Гөрлә, Мәскәү!06.03.2019
“Башҡортостанда тыуғандар”. Бөгөн Мәскәүҙең Халыҡ-ара музыка йортонда үтәсәк байрам концерты ошолай тип атала. Ул республикабыҙҙың 100 йыллығына бағышлана.

Байрамда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнаша. Шулай уҡ федераль власть органдары етәкселәре, Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары, бизнес-берләшмәләр, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һ.б. саҡырылған.

Программа арҙаҡлы Илдар һәм Асҡар Абдразаҡовтарҙың, Дилара Иҙрисованың, Артур Нәзиуллиндың, Рөстәм Хәмиҙуллиндың, Роберт Юлдашевтың һ.б. сығыштары ҡаралған, “Башҡортостан – Рәсәйҙең ынйыһы” тип аталған фотокүргәҙмә ойошторола.


Вернуться назад