Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғүмер китабы дауам итә
Ғүмер китабы дауам итәЭй, кешеләр, һеҙгә ашығамын,
Бармы икән миндә эшегеҙ?
Мин бит һеҙһеҙ бер кем түгел ерҙә,
Мин бит кеше түгел кешеһеҙ.

Ошондай шиғыр юлдары менән башлап китте үҙенең 75 йәшенә арналған ижад кисәһен шағир Ирек Кинйәбулатов. Эйе, ул һәр ваҡыт кеше араһында. Был ғәҙәте "Совет Башҡортостаны" гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып эшләгән замандан килә. Матбуғат йортондағы журналистар йыш ҡына иртән Ирек ағайҙы инде йомошон үтәп сығып барған сағында осрата. Был хаҡта кисәлә сығыш яһаусы "Башҡортостан" һәм "Кызыл таң" гәзиттәренең баш мөхәррирҙәре Нияз Сәлимов менән Фаил Фәтхетдинов та билдәләп үтте, ошо баҫмалар менән даими бәйләнеш тотоуын белдереп, рәхмәт әйтте.
Шағирҙың ижадына арналған кисәне асып, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге республика Милли китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге етәксеһе Айгөл Буранғолова әҙиптең күп маҡтаулы исемдәрен һанап сыҡты: Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Мәжит Ғафури, Зәйнәб Биишева, Фәтих Кәрим, Рәми Ғарипов, Сергей Чекмарев исемендәге әҙәби премиялар лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре... Ә бит бер исем дә юҡҡа ғына бирелмәй. Ошо бүләктәрҙең һәр ҡайһыһы артында тауҙай хеҙмәт тора: аҡыл хеҙмәте, рухи ҡаһарманлыҡ, халҡыңа тоғролоҡ, тыуған ереңде сикһеҙ яратыу, батырлыҡҡа һоҡланыу, матурлыҡты данлау, тарихты килер быуындарға еткереү... Ысын мәғәнәһендә халҡы өсөн янып йәшәгән шағир ғына бындай исемдәргә лайыҡ.
Иң тәүҙә юбилярҙы Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Риф Тойғонов менән Башҡортостан Хөкүмәте аппараты кәңәшсеһе Рәйлә Вахитова ҡотланы. Улар шағир Ирек Кинйәбулатовтың индергән тос ижады хаҡында һөйләп, артабан да ҙур уңыштар теләне.
Кисәлә сығыш яһап, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай Ирек Кинйәбулатовтың поэмалар оҫтаһы булыуын билдәләне. Ғәзиз әсәһенә бағышланған "Сыйырсыҡтар бала осора" лирик поэмаһы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми иҫтәлегенә арналған "Йыр яҡтыһы" исемле хәтер-поэмаһы, Башҡортостандың тәүге халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева хөрмәтенә яҙылған "Йөрәктәге һәйкәлдәр" поэмаһы, яҙыусы Динис Бүләковҡа бағышланған элегияһы, "Бородино" балладаһы кеүек эпик әҫәрҙәре – был һүҙҙәргә ҡеүәт.
Башҡорт дәүләт университеты профессоры, ғалим Тимерғәле Килмөхәмәтов Ирек Кинйәбулатовтың ябай күренештәрҙе лә поэтик образ юғарылығына күтәрә алыу оҫталығын бер нисә миҫалда сағылдырып үтте. "Баҫыу юлы" исемле шиғырында атаһынан ҡара ҡағыҙ алған әсәһенең урған арыш кеүек ергә ауыуын, ә осоп киткән хат артынан йүгергән кескәй малайҙың ергә йығылғандан һуң ҡамыллы ҡырҙы атаһының яңаҡтары кеүек ҡабул итеүен һуғыш осоро балаларының мәңге онотолмаҫ образы итеп бирә шағир. "Бөрйән эте" шиғырында ла Ирек Кинйәбулатов, урмандарын ташып бөтөп бара, ә Бөрйән эте өрмәй, ерен сит-яттар тартып алып бөтөп бара, ә Бөрйән халҡы өндәшмәй, тип халыҡты битарафлыҡтан уянырға саҡыра.
Шағир менән осрашыуға килгән, сығыш яһаған һәр кем Ирек Кинйәбулатовтың үҙ тормошонда ниндәйҙер йоғонто яһағанын һөйләне. Ғалимдар һәм әҙиптәр Әхмәт Сөләймәнов, Рәшит Шәкүр, Әнисә Таһирова, Гөлфиә Юнысова, Гөлнур Яҡупова, Таңсулпан Ғарипова, Зөлфиә Ханнанова, Зөһрә Фәйзуллина, Зәйнәб Биишеваның Мәскәүҙә йәшәгән улы академик Тельман Әминев, Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева һәм башҡалар, ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, юбилярға арналған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
Шағир өсөн иң ҙур бүләк – әҫәрҙәренең уҡыусылар күңеленә барып етеүе, уларҙың уҡымлы булыуы, халыҡ өсөн хеҙмәт итеүе. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты деканы, профессор Луиза Хәмзә ҡыҙы Сәмситованың студенттар менән сығыш яһауы быға асыҡ миҫал булды. Әле шағир Ирек Кинйәбулатовтың әҫәрҙәре буйынса ике студент диплом эше яҙа, тип белдерҙе Луиза Сәмситова. Ә инде әҙипте ҡотларға килгән IV курс студенты башҡорт Айтуған Ҡуланчиндың, Башҡортостанда яҡшы билдәле Ырымбур егете — IV курс студенты урыҫ Вячеслав Черновтың сығыштары һәм Ҡаҙағстандан уҡырға килгән магистрат Мерей Купжановтың Ирек ағайҙың шиғырҙарын саф башҡортса уҡып ишеттереүе, аҙаҡ үҙ теленә тәржемә итеп, һөйләп күрһәтеүе иң ҙур бүләк кеүек ҡабул ителде.
...Бер мәл тамаша барышында Ирек ағай ҡапыл тороп сығып киткәс, залдағылар, ни булды икән, тип бер аҙ ғәжәпләнеберәк ҡалды. Ә инде шул арала моряк кейемен кейеп алған шағирҙың кире килеп инеүен күргәс, барыһы ла шаҡ ҡатты. Бында йыйылыусыларҙың күбеһе Ирек Кинйәбулатовтың йәш сағында моряк булып хеҙмәт иткәнен белмәй ҙә ине. Әле иһә үҙен Башҡортостан Республикаһының Диңгеҙ Йыйылышынан Хәрби-Диңгеҙ флоты офицерҙары ҡотларға килгәс, форма кейеп, улар менән бер сафҡа баҫты шағир. Элекке моряктар булмай, тигәндәре хаҡ икән. Юлай Моратов, Алексей Кирәев, Ринат Иҡсановтар шағирҙы ҡотлап бик йылы һүҙҙәр әйтте, Башҡортостан диңгеҙселәренә арналған китап менән кортик бүләк итте. Әле лә Ирек Кинйәбулатовтың ойошма эшендә әүҙем ҡатнашыуын, ауыр саҡтарында иң беренсе булып ярҙамға килеүен белдереп, рәхмәт әйттеләр.
Сығыштар шағирҙың һүҙҙәренә яҙылған йырҙар менән үрелеп барҙы. Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенткаһы Сабина Кучаева Ирек Кинйәбулатов һүҙҙәренә атаһы Насип Кучаев яҙған "Ҡыуанам" йырын башҡарҙы. Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Сәйҙә Ильясова шағир яратҡан "Уйыл"ды ишеттерҙе, атаһы – шағир һәм журналист Ғәли Ильясовтың Ирек Кинйәбулатов менән үҙ хәбәрсе булып эшләгән саҡтарындағы иҫтәлектәрен уртаҡлашты. Бик күп йырҙар авторы һәм үҙе башҡарыусы, "Дарман" телевизион тапшырыуын алып барыусы Гөлдәр Ишҡыуатова үҙенең иң тәүге яҙған йырының Ирек Кинйәбулатов һүҙҙәренә булыуын әйтте. "Сибай" тигән шиғырығыҙға яҙған йырым менән мәктәптә уҡығанда беренсе урынды алдым. Үҙегеҙ ҙә белмәй, киләсәк еңеүҙәремә юл һалдығыҙ, шуның өсөн рәхмәт һеҙгә", — тип, Ирек Кинйәбулатов һүҙҙәренә яҙған "Мин — хыялый" тигән йырын тәүге тапҡыр башҡарҙы. Йырсылар ғына түгел, ә биология фәндәре кандидаты, шағирҙың яҡташы Флизә Нәзирова ла рәхмәт һүҙҙәрен йыр аша еткерҙе.
Әлбиттә, был байрамға Ирек Кинйәбулатовтың яҡташтары ла килгәйне. Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илмира Ғәлиәхмәтова, Ҡырмыҫҡалы яҡташтар ойошмаһы рәйесе, республика Журналистар союзы рәйесе урынбаҫары — яуаплы секретары Фәнил Ҡоҙаҡаев шағирҙың тыуған яҡтары менән тығыҙ бәйләнештә йәшәүен, кәңәштәре менән ярҙам итеп тороуын билдәләне, район халҡы менән дә осрашыуға саҡырҙы.
Ирек Кинйәбулатовтың ижад кисәһенә килгән студенттар өсөн был осрашыу әллә нисә лекцияға торошло, фәһемле бер дәрес булғандыр. Сығыш яһаусыларҙан Ҡәҙим Аралбай Ирек Кинйәбулатов менән, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арнап, "Ҡот килтерһен илгә ҡоролтай!" тигән бик кәрәкле китап сығарыуҙарын, шағирә Әнисә Таһирова Ҡәҙим Аралбай менән Ирек Кинйәбулатовтың "Һуғыш балалары" тигән йыйынтыҡ әҙерләп нәшер итеүҙәрен, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина ҡәләмдәштәре ижадына арнап яҙылған мәҡәләләренән урыҫ телендә публицистик әҫәрҙәрен туплап сығарыуын да телгә алып үтте.
Ирек Кинйәбулатов, үҙе әйтмешләй, нисек йәшәһә, шулай яҙа, нисек яҙһа, шулай йәшәй. Әле шағирҙың пландары байтаҡ. Тарихыбыҙҙың утлы биттәре булған Порт-Артур хаҡында поэма яҙырға ла ниәтләнә ул. Моряктарса әйтһәк, якорҙы ташларға иртә әле.
"Ғүмер китабы" яҙылыуын дауам итә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 676

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 044

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 566

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 769

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 594

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 449

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 406

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 661

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 400

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566