Ҡурсаҡ театры яңыра27.03.2019
Ҡурсаҡ театры яңыраБашҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, ниһайәт, капиталь ремонтланасаҡ һәм уға яңы төкәтмә төҙөйәсәктәр. Проекттың хаҡы – 31,5 миллион һум. Уны республика бюджетынан финанслаясаҡтар.

Төҙөлөш ике сиратта ҡаралған. Тәүгеһендә театр янына дүрт ҡатлы подваллы төкәтмә төҙөләсәк, икенсеһендә театр бинаһы төҙөкләндереләсәк һәм туғыҙ ҡатлы тораҡ йортҡа төкәтеп эшләнгән элекке шлакоблоклы бина емереп ташланасаҡ.

Театрҙың директоры Альберт Имаметдинов хәбәр итеүенсә, төкәтмәлә бәләкәй зал, театр кафеһы, ҡурсаҡтар музейы һәм интерактив балалар студияһы буласаҡ. Төҙөлөш ваҡытында театр янындағы биләмә лә төҙөкләндереләсәк.

1976 йылда төҙөлгән ҡурсаҡ театры бик иҫкергән. 40 йыл самаһы бында капиталь ремонт эшләнмәгән.


Вернуться назад