Таң ҡалдырҙы "Таналыҡ"23.03.2019
Республикала милли театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә. Сибайҙар эстафетаны хәйбуллаларға тапшырҙы.

Ҡала тамашасыларына Хәйбулла оҫталары Баязит Бикбайҙың “Ҡарлуғас” драмаһын тәҡдим итте. Ролдәрҙе “Таналыҡ” халыҡ театры коллективының һәүәҫкәрҙәре бик оҫта башҡарҙы.

Спектаклдең режиссеры – йәш һәм талантлы Редик Ғәниев. Костюмдарҙың сағыулығы, декорацияның уңышлы эшләнеүе, режиссерҙың оҫта алымдары, сәхнә оҫталарының бөтөн күңелен биреп уйнауы тамашаны юғары кимәлгә күтәрҙе, ысын сәнғәт өлгөһөнә әүерелдерҙе.

Артабан театр штандартын Йылайыр районы ҡабул итәсәк.


Вернуться назад