Нөктә ҡуйҙы "Нөктә.ru"26.03.2019
Бөгөн Сибайҙың “Ирәндек” боҙ һарайында меңгә яҡын тамашасы башҡорт телендә үткән КВН фестивален ҡарау бәхетенә өлгәште.

Төбәгебеҙҙең 14 ҡала-районынан килгән иң шуҡ малайҙар һәм ҡыҙҙар төп призды – Кубокты яулау өсөн үҙ-ара көс һынашты.

Сара “Республика йөҙө” командаһының сағыу сығышынан башланып, шунда уҡ тамашасыларҙы юмор мөхитенә сорнаны.

Йәштәрҙе абруйлы жюри ағзалары баһаланы. Улар араһында халыҡ-ара конкурстар еңеүсеһе Эльвира Ишморатова, Башҡорт Асыҡ КВН лигаһы рәйесе Урал Кәримов, “Бүреләр” төркөмө етәксеһе Илшат Абдуллин һәм башҡалар бар ине.

Һөҙөмтәлә Кубокты Өфөнән килгән “Нөктә.ru” командаһы яуланы. Икенсе урынға “Бер минут” (Бөрйән районы) сыҡһа, өсөнсө баҫҡысты Сибайҙан “Ыстағафирулла” (Сибай институты) менән “Ете ырыу” (Сибай медицина колледжы) командалары бүлеште.


Вернуться назад