Филармонияға – яңы һулыш15.02.2019
Сибай филармонияһы – республикабыҙ сәнғәте үҫешенә ифрат ҙур өлөш индергән мәҙәни усаҡтарҙың береһе. Күпме сәхнә оҫтаһына киң юл ярған ул!

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2015 йылда унда янғын сығып, шунан бирле бина емерек хәлдә тора ине. Быйыл, Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан, бина яңыртыла башланы. Мәҙәни мираҫ статусына эйә йорттоң заманса һулыш алыуы филармония эшмәкәрлеген тағы ла йәнләндерәсәк, сәхнә оҫталары күңелендә яңы үрҙәргә ынтылышты арттырасаҡ тигән ышаныста халыҡ.



Вернуться назад