Халыҡ йыры ҡорға йыя09.02.2019
Быйыл Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Зәки Мәхмүтовтың тыуыуына 85 йыл тула. Ошо айҡанлы Ғафури районы хакимиәте тарафынан башҡорт халыҡ йыры – оҙон көй башҡарыусыларҙың Зәки Мәхмүтов исемендәге асыҡ район конкурсы ойошторола.

Сара 28 февралдә Красноусол ауылында үтә. Унда махсус вокаль белеме булмаған яңғыҙ башҡарыусылар ҡатнаша, йәше һәм шөғөлдәренә ҡарата сикләү юҡ. Урта махсус уҡыу йорттарының вокал бүлектәрендә белем алған беренсе һәм икенсе курс студенттары ла ҡатнаша ала.

Бәйгеселәр өс йәш төркөмөнә бүленә: 16 йәшкә тиклемгеләр; 16 йәштән 60 йәшкә тиклемгеләр; 60 йәштән өлкәндәр.
Конкурс бер турҙа уҙа. 16 йәштән 60 йәшкә һәм 60 йәштән өлкән ҡатнашыусылар ике әҫәр: башҡорт халыҡ йыры – оҙон көй һәм автор йыры – оҙон көй башҡара. 16 йәшкә тиклемге конкурсанттар башҡорт халыҡ йыры – оҙон көй һәм автор репертуарынан халыҡ йыры башҡарырға тейеш.

Ойоштороу комитетының адресы: Красноусол ауылы, Коммунистик урамы, 14/1, район мәҙәниәт һарайы; электрон адресы: [email protected], тел.: 2-16-88, 8-927-953-64-43 (Рәмил Ҡотдосов).


Вернуться назад