Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Урам балалары (4)
Урам балалары (4)Ләйсән йүгереп инеп китте. Күп тә үтмәне, һыу алып сыҡты. Тәүҙә үҙе менән алған тәрилкәгә ҡойоп Йондоҙҙоң алдына ҡуйҙы. Көсөктөң кинәнеп һыу ялағанын күреп, ҡойроғон болғап, Юлдаш килеп етте. Банканың яртыһында ҡалғанын ҡыҙ малайға бирҙе.
Ләйсәндең көсөккә ҡарап шул тиклем күҙе ҡыҙҙы. Хәҙер үк үҙенең фатирына алып ҡайтырға риза ине. Тик хужаһы бар шул. Ахырҙа ҡыҙ һорамайынса булдыра алманы:
— Данил, һинең бер этең бар бит. Әллә көсөгөңдө миңә бирәһеңме?
Малайҙың, был һүҙҙәрҙе ишеткәс, төҫө үҙгәреп китте:
— Юҡ, юҡ, юҡ! Ул — минеке, берәүгә лә бирмәйем! — Данилдың яуабы ҡәтғи яңғыраны.
Ҡыҙ үҙе лә әрһеҙлегенә уңайһыҙланып китте.
— Борсолма, — тип йыуатты малай. — Мин ошо тирәлә йыш булам. Теләһәң, Йондоҙ менән бергәләп уйнарбыҙ.
Ләйсән ҡыуанып, йылмайып ебәрҙе. Шулай оҙаҡ ҡына ишек алдында торҙолар. Көсөктән айырылғыһы килмәне ҡыҙҙың...
Данил Ләйсән, менән хушлашҡас, баҙар яғына юлланды. Ундағы сауҙа нөктәләре янынан ҡат-ҡат үткеләне. Бигерәк тә икмәк, төрлө емеш-еләк һатылған урындарҙа оҙаҡ торҙо. Эт менән көсөк тә "әйҙә, шул тәмлекәсте алып ашайыҡ" тигәндәй, аяғы янында уралды. Их, бер кем дә хәленә инмәй шул малайҙың! Ошо ҡаластарға, кәнфит-печеньеларға ҡарағанда ауыҙына һыу йыйылғанын, исмаһам, берәйһе һиҙһәсе!
Тегеләй, былай йөрөй торғас, кис тә яҡынлашты. Тирә-яҡты ҡараңғылыҡ баҫа башланы.
Данил бәләкәй саҡтан ҡараңғынан ҡурҡа ине. Ниндәйҙер шайтандар, яуыз көстәр кис һунарға сыға, имеш, тип ишеткәне бар. "Бөгөн төндә ҡайҙа йоҡлармын икән? Һыуыҡта урамда туңмаһам ярар ине" тигән уй мейеһен сүкей. Йоҡлар урындың булмауы уны бөтә шайтандарҙан да нығыраҡ ҡурҡыта ине.
— Бөгөн икенсе йорттоң подъезына инеп ҡарайбыҙ, — тип өндәште ул янында торған дүрт аяҡлы дуҫтарына. Бер аҙ уйланып торғас, бейек йорттар янына йүнәлде. Ә Йондоҙ менән Юлдаш унан бер аҙым да ҡалманы.
Ҡараңғы тыҡрыҡтан китеп барғанда, артынан ике кешенең эйәргәнен һиҙеп ҡалды Данил. Күҙ яҙҙырмаҡсы булып, уңға ла боролоп ҡараны. Әммә тегеләр бер ҙә ҡалырға уйламаны. Ҡурҡышынан малайҙың йөрәге дөпөлдәп тибергә кереште. Артына әйләнеп ҡарағайны — егерме метр самаһы алыҫлыҡта ике малай эйәреп килә. Данил аҙымдарын шәбәйтһә, улар ҙа йәһәтерәк атлай. Ҡурҡышынан тиргә батты. Йөрәге атылырҙай булып тибә.
"Ҡасырға!" тигән уй мейеһен телеп үтте. Йәһәт кенә көсөктө ҡулына алды ла йән фарман йүгерергә тотондо. Юлдаш та уны уҙып китеп алға сапты.
— Туҡта, тинем, туҡта!
— Хәҙер аяғыңды һындырам!
Ҡыуыусыларҙың һүҙҙәрен ишеткәс, Данил тағы шәберәк йүгерә башланы. Ә тегеләр туҡтарға уйламай ҙа, елдерә генә!
— Туҡта! Туҡта!
Ах, ҡәһәрең! Ошо яҡтарҙы насар белә шул Данил. Бер нәмәгә лә ҡарамай алға йүгереп, ҡапҡаға килеп төртөлөрмөн тип уйламағайны ла. Ике яҡтан бейек йорт, ә алда — стена. Малайҙың быуындары туҡтауһыҙ ҡалтырай. Ҡурҡышынан илар сиккә етте. Теге эҙәрлекләүселәр шунда уҡ ҡыуып етте. Үҙҙәре алама кейемдә, өҫ-башы туҙып бөткән. Берәүһе ҡыуып еткәс тә, туҡтап та тормайынса, йән асыуына Данилды тәгәрәтә һуҡты. Малай тәкмәсләп барып төштө, көсөк тә сыйылдап тәгәрәп китте. Бәләкәсенең илауын күреп, ҡара эт ырылдап, тегеләргә ташланды.
Икенсеһе, тәпәше, ҡулына таяҡ тотоп алған икән. Эттән ҡурҡып, уны таяғы менән ҡыуалап маташты.
— Этеңде тый, этеңде! — тине оҙонорағы, ялбарғандай итеп.
— Ал, тинем этеңде, ал!!!
Данил Юлдашты тынысландырырға тотондо.
— Етәр, Юлдаш! Юлдаш, етте, етте, тыныслан!
Ҙур батырлыҡ күрһәткәндәй, Юлдаш өрҙө-өрҙө лә, бер аҙҙан тынып, Данилдың янына баҫты.
— Мин һеҙгә нимә эшләнем һуң? — тине Данил аптырап.
— Ә ниңә беҙ әйткәндә туҡтаманың? — Оҙоно малай яғына яҡыная бирҙе.
— Әлләсе...
Һүҙгә ҡулына таяҡ тотҡан тәпәшәк тә ҡушылды:
— Һин нимә эшләп йөрөйһөң беҙҙең территорияла?
Данил ни тип яуап бирергә лә белмәне.
— Йә, ярай, шөрләмә, әйт, ни өсөн бында килеп сыҡтың?
— Өйҙән сығып киттем дә, бына шулай... — тине ул, ҡулын һелтәп.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, һонтор малай ҡыуанып китте:
— Былай булғас, үҙебеҙҙең пацан булып сығаһың бит...
— Ниңә күптән әйтмәнең уны, тимәк, дуҫ булайыҡ, — тәпәшәге иҫәнләшер өсөн ҡулын һуҙҙы. — Беҙ һине берәй "добыча" тип уйлаһаҡ...
Данил икеһе менән дә ҡул бирешеп иҫәнләште. Һүҙҙе оҙон дауам итте:
— Әйҙә, танышайыҡ! Мин Сиған булам.
— Ә мин — Сәтләүек! — тип ҡушылды тәпәш. — Ә һинең ҡушаматың бармы?
— Исемем — Данил. Ә ниңә исемегеҙ шул тиклем ҡыҙыҡ ул?
— Һөйләһәң, оҙон хәбәр инде. Ҡурҡма, һиңә лә ҡушамат табырбыҙ, — тине Сиған тип таныштырғаны. — Һин теплицанан ҡасҡанһың инде...
"Аңламаным" тигәндәй яурындарын һелкте Данил.
— Теплица, тимәк — ул өй! — Яҡыная биреп, Сәтләүек төшөндөрөргә тырышты. — Теплицала ҡыяр, помидор кеүектәрҙе үҫтерәләр бит. Өйҙә лә шулай, ундағы малай-ҡыҙҙар әҙергә йәшәй. Ә беҙ үҙ тамағыбыҙҙы үҙебеҙ туйҙырабыҙ.
Уларҙың һүҙен дәлилләгәндәй, Данил башын һелкеп ҡуйҙы.
— Һин, Дан, хәҙер ҡайҙа барырға уйлайһың?
— Әллә...
— Ҡараңғыла бында яңғыҙ йөрөүе ҡурҡыныс. Киттек беҙҙең менән. Унда ашарға ла бар. — Беҙгә эйәр тигәнде ишаралап, Сиған алға ымланы.
— Беҙҙең, беләһеңме, ниндәй һәйбәт урыныбыҙ бар? — тине Сәтләүек. — Күптәр шунда йәшәргә хыяллана! Бер кем дә һиңә шулайт-былайт тип нотоҡ уҡымай. Мәктәпкә бар тиеүсе юҡ, күпме теләйһең — шунса йоҡлайһың. Дуҫтар ҙа өҙөлмәй беҙҙән. Йылы, бер кем дә ҡамасауламай. Әйҙә, киттек!
Ошо ҡараңғы донъяла тағы ҡайҙа бараһың, тип уйланы ла Данил, теге малайҙарҙың артынан эйәрҙе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Лилиә
    Лилиә от 03.01.2014, 15:08
    Миңә повесығыҙ оҡшаны, ҙур уңыштар һеҙгә.






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 597

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 409

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 663

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 403

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 567