50 мең һум кемдә?31.03.2019
“Урал аръяғы тауышы” йыр-моң конкурсының еңеүсеһе билдәле булды. Ул – 15 йәшлек Сибай ҡыҙы Елизавета Филиппова!

Шоу-проекттың финал өлөшө Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында бик йәнле үтте. Ҙур тулҡынланыу менән көттө тамашасы: финалға үткән биш бәйгесенең дә тауышы көслө, моңло – араларынан кемеһе еңеүсе булыр?

Хәйбулла районының Бүребай ауылынан Нәйлә Ҡолбаева икенсе урынды яуланы. Әйткәндәй, моңло тауышлы ҡыҙ ошо көндәрҙә генә Бөтә Рәсәй йәш вокалсылар конкурсында гран-приға лайыҡ булған. Тимәк, Хәйбулла һандуғасы киләсәктә лә еңеүҙәре менән ҡыуандырасаҡ әле.

Финалға сыҡҡан Елизавета Овчинникова һәм Азамат Заманов икеһе лә – Баймаҡтан, улар Светлана Үтәева етәкселегендәге “Илһам” өлгөлө вокал студияһында шөғөлләнә.

Артабанғы финалсы Вера Горшенина – иң тәжрибәле йырсыларҙың береһе. Уның күңел төпкөлөнән урғылған көслө, аһәңле моңо барыһын да хайран ҡалдырҙы. Людмила Зыкинаныҡына оҡшаған тауышын башҡа бер кемдеке менән дә бутау мөмкин түгел, тине уның хаҡында тамашасылар.

Еңеүсе Елизавета Филиппова оло ҡыуанысын ихлас уртаҡлашты.

– Проектта үҙемдең көсөмдө күрһәтә алыуым менән бәхетлемен! – тине ул. – Киләсәктә театр училищеһына барырға хыялланам, үҙемдең артабанғы тормошомдо сәхнәлә күрәм.

Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов “Урал аръяғы тауышы” конкурсының төп бүләген – 50 мең һумлыҡ сертификатты – еңеүсегә тапшырып: “Беҙ быны булдырҙыҡ! “Урал аръяғы тауышы” бар, буласаҡ!”- тине. Тимәк, проект киләсәктә лә дауам итәсәк.

Белеүебеҙсә, Сибайҙа башҡорт йырҙарын башҡарыусылар араһында “Ирәндек моңо” төбәк-ара йыр конкурсы үтә, ул күптән инде ҡаланың брендына әйләнгән. “Урал аръяғы тауышы”ның да Сибайҙың йөҙөн билдәләйәсәк йыр-моң фестиваленә әйләнәсәгенә ышаныс ҙур.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика