Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Көтөп алынған хеҙмәтЗ. Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә ҙур тираж менән филология фәндәре докторы, профессор Рәшит Шәкүрҙең “Башҡорт диалектологияһы” тигән уҡыу ҡулланмаһы баҫылып сыҡты.

Хеҙмәт монографик планда яҙылған һәм ғәйәт ентекле эшләнгән инеш өлөштән, йәнә “Башҡорт теленең диалекттары һәм һөйләштәре” тигән төп бүлектән тора. Автор башта диалект, һөйләш, һөйләшсә, һөйләштәр төркөмө кеүек төшөнсәләргә аңлатма бирә, диалектология фәненең тикшереү объектына, бурыстары һәм маҡсаттарына, диалекттарҙы һәм һөйләштәрҙе өйрәнеүҙең әһәмиәтенә, башҡорт теленең диалекттарын асыҡлауҙың тарихына һәм уны классификациялау мәсьәләләренә туҡталып үтә. Шуға нигеҙләнеп, диалекттарҙың һәм һөйләштәрҙең өр-яңынан эшләнгән хәҙерге классификацияһын тәҡдим итә. Шуныһы айырыуса иғтибарға лайыҡ: Рәшит Шәкүр башҡорт теленең диалекттар системаһын классификациялау мәсьәләһенә ғәйәт ҙур яңылыҡ индергән.
Был йәһәттән уның, беренсенән, телебеҙҙең өс диалектҡа бүленеше тураһындағы концепцияны тағы ла тәрәнерәк һәм ышаныслыраҡ дәлилләүе иғтибарҙы йәлеп итә һәм, икенсенән, бығаса диалектологтарыбыҙҙың иғтибарынан ситтә ҡалып килгән асыуҙы, егән кеүек һөйләштәрҙе курстың программаһына индереп ебәреүе телебеҙҙең даирәһен бермә-бер киңәйтә. Ә инде егән һәм өршәк һөйләштәренең диалектология фәнендә тәү башлап тасуирланыуы айырыуса әһәмиәтле. (Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: “Башҡорт теленең өршәк һөйләше” тигән тема буйынса Рәшит Шәкүрҙең ғилми етәкселегендә башҡорт теле уҡытыусыһы Р.Ш. Алсынбаева 2008 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланы). Хәҙерге башҡорт тел белемендә, диалектология фәненең беҙҙең осорҙағы торошонан сығып, башҡорт теленең өс диалекттан (көнсығыш, көньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш) һәм шул диалекттар составында ун алты һөйләштән йәнә ун туғыҙ һөйләшсәнән тороуын раҫларға мөмкин, тип билдәләй автор.
“Башҡорт теленең диалекттары һәм һөйләштәре” тигән төп бүлектә һәр диалект һәм һөйләш этнолингвистик планда махсус тикшеренеү өлгөһө булараҡ ғәйәт ҡыҙыҡлы. Диалектты һәм һөйләште тел йәһәтенән тасуирлар алдынан автор уларҙың территорияһы, халыҡтың тарихы, ырыу-ҡәбилә составы тураһында мәғлүмәттәр менән таныштыра, артабан шул фонда был берәмектәрҙең фонетик, морфологик һәм лексик үҙенсәлектәрен эҙмә-эҙлекле күрһәтеп бирә. Был үҙенсәлектәр әҙәби тел һәм һирәкләп бүтән төрки телдәр менән сағыштырма планда билдәләнә. Автор шулай уҡ диалект күренештәренең топонимиялағы сағылышы мәсьәләһенә лә иғтибар бүлә, теге йәки был ер-һыу атамаһының мәғәнәһенә йыш ҡына халыҡтың урындағы һөйләү теле үҙенсәлектәренә таянып аңлатма бирә.
Һөйләштәргә арналған бүлексәләрҙең аҙағында йәнле һөйләү теле өлгөләре тәҡдим ителә. Китапта башҡорт диалектологияһы буйынса бай әҙәбиәт исемлеге, башҡорт теленең диалекттар картаһы, диалекттар системаһының классификацияһын күрһәтеүсе таблица урынлаштырылған. Хеҙмәт “Диалекттарҙы һәм һөйләштәрҙе өйрәнеү өсөн материалдар йыйыу методтары һәм алымдары” тигән параграф менән тамамлана. Был иһә китаптың юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн уҡыу әсбабы булараҡ ҡиммәтен тағы ла күтәрә. Шул уҡ ваҡытта был мәктәп уҡытыусылары өсөн дә бик кәрәкле ҡулланма.
Башҡорт диалектологияһы, тел белеменең бер тармағы булараҡ, артабан да үҫә, тәрәнәйә барырға тейеш. Диалекттарыбыҙҙы һәм һөйләштәребеҙҙе тағы ла ентеклерәк өйрәнеү, уларҙы фонетик, грамматик һәм лексик планда бер-береһе, әҙәби һәм бүтән төрки телдәр (шулай уҡ, бәлки, төрки булмаған телдәр менән дә) сағыштырып тикшереүҙәр үткәреү, халыҡ теле, археология, этнография, мифология, топонимия мәғлүмәттәренә таянып, халҡыбыҙ тарихының боронғо дәүерҙәренә бәйле һорауҙарға ла яуап табыу мөмкинлеге тыуасаҡ, ти автор. Был фекерҙәр менән килешмәү мөмкин түгел.
Авторға бер генә кәңәш бирер инем: һөйләштәргә арналған параграфтар күләм яғынан бер-береһенән ныҡ айырылып торорға тейеш түгел. Мәҫәлән, көнсығыш диалекттың арғаяш, мейәс һөйләштәренә урын аҙыраҡ бирелгән. Был һөйләштәрҙе лә ентеклерәк яҡтыртырға кәрәк ине.
Профессор Рәшит Шәкүрҙең был китабы башҡорт теленең диалекттарын һәм һөйләштәрен яңынан эшләнгән классификация нигеҙендә системалаштырған һәм мөмкин тиклем тулыраҡ яҡтыртыуға арналған хеҙмәт булараҡ фәнебеҙ өсөн ғәйәт әһәмиәтле. Диалектология буйынса бындай юғары кимәлдәге уҡыу ҡулланмаһы күптән кәрәк ине.
Рәшит ӘЛМӨХӘМӘТОВ,
педагогия фәндәре кандидаты,
М. Аҡмулла исемендәге
БДПУ профессоры.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы

Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт, татар, тажик, үзбәк, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, төркмән, азербайжан... Республикабыҙҙа йәшәгән төрлө...

Тотош уҡырға 2 629

50 мең һум кемдә?

50 мең һум кемдә? 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

“Урал аръяғы тауышы” йыр-моң конкурсының еңеүсеһе билдәле булды. Ул – 15 йәшлек Сибай ҡыҙы...

Тотош уҡырға 2 627

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты...

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты... 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Республикабыҙҙа театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә. Ошо көндәрҙә штандарт йылайырҙарҙан...

Тотош уҡырға 2 269

Йондоҙ ниңә юғалған?

Йондоҙ ниңә юғалған? 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ҡазандағы Дан аллеяһынан Хәниә Фәрхиҙең хәтер йондоҙо юғалған....

Тотош уҡырға 1 428

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе?

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе? 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Бөрйән районында Башҡортостандың 100 йыллығына, Театр йылына арналған “Тамаша-2019” фестивале үтте....

Тотош уҡырға 1 251

25 йылдың иң яҡшыһы...

25 йылдың иң яҡшыһы... 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ике йыллыҡ тынлыҡтан һуң Байегет йәнә концерт ҡуймаҡсы....

Тотош уҡырға 1 520

Сәхнә яратһаң, бында кил!

Сәхнә яратһаң, бында кил! 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ошонда сыныға....

Тотош уҡырға 1 313

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр...

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр... 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Уҡыусыларҙың яҙғы каникулы булыуға ҡарамаҫтан, Сибай һынлы сәнғәт мәктәбендә оҫталыҡ дәрестәре...

Тотош уҡырға 1 323

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы”

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Халыҡ-ара театр көнө уңайынан Баймаҡ үҙәк китапханаһында “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” исемле фотокүргәҙмә...

Тотош уҡырға 1 141

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Йыр-моңға ла, бейеүгә лә берҙәй маһир, ундан ашыу музыка ҡоралында оҫта уйнаған, башҡорт...

Тотош уҡырға 1 249

Ҡурсаҡ театры яңыра

Ҡурсаҡ театры яңыра 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, ниһайәт, капиталь ремонтланасаҡ һәм уға яңы төкәтмә төҙөйәсәктәр....

Тотош уҡырға 1 154

Сәнғәтте яратҡандар

Сәнғәтте яратҡандар 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Профессиональ сәнғәткә хеҙмәт итеүселәрҙе берләштергән байрам булараҡ һәр ижади коллектив өсөн...

Тотош уҡырға 1 379