Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Аҡыл эйәһеҒәбит Садиҡовтың тәүге афоризмдары бынан ҡырҡ йыл самаһы элек “Һәнәк” журналында донъя күргәйне. Ул Салауатта йәшәй ине, ҡаты тышлы ҡалын дәфтәргә тупланған яҙмаларын редакцияға шунан ебәргәйне. “Әйтелмәгән әйтемдәр” тигән исем ҡушып, уларҙы матбуғатҡа мин әҙерләп бирҙем. Был һүҙ бәйләме сәйерерәк яңғырай һымаҡ, ысынлап та, ниңә “әйтелмәгән әйтемдәр”, әйтелмәгәс, әйтем буламы ни ул тигән һорау тыуа. Мин уларҙың бығаса әйтелмәгән әйтемдәр булыуын күҙ уңында тотҡайным ул саҡта. Һуңынан Ғәбит ағай ошо исемдәге китабын да сығарҙы. Эйе, бығаса бер кем дә әйтмәгән, тормош тәжрибәһенә таянып, берәмтекләп йыйылған, кескәй генә күләменә ҙур фекер һыйҙырған әйтемдәр тупланғайны унда.

Тәүге әйтемдәр шәлкеменән һуң “Һәнәк”тең һәр һанында ул үҙенең фәһемле, үткер телле, тәрән мәғәнәле һәм шул уҡ ваҡытта үтә кескәй күләмле, йәғни бер генә һөйләмдән ғибәрәт афористик яҙмалары менән уҡыусыларҙы берсә һоҡландырып, берсә ҡыуандырып торҙо. Асылда был яҙмаларының һәр береһе тотош әѕәрҙә әйтелгән фекерҙәрҙе алыштыра алырлыҡ. Быуаттар буйы тупланған мәҡәл-әйтемдәр диңгеҙенә аҡыл тамсыларынан йыйылған йылғалай ҡойҙо уның ижады, был хикмәтле диңгеҙҙе байытты һәм мулыраҡ итте.
Академик Ғайса Хөсәйенов та уның тап ошо сифатына иғтибар иткәйне: “Бигерәк тә ҙур тормош юлы үткән, оло тәжрибә туплаған, бай аҡыл йыйған Ғәбит Садиҡов үҙен халыҡ һүҙ оѕталары рухында заманыбыҙҙың бер сәсән телле шәхесе, афористик жанр оѕтаһы итеп танытты. Уның афоризмдары мәҡәл, әйтем, һынамыш, ҡанатлы һүҙҙәр рәүешендәге жанр шәлкемдәре менән айырылып тора. Ижад емештәренә тапҡыр аҡыллылыҡ менән бергә төртмә теллелек, шаянлыҡ-шуҡлыҡ, пародоксаллек кеүек сифаттар ҙа бик хас. Заманыбыҙҙың Ғәбит сәсәне афоризм жанрына тулы мәғәнәһендә ижади гражданлыҡ, ҡабатланмаҫлыҡ юғарылығын бирә”.
Эйе, заманында Ғәбит Садиҡовтың фәлсәфәүи ынйыларҙан торған үҙенсәлекле ижады хаҡында байтаҡ арҙаҡлы шәхестәр, ғалимдар, яҙыусылар һоҡланыу тойғоһо менән матбуғатта яҙып сыҡты. Әйтәйек, ғалим, ауыҙ-тел ижады белгесе, филолог Розалия Солтангәрәева Ғәбит сәсәндең “Гәүһәр тиѕбе” тип исемләнгән китабының әһәмиәте лә, ҡиммәте лә бик ҙур булыуын билдәләй. “Һүҙ сәнғәтенә, фекерләү ҡеүәһенә өлгө булырҙай ҡойоп ҡуйылған ҡанатлы уйлы, тура һүҙле әйтемдәр китаптың бәѕен, ҡиммәтен күтәрә”, – ти ул. Унан быны дәлилләү өсөн миѕалдар килтерә: “Һине күрә алмағанды ла күрә бел”, “Алтын туйға барып етеү өсөн ҡорос сыҙамлыҡ кәрәк”, “Һынған сыҙамлыҡтан тимер күѕәк сыға”... “Һүҙ – сәпкә атҡан уҡтай төҙ, сәғәттәй самалы, нөктәләй теүәл, сәскәләй хуш булғанда, аң яңыртырлыҡ дәрәжә ала". “Гәүһәр тиѕбе”лә мәгәр бындай миѕалдар бик күп: “Ергә тиклем бөгөлөп күккә күтәрелеүселәр бар”, “Етәкселәр етерлек, етәкләүселәр аҙ”, “Үҙен генә ҡәҙерләгән кеше үҙ ҡәҙерен үҙе ебәрә”. Был йәһәттән Ғәбит Садиҡовтың китабы шағирҙарға ла, яҙыусыларға ла һүҙ, кәлимә, лаҡап өлгөләре менән бик кәрәкле үҙенсәлекле дәреслек тә була ала. “Гәүһәр тиѕбе”нең йәнә бер кәрәклегенең һәм ҡиммәтлелегенең дәлиле – һирәк осрай торған һүҙҙәрҙең китапта бик ҙур урын алыуы. Бер яҡтан улар башҡорт һүҙ, телмәр байлығына мәртәбә булһа, икенсе яҡтан фекер тослоғон, иң-иң булған хис-тойғоно, уйҙы тәрәнерәк әйтеп бирә алыу өсөн ифрат оло табыш (йәнә филология, шиғриәт мәктәбенә әсбап), тағы ла башҡорт һүҙен асыуға ҡулланма була ала”, – ти ғалимә.
Отҡор һүҙлелек, сәсәнлек һәләте Ғәбит Садиҡовҡа әсәһенән күскән. Дим буйындағы Ябалаҡлы ауылынан Урта Хәжәткә килен булып төшкән әсәһе Хәбибъямал йор, кинәйә һүҙле ҡатын була. Ғәбит ағайҙың хәтерләүенсә, һөйләшкәндә уның ауыҙынан фәһемле әйтемдәр, ҡобайыр-таҡмаҡтарҙан өҙөктәр сылтыр шишмәләй аға торған булған. Һәм, әлбиттә, зирәк аҡыллы кескәй Ғәбит күңеленә улар һеңә барған. Шулай итеп, ул бәләкәй саҡтан уҡ туған телдең матурлығына, кешенең эске һәм тышҡы донъяһын бер-ике һүҙ менән әйтеп биреү ҡеүәһенә, телдең үтә нескә байлығына, моңсоллоғона һоҡланып бөтә алмай.
Уҡығанда математиканан бөтә мәсьәләләрҙе иң тәүҙә сисеүсе һәләтле егет була. Уға “йоҡҡан” әсәһендәге һәләт тә тиҙҙән үҙен һиҙҙерә башлай. Һуғышҡа тиклем Өфөлә уҡығанда “Йәш төҙөүсе” гәзите биттәрендә балалар өсөн яҙылған әѕәрҙәре күренгеләй башлай. Тора-бара, ишеткән-уҡыған тапҡыр, фәһемле һүҙҙәр менән бергә, үҙ күңеленә килгән төрлө һынамыштарҙы, мәҡәл-әйтемдәргә тартым фекерҙәрҙе ҡуйын дәфтәренә теркәп барыу рухи ихтыяжына әүерелә уның...
Ижады ғына түгел, тормош һәм хеҙмәт юлы ла һоҡланғыс Ғәбит ағайҙың. 1942 йылдың февралендә техникумдың дүртенсе курсында уҡыған еренән үҙ теләге менән фронтҡа китә ул. Өфөлә ойошторолған 214-се уҡсылар дивизияһы составында Украинаны, Молдавияны, Румынияны, Венгрияны дошмандан азат итеүҙә ҡатнаша, бер нисә ҡат яралана, контузия ала. “Ҡыҙыл Йондоҙ”, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, “Батырлыҡ өсөн” һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнә.
Һуғыштан һуң Салауат ҡалаһында “Башкирэнерго” берекмәһенә ҡараған йылылыҡ селтәрҙәренә етәкселек итә. “Салауатнефтехимремстрой” тресының етештереү-техник бүлеге башлығы булараҡ, төҙөлөш һәм төҙәтеү эштәрен механикалаштырыу буйынса бик күп технологик яңылыҡтар индерә.
Өфөгә күсеп, “Башнефтехимремстрой” тресы идаралығында баш технолог ярҙамсыһы вазифаһына тәғәйенләнгәс, уға “СССР-ҙың почетлы уйлап табыусыһы” билдәһе, һуңыраҡ “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы” тигән маҡтаулы исемдәр бирелә. Ғәбит Садиҡов 150-нән ашыу патентҡа эйә ине! Шуларҙың бер нисәһе медицина өлкәһендәге асыштар өсөн бирелгән. Ә ни өсөн медицина өлкәһендә? Хикмәт шунда: Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты директоры, академик Марат Аҙнабаев саҡырыуы буйынса ул бер нисә йыл ошо институтта эшләне. Һәм үҙенең аҡыл талап иткән һөнәрҙәр оѕтаһы, ысын ижадсы икәнлеген бында ла күрһәтте.
Билдәле булыуынса, беҙҙең республикала балаларҙың күҙен дауалау, яңы тыуған һуҡыр сабыйҙарға операция яһау өлкәһендә илдә, хатта донъяла беренсе ҡыйыу аҙымдар яһалды. Әммә быны тормошҡа ашырыу өсөн әллә күпме яңы операция ҡорамалдары, яңы техник яйланмалар һәм ысулдар уйлап табырға тура килә. Бына ошонда фән һәм техника үѕешенең, уйлап табыусы һәм ғалимдың ижади дуѕлығының, тиѕтәләгән оѕтаның эш һөҙөмтәләре күренә лә инде. Был, берҙән, дауалау өлкәһендә яңы асыш булһа, икенсенән, Ғәбит Садиҡовтың аҡыл ҡөҙрәте менән пәйҙә булған ҡорамалдар иң ҡатмарлы операцияларҙы күпкә тиҙерәк һәм сифатлыраҡ яһарға ярҙам итә. Оҙаҡламай уларҙы Ҡазандағы махсус заводта күпләп сығарып, бөтә Рәсәй дауаханаларында файҙалана башлайҙар...
Шулай ҙа, Ғәбит Садиҡов халыҡҡа иң беренсе сиратта йор телле сәсән, афоризмдар оѕтаһы булараҡ билдәле. Был жанрға, ғөмүмән, үҙенең ижадына ҡарата мөнәсәбәтен бына нисек белдергәйне ул заманында: “Афористик жанр – теге йәки был халыҡтың рухи, әхлаҡи, сәйәси, фәнни, ижтимағи йөҙөн, тел байлығын, фекер тәрәнлеген сағылдырыусы фәлсәфәүи критерий ул. Шулай икән, минең уйымса, һәр яҙыусы, филология белгесе ошо тарафҡа үҙ өлөшөн индерергә бурыслы. Был үткәндә-һүткәндә генә эшләнә торған нәмә түгел, ул төплө, оҙайлы һәм етди аҡыл көсөргәнеше талап итә... Тарихтан төшөп уның кешелек йәмғиәтендә лайыҡ урын биләүен иѕбат итеү, башҡорт афористикаһын юғарыраҡ кимәлгә күтәреү ниәтендә мин ҡырҡ йылдан ашыу ошо жанрға мөкиббән бирелеп, эшләп киләм. Энә осондай алтын бөртөгөн табыу өсөн тау-тау ҡом йыуырға тура килә.
Хәҙерге көндәргә тиклем сыҡҡан әйтем йыйынтыҡтарында һуңғы быуаттарҙағы илебеҙҙәге ижтимағи-тарихи, фәнни, мәҙәни үҙгәрештәр сағылыш тапманы тиерлек. Ә бит был ҡатмарлы осорҙа халҡыбыҙ күп йәһәттән етди үҙгәрештәр кисерҙе һәм әле лә кисерә. Тәбиғи, был үҙгәрештәр, башҡа әҙәби жанрҙарҙағы кеүек үк, афористикала ла сағылыш табырға тейеш.
Бына ошо хәҡиҡәтте күҙ уңында тотоп, шөһрәт ҡаҙаныу өсөн түгел, ә халҡымдың алтын ҡумтаһына бер аҙ ҡушымта булһын тигән уй менән, заманыбыҙ үҙе ҡолаҡҡа шыбырлаған, зиһенде тибрәткән афористик берәмектәремде – аманатымды уҡыусыларға, беренсе нәүбәттә йәштәргә, тәҡдим итәм. Тормош мәҙрәсәгеҙҙә был “Гәүһәр тиѕбе”не ҡулығыҙҙан төшөрмәй, мунсаҡтарын даими шымартырһығыҙ тигән өмөттә ҡалам”.
Бына шундай изге ниәт менән йәшәне, ижад итте Ғәбит ағай. Изге күңелле кеше генә булдыра ала быны. Үҙенсәлекле ижады менән генә түгел, кешелеклелеге, тыйнаҡлығы, ябайлығы, ярҙамсыллығы, асыҡлығы менән дә башҡа әҙиптәрҙән айырылып тора ине Ғәбит сәсән. Хәйер, талантлы кеше тап бына шулай булырға тейештер ҙә!


Әйтелмәгән әйтемдәр

Ағас өсөн иң әсе яҙмыш – балта һабы булыу.
Аҡ нәмәнең дә күләгәһе ҡара була.
Ал бирмәү өсөн ял белмәү лазым.
Аҡыл менән эш итһәң, аҡланырға тура килмәѕ.
Төп эште “… һәм башҡалар” башҡара.
Иң татлы емеш – хеҙмәт емеше.
Йөҙөп эшлә, өҙөп тешлә.
Эштән ҡото осҡан ҡотаймаѕ.
Сәскәндә – сәғәте, урғанда минуты ҡәҙерле.
Түрәнең теше һыҙлағанда ялағай ыңғыраша.
Ҡырын ҡараһаң, ҡырын күрәһең.
Ағым ыңғайына йөҙөүселәр йышыраҡ бата.
Ваҡытты бушҡа уҙғарыу ҡиммәткә төшә.
Елкәһе йоҡаның кеѕәһе йоҡа.
Бөгөнгө көн менән йәшәү бөлгөнлөккә төшөрә.
Ҡуш ҡуллап алғанды һыңар ҡул менән ҡайтарма.
Һөйөү иѕертә, өйләнеү айныта.
Баш эйгән өндәү билдәһе һорау билдәһенә әүерелә.
Күршеңде күргең килмәһә, үтескә аҡса бир.
Телен тешләгәндең башы тишелмәй.
Емешһеҙ ағас күләгәһе менән маҡтаныр.
Алтын һүҙ артыҡ булмай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 676

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 045

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 566

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 769

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 594

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 449

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 406

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 661

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 400

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566