Йәш артистарға — өр-яңы автобус15.02.2019
Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы райондың ғына түгел, республиканың да мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша. Унда белем алған талантлы йәштәр үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай, төрлө конкурстарҙа, сараларҙа үҙҙәрен күрһәтеп, танылыу яулай, ауылдарға ла йыш сығып, концерт ҡуя.

Әммә ошоға тиклем үҙҙәренең транспорты булмау ҙур проблемалар тыуҙыра ине. Ниһайәт, күптән түгел студенттар һәм уҡытыусылар ҡыуаныслы ваҡиға кисерҙе – уҡыу йорто өр-яңы автобуслы булды.

Егерме бер пассажир һыйҙы­рышлы “Мерседес-Бенс” Түбәнге Новгород ҡалаһынан килтерелгән. Ул балаларҙы йөрөтөр өсөн бөтә талаптарға ярашлы йыһазланды­рылған, уңайлы креслолар, хәүефһеҙлек ҡайыштары — барыһы ла бар. Автобусҡа хәрәкәт тиҙлеген контролдә тотҡан прибор – тахограф һәм техниканың урынын, ҡайҙа хәрәкәт итеүен билдәләргә мөмкинлек биргән ГЛОНАСС юлдаш навигацияһы системаһы ла урынлаштырылған. Һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгән пассажир коляскаһы өсөн махсус урын һәм үрелеп баҫа алырлыҡ сигнал төймәһе лә хәстәрләнгән.

— Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға үҙ транспортыбыҙҙың булмауына борсолоп мөрәжәғәт иткәйнек, үтенесебеҙгә ҡолаҡ һалып, ярҙам итеүенә рәхмәт. Быға тиклем концерт, конкурстарға автотранспорт яллап йөрөнөк, мәшәҡәтле лә, сығым да күп талап ителде, өҫтәүенә уҡыусыларҙың хәүеф­һеҙ­леге өсөн дә борсола инек. Автобусҡа идара итеүҙе тәжри­бәле водитель Ильяс Әйүповҡа ышанып тапшырҙыҡ, үҙ бурыстарына яуаплы ҡарап, пассажир­ҙарҙың именлеген тәьмин ите­ренә, техникаға һаҡсыл мөнәсә­бәттә булырына шигебеҙ юҡ, — ти колледж директоры Айгөл Ғимазетдинова.


Вернуться назад