әйтелде, беҙҙә төрлө конкурс-фестивалдәр үтеп тора. Әйтәйек, һылыуҡайҙар конкурстары, уҡытыусыларҙың бәйгеләре... Мин шуны аңлай алмайым: нисек инде теге йәки был кешене, буй-һынына йәки үткәргән бер дәресенә ҡарап, "иң яҡшы" тип баһаларға була? Былар бит алдан әҙерләнгән спектакль һымаҡ. Ошондай яһалмалыҡтар тормошобоҙҙоң һәр өлкәһенә килеп керҙе.
Мәҙәниәткә килгәндә, ысынлап та, ҡайһы бер ауылдарҙа клубтар эшләмәй, китапханалар йоҙаҡлы тора. Ни өсөн асмайһығыҙ, тиһәң, ауыл хакимиәте аҡса бүлмәй, тиҙәр. Минеңсә, мәҙәниәтте үҫтереүҙе бына ошонан, ауылдарҙан башларға кәрәк. Ә ҙур ҡалаларҙа шаулатып үткәрелгән ниндәйҙер ярыштар, бәйгеләр — мәҙәниәтте үҫтереү түгел ул!

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА. Беҙҙең арабыҙҙа мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән кеше бар: Миңлеғәфүр. Ул был хаҡта нимә уйлай икән?

Әҙәмиәт йәне — мәҙәниәтМиңлеғәфүр ЗӘЙНЕТДИНОВ. Йылдарҙы ниндәйҙер исемдәр менән атау ғәҙәткә әйләнде. "Ҡасан Мәҙәниәт йылы булыр икән?" тигән уй күңелдә күптән йөрөй ине. Мәҙәниәт донъяһында ҡайнаған кеше булараҡ, минең өсөн бигерәк тә әһәмиәтле был. Әле генә, эште ауыл клубтарынан башларға кәрәк, тигән фекерҙе әйтеп киттеләр. Минеңсә, мәҙәниәт һәр кешенең үҙенән, ғаиләһенән, тыуған еренән башланырға тейеш.
Дөрөҫ әйттеләр, бөгөн иң ҙур мәсьәләләрҙең береһе — ауылдарҙа клубтарҙың юҡҡа сығыуы. Әгәр клуб, мәктәп юҡ икән, ауыл бөттө тигән һүҙ. Беҙ үҫкән саҡта һәр өйҙә тиерлек гармунда йә башҡа музыка ҡоралында уйнай беләләр ине. Хәҙер бөтә ауылға бер гармунсы табыуы ауыр.
Быйыл мәҙәниәткә ҡараш үҙгәрер тип өмөтләнәм.

Әҙәмиәт йәне — мәҙәниәтСәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ. Беҙ мәҙәниәт, мәҙәнилек тигән һүҙҙәрҙе тар мәғәнәле итеп ҡалдырҙыҡ. Мәҙәнилек йәшәйешебеҙ төпкөлөнә, асылдарға бәйле. Йолаларыбыҙҙа, халыҡ ижадында ята милли ҡиммәттәр, мәҙәни хазиналар. "Урал батыр", "Аҡбуҙат" кеүек эпостарыбыҙ рухиәт, мәҙәнилек менән һуғарылмаһа, бөгөнгә тиклем килеп етмәҫ ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ бик күп милли ҡиммәттәрҙе юғалттыҡ. Бөгөнгө иң мөһим бурыс — матбуғат аша, мәҙәни усаҡтар ярҙамында уларҙы халыҡҡа кире ҡайтарыу. "Һыуҙа ла батмаҫ яҡшылыҡ, утта ла янмаҫ яҡшылыҡ" тигән халҡыбыҙ. Был һүҙҙәргә оло мәҙәнилек һалынған. Бөтә нәмәнең нигеҙендә яҡшылыҡ ята. Үҙ-ара мөнәсәбәт, донъяға, мөхиткә ҡараш — быларҙың барыһында ла ата-бабабыҙҙың мәҙәнилеге сағыла. Мин башҡорттарҙа ғаилә ҡороу рәүеше буйынса диссертация яҡланым һәм борон-борондан халҡыбыҙҙың мәҙәниәтле булыуына хайран ҡалдым. Туй йолаларын ғына алайыҡ, үҙе бер тамаша бит! Унда халҡыбыҙҙың рухы, булмышы сағыла...

Фәнил ҠОҘАҠАЕВ. Сәлимйән, йолалар һәр халыҡта бар ул. Ситкә китмәйек.

Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ. Ситкә китеү түгел был. Мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереү өсөн асылыбыҙға ҡайтырға, йолаларыбыҙҙы тергеҙергә кәрәк, тиеүем. Бына беҙ бәләкәй саҡта өлкәндәр "Улым, итәғәтле бул", "Балалар, улай ярамай" тип өгөт-нәсихәт биреп торҙо. Хәҙерге йәштәрҙе кемдәр тәрбиәләй? Уларға ниндәй өлгө күрһәтәбеҙ, ниндәй мираҫ ҡалдырабыҙ? Бына ошолар тураһында уйларға кәрәк беҙгә.

Ринат КАМАЛ. Мәҙәниәт тип күпме һөйләһәк тә, уны финансһыҙ хәл итеп булмай. Һуңғы йылдарҙа бәғзе проекттарға гранттар бирелә. Бының менән генә мәҙәниәтте үҫтереп булырмы икән?! Минеңсә, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәрергә кәрәк. Яҙыусы булараҡ әйтәм: хаҡтар күпме тапҡыр күтәрелде, ә гонорар кәмегәндән-кәмей. Былай барһа, тиҙҙән илебеҙҙә яҙыусылар ҙа ҡалмаясаҡ. Әҙәбиәткә килеүсе йәштәр ҙә юҡ хәҙер. Ғөмүмән, рухиәт кешеләре алыпһатарлыҡ менән шөғөлләнә алмай. Улар хаҡында дәүләт хәстәрлек күрергә тейеш, сөнки рухиәтһеҙ дәүләттең киләсәге юҡ.

Әҙәмиәт йәне — мәҙәниәтЗөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА. Беҙ өс илдә йәшәйбеҙ һымаҡ. Мәскәү — үҙе бер дәүләт, унда йәшәү кимәле лә, эш хаҡы ла күпкә юғары. Ниндәйҙер артистарҙың бер сығышы йөҙ мең доллар торғанда, беҙгә "мәҙәниәтте үҫтерәбеҙ" тип әйтеүе лә оят! Ни өсөн улар айырым бер "дәүләт"тә йәшәргә тейеш һуң әле?!.
Ә инде ауыл халҡын әйтеп тораһы ла түгел, улар "хәйер"гә эшләй йә бушҡа тир түгә.
Мине тағы бер нәмә борсой: Башҡортостан телевидениеһы ла шул шоу-бизнес тигән “аждаһа”ның ауыҙына кереп китмәһә ярар ине.
Сәхнәләребеҙҙе “сүп”тәрҙән таҙартырға кәрәк. Ялҡытҡыс тамашалар биҙрәтте. Театрҙа ла йә төрмә, йә психик сирлеләр, йә бисә булып кейенеп йөрөгән ир тураһында тамаша ҡуялар. Беҙҙең халыҡҡа шулар кәрәкме ни һуң? Башҡорт рухын, үҙебеҙҙең мәҙәниәтебеҙҙе шулар аша күрһәтергә тейешбеҙме?!
Филармонияға барһаң да, хәтер ҡалып сыға. Ҡатын-ҡыҙ кейемендәге ирҙәрҙе үҙәк телевидениенан да күреп туйып бөткәнбеҙ бит инде. Юморҙарының да гел "билдән түбән" булыуы йәнде көйҙөрә. Йәмһеҙ күренеш. Мәҙәниәт һәм мәғариф игеҙәк кеүек. Ә мәктәптәрҙә ни өсөн түңәрәктәр эшләмәй?! Сөнки әлеге лә баяғы аҡса юҡ. Түңәрәктәр эшләмәй икән, балаларыбыҙҙы милли рухыбыҙҙан мәхрүм итәбеҙ.
Яңыраҡ Нәзифә Ҡадирова менән әңгәмәләшкәйнем. Ул да "тәү сиратта мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәрер, йәшәү шарттарын яҡшыртыр инем" ти. Ысынлап та, бөтә енәйәттәрҙең башында кешенең мәҙәниһеҙлеге ята бит. Мәҙәниәткә аҡса ҡыҙғанабыҙ икән, енәйәтселеккә ҡаршы көрәшеү өсөн аҡса түгергә тура киләсәк. Юҡҡамы ни, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ҡарағанда полиция хеҙмәткәре бишләтә күберәк эш хаҡы ала бөгөн.

Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ. Әлбиттә, күп нәмә финансҡа бәйле. Ләкин... Ошо һүҙ ҙә бар. Бына, Зөһрә, аҡсаһы юҡ тип һин — шиғыр, Ринат — проза, мин мәҡәлә яҙыуҙан туҡтамайбыҙ. Бейеүселәр бейей, йырсылар йырлай, спектаклдәр ҡуйыла... Бөтәһе лә рухилыҡҡа ҡайтып ҡала. Хәтергә төшөрөп үтәйек. РСФСР-ҙың, Башҡортостандың халыҡ артисы Ғималетдин Минһажев уҙған быуаттың 40-сы йылдарында төбәктәрҙә күсмә театр ойоштороп йөрөгән. Ул театрҙар айына 15-әр спектакль сәхнәләштергән! Рух булған! Дәрт булған! Бының өсөн уларға бер тин дә түләмәгәндәр, сөнки улар йәшәү мәғәнәһен нығыраҡ аңлаған, нығыраҡ төшөнгән. Әлбиттә, мин аҡсаны инҡар итмәйем. Һис шикһеҙ, аҡса кәрәк. Мин Учалыла хәбәрсе булып эшләгәндә, 30 градуслыҡ һыуыҡта бабайҙар урамда һөйләшеп тора ине. "Һалҡында нишләп тораһығыҙ?" — тиһәң, "Беҙгә аралашырға кәрәк", — тиҙәр. Мәсеттәр төҙөлгәйне, хәҙер шунда баралар. Ауылдарҙа бит аралашыу урыны булып мәсеттәр генә ҡалды.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА. Бөтә ауылда ла мәсет бар, тип әйтеп булмай бит әле.

Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ. Шулай. Клубтар юҡ. Кеше ни эшләргә тейеш? Телевизор ҡарап ҡына йән ҡәнәғәтлеге алып булмай. Кеше тормошта үҙе ҡатнашырға тейеш. Был йәһәттән Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәйбәт эш башланы: милли ҡиммәттәр хаҡында "Етегән" тигән фильм төшөрәләр.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА. Эйе, телевидениеның көсө ҙур. Шундай бай йөкмәткеле, милли рухлы тапшырыуҙарҙы йышыраҡ күрһәтһендәр ине. Яңы ғына телевизорҙан ҡарағайным. Күгәрсен районының Санъяп ауылы халҡы урамда ҡарҙан төрлө һындар эшләгән. Уларға бит берәү ҙә ҡушмаған. Мәҙәнилек билдәһе бит был! Шул ауылды күрге килеп китте хатта.

Фәнил ҠОҘАҠАЕВ. Мәҙәниәт йылының төп бурысы һәм һөҙөмтәһе нимә булырға тейеш? Һеҙҙең фекергә ҡушылам, ҡала, ауылдағы мәҙәниәт усаҡтарының матди базаһын нығытырға, шулай уҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәрергә кәрәк. Был йәһәттән ҡырҡа үҙгәреш булырға тейеш. Ошоларҙы эшләмәй тороп, мәҙәниәтте үҫтереү хаҡында һүҙ йөрөтөүе ауыр. Беҙҙә бөтә мөмкинлектәр ҙә бар: халыҡ дәртле, телевидение ла, радио ла эшләп тора.

Миңлеғәфүр ЗӘЙНЕТДИНОВ. Бөгөн мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, эш хаҡы ғаиләһен дә ҡарарлыҡ булмағас, ике-өс урынға сабырға мәжбүр. Ижади яҡтан үҫеү мөмкинлеген юғалталар, ҡалыплашалар. Уйлап ҡараһаң, артисҡа эш хаҡы ябай бер костюм тектереп алыуға ла етмәй бит.

Ринат КАМАЛ. Бында бер мәҙәниәт кешеләренең генә йәшәү кимәле тураһында һүҙ йөрөтөү дөрөҫ булмаҫ. Әгәр мохтажлыҡта көн күрәбеҙ икән, мәҙәниәтте үҫтереү мөмкин түгел. Икмәк булһа, йыр ҙа була, тип халыҡ юҡҡа әйтмәгән. Иң башта кешенең тормош-көнкүреш кимәлен күтәреүҙе уйларға кәрәк.

Фәнил ҠОҘАҠАЕВ. Шулай ҙа Мәҙәниәт йылы киләсәккә ҙур этәргес, нигеҙ булыр тип ышанғы килә. Ел иҫмәй тороп, тирмән әйләнмәй. Мәҙәниәт йылының "еле" "тирмән"ебеҙҙе әйләндерә башларына, һәм был "ел"дең йылдан-йыл көсәйеренә өмөтләнәйек.

Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ. Былтыр Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы үтте тип тәбиғәткә ҡул һелтәп ҡуймаясаҡбыҙ бит. Был эш тә дауам итер. Йыл аҙағында иң төп мәсьәләләрҙе асыҡлап, нимәләр эшләнгәне, нимәләрҙе башҡарырға кәрәклеге хаҡында дәүләт етәкселеге, фекер туплап, артабанғы маҡсаттарҙы билдәләр.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА. Нисек кенә булмаһын, кәмәнең мороно иҡтисадҡа барып төртөлә. Ауылдарҙы күтәрмәйенсә, кешене лайыҡлы эш хаҡы менән тәьмин итмәйенсә тороп, ниндәй мәҙәни үҫеш булһын ул!

Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ. Беҙ матдилыҡты алға һөрөп йәшәйбеҙ. Ләкин бит, донъя ғалимдарының иҫбатлауынса, иң башта рух булырға тейеш. Рух булһа, кеше йәшәй. Рухы һынған, дәрте-илһамы булмаған кеше донъя көтә алмай. Уға миллион тотторһаң да, тәләф итеп бөтөрәсәк. Иң тәүҙә кешелә рухты уятырға, дәрт бирергә кәрәк. Йылды Мәҙәниәт йылы тип нарыҡлау ҙа нәҡ ошоға ҡайтып ҡала, минеңсә.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА. Дәрт тигәндән, шуны әйтәйем әле: Былтыр "Башҡортостан" гәзите "Һөнәрмән" тигән шәп конкурс ойоштороп, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында уның йомғаҡлау кисәһен фестиваль итеп үткәрҙе. Ҡайҙан ғына килмәгәйне оҫталар. Уларҙың эшенә ҡарап һоҡланмаған кеше булмағандыр. Ошондай саралар халҡыбыҙҙы дәртләндерә лә, рухиәтен дә байыта.


Автор: С. ӘБҮЗӘРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 051

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 575

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 775

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 602

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 457

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 510

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 668

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 406

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571