Сәнғәт институтына ярҙам буласаҡ25.03.2019
Республика етәксеһе Радий Хәбиров Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына һәләтле йәштәрҙе үҫтереүгә грант менән ярҙам итергә әҙерлеге хаҡында белдерҙе.

“Уҡыу йортоноң хеҙмәттәре күҙгә күренеп тора, мәҙәниәттең иң юғары ҡатламы, алдынғы вәкилдәре һеҙҙән сыҡҡан, – тине Радий Фәрит улы белем усағы хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙа. – Мәскәүҙә үткән “Башҡортостанда тыуғандар” концертында халыҡтың һоҡланыуының сиге булманы. Миңә йәнә аҙна дауамында был тойғоноң шаңдауҙары килеп торҙо. Ундай көслө концертты күптәр күрмәгән булған”.

Уҡыу йортона нигеҙ һалған Заһир Исмәғилевтең музейында Радий Хәбиров институттың профессорҙары, уҡытыусылары, билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, музыканттар, шағирҙар, ижади учреждениелар етәкселәре менән оҙаҡ һөйләште, хәл итәһе мәсьәләләр буйынса фекер алышты.


Вернуться назад