Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәбәрсе изге бурысын үтәйме?
(Республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарының матбуғат баҫмаларына күҙәтеү)

Уртаҡ хазинабыҙ, алтын ҡаҙнабыҙ булған телебеҙҙең сафлығын һаҡлау — һәр кемдең изге бурысы. Был йәһәттән "Башҡортостан" гәзите эҙмә-эҙлекле эш алып бара: "Телгенәм-бергенәм" рубрикаһында төрлө мәҡәлә, тәҡдим, фекер донъя күрә, ҡорҙар үткәрелә, асыҡ дәрестәр бирелә. Минеңсә, урындағы милли матбуғатҡа күҙәтеү яһау ҙа бик әһәмиәтле, сөнки халыҡ район, ҡала гәзиттәрен уҡый — был баҫмаларҙың тел мәҙәниәте юғары кимәлдә булыуы мөһим.

Ошо мәсьәлә буйынса һүҙҙе дауам итеп, республиканың көньяҡ-көнсығышында, йәғни төп башҡорт төбәгендә нәшер ителгән милли гәзиттәребеҙҙең теле хаҡында шәхси фекерҙәремде яҙмаҡсымын. Үкенескә ҡаршы, мин күҙ һалған һәр баҫмала тиерлек бихисап хата. Был, моғайын, вайымһыҙлыҡ, ашыҡ-бошоҡ эшләү, йә булмаһа телгә иғтибарһыҙлыҡ һөҙөмтәһелер. Хатта телгә бәйле ҡануниәтте лә йүнләп белмәйҙәр. Мәҫәлән, бер район гәзитенең былтырғы 31 ғинуар һанында "Башҡортостан Республикаһындағы телдәр тураһында"ғы БР Законын үтәү" тигән яҙыу бар. Һүҙ, әлбиттә, "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында"ғы Закон тураһында бара.
Хәҙерге милли баҫмаларҙың күбеһе — элекке тәржемә гәзиттәре. Шуғалыр ҙа улар һаман да урыҫ һүҙҙәренән, урыҫса фекерләүҙән арынып бөтмәгән. Мәҫәлән, бер район гәзите ике битте тултырып һайлау участкаларының исемлеген урыҫса биргән. Тандем, линия, материалдар, штат расписаниеһы кеүек һүҙҙәр ҙә, ҡытыршы һөйләмдәр, һүҙбәйләнештәр ҙә осрай бында: "Йылы, ҡоро фермаһыҙ малдың үлеүенә юл ҡуйып булмаясаҡ" (кире мәғәнә); "Һәр һорау аныҡ яуап алды" (бәлки, һәр кем?); "...бер нисә КамАЗ тиреҫ тейәп үтеп китте"; "... хужалыҡ етәксеһенә етештеререү буйынса урынбаҫары"; "Өләсәйем ҡот ҡойоу, мейе ултыртыу, эс һылау кеүек дауаларҙы ҡулланып..."; "18 йәшкә тиклемге малайҙар" (үҫмерҙәр); "көндәлек эшләнеш нормаһы". Был гәзиттәге герсылар (гер күтәреүселәр) һүҙе лә ҡолаҡҡа ятышһыҙ, минеңсә.
Тағы ла бер гәзиттән миҫалдар: "БДУ-ның тарих факультетын тамамлап ҡайтҡас, йәмғиәт эшенә кире инеп киттем"; "Нива" комбайны штурвалында... эшләй" (комбайнында эшләй); "ҡара яҙҙан көҙгә тиклем" (иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем); "хәҙер берәү ҙә эшкә өндәп, өгөтләп тормаясаҡ, эшләгән өсөн һүгеүселәр ҙә булмаясаҡ"; "...һомғол егеткә һоҡланмайынса ҡарамау мөмкин түгел шул" (ике осраҡта ла кире мәғәнә); "китапты мөмкин тиклем уҡыусыға еткереү өсөн...", "...тонна бесән әҙерләнгән, был шартлы рәүештә һәр бер баш малға 10,1 центнер тигән һүҙ" (шартлы һәр баш малға — 10,1 ц); "иң юғары ҡаты сортлы бойҙай" (ҡаты бойҙай ғына тип әйтелә); иген һәм культуралары, компетентлыҡ, яраҡлылыҡ (был һүҙҙәр ҙә шик тыуҙыра). Әйткәндәй, ҡаты бойҙай (ул макарон ризыҡтары өсөн ҡулланыла), республикала, башлыса, беҙҙең төбәктә генә үҫтерелә, ләкин аҙ күләмдә, бер нисә генә хужалыҡта. Төп культура иһә — йомшаҡ бойҙай, уның ни тиклем көслө булыуы һәм ниндәй класҡа тап килеүе елемсә күләменә бәйле. Хаҡы ла класына ҡарап билдәләнә. Был турала тәфсирләп яҙам, сөнки күпселек баҫмалар ҡаты һәм йомшаҡ бойҙайҙы бутай.
Сираттағы гәзиттән өҙөктәр: "Бөтә өлкәләрҙә лә — ауыл хужалығында, сәнәғәттә, социаль өлкәлә лә ниндәйҙер кимәлдә эштәр башҡарылды, әммә ҡайһы бер өлкәлә өҙөклөктәр булып шунда төп көстәр йүнәлтергә тура килде"; "йылҡысылыҡ менән дә етди булышып..."; "...йәш ҡыҙҙар трактор һәм комбайндар артына ултыра"; "...проблеманы уртаға ярып һөйләшеү мөһим"; "...белгес дипломы менән бер ваҡытта оҫта бейеүсе булып та ҡайтырмын әле"; "41 йыл эш педагогик стажы булған", "Илгә энергиялы... йәштәр кәрәк", — тип ул тамамланы сығышын"; "Университеттың 3-сө йәше" тигән программа..."; "... беҙҙең хеҙмәттең ыңғай һөҙөмтәләре менән рәттән... етешһеҙлектәр ҙә етерлек"; "Беҙҙең академия... университеттары менән теләктәшлек итә". Яҙылғандарға редактор, инновацион методтар, управляющий кеүек һүҙҙе лә өҫтәргә була.
Урыҫ һүҙҙәрен урынһыҙ ҡулланыу, урыҫса фекерләү осраҡтарын түбәндәге миҫалдар раҫлай: газета, ВДНХ, пунктуаллек, транспортировкалау, ТИК рәйесе, аспекттар, спонсор, һалым вычеттары, позиция, популярлыҡ, БГПУ, героизм, свет-газға түләү, ярыш һөҙөмтәле һәм массалы үтте, пассив ҡатнашыу һәм башҡалар. Бер мәҡәләнән өҙөктәр килтерәм: "Ураҡҡа ҡәҙәр күп йыллыҡтарҙы сабып алырға һәм бер йыллыҡтарҙан сенаж һалып өлгөрөргә кәрәк" (күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡ үләндәр); "Һөт етештереү кимәлен тигеҙләү" (тотороҡло кимәл); "Үткән йыл уңышынан ҡалған мал аҙығы ҡалдыҡтарына ревизия үткәреп..." (мал аҙығы ҡалдығы һандыҡ була, был осраҡта һүҙ ҡышлатыуҙан ҡалған мал аҙығы күләмен билдәләү (асыҡлау) тураһында бара); "Агроном бер йыллыҡтарҙы йәйге сәсеүгә лә туҡталды"; "... тейешлесә агротехник алымдарҙы" (тейешле). Икенсе бер хәбәрҙә лә "Бер йыллыҡтарҙың да сығышы яҡшы" тигән һөйләмде уҡырға була. Ошоға оҡшаш тағы бер миҫал: "Дарыуханала шәкәрҙе алмаштырыусылар бармы?" Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, гәзиттең бәҫен төшөргән башҡа төрлө ҡытыршы һөйләмдәр, һүҙбәйләнештәр ҙә осрай: "...Юғары ҡатмарлы профессиялар әҙерләүҙе арттырыу"; "лавкалар менән етәкселек иткән ғаилә башлығы..."; "Юҡҡамы ни... әсәйҙәренең, сабыйҙарының ғүмерен ҡыйыусылар түбәнһетелеүе тураһында йыш телгә алмайҙар бит"; "Иҫке электр селтәрҙәрен монтажлау ҡаралған" (һуңғы ике һөйләмдә — кире мәғәнә).
Юғарыла әйтелгән кире фекер ниндәйҙер кимәлдә сираттағы гәзиткә лә ҡағыла: "Районда эшләп килгән мәсеттәрҙең 11-се булып иҫәпләнә"; "Белем биреү менән берлектә музыка-әҙәбиәт кисәләре..."; "...йырға ла, бейеүгә лә, төрлө сценарийҙарҙа ҡатнашырға ла әүәҫ"; "...ҡан баҫымын нормалләштерә"; "Мөхәррир вазифаһында 18 йыл эшләп, рекорд ҡуя"; "Яу батыры 30 йылдан ашыу Һаҡмартиле йылғаһы аръяғында, аҡ ҡайындар араһында ерләнгән".
Мин күҙ һалған гәзиттәрҙә ҡайһы берҙә биләмәләр, хужалыҡтар, ойошмалар, уҡыу йорттары, вазифалар, маҡтаулы исемдәр, наградалар дөрөҫ яҙылмай. Мари Иле — Мариэль Республикаһына, Краснодар крайы өлкәгә әйләнгән, Красноярск "бәләкәсәйгән".
Гәзит хеҙмәткәрҙәре ауыл хужалығын, уның тарихын белеп еткермәй, ахырыһы — колхоз-совхозды бутайҙар. Был фекерҙе "ҡаҙ фермаһы идарасыһы" (мөдире), "инженер вазифаһын етәкләй", "ауыл хужалыҡтары предприятиелары" тигән һүҙбәйләнештәр ҙә раҫлай.
Шулай уҡ ауылдың беренсе ветерандар ойошмаһы рәйесе (беренсел), өлгөлө водитель профессияһы юҡ ул, профсоюз ағзаһы булып та хеҙмәт итмәйҙәр.
Бер гәзиттә "район һәм ҡала рәйестәре", "КПСС Өлкә комитетының пленум ағзаһы" тип яҙалар. Тәүге осраҡта — район һәм ҡала Советтары рәйестәре, икенсеһендә КПСС Өлкә комитеты ағзаһы күҙ уңында тотола. Был миҫалдарҙы иғтибарһыҙлыҡ билдәһе тип кенә ҡабул итергә булалыр, ә бына түбәндәге һүҙбәйләнештәр, ғөмүмән, яңылыш яҙылған: "партияның ҡала башҡарма комитеты секретары", "район башҡарма комитеты советы рәйесе". Һүҙ ҡала Советы башҡарма комитеты секретары һәм район Советы башҡарма комитеты рәйесе тураһында бара.
Ә бына сираттағы баҫмала Башҡортостан Президенты, Хөкүмәте, Премьер-министр тигән һүҙҙәрҙе бәләкәй хәрефтән яҙалар. Ҡайһы берҙә вазифалар тулы килеш бирелмәй.
Уҡыу йорттарының, ғилми институттарҙың исемендә, тәғәйенләнешендә хата киткән осраҡтар ҙа байтаҡ.
Маҡтаулы исемдәргә, наградаларға күҙ һалайыҡ: "ауылдың почетлы гражданины", "уҡытыусы-методист исеме менән бүләкләнә", "РСФСР-ҙың "Мәғариф отличнигы" наградаһына лайыҡ була", "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғариф эшмәкәре", "Башҡортостандың алдынғы ауыл хужалығы хеҙмәткәре", "Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитовтың Почет грамотаһы" һәм башҡалар.
Ҡайһы бер журналистар ордендарҙы белеп бөтмәй. Мәҫәлән, "Почет билдәһе" ордены тип яҙалар (дөрөҫө: "Почет Билдәһе"). Шулай уҡ Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы ордены, Почет Билдәһе ордены, Октябрь революцияһы ордендарының тулы кавалеры тигән яҙмалар осрай.
Хаталы гәзиттәрҙе уҡығанда һәр саҡ бер һорау тыуа: редакция хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренекенән башҡа баҫмаларҙы, айырыуса республика матбуғатын уҡымаймы, һүҙлектәргә күҙ һалмаймы икән ни? Былтыр, мәҫәлән, абруйлы ғалимыбыҙ Рәшит Шәкүр "Башҡортостан" гәзитендә Ырымбурҙағы тарихи ҡомартҡыбыҙ Каруанһарай, каруан һүҙе тураһында бик аңлайышлы итеп яҙып сыҡҡайны. Мәҫәлән, бер район баҫмаһында "Карауанһарай" фольклор-эстрада төркөмөнә юлығабыҙ. Ҡарауанһарай, "Карауанһарай" бейеүе, "Карауан" магазины тигән яҙмалар ҙа күҙгә салына.
Аҫрау һүҙен инҡар итеүселәр ҙә бар: улар малды "аҫырай". Шулай уҡ республика матбуғатында "яугирҙәр" тип яҙһалар ҙа, беҙҙең хәбәрселәргә "яугирҙар" нығыраҡ оҡшай.
"Башҡортостан" гәзитендә яҙылғанса, быға тиклем депутаттарға бәйле осраҡтарҙа "совет" һүҙен — ҙур хәрефтән (ауыл, ҡала, район Советтары), ә йәмәғәт ойошмаларын сағылдырғанда, бәләкәйҙән яҙыу ҡабул ителгәйне һәм бер ниндәй ҙә аңлашылмаусанлыҡ тыуманы, хаталар ебәрелмәне. Ә хәҙер төрлөсә яҙыла, шунлыҡтан буталсыҡ килеп сыға. Ҡыҫҡаһы, был мәсьәләгә аныҡлыҡ индерергә ваҡыт.
Иғтибарһыҙлыҡ, туған телгә битарафлыҡ арҡаһында айырым һүҙҙәрҙә лә хата китә: үҙ аң (үҙаң), ғибәрәт (ғибрәт), атырғаныу (ытырғаныу), тәүәкәл (тәүәккәл), лапыртлыҡ (лапылыҡ), иҡдисад (иҡтисад) һәм башҡалар.
Туғанлыҡ бәйләнештәрен бутау ҙа күҙәтелә. Мәҫәлән, туған-тумасалары (туған-тыумаса), бүләсәләренең (бүләсәрҙәренең).
Һандар донъяһында буталыу мәғәнәһеҙлеккә килтерә. Әйтәйек, бер баҫмала яҙылғанса, Ленин исемендәге кооператив быйыл 9100 тонна бесән әҙерләгән (мәғлүмәт 10 тапҡырға арттырылған, сөнки центнер менән тоннаны бутағандар), 1932 йылдың июнендә тыуған ветеран быйыл 82 йәшен билдәләй. Түбәндәге миҫалдар ҙа ғәжәпләндерә: "Халыҡ уйынында 92-гә яҡын кеше ҡатнашты", "ансамблдең репертуарында... 24-кә яҡын бейеү", "4426 кубометр урам биләмәләре ремонтланды" (квадрат метр). Тағы ла бер йомаҡ: "1922 йылдың 1 ғинуарында донъяға килгән Ғатаулла бабай 80 йәшен билдәләне...".
Урындағы журналистарҙың күренекле шәхестәрҙе белеп бөтмәүе лә күҙгә салына. Мәҫәлән, бер гәзит Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Шәкүрҙе филология фәндәре кандидаты тип "ҙурлай" (доктор), ә Йомабай Иҫәнбаев исемендәге ҡурайсылар бәйгеһен Ю. Иҫәнбаев исемендәге тип күрһәтә. Мәрхүм яҙыусы һәм ғалим Берйән Байымды — Бөрйән Байымға, билдәле шәхесебеҙ Х.Ш. Кашаковты — Х.Ш. Кашаповҡа, ә күренекле ғалим, академик Мазһар Иҫәнбаевты Мазһар Насиповҡа әйләндергән осраҡтарҙың да булыуы ҡыҙғаныс.
Хатаһыҙ сығарылған баҫмалар бик һирәктер. Әммә мәғәнә бөтөнләй үҙгәртелһә — эш харап. Был аяныслы хәл беҙҙең гәзиттәрҙе лә урап үтмәй. Мәҫәлән, бер баҫмала "Ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан 31 июненә тиклем дөйөм бурыс..." тигән яҙма донъя күрҙе (кәрәк булғанда, 30 көнлөк ай 31-легә әйләнә икән).
Район һәм республика баҫмаларын элек-электән уҡып барам. Был мәҡәләмдә ябай гәзит уҡыусы булараҡ шәхси фекерҙәремде белдерҙем. Яҙмам район, ҡала матбуғаты хеҙмәткәрҙәренең туған телгә иғтибарын арттырыр, ҡайһы бер хаталарға сик ҡуйыр, тигән өмөттәмен.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Мутал Рямов
    Мутал Рямов от 15.05.2013, 12:32
    Ғ.Әғзәмовтың күҙәтеүҙәрен иғтибар менән уҡып сыҡҡандан һуң, үҙемдән дә ҡайһы бер нәмәләр өҫтәргә теләр инем. Беренсенән, автор ни өсөн район гәзиттәрен үҙ исеме менән атамай? Тура әйткән - туғанына ярамаған, тигәндәй, кемдәрҙелер фашлауҙан ҡурҡамы әллә? Ә былай стенаға борсаҡ бәреү менән бер бит...
    Мин әллә ни сурытмай ғына шуны әйтер инем: һуңғы йылдарҙа РБ, ТР абравиатураларына ҡушылған ялғауҙар аптырата әле. Мәҫәлән, БР-ның, ТР-ның... Татар теленә шулай әйкренләп күсәбеҙ түгелме? БР-ҙың, ТР-ҙың варианттары нимәһе менән һәм кемгә оҡшамай икән?

  2. Зөбәржәт
    Зөбәржәт от 19.05.2013, 15:37
    Ысынлап та, гәзиттәрҙең атамаларын әйтеп яҙғанда, күпкә отошло, файҙалы булыр ине...






Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы

Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт, татар, тажик, үзбәк, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, төркмән, азербайжан... Республикабыҙҙа йәшәгән төрлө...

Тотош уҡырға 2 628

50 мең һум кемдә?

50 мең һум кемдә? 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

“Урал аръяғы тауышы” йыр-моң конкурсының еңеүсеһе билдәле булды. Ул – 15 йәшлек Сибай ҡыҙы...

Тотош уҡырға 2 626

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты...

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты... 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Республикабыҙҙа театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә. Ошо көндәрҙә штандарт йылайырҙарҙан...

Тотош уҡырға 2 269

Йондоҙ ниңә юғалған?

Йондоҙ ниңә юғалған? 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ҡазандағы Дан аллеяһынан Хәниә Фәрхиҙең хәтер йондоҙо юғалған....

Тотош уҡырға 1 428

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе?

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе? 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Бөрйән районында Башҡортостандың 100 йыллығына, Театр йылына арналған “Тамаша-2019” фестивале үтте....

Тотош уҡырға 1 250

25 йылдың иң яҡшыһы...

25 йылдың иң яҡшыһы... 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ике йыллыҡ тынлыҡтан һуң Байегет йәнә концерт ҡуймаҡсы....

Тотош уҡырға 1 520

Сәхнә яратһаң, бында кил!

Сәхнә яратһаң, бында кил! 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ошонда сыныға....

Тотош уҡырға 1 313

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр...

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр... 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Уҡыусыларҙың яҙғы каникулы булыуға ҡарамаҫтан, Сибай һынлы сәнғәт мәктәбендә оҫталыҡ дәрестәре...

Тотош уҡырға 1 322

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы”

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Халыҡ-ара театр көнө уңайынан Баймаҡ үҙәк китапханаһында “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” исемле фотокүргәҙмә...

Тотош уҡырға 1 141

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Йыр-моңға ла, бейеүгә лә берҙәй маһир, ундан ашыу музыка ҡоралында оҫта уйнаған, башҡорт...

Тотош уҡырға 1 249

Ҡурсаҡ театры яңыра

Ҡурсаҡ театры яңыра 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, ниһайәт, капиталь ремонтланасаҡ һәм уға яңы төкәтмә төҙөйәсәктәр....

Тотош уҡырға 1 154

Сәнғәтте яратҡандар

Сәнғәтте яратҡандар 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Профессиональ сәнғәткә хеҙмәт итеүселәрҙе берләштергән байрам булараҡ һәр ижади коллектив өсөн...

Тотош уҡырға 1 378