Асҡар Абдразаҡовҡа – яңы бурыс26.03.2019
Асҡар Абдразаҡов – Башҡортостан Башлығының мәҙәниәт һәм сәнғәт мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе.

Тейешле ҡарарға бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, Асҡар Абдразаҡов йәмәғәт башланғысында эшләйәсәк.

Асҡар Әмир улы Абдразаҡов – Рәсәйҙең опера йырсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Мариинск театры солисы.


Вернуться назад