“Иҫ киткес музей”... Сибайҙа25.03.2019
Сибай ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейының барлыҡҡа килеүенә ошо көндәрҙә 60 йыл тулды.

Музей директоры, тарих фәндәре кандидаты Альбина Ярмуллина белдереүенсә, ул 1959 йылда мәктәп тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы булараҡ барлыҡҡа килә. 1993 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем Сибай ҡала музейы хәҙерге бинала үҙ эшен дауам итә һәм халҡыбыҙҙың рухи ҡомартҡыларын йыйыу, туплау, һаҡлау менән бер рәттән ҙур ғилми-ағартыу һәм уҡытыу-тәрбиәүи эштәр башҡара.

— Беҙ бар ҡомартҡыларҙы һаҡлап ҡына ҡалмайбыҙ, уларҙы ғилми яҡтан өйрәнеп, киләһе быуындарға, йәштәргә ҡомартҡы итеп ҡалдырырға тырышабыҙ, экспонаттарҙы тулыландырыуҙы дауам итәбеҙ, фондтарҙы туплайбыҙ. Йылдан-йыл музей фонды байый, үҫә, тулылана. Беҙҙең музей төбәктә генә түгел, ә республикала иң яҡшылар иҫәбендә. Уның фондында 10 меңдән ашыу экспонат тупланған һәм йөкмәткеле, бик бай экспозиция залдары төҙөлгән, — ти Альбина Зөфәр ҡыҙы.


Музей хеҙмәткәрҙәре заман менән бергә атлай, төрлө халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнаша, призлы урын ала. Сибай музейы менән “Виртуаль сәйәхәт”тә танышыу мөмкинлеге лә булдырылған.

Әйткәндәй, Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Сибайҙағы эш сәфәрендә музейҙа булды һәм уның бай тарихы, эксклюзив ҡомартҡылары менән шәхсән танышты. “Иҫ киткес музей. Бында ғәйәт бай коллекция...” тигән яҙыу ҡалдырҙы ул.


Вернуться назад