Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "Башҡорттоң уң ҡанаты ул"
"Башҡорттоң уң ҡанаты ул"Ринат КАМАЛ, яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты:
Ваҡыт аты елә генә. Миҙгелде миҙгел, йылды йыл алмаштыра. Бына Йыһанда Йылҡы йылы тулап, бышҡырып, ишек тупһаһын дөбөр-шатыр килтереп, Ер йөҙөнә аяҡ баҫты.

Мин инде уны һағайыбыраҡ ҡаршылайым, сөнки үткәндәгеһе донъямды туҙҙырып, ҡорған оямды зил-зәбәр килтерҙе: 2002 йылда ҡатыным Әлфирә яҡты донъяны ташлап китте, өс улым — Азамат, Мәғәсүм, Юлай — етем ҡалды. Быныһы, исмаһам, мәрхәмәтлерәк булһын, ҡырғын яуҙырмаһын, тим. 60 йәшем тулыуға туған коллективым — Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте, Алла бойорһа, романдар йыйынтығын сығарыр... Унда уҡыусыларҙы ҡыҙыҡтырған "Шаңдау", "Беләҙекүл", "Талаҡ!", "Дебет шәл", "Һөйкөмлө һөйәк" әҫәрҙәре тупланған. Иң ҙур ҡыуанысым да, уҡыусыға күстәнәсем дә шул булыр һымаҡ.
Йылҡы йылында тормошобоҙ бәрәкәтле, һулышыбыҙ иркен булһын, аттай дулап, дыулап йәшәйек, тик донъя емермәйек, тағы башҡорт булыуыбыҙҙы онотмайыҡ, туған телебеҙҙәге гәзит-журналға яҙылайыҡ, китап уҡыйыҡ, әләйһә, "мин мин инем, хәҙер кеммен" тигән һымаҡ, яңы заман тыуыуына һылтанып, башҡортлоҡтан оялып йөрөгәндәребеҙ ишәйҙе. Беҙ был ергә илебеҙҙе, телебеҙҙе, милләтебеҙҙе һайлап килмәгәнбеҙ, улар беҙҙең маңлайыбыҙға тамғалай һуғылған, уны юйып та, һыҙып-һыҙырып та ташлап булмай: башҡорт булып тыуғас, башҡорт булып йәшәйек, башҡорт итеп ерләһендәр беҙҙе ҡәрҙәштәребеҙ.

"Башҡорттоң уң ҡанаты ул"Әсхәл Әхмәт-Хужа, шағир:
Үҙемде белә-белгәндән бирле бар тормошом атҡа бәйле. Атайым Бөйөк Ватан һуғышынан һуң байтаҡ йылдар Әбйәлил райпотребсоюзында ҡиммәтле йәнлек тиреләре әҙерләүсе булып эшләне, райондың тау-урман зонаһындағы һәммә ауылдарҙы гиҙеп, һунарсыларҙан тире йыйҙы. Атайым еккән аттар икәү ине. Бер аҫау айғырыбыҙҙы менгегә һәм еккегә Әсхәл тигән ауылдаш ағай өйрәткән, аҙаҡ Әсхәл ағай менән минең хөрмәткә айғырҙы Әсхәлкә тип йөрөттөк. Оҙон тороҡло, оҙон кәүҙәле тура бейәһе иҫемдә бигерәк тә ныҡ һаҡлана. Егәрле лә, аҡыллы ла ине. Йыл да ҡолонлай торғайны. Бер ҡолонон ҡустыма инселәп, Әғләмкә тип атаныҡ.

1948 йылдың ноябрь аҙағында 40 йәш өҫтөндә генә әсәйем ҡапыл вафат булды. Ҡот осҡос хәбәрҙе атайым Асҡарҙа, райпотребсоюзда, ишетеп, илай-илай санаға ауған. Туры бейәбеҙ текә һыртлы тау аша тәңгәлдән 18 саҡрым ҡаялы-ташлы юл үтеп, саба-саба аҡ күбеккә батып, атайымды алып ҡайтты — быға кескенә көйөнсә үҙем шаһитмын. Атайым нисек сананан йығылып ҡалмаған — аптырамалы хәл.
Ғәйнан, Әсләм, Әкрәм ағайҙарым, моғайын, мине ике-өс йәшемдә үк атҡа атландырғандыр — уныһын хәтерләмәйем. Мәгәр, ҡул аҫтына ингәс тә, аттарға һоло, бесән һалыу, һуғарыу, уларҙың аҫтын (һандығын) таҙартыу кесе ағайым Әкрәмдең, минең һәм ҡустым Әғләмдең бурысы һаналды. Үҫә төшкәс, йыл әйләнәһенә утын ташыу ҙа, ҡыш көрт йырып бесәнгә барыу ҙа беҙҙең өлөшкә тейҙе.
Бер ваҡиға һаман онотолмай. Мәктәптә лә уҡымайым әле. Һыуыҡ ҡыш көнө. Ҡулыма сыбыҡ тоттом да аттарыбыҙҙы Ҡыҙыл йылғаһына мәкегә һуғарырға ҡыуып алып барҙым. Һыбай килеш ярамай, сөнки малҡай иңкәйеп-һонолоп һыу эскән мәлдә аттың башы аша тәкмәсләп мәкегә сумып китеүең дә бик мөмкин. Ҡайтышлай, урам буйлап үтешләй, бына мин ниндәй эшкингәнмен, аттарҙы һуғарырға үҙем йөрөтәм, тип уйлап, маһайып, өлкән ағайымдың көрән бейәһенең бәкәлдәрен сыбыҡ менән нығыраҡ тызып ташлағанмын. Көрән бейә иһә, етәр, бимазалама, типтер инде, мине сандырҙарымдан ипләп кенә арт тояҡтарына эләктерҙе лә юл ситендәге һырынтыға елгәрҙе. Һис бер ерем ауыртманы былай, әммә ғүмерлек һабаҡ алдым: сәбәпһеҙгә ҡулың ҡысымаһын! Эйе, оло мал аҡыллы була, йәлләй белә шул. Йәшерәк мал, йә иһә ҡолон йәки тай икән, йәлләп тормай, үлтерә тибеүе лә ихтимал... Ошо фәһемде һәр кемгә мыйығына урап ҡуйыу фарыздыр.
Ғәйнан ағайым өс ауылды (Амангилде, Әбделғәзе, Үтәгәнде) берләштергән "Ҡыҙыл" колхозының рәйесе булып эшләгәндә, бура ҙурлыҡ Һарайғырҙы екте. Ул заманда бесәнде көҙҙән үк трактор менән тарттырып ихатаға килтереп ҡуйыу юҡ: кәбәндәр ҡышҡы осорҙа — алыҫтамы, яҡындамы — сабынлыҡта ултыра. Беҙҙең сабынлығыбыҙ ауылдан 12-13 саҡрым самаһы ерҙә ятҡан Айыуатҡан һәм Ҡыҙылһыйыр тигән төбәктәрҙә ине.
Урманда ҡар ҡалын һала, тәрәнлеге метр ярым-ике метрғаса етә. Бер көн күмәк аттар менән бесәнгә киттек. Миңә 10 йәш самаһы булғандыр. Һарайғыр кәбәндән-кәбәнгә һәм килгән ҡаты юлға тиклем араларҙа туҡтауһыҙ эҙ ярҙы. Арыманы ла, талсыҡманы ла. Ағайҙарым кәбәндәрҙе ҡутарып, 5-6 йөктө тейәгәнсе, ҡышҡы ҡыҫҡаса көн һүрелеп, эңер инде. Иң тәүҙә Һарайғыр санаһына әллә нисәмә күбәлек бесән тейәп, мине ауылға ҡайтарып ебәрҙеләр.
Минең бурысым — ай яҡтыһында юлды сос шәйләп барыу, ҡырын бөгөлөштәрҙә сана һалыулап китеп аунамаһын өсөн, баҫырауҙан уңға йәки һулға тиҙ генә күсеп, йөктөң тигеҙлеген һаҡлау, Һарайғырҙа эшем дә юҡ. Уға хатта дилбегә ҡағыу ҙа кәрәкмәй: ҡанатлы толпармы ни, үр тип тормай елә лә саба, саба ла елә. Ҡайтҡас киң дә, бейек тә урыҫ ҡапҡаһына йөк кипҫәнә-кипҫәнә саҡ һыйҙы. Атайым: "Малайҙар тотош кәбәнде тейәгәндәр ҙәһә Һарайғыр санаһына", — тип хайран ҡалды... Бына ниндәй бәһлеүән арғымаҡтар осрай башҡорт тоҡомло аттар араһында!
Малай сағымда лобогрейкала колхоздың иген көлтәләрен һуҡҡанда ат башында ла йөрөнөм; бесән мәлендә колхозда күбә лә тарттырҙым; Рәсимә исемле яҡын ғына туған апайыбыҙ туйында ағайымдың ҡара айғырына менеп, ҡоҙаларҙан һебәлек бүләген дә алып ҡастым...
Булды, бөтәһе лә булды. "Башҡорттоң уң ҡанаты — ат" тигәндәре хаҡ икән. Аттар менән айҡашып, аттар менән ҡосаҡлашып-яратышып йәш ғүмер үтте лә китте, аңғармай ҙа ҡалынды.
Шиғриәт иленә килеп юлыҡҡас, шиғырҙар яҙа башлағас, үҙем дә һиҙмәнем: минең барса ижадым, баҡтиһәң, аттарға бәйле икән! 25 йәшемдә донъя күргән тәүге китабым "Һыбай сыҡтым" тип атала. Шунан "Бәйге", "Оран", "Майҙан", "Толпарым" тигәндәре баҫылды. Аҙағыраҡ нәшер ителгән "Сәм", "Донъя шундай ҙур!", "Аҡ теләктәр әйтәм" тигән китаптарымда ла шул уҡ ярыш ҡомары, тиҙлек, етеҙлек, мәңгелек хәрәкәт, башҡорттоң ярһыу характеры сағыла. Был тәҡбирҙәргә мин, әлбиттә, белмәйенсә фәҡәт шиғри һиҙемләү арҡыры ғына өлгәшкәнмен.
Үҙемдең Йылҡы йылында тыуғанлығымды ла мин бик һуңлап, 60-ымды үткәс кенә, мөғжизәгә тиң бер мәл рәүешендә астым. Күрәһең, ат башҡорт кешеһенең барлыҡ булмышына, ҡанына, йәненә һеңгән, башҡортто — уң ҡанатлы аттан, атты башҡорттан айырып фәлсәфә ҡороу кәрәкмәй.
Ошо Йылҡы (Ат) йылында мин бөтә республикабыҙ халҡына, туғандарыма, дуҫтарыма ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, көс-ҡеүәт, егәрлелек, сыҙамлыҡ теләйем! Аңдарҙа сабырлыҡ, аҡыл, миһырбанлыҡ, һөйөү һәм йәлләү тойғоһо мул булһын. Ә йәштәрҙә сәм, ажарлыҡ, дәрт-дарман ташып торһон!

"Башҡорттоң уң ҡанаты ул"Бәхтейәр ХӘЛИТОВ, шағир:
Халҡыбыҙ өсөн изге йән эйәһе — Йылҡы йылын ҡаршыланыҡ. 2014 йыл беҙгә һәм, ғөмүмән, бөтә республикабыҙға ҙур уңыштар алып килер тип уйлайым.

Шағир өсөн ат — илһам символы ла. Теләк рәүешендә шуны әйткем килә: ир-егет йөрәгендә ятҡан эйәрле ат ятып ҡына ҡалмаһа ине!

Мең төрләнеп донъя, этлек түгел,
Ирлек еңһен өсөн был ерҙә
Эйәр-ҙәр-гә!..
Күңелебеҙ менән
Булайыҡсы атта ғүмергә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 649

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 535

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 748

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 381

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545