Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Форсаттан файҙалана белербеҙме?
Форсаттан файҙалана белербеҙме?Берәүгә лә сер түгел: һуңғы йылдарҙа заманса технологиялар, белем биреүҙә яңы стандарттар туған тел дәрестәрен ситкә этәрҙе. Был хаҡта "Башҡортостан" гәзитендә лә бихисап яҙма донъя күрҙе: ғалимдарыбыҙ, әҙиптәребеҙ үҙгәрештәргә ҡарата кире фекерен йәшермәне. "Заманса" йәшәйбеҙ тип, туған телдән мәхрүм итеп үҫтерһәк, бала камил шәхес булып буй еткерерме? Ундай кешенән яҡты киләсәк, милләт, ил хаҡына изге ғәмәлдәр өмөт итергә мөмкинме? Хайран ҡалырлыҡ белемгә эйә булған хәлдә лә, телһеҙ, тимәк, рухһыҙ әҙәмдең Ватаныбыҙҙы күтәрергә көсө етерме, теләге булырмы?

14-се статья беҙгә юл бирә!

Ошондай һорауҙар тынғы бирмәгән мәлдә "Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында"ғы Федераль закон хәүефле уйҙарҙы таратып ебәрҙе кеүек. Уның "Белем биреү теле" тип аталған 14-се статьяһында дәүләт телдәрен, туған телдәрҙе уҡытыу, өйрәнеү буйынса хоҡуҡтарыбыҙ билдәләнеп, был йәһәттән башланғыстарҙы, ҡаҙаныштарҙы һаҡлап ҡалыу, үҫтереүгә юл асыла. Әйтәйек, статьяның өсөнсө пунктында республика биләмәһендә урынлашҡан дәүләт һәм муниципаль белем биреү ойошмаларына, урындағы ҡануниәткә ярашлы, төбәктең дәүләт телдәрен уҡытыуҙың, өйрәтеүҙең индерелә алыуы хаҡында әйтелә. Әммә был эш илдең дәүләт телен үҙләштереүгә зыян килтерергә тейеш түгел. Дүртенсе пунктта иһә Рәсәй граждандарының мәктәпкәсә, башланғыс дөйөм һәм төп дөйөм белемде туған телендә алыу, шулай уҡ уны мәғариф ҡануниәте билдәләгән мөмкинлектәргә ярашлы өйрәнеү хоҡуғына эйә булыуы тураһында бәйән ителә. Быны тормошҡа ашырыу өсөн тейешле белем биреү ойошмалары, кластар, төркөмдәр һәм шарттар булдырыу мөһимлеге билдәләнә.
Һәр төрлө законды тормоштоң төп ҡағиҙәһе тип ҡабул итергә күнеккәнбеҙ һәм шулай тейеш тә. Мәҫәлән, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге, һалым түләү һәм башҡалар тураһындағы талаптарҙы боҙоуҙан ҡурҡып торабыҙ. Туған телдәрҙең мәнфәғәтен яҡлаған мәғариф ҡануны ла ҡағыҙҙа ғына ҡалмаһын, тулы ҡеүәтенә эшләп китһен, халыҡта дәғүәләргә урын ҡалдырмаһын өсөн тәү сиратта тотош педагогик йәмғиәттең ҙур тырышлығы кәрәк: яңы стандарттарға ярашлы дәреслектәр төҙөү, уҡытыусылар әҙерләү эшенең сифатын яҡшыртыу, уларҙың белемен даими камиллаштырыу, балаларға телде өйрәнеү өсөн аныҡ мөмкинлек тыуҙырыу, ата-әсә менән бәйләнеште нығытыу һәм башҡалар.

Тел уҡытыусыһы психолог та булһын

Баш ҡалабыҙ Өфөлә ошо йәһәттән төрлө саралар үтеп тора. Мәҫәлән, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты күптән түгел яңы федераль дәүләт стандарттары шарттарында башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу мәсьәләләре буйынса конференция ойошторҙо. Республиканың һәр район-ҡалаһынан саҡырылған уҡытыусылар, методик берекмә етәкселәре алдында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың комитет рәйесе Рауил Бикбаев, мәғариф министры урынбаҫары Венера Вәлиева, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, ғалимдар сығыш яһаны. Осрашыу, яңы Закон буйынса аныҡ һөйләшеүгә ҡоролғанлыҡтан, ғәҙәти сараларҙан айырмалы булды.
Венера Фәрит ҡыҙы әйтеүенсә, әле республикала 2012 — 2016 йылдарҙа дәүләт телдәрен, туған телдәрҙе һаҡлау, үҫтереү һәм өйрәнеү йәһәтенән маҡсатлы программа эшләй. Граждандарҙың мәктәптә башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш, мари, удмурт телдәрендә белем алыуға һәм 14 туған телде үҙләштереүгә хоҡуғы бар. Шулай уҡ 17 йәкшәмбе мәктәбе эшләй. Уларҙа башҡорт, татар, мари, сыуаш, украин, йәһүд, әрмән, поляк, немец мәҙәниәттәре өйрәтелә. Республикалағы 2 399 мәктәп һәм филиалдың — 989-ы, 141 гимназия һәм лицейҙың 55-е милли белем биреү учреждениеһы булып иҫәпләнә.
Быйылғы уҡыу йылында башҡорттарҙың 99,3, татарҙарҙың — 49,6, сыуаштарҙың — 58,5, мариҙарҙың — 59,2, удмурттарҙың 57,8 проценты туған телендә белем ала һәм уны предмет булараҡ өйрәнә. Был эш мәктәпкәсә учреждениеларҙа ла киң йәйелдерелгән. Мәҫәлән, әле уларҙа 19,7 мең бала башҡорт телендә тәрбиәләнә.
Министр урынбаҫары "Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында"ғы Федераль закондағы туған телде уҡытыуға ҡағылышлы урындарға асыҡлыҡ индерҙе. Яңы ҡанун туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларына ижади эшләү мөмкинлеген киңәйтә. Улар сифатлы белем биреү өсөн ҡулайлы тип иҫәпләгән уҡытыу-методик комплекттарын, программаны һайлап алыу хоҡуғына эйә. Алда торған мәсьәләләрҙең ыңғай хәл ителеүе педагогтарҙың һөнәри оҫталығына ла туранан-тура бәйле.
— Яңы стандарттар кадрҙарға ҡарата талаптарҙы көсәйтә, — тине Венера Вәлиева. — Уларға, үҙ фәненән тыш, педагогиканы, психологияны тәрән белеү ҙә мөһим. Мәғариф тураһындағы яңы законда тәрбиә эшенә лә ҙур иғтибар бүленә — туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәре баланың күңеленә рух, илһөйәрлек һалыу урыны ла булырға тейеш. Үҙ милләтеңдең тарихына, йолаларына, башҡа халыҡтарҙың ошондай уҡ ҡиммәттәренә ихтирам тәрбиәләү — тел сәйәсәтен уңышлы тормошҡа ашырыуҙың төп нигеҙе.

Башҡорт теле мәктәптән һуң кәрәкме?

Барлыҡ маҡсаттың нигеҙе әлеге лә баяғы дәреслектәргә барып тоташа. Уларҙы, шулай уҡ педагогтар өсөн ҡулланма әсбаптарҙы үҙгәртеү, яңыһын төҙөү бурысы тағы ла арта. Ошо урында республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың былтыр декабрҙә "Коммерсантъ" гәзитенә биргән интервьюһында әйткән һүҙҙәрен иҫкә төшөрәйек. "XI класты тамамлаған күп кенә урыҫ балаһы башҡортса һаулыҡ һораша ла, ябай һүҙҙәрҙе әйтә лә белмәй, — тигәйне төбәк башлығы. — Уҡытыуҙың сифатын яҡшыртырға кәрәк. Балаларҙың башын морфология, синтаксис ҡағиҙәләре менән ҡатырмайынса, уларҙы ябай һөйләш телмәрен өйрәтеү мөһим. Уҡытыу программаһы һөҙөмтәле, ҡыҙыҡлы булырға тейеш".
Әммә, дәүләт, йәмғиәт тарафынан ниндәй генә сара күрелмәһен, телде үҫтереүҙең ғаиләнән башланырға тейешлегенә, был юлдың күпкә һөҙөмтәлерәк икәнлегенә көндән-көн нығыраҡ инана барабыҙ. "Башҡортостан" гәзитендә лә был хаҡта Рауил Бикбаев, Мәрйәм Бураҡаева, Рафаэль Аҙнағолов, Ләлә Бейешева кеүек күренекле милләттәштәребеҙҙең яҙмалары даими донъя күрә. Уларҙың фекеренә ҡеүәт булараҡ, Рәсәйҙең мәғариф тураһындағы яңы законында ата-әсәгә мәктәп тормошонда яҡындан ҡатнашыу хоҡуғы киңәйтелгән. Тимәк, милләттәштәребеҙгә туған телде уҡытыу эшен ойоштороуҙа ла әүҙем булыу мөмкинлеге асыла.
"Ярай, балаға бөтөн шартты тыуҙырҙың да ти, башҡорт теле аҙаҡтан нимәгә кәрәк һуң уға?" — тигән фекер ҙә һаман осрап ҡуя. Мәктәп — киләсәккә әҙерләү урыны, тибеҙ. Ысынлап та, әгәр башҡорт теле өлкәндәрҙең тормошонда бигүк ҙур әһәмиәткә эйә түгел икән, баланың да уны өйрәнеүгә дәрте шул кимәлдә ҡаласаҡ — алда ниндәйҙер маҡсат торһа ғына, ынтылыш барлыҡҡа килә бит. Һәр эштең башы, дауамы, юғары нөктәһе була. Тимәк, башҡорт теленең дәүләт статусын һаҡлап ҡалыуын теләйбеҙ икән, ул мәктәп кимәлендә генә өйрәнелергә түгел, ә һәр быуындың тормошона үтеп инергә тейеш. Бөгөн ошоноң юлдарын эҙләргә кәрәк. Шул саҡта мәктәптә лә телде уҡытыуҙың сифат кимәле артасаҡ, башҡа милләт балалары өсөн дә стимул барлыҡҡа киләсәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы

Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт, татар, тажик, үзбәк, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, төркмән, азербайжан... Республикабыҙҙа йәшәгән төрлө...

Тотош уҡырға 2 605

50 мең һум кемдә?

50 мең һум кемдә? 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

“Урал аръяғы тауышы” йыр-моң конкурсының еңеүсеһе билдәле булды. Ул – 15 йәшлек Сибай ҡыҙы...

Тотош уҡырға 2 604

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты...

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты... 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Республикабыҙҙа театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә. Ошо көндәрҙә штандарт йылайырҙарҙан...

Тотош уҡырға 2 262

Йондоҙ ниңә юғалған?

Йондоҙ ниңә юғалған? 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ҡазандағы Дан аллеяһынан Хәниә Фәрхиҙең хәтер йондоҙо юғалған....

Тотош уҡырға 1 421

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе?

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе? 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Бөрйән районында Башҡортостандың 100 йыллығына, Театр йылына арналған “Тамаша-2019” фестивале үтте....

Тотош уҡырға 1 242

25 йылдың иң яҡшыһы...

25 йылдың иң яҡшыһы... 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ике йыллыҡ тынлыҡтан һуң Байегет йәнә концерт ҡуймаҡсы....

Тотош уҡырға 1 512

Сәхнә яратһаң, бында кил!

Сәхнә яратһаң, бында кил! 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ошонда сыныға....

Тотош уҡырға 1 308

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр...

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр... 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Уҡыусыларҙың яҙғы каникулы булыуға ҡарамаҫтан, Сибай һынлы сәнғәт мәктәбендә оҫталыҡ дәрестәре...

Тотош уҡырға 1 315

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы”

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Халыҡ-ара театр көнө уңайынан Баймаҡ үҙәк китапханаһында “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” исемле фотокүргәҙмә...

Тотош уҡырға 1 136

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Йыр-моңға ла, бейеүгә лә берҙәй маһир, ундан ашыу музыка ҡоралында оҫта уйнаған, башҡорт...

Тотош уҡырға 1 243

Ҡурсаҡ театры яңыра

Ҡурсаҡ театры яңыра 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, ниһайәт, капиталь ремонтланасаҡ һәм уға яңы төкәтмә төҙөйәсәктәр....

Тотош уҡырға 1 151

Сәнғәтте яратҡандар

Сәнғәтте яратҡандар 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Профессиональ сәнғәткә хеҙмәт итеүселәрҙе берләштергән байрам булараҡ һәр ижади коллектив өсөн...

Тотош уҡырға 1 373