"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе?29.03.2019
Бөрйән районында Башҡортостандың 100 йыллығына, Театр йылына арналған “Тамаша-2019” фестивале үтте.

Февраль – март айҙарында уҙған сарала урындағы мәҙәниәт йорттарының үҙешмәкәр коллективтары ҡатнашты.

Ошо көндәрҙә фестивалдең һөҙөмтәләре иғлан ителде. I дәрәжә диплом менән Ҡотан мәҙәниәт йорто коллективы бүләкләнде. “Иң яҡшы ир-ат роле” номинацияһында Аҫҡар ауылынан Буранбай Аҫылғужинға етеүсе булмаһа, Ырғыҙлынан Нәфисә Әйетова “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” номинацияһында еңеүсе тип табылды.

Призлы урындарҙы яулағандар иҫтәлекле бүләктәр, дипломдар менән бүләкләнде.


Вернуться назад