Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ26.02.2019
Ошо көндәрҙә Йылайыр мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә “Ерле халыҡтар мәҙәниәте” I Бөтә Рәсәй фестивале үтте. Унда урындағы төрлө милләт вәкилдәре үҙ телендә милли йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен күрһәтте, йыр-моңон ишеттерҙе.

Фестивалгә район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, ЮНЕСКО-ның Башҡортостан буйынса төбәк координаторы, баш белгес Людмила Богуславская, республика Мәғариф министрлығы бүлегенән баш белгес-эксперт Гөлназ Усманова һәм башҡалар килде. Сарала ҡатнашыусылар иң тәүҙә Шәйехзада Бабич һәйкәленә сәскә һалып, шәхесте бер минут тын тороп иҫкә алды.

Мәҙәниәт һәм ял үҙәгендәге фойела ҡунаҡтар төрлө милләт вәкилдәре әҙерләгән милли аш-һыу, уларҙың кейем өлгөләре, халыҡ кәсептәрен сағылдырған бай күргәҙмә менән танышты. Пленар өлөштә йөкмәткеле сығыштар яңғыраны, фәһемле тәҡдимдәр әйтелде.

Фестивалдә ҡатнашыусылар сараның юғары кимәлдә үтеүе, уға ентекле әҙерләнгәндәре өсөн йылайырҙарға ҙур рәхмәт белдерҙе.


Вернуться назад