Бөгөн Сибайҙа – "Эстрада легендалары"17.02.2019
Сибайҙа “Мәҙәниәт марафоны” старт алды. Уның барышында республиканың билдәле сәнғәт, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, театр әһелдәре концерттар, спектаклдәр күрһәтәсәк.

Сәхнә оҫталары ҡаланың дүрт мәҙәни майҙансығында сығыш яһай: Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры, Балалар ижад йорто, Сибай сәнғәт колледжы һәм “Тыныслыҡ” йәштәр йортонда көн һайын тамашалар үтәсәк.

Бөгөн Балалар ижад йортонда Башҡорт дәүләт филармонияһы артистарының “Эстрада легендалары” тип аталған сағыу концерты була. Унда яратҡан йырсыларыбыҙ Нәзифә Ҡадирова, Әлфиә Юлсурина, Ғәли Алтынбаев, Радик Вәлмөхәмәтов һәм башҡалар сығыш яһаясаҡ.

Артабан ҡала халҡын Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрҙары, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Магнитогорск консерваторияһы һәм башҡаларҙың бай йөкмәткеле сығыштары ҡыуандырасаҡ.

“Мәҙәниәт марафоны” ай бөткәнсе дауам итә. Тимәк, сибайҙар һәр көн моңло-йырлы тамашаларҙан рухи көс, күңел күтәренкелеге аласаҡ.


Вернуться назад