Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тотош бер быуынды наҙан итәсәкбеҙ
(З. Нурғәлин, “Әҙәби телде үҙгәртергә ярамаймы?”, 2012 йыл, 7-8 август)
“Башҡортостан” гәзитендә 2011 йылдың 16 декабрь һанындағы “Ҡанға һеңгәнде үҙгәртеп булмай” исемле мәҡәләмә яуап рәүешендә сыҡҡан ҙур күләмле яҙманы уҡый башлағас, иң тәүҙә “Автор оппонентының мәҡәләһен иғтибар менән ҡарап сыҡтымы икән?” тигән уй башҡа килә, сөнки унда һүҙ бөтөнләй икенсе юҫыҡта бара.

Минең мәҡәләлә күплек ялғауҙарының һүҙҙең аҙағындағы өнгә ҡарап дүрт вариантта (-тар, -дар, -ҙар, -лар) килеүе төрки телдәр үҫешендәге иң боронғо күренештәрҙең береһе булыуы күрһәтелеп, уның әҙәби телебеҙҙең бер грамматик нормаһы итеп дөрөҫ алыныуы ғилми нигеҙләнә. Унда шулай уҡ оппонентыбыҙ филология фәндәре докторы, тарих фәндәре кандидаты Зиннур Нурғәлиндең, Сәғит Мирасҡа эйәреп, “дүрт бөгөлөш ялғауҙарын үҙләштереү көньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш диалекттар һөйләштәренә үтә ҡатмарлы мәсьәлә” тип ышандырырға тырышыуының да буш һүҙ икәнлеге, киреһенсә, бөтә һөйләштәрҙә лә ошолай дүрт фонетик вариантта йөрөгән морфологик формаларҙың күп булыуы аныҡ миҫалдар менән тәфсирләп күрһәтеп кителгәйне. Һуңынан “Был формаларҙың ошолай дүрт фонетик вариантта килеүе — әҙәби телдең генә түгел, ә дөйөм халыҡ теленең нормаһы. Улар ҡаныбыҙға һеңгән” тип йомғаҡлап ҡуйылғайны.
Ярай, бындай дүрт бөгөлөштә килә торған формаларҙың башҡорт теленең бөтә диалект һөйләштәрендә лә киң ҡулланылыуын оппонентыбыҙҙың быға тиклем яҙған мәҡәләләрендә күҙ уңынан ысҡындырыуы, белмәүе лә мөмкин. Әле килеп, ул формаларҙың һәр береһен, күп миҫал килтереп, бармаҡ менән төртөп күрһәтеп сыҡҡандан һуң да, һаман белмәмеш-күрмәмеш була.
Үрҙә әйтеп үтелгәнсә, беҙҙең мәҡәләлә һүҙ күплек ялғауҙары тураһында ғына бара, ә Зиннур Нурғәлин иһә беҙҙе “әҙәби телебеҙгә ревизия яһамауҙы, әҙәби телдең нормаларын үҙгәртмәүҙе талап итә” тип ғәйепләргә маташа.
Мәҡәләбеҙҙең аҙағында беҙ хәҙер инде башҡорт диалекттары һәм һөйләштәренең юғары фәнни кимәлдә бөтә яҡлап ентекле өйрәнелгәнлеге, уларҙың һәр береһе буйынса бынамын тигән ғилми хеҙмәттәр яҙылыуы, ғөмүмән, башҡорт тел ғилеменең ҡаҙаныштары тураһында һөйләп, “әйтелгәндәрҙән сығып фекер йөрөткәндә, башҡорт теленең диалект һәм һөйләштәре, әҙәби телдең нормалары һәм уларҙы үҙгәртеү тураһында һаман да үткән быуаттың 20-се йылдары кимәлендә ҡабат-ҡабат һүҙ ҡуҙғатыуҙы урынлы тип булмай” тип йомғаҡлап ҡуйғайныҡ. Бына ошо йомғаҡлауҙың аҙағындағы “һаман да үткән быуаттың 20-се йылдары кимәлендә” тигән һүҙҙәр ни өсөндөр һыҙып ташланған. Һөҙөмтәлә “һаман да 20-се йылдар кимәлендә” түгел, ә “ғөмүмән һүҙ ҡуҙғатыу” килеп сыға. Зиннур Нурғәлиндең бөтә яуап һүҙе лә ошоға нигеҙләнгән. Мәҡәләнең исеме лә бит “Әҙәби телде үҙгәртергә ярамаймы?” тип алынған. Әйтерһең, әҙәби тел нормалары бер күплек аффикстарынан ғына тора! Уның лексик, фонетик, морфологик һәм синтаксик нормалары бар, ә күплек ялғауҙарының нисек алыныуы — телдең күп һанлы морфологик билдәләренең береһенең фонетик варианты ғына.
Был мәҡәләһендә лә оппонентыбыҙ, бынан алдағыларындағы кеүек үк, башҡорт әҙәби телендә күплек ялғауҙарын -лар/-ләр тип кенә ҡалдырыу мәсьәләһен күтәрә. Үҙенең ошо талабын ҡеүәтләр өсөн ул хатта үҙенә ҡаршы яҙылған мәҡәләләрҙәге айырым фразаларҙы, дөйөм контекстан йолҡоп алып, үҙ файҙаһына бороп ҡарарға итә. Был юлы ла ул академик Зиннур Ураҡсиндың “Бындай үҙгәртеүҙәр кәрәгерме?” тигән мәҡәләһенән (әлбиттә, яҙманың исемен әйтмәй генә) әҙәби телебеҙҙең торошо, телде артабан камиллаштырыу хаҡында ваҡыт-ваҡыт фекер алышып тороу кәрәклеге, лексик нормаларҙы камиллаштырыу тураһындағы дөйөм һүҙҙәрҙе генә килтереп, ундағы төп фекерҙе әйтмәй, йомоп ҡалған. Ә унда былай тип яҙылған: “Шулай ҙа хәҙер килеп, билдәләнгән нормалар 80 йылдан ашыу ғәмәлдә булғас, грамматик, фонетик нормаларға ҡағылырға ярамаҫ. Был бит бер-ике дәреслекте алыштырыу ғына түгел, тотош бер быуынды грамотаһыҙ итеүгә бәрәбәр... Мәҡәләнең авторына (йәғни Зиннур Нурғәлингә. — З.Ә.) эйәреп, дүрт бөгөлөш күплек ялғауҙарын — -лар/-ләргә генә ҡалдырһаҡ, һүҙъяһалышты ни эшләтәбеҙ? Яҡташ, фекерҙәш, фронтташ һүҙҙәре яҡлаш, фекерләш, фронтлашҡа әйләнәме? Бер нәмәне үҙгәртеү тотош системаны боҙоуға килтерә бит” (“Башҡортостан”, 21.03.2006).
Дүрт бөгөлөштә бик аҙ халыҡ һөйләшә тип әйтеп, оппонентыбыҙ, педагогика фәндәре кандидаты, профессор Әхмәр Аҙнабаевтың һүҙҙәрен ҡабатлап, был форма таралған көнсығыш диалекттың сиген әллә белмәйенсә, әллә юрамал бик тарайтып, “Баймаҡ, Әбйәлил, Учалы райондарының яртыһы, Бөрйәндә бер нисә ауыл” тип кенә күрһәтә. Ә ҡайҙа һуң Башҡортостандың Балаҡатай, Ҡыйғы, Мәсетле, Дыуан, Салауат, Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Ҡоншаҡ, Ҡуҫа, Сыбаркүл һәм Ҡурған өлкәһенең Әлмән, Сафакүл райондарында йәшәүсе башҡорттар?
Бынан тыш, эш бит һанда ғына ла түгел. Әле һүҙ барған мәҡәләбеҙҙә ҡарап кителгәнсә, дүрт бөгөлөшлө күплек ялғауҙары — төрки телдәрҙәге (шул иҫәптән башҡорт телендәге) иң боронғо күренештәрҙең береһе. Унан килеп, “Урал батыр”, “Аҡбуҙат” кеүек бөйөк эпостарыбыҙҙың ошо көнсығыш диалект вәкилдәренән яҙып алыныуын да онотмайыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Рияз Мәсәлим
    Рияз Мәсәлим от 12.03.2013, 05:56
    Профессор Зыя Әбсәләмов йөҙ процент хаҡлы!!!
    Афарин, Зыя милләттәш!






Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы

Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт, татар, тажик, үзбәк, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, төркмән, азербайжан... Республикабыҙҙа йәшәгән төрлө...

Тотош уҡырға 2 571

50 мең һум кемдә?

50 мең һум кемдә? 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

“Урал аръяғы тауышы” йыр-моң конкурсының еңеүсеһе билдәле булды. Ул – 15 йәшлек Сибай ҡыҙы...

Тотош уҡырға 2 571

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты...

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты... 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Республикабыҙҙа театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә. Ошо көндәрҙә штандарт йылайырҙарҙан...

Тотош уҡырға 2 252

Йондоҙ ниңә юғалған?

Йондоҙ ниңә юғалған? 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ҡазандағы Дан аллеяһынан Хәниә Фәрхиҙең хәтер йондоҙо юғалған....

Тотош уҡырға 1 409

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе?

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе? 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Бөрйән районында Башҡортостандың 100 йыллығына, Театр йылына арналған “Тамаша-2019” фестивале үтте....

Тотош уҡырға 1 232

25 йылдың иң яҡшыһы...

25 йылдың иң яҡшыһы... 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ике йыллыҡ тынлыҡтан һуң Байегет йәнә концерт ҡуймаҡсы....

Тотош уҡырға 1 495

Сәхнә яратһаң, бында кил!

Сәхнә яратһаң, бында кил! 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ошонда сыныға....

Тотош уҡырға 1 294

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр...

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр... 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Уҡыусыларҙың яҙғы каникулы булыуға ҡарамаҫтан, Сибай һынлы сәнғәт мәктәбендә оҫталыҡ дәрестәре...

Тотош уҡырға 1 301

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы”

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Халыҡ-ара театр көнө уңайынан Баймаҡ үҙәк китапханаһында “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” исемле фотокүргәҙмә...

Тотош уҡырға 1 123

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Йыр-моңға ла, бейеүгә лә берҙәй маһир, ундан ашыу музыка ҡоралында оҫта уйнаған, башҡорт...

Тотош уҡырға 1 232

Ҡурсаҡ театры яңыра

Ҡурсаҡ театры яңыра 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, ниһайәт, капиталь ремонтланасаҡ һәм уға яңы төкәтмә төҙөйәсәктәр....

Тотош уҡырға 1 136

Сәнғәтте яратҡандар

Сәнғәтте яратҡандар 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Профессиональ сәнғәткә хеҙмәт итеүселәрҙе берләштергән байрам булараҡ һәр ижади коллектив өсөн...

Тотош уҡырға 1 363