Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡурай беҙгә — Бах та, Моцарт та...
Ҡурай беҙгә — Бах та, Моцарт та...— 15 йәшемдә алыҫ Ейәнсура яҡтарынан атайым менән Өфөгә килдек. Ниәтем сәнғәт училищеһының йыр бүлегенә уҡырға инеү ине. Ләкин мине ул саҡта: "Үҙең дә йәш, тауышың да йәш", — тип бороп сығарҙылар. Ни эшләргә? Аптырап коридорҙа баҫып торғанда, яныбыҙға бер ағай килде лә яғымлы йылмайып иҫәнләште, хәлебеҙҙе һорашты. Бер аҙ уйланып торғас: "Ҡурай уйнай беләһеңме?" — тип миңә төбәлде. Кире яуап ишетеүенә ҡарамаҫтан, бөтә яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алып мине, нота грамотаһы ла белмәгән ауыл малайын, ҡурай бүлегенә уҡырға алды. Яҙмышымда көтөлмәгән боролош яһап, ышаныс белдергәне һәм ярҙам иткәне өсөн Ришат Рәхимовҡа ғүмер буйы рәхмәтлемен.
Был һүҙҙәрҙе күренекле ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры Рәсүл Ҡарабулатов үҙенең остазы, Өфө сәнғәт училищеһының халыҡ уйын ҡоралдары бүлеге мөдире, ҡурай класы уҡытыусыһы Ришат Рәхимовтың 60 йәшлек юбилей кисәһендә әйтте.


Ошондай уҡ рәхмәт һүҙҙәрен республикабыҙҙағы бик күп танылған ҡурайсы белдерҙе. 40 йылға яҡын эшләү дәүерендә Ришат Рәхимов 200-ҙән ашыу ҡурайсы әҙерләгән. Хәҙерге көндә улар үҙҙәре Йомабай Иҫәнбаев, Ишмулла һәм Сәйфулла Дилмөхәмәтовтар, Ғата Сөләймәнов, Әҙһәм Исҡужин һымаҡ шәхестәр хөрмәтенә уҙғарылған бәйгеләрҙә, Октябрьский ҡалаһында "Ҡурай байрамы"нда еңеү яулаған оҫталар кимәленә күтәрелгән. Күптәре маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған. Байтаҡтары үҙҙәренең тыуған яҡтарына ҡайтып, йәш ҡурайсылар үҫтереүҙә ең һыҙғанып эшләп йөрөй.
...Ә бит Ришат Рәхимов үҙе лә халҡыбыҙҙың милли уйын ҡоралында бәләкәйҙән уйнап үҫмәгән. Баймаҡ районының II Этҡол ауылында 12 бала тәрбиәләнгән ғаиләлә дүртенсеһе булып донъяға тыуған Ришат гармунда, баянда уйнарға өйрәнә. Ә инде райондарындағы атаҡлы ҡурайсы Кәрим Дияров менән осрашыуы киләсәген бөтөнләй икенсе яҡҡа үҙгәртеп ебәрә. Өфө сәнғәт училищеһында яҡташы күренекле ҡурайсы Ғата Сөләймәнов асҡан ҡурай бүлегенә тәүгеләрҙән булып уҡырға килә. Һуңынан остазының эшен дауам итеп, ошонда хеҙмәт юлын башлап ебәрә, йәш ҡурайсыларҙы үҫтерә. Инде үҙенең уҡыусылары ла мәртәбәле исемдәргә лайыҡ булған: Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры етәксеһе Рәмил Ғәйзуллин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Нефтекама филармонияһының художество етәксеһе Айбулат Рәхмәтуллин, Ҡурайсылар союзы етәксеһе, ҡурайсылар бәйгеһендә гран-при яулаған Илшат Солтангәрәев, Өфөләге 7-се музыка мәктәбе директоры Айрат Ғайсин, танылған ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Ишморат Илбәков, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Рушан Биктимеров, Илшат Ишморатов, Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаттары Марсель Сәйетов, йырсы һәм ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәттәх Аралбаев, йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә яратҡан "Ант" төркөмө етәксеһе Алмас Ғафаров... Исемлекте әллә күпме дауам итергә була.
Был донъя ҡыҙыҡ бит ул: ҡайһы бер ижадсылар сәнғәт һуҡмағына аяҡ баҫып, тик үҙенең үрҙәргә үрләүен генә хәстәрләй, алдына маҡсат ҡуя ла шуға ынтыла. Һөҙөмтәлә, тормошта ҙур уңыштарға өлгәшә, маҡтаулы исемдәргә эйә була. Афариндар!
Ә икенселәр ғүмер буйына таланттар үҫтерә, үҙе күп осраҡта күләгәлә ҡала. Халыҡ араһында ла бик күренеп бармай, сәхнәләрҙә лә йыш сығыш яһамай, исеме лә телгә инмәй. Әммә ул һәләттәр үҫтереүе менән бәхетле, киләсәккә ҡала торған эҙҙәр һалыуы менән оло ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерә, хеҙмәтенән кинәнес таба, оҫталығын, тәжрибәһен йәштәргә бирергә тырыша. Улар ысын мәғәнәһендә ҙур хәреф менән яҙыла торған Уҡытыусылар иҫәбенә инә.
Башҡортостандың халыҡ артисы Ришат Рәхимов тураһында һөйләгәндә, ни өсөндөр гел ошо сағыштырыу иҫкә төшә. Сөнки уның менән бергә сәнғәт донъяһына килеп ингән йәштәштәре, инде хәҙер хатта уҡыусылары Рәсәйҙең маҡтаулы исемдәренә лайыҡ булды, төрлө конкурстар лауреаты исемен алды. Ә Ришат дүрт тиҫтә йыл буйы тиерлек баш баҫып республикабыҙға ҡурайсылар әҙерләүен дауам итә. Уҡытыусы өсөн, бәлки, үҙенең уңыштарына ҡарағанда шәкерттәренең оло ҡаҙаныштар яулауы мөһимерәктер ҙә.
Ришат Рәхимов кабинет уҡытыусыһы ғына түгел. Ул 1999 йылда "Ҡурай" исемле уҡыу ҡулланмаһы сығарып, музыка мәктәптәрендә, колледждарҙа, училищеларҙа уҡыусы буласаҡ ҡурайсылар өсөн бик кәрәкле эш башҡарған. Ул ошо ҡулланмаһына Ғата Сөләймәновтың йыйған, әммә баҫылмай ҡалған көйҙәрен дә бер бүлек итеп индереп ебәрә.
2011 йылда Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте был бик кәрәкле ҡулланманы ҡабаттан баҫып сығара. 2012 йылда иһә Ришат Рәхимов тормош иптәше Сәйҙә Мөхтәр ҡыҙы менән берлектә "Таланттар йондоҙлоғо: Ғата Сөләймәнов" исемендәге фәнни-популяр китап баҫтыралар. Ул остазының 100 йыллығына бағышлана.
Ҡурай сәнғәтенең донъя кимәлендә танылыуында Ришат Рәхимовтың өлөшө ҙур. Ниндәй генә сит илдәрҙә сығыш яһамай уның уҡыусылары. Баш ҡалабыҙҙағы 17 музыка мәктәбенең күбеһендә ҡурай кластары эшләүе лә шул хаҡта һөйләй. Уның рухлы уҡыусылары ҡалала йәшәүсе башҡорт балаларына моңобоҙҙо ҡайтарыу, күңелдәренә рухи орлоҡтар һалыу өсөн бирелеп эшләй.
Ришат Рәхимовтың юбилейында сығыш яһап, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай: "Ҡурай беҙгә Бах та, Моцарт та..." тип әйткәйне. Бында хаҡлыҡ та, ғорурлыҡ та бар. Халҡыбыҙҙың тарихын, һағышын, йыһан моңон үҙенә һеңдергән ҡурай, ысынлап та, Бах, Моцарт, Паганини моңдарынан һис тә кәм түгел. Яңы быуын ҡурайсылары илаһи милли ҡоралында башҡорт халыҡ көйҙәрен генә уйнап ҡалмай, ә бөтә донъя әҫәрләнеп тыңлаған музыкаль композицияларҙы ла башҡара, оркестрға ҡушылып та яңғыраған ҡурай моңо башҡа уйын ҡоралдары янында бер ҙә юғалып ҡалмай, ә үҙенсәлекле тауышы менән музыканың яңғырашын, көй биҙәген байытып ҡына ебәрә.
Ҡайҙа ғына, ниндәй генә илдә, ниндәй генә сәхнәләрҙә яңғырамай хәҙер ҡурай! Шөкөр, һуңғы ҡурайсының ҡәбере өҫтөндә һуңғы башҡорт ҡурай уйнағанын күреүҙе көҫәгәндәргә ҡыуанырға яҙманы. Бының өсөн беҙ Ришат Рәхимов кеүек бихисап ҡурайсылар үҫтереүсе уҡытыусыларға бурыслыбыҙ. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы ғәжәйеп моңло ҡурайсы Азат Айытҡоловтың да республикабыҙ райондарында ғына түгел, ә күрше өлкәләрҙәге мәктәптәргә барып, ҡурай уйнарға өйрәнергә теләгән башҡорт балаларына бер нисә йыл дауамында дәрестәр биреп йөрөүен беләбеҙ. Ә бит уға бер кем дә, бер ниндәй ҙә йөкләмә бирмәгән. Был эште ул халҡыбыҙҙың рухы һүнмәһен, моңо юғалмаһын тигән ниәттән намыҫы, йөрәге ҡушыуы буйынса башҡара. Азат Айытҡолов Башҡорт дәүләт филармонияһында юбилярҙы ҡотлап, ҡурайҙа халыҡ көйөн уйнағанда Ришат Рәхимов аяғүрә баҫып тыңланы. Быны Азатҡа ғына түгел, ә ҡурайға, илаһи моңға, баш эйеү, хөрмәтләү билдәһе тип ҡабул итте тамашасы. Ысынлап та, күренекле шағирә Рәмзилә Хисаметдинова әйтмешләй, "Бындай көйҙәр баҫып тыңлана, бындай көйҙәр ултырып тыңланмай..."
Ришат Рәхимовты ҡотларға тип уҡыусылары Дәүләкән, Ейәнсура, Ғафури, Баймаҡ, Бөрйән һәм башҡа райондарҙан килгәйне. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙҙәре урындарҙа йәш ҡурайсылар тәрбиәләй. Остаздың 200 уҡыусыһы йәшәгән төбәктәрендә эшләп, уҡытыусылары кеүек, 200 ҡурайсы өйрәтһә, милли уйын ҡоралыбыҙҙың киләсәге, иншалла, өмөтһөҙ булмаҫ. Тик ошо ижади сылбыр ғына бер үк өҙөлә күрмәһен.
Юбилей кисәһен Ришат Рәхимовтың бөгөнгө уҡыусыларының сығышы тамамланы. Остаз үҙе лә улар араһына барып баҫты. Дәртле моң тағы ла көслөрәк һәм аһәңлерәк яңғыраны.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 058

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 604

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 672

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 408

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573