Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Урам балалары (1)
Урам балалары (1)Повестан өҙөк
Тубыҡтарын ҡосаҡлап, көсөк шикелле бөгәрләнеп ятҡан малай дер ҡалтырап уянды. Тышта ҡараңғы төшөп тә өлгөргән икән. Бая ике ҡат свитер кейеп, юрғанға уранып ятҡайны. Һыуыҡ барыбер үҙенекен итте, тәне өҙлөкһөҙ ҡалтырай, тештәре тешкә теймәй.
Карауатта ятып түҙмәне малай, өйҙөң бирге яғына сығып, өҫтәл янына килде. Ике стакандан, буш шешәнән башҡа бер нәмә лә күренмәй. Ул кәштәләрҙе, тартмаларҙы асып ҡараны. Исмаһам, ярма йә бер-ике бөртөк бәрәңге лә юҡ бит!
Асыҡҡан, ҡалтыраныуынан тыныслана алмаған малай аптырап ултыра бирҙе лә йән асыуынан:
— Әсәй тағы эсергә киткән! — тип ҡысҡырып илап ебәрҙе.
Ҡала ситендәге ошо ағас йорттан кеше өҙөлмәй. Әсәһенең шешәләш дуҫтары өсөн бында ишек һәр саҡ шар асыҡ. Ике йыл элек Данилдың атаһы үлгәйне. Әллә ҡайғыһынан, әллә яңғыҙлыҡтан әсәһе эскегә һабышты. Бер саҡ ят ирҙе өйгә индерҙе. Хәҙер ошонда өсәүләшеп көн күрәләр.
Атаһы донъя ҡуйғандан бирле Данил тыныс тормошто онотто. Тәмле аш ауыҙ иткәне, йылы өйҙә йоҡлағаны, йүнле кейем күргәне булманы. Әйтерһең дә, атаһы үҙе менән бөтә ҡотто алып китте.
— Былай булмай, — тип үҙ алдына һөйләнде Данил. — Нисек тә өйҙө йылытырға кәрәк...
Шул ниәт менән тышҡа сыҡты. Ихатаның теге, был яғына барып ҡараны. Утын түгел, сыра ла юҡ. Исмаһам, ошо март айы тиҙ генә үтеп китмәй, тип һуҡранды ул үҙ алдына. Ер ҡарҙан әрселһә, көндәр ҙә аяҙытыр, өйҙә лә ул тиклем һалҡын булмаҫ ине.
Ихатала бер нәмә лә тапмағас, баҡсаға сыҡты Данил.
— Таптым, — тип ҡыуанды ул, баҡса уртаһында үҫеп ултырған шыршыны күреп. Йәһәт кенә ағастың эйелеп торған ҡороған ботаҡтарын һындырып алды ла өйгә йүгерҙе.
Шунан ылыҫлы ботаҡтарҙы ваҡлап, ипләп кенә мейес эсенә өйҙө. Шырпы һыҙып, ылыҫҡа яҡынайтыуы булды — уныһы шытырлап янып та китте. Эй ҡыуанды малай, эй һөйөндө! Ялҡынға усын яҡынайта биреп, йылынырға ултырҙы. Тик был шатлығы оҙаҡҡа барманы. Күҙ асып-йомған арала ылыҫтар гөлт итеп көлгә әйләнеп өлгөрҙө, ә ботаҡтары һерәйеп ҡалды. Ут һүнде...
Ҡағыҙ һалырға кәрәк булған, тип уйланы малай. Өй буйлап ҡағыҙ эҙләргә тотондо. Һарғайып бөткән гәзит тапты. Өҫтәл аҫтында туҙышып ятҡан сепрәк-сапраҡты ла мейескә тыҡты.
Ҡағыҙ янып китте. Ялҡын сепрәктәргә күсте.
— Һүнмә инде, ут, зинһар, һүнмә! — Данил, өшөп бөткән бармаҡтарын йылытырға маташып, йәнә ялҡынға ҡулын яҡынайтты. Усаҡ бер ҙә дөрләргә ашыҡманы. Иҫке-моҫҡо быҫҡып, өйгә төтөн таралды.
Шул саҡ тышта кемдеңдер йүткергәне, берәүҙәрҙең шарҡылдап көлгән тауышы ишетелде. Ишек шар асылып китте лә киске ҡунаҡтарҙың йөҙө күренде. Әсәһе, үгәй атаһы һәм тағы ике ир пәйҙә булды.
— Нимә өйҙө төтәтеп ултыраһың?! — Мейес алдындағы Данилды күргәс тә, хужабикә тамағы ярылырҙай итеп ҡысҡырып ебәрҙе. — Ҡулыңдан бер эш килмәй, маңҡа. Ашарға таптырыуҙан башҡа бер нәмә лә белмәйһең!
Малайына екеренә-екеренә, быймаһын сисеп тормайынса әсәһе түргә үтте, кеҫәһенән шешә сығарып, шап иттереп өҫтәлгә ҡуйҙы.
— Йә, нимә ҡарап торағыҙ, исемләп саҡырғанды көтәгеҙме?! — тине ул әшнәләренә.
Был мәжлестең нисек бөтөрөн Данил яҡшы белә. Тағы талаш-һуғыш, барлы-юҡлы стакандарҙы ярыу, илаш-һыҡташ буласағы көн кеүек асыҡ. Шуға ла:
— Әсәй, эсмә инде! — тип үтенде.
Ләззәтләнеп араҡы ҡоя башлаған ҡатынды был асыуландырҙы ғына. Урынынан һикереп торҙо ла улының яғаһына йәбеште.
— Һин генә, ҡороғор, миңә аҡыл өйрәтмәһәң инде! — Әсәһенең бысрап, көрәккә әйләнгән ҡулдары малайҙы шул тиклем һығып алды, ебәрергә лә уйламай. — Һинең өсөн генә күпме һүҙ ишеттем, беләһеңме?! Мәктәпкә йөрөмәһәң дә — мин ғәйепле, бысраҡ кейенеп барһаң да — мин. Өйгә эшеңде эшләмәһәң дә — мин. Абышҡа булып бөткәнһең — һаман минең елкәмде кимерәһең. Һин тыуғансы, мал тыуһа, исмаһам, бер файҙа булыр ине. Башҡаса өнөң сыҡмаһын, көсөк, йәнемде көйҙөрһәң, йә үлтерә һуғырмын! — Шулай, төкөрөгөн сәсә-сәсә, әсәһе Данилды һелкетә бирҙе, малай уның ҡулдарынан ысҡынмаҡсы булып, тартышып маташты:
— Ебәр мине, ебәр!..
Данилдың был ҡылығы үгәй атаһына етә ҡалды.
— Ебәр әле шул маңҡаны! — тип ҡысҡырып әйтте ир. Әсәһе, ҡалтыранып, тыныслана алмай өҫтәл янына барып ултырҙы.
— Нимә, кеше булдыңмы, ә?! — Ҡуйы мыйыҡлы, тәпәшәк буйлы, араҡы еҫе аңҡып торған ир йылан кеүек ыҫылдап малайға яҡынайҙы. — Һаман тығаһыңмы мороноңдо? Теге саҡта ла һин эште боҙҙоң, сволочь!
Данил нимә тип яуап бирергә белмәне. Уҫал ҡараштан быуындары ебене. Уның күҙенә ҡарамаҫҡа тырышып, башын ситкә борорға ла өлгөрмәне, сикәһенә шап итеп ҡалды. Күҙ алдында осҡондар сәсрәп китте. Башы әйләнеп, бала иҙәнгә тәгәрәне.
Янына килеп йыуатыр, ғәфү үтенер тип, Данил, йәшле күҙҙәрен мөлдөрәтеп, әсәһенә ҡараны. Донъялағы иң яҡын кешеһе быға ыжлап та бирмәне:
— Ярай, шул эт менән эт булма, — тип иргә әйтте лә уны өҫтәл янына саҡырҙы.
Үгәй атай тынысланырға уйламаны.
— Нимә бисәләр кеүек мышнап ятаһың, ну-ка, тор! — Ҡаты ҡулдары менән Данилдың терһәгенән эләктереп, аяғына баҫтырырға маташты, ғыжылдап екеренә бирҙе.
— Ҡасан беҙгә йәшәргә хут бирәһең, һөлдә?! Әсәйеңә тағы бер һүҙ әйтеп ҡара, ялпаштыра һуғам да ҡуям. — Шул саҡ үсе һытылырҙай сиккә еткән үгәй атаһы, әллә өйгә тулған төтөндән сәсәп, йүткерергә кереште. Бер аҙҙан:
— Өйҙө ниңә төтәттең, инәңде!.. — тип Данилды йән асыуына төртөп ебәрҙе. Былай ҙа йүнле ризыҡ күрмәгәнлектән ябығып, хәлһеҙләнеп бөткән малай осоп барып төштө. Танауынан ҡан борх итеп ҡалды.
Ирҙең был тиклем шашыныуын күреп, әсәһе тынысландырырға тырышты.
— Ярай, инде, бабайым, ул тиклем ҡыҙма. Иртәгә иманын уҡытырмын әле, — тип ирҙең арҡаһынан һөйөп алды. — Ултыр инде, ултыр!
— Ух, маңҡа! Мин һине тегенең өсөн никогда не прощу!.. — тип һөйләнә бирҙе араҡынан шашынған ир. — Юрамал өйҙө төтәткән. Ана бит, бер нәмә лә күренмәй! Ут яҡма! Тауыҡ кеүек күшекһен әйҙә. Беҙ үлмәҫбеҙ. Бына был бөжәк иртәгә үк ҡатасаҡ!
— Ниндәй зыяным тейҙе һеҙгә? — тип ишетелер-ишетелмәҫ бышылданы малай. — Мин бит юрамал төтәтмәнем! Йылынырға ғына теләнем!
Эскәндәрҙең шарҡылдашып көлөүе, бер-береһе менән бәхәсләшә-бәхәсләшә һөйләшеүҙәре, Данилды мыҫҡыллап телгә алыуҙары бергә буталып, малайҙың башында ҡайнаны. Өйҙә һыуыҡ, төтөн дә таралмай. Тештәре тешкә теймәй дер ҡалтырап иҙәндә ята бирҙе ул.
Түҙә алманы Данил. Карауатҡа түшәк урынына йәйелгән курткаһын кейҙе лә урамға атланы.
Ишек алдына сыҡҡас, шешкән ирендәренең һыҙлауын кәметер өсөн, ҡарҙы усына йомарлап, ауыртҡан урынына баҫты. Тотош тәне һыҙлай.
Данил бәләкәй саҡтан йондоҙҙарҙы күҙәтергә ярата ине. Уларҙың исемен дә, нисек урынлашҡандарын да яҡшы белә. Быларҙы атаһы өйрәтте. Әле лә, үҙен тынысландырырға теләгәндәй, күккә баҡты. Ләкин унда бер йондоҙ ҙа күренмәй. Күк көмбәҙен ҡап-ҡара, ҡуйы болоттар солғап алған. Улар, өйҙәге төтөн кеүек, һис ҡасан да таралмаҫ һымаҡ тойолдо уға.
— Әллә тотош донъяның мейесе төтәй инде?! — Был уй малайҙың башына үҙенән-үҙе килде.
Данил ихатанан сыҡты ла күп ҡатлы йорттар яғына йүнәлде. Әсәһенең уны йән көсөнә елтерәтеүе, үгәй атаһының таштай ҡаты ҡулдары менән дөмбәҫләүе һаман да күҙ алдынан китмәне. Шул ауыр минуттарҙы иҫенә төшөрөп, бер туҡтауһыҙ һыҡтай-һыҡтай атлай бирҙе ул.
Ҡараңғы төндә ҡайҙа, кемгә барырға? Был һорауға ул яуап таба алманы. Их, белһә ине алда уны ниҙәр көткәнен!..

(Дауамы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. рита
    рита от 28.12.2013, 20:05
    Теге повестын дауамымы был?






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 676

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 044

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 566

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 769

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 594

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 449

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 406

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 661

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 400

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566