"Мираҫ" тулы зал йыйҙы08.02.2019
Әле “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Мираҫ” ансамбле “Илкәйем” вокал-хореография композиция менән сағыу концертын башланы.

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған тамашаны ҡарарға йыйылған халыҡтан зал шығырым тулы. Улар араһында билдәле сәнғәт әһелдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә бар, райондарҙан да күпләп килгәндәр.

Ғөмүмән, республикабыҙҙың оло юбилейы айҡанлы бөтөн Башҡортостанды бергә тупланы "Мираҫ".


Вернуться назад