Легендар ансамбль юлға сыҡты26.02.2019
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле республика һәм Рәсәй төбәктәре буйлап гастролгә сыҡты. Сара Башҡортостандың 100, коллективтың үҙенең 80 йыллығына арнала.

Гастроль бөгөн Белоретта башланды. Данлыҡлы коллектив иртәгә – Магнитогорск, 28 февралдә – Учалы, 1-2 мартта – Сибай, 3 мартта Баймаҡ ҡалаларында сығыш яһаясаҡ.

Ансамблдең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, программаның беренсе өлөшөндә легендар Фәйзи Ғәскәров ҡуйған бейеүҙәр тәҡдим ителә. Икенсеһендә иһә тамашасылар донъя халыҡтарының сағыу сәнғәт өлгөләрен күрәсәк.


Вернуться назад