Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты...30.03.2019
Республикабыҙҙа театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә. Ошо көндәрҙә штандарт йылайырҙарҙан ейәнсураларға тапшырылды.

Тантаналы сарала урындағы һәүәҫкәрҙәр, шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмилә Сәлимгәрәева, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Ҡалмырҙина һ.б. ҡатнашты.

Йылайырҙар Иҫәнғол мәҙәниәт йорто ҡарамағында эшләгән “Үҫәргән” халыҡ театры оҫталары тарафынан ҡуйылған тамашаны – Салауат Әбүзәровтың “Йәшлеккә ҡайтыу” спектаклен – яратып ҡабул итте. Әҫәрҙе сәхнәгә ҡуйыусы режиссер – Радмир Дәүләтбәков.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика