"Һөйҙөрт, һөйләп башҡорт моңдарын!"26.03.2019
Ғата Сөләймәнов исемендәге республика ҡурай байрамына заявкалар ҡабул итеү башланды. Ул Башҡортостандың 100 йыллығына бағышлана.

Ярышта ҡатнашыуға солистар һәм ҡурайсылар ансамблдәре саҡырыла. Сара ике турҙа өс йәш категорияһы – 12 йәшкә тиклем, 12 – 16 йәшлектәр, 16 йәштән өлкәндәр – буйынса үтәсәк.

Конкурсанттар оҙон һәм ҡыҫҡа көй башҡарырға тейеш. Репертуарҙы улар үҙҙәре һайлай. Ә һөнәри белеме булған 16 йәштән өлкәндәр билет буйынса оҙон көй башҡарасаҡ. Ҡурайсылар ансамблдәре иһә бер турҙа ярыша.

Барлыҡ ҡатнашыусылар жюри ағзаларын уйнау оҫталығы менән генә түгел, ә көйҙөң тарихын, легендаһын белеүе йәһәтенән дә һоҡландырырға тейеш.

Заявкаларҙы ҡабул итеү 10 майға тиклем дауам итә. Адресы: Өфө ҡалаһы, Зәйнәб Биишева урамы, 17/2, Республика халыҡ ижады үҙәге. Тел./факс – 8 (347) 289-65-50, e-mail: [email protected]. Шулай уҡ Октябрьский ҡалаһы, Чапаев урамы, 23 адресы буйынса ла ҡабул ителә. Телефон: 8 (34767) 6-61-22, 6-28-30, e-mail: [email protected].


Вернуться назад