Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Телдәр — донъя хазинаһы...
Телдәр — донъя хазинаһы...Тәржемә — яратҡан шөғөлөм. Бының менән Белорет районының “Урал” гәзитендә эшләгәндә мауыҡҡайным, аҙаҡ ул төп һөнәрем дә булып алды: баҫманың дубляж буйынса баш мөхәррир урынбаҫары булдым. Баҫма саф башҡортса ғына сыға башлағас та тәржемәләнгән мәҡәләләрҙе күп бирә инек, сөнки, йөшерен-батырын түгел, ул саҡта башҡортса яҙған журналистарҙы, авторҙарҙы көндөҙ шәм яндырып эҙләргә кәрәк ине бит. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа эшләгән йылдарымда ла яратҡан шөғөлөмдө ташламаным. Хөкүмәт ҡарамағында ойошторолған Терминология хеҙмәте ағзаһы булып торҙом, тәржемәгә ҡағылышлы мәҡәләләрем донъя күрҙе. Былтыр кластан тыш уҡыу китаптары өсөн Андерсендың бер нисә әкиәтен бик яратып башҡортсаға әйләндерҙем.

Бөгөн дә тәржемә менән мауығыуымды ташламайым. Хәҙер инде Википедияла монголса-башҡортса һүҙлекте тамамлап киләм, төрөксә-башҡортса һүҙлек төҙөй башланым. Ошо телдәрҙе өйрәнеү күңелгә рәхәтлек бирә — донъя хазинаханаһы бит улар. Шөғөлөмдө ваҡыты-ваҡыты менән шиғриәттә лә һынап ҡарайым. Әлбиттә, урыҫ телен яҡшы беләбеҙ, тәржемә аша уҡығанда күп нәмәне юғалтабыҙ. Әммә Пушкин шиғырҙарының арбағыс көсөн, шул заман һулышын, тәмен барыбер ҙә һәр кем үҙенсә тоялыр, үҙенсә кисерәлер. Пушкиндың бөйөклөгөнә, камиллығына етә алыу мөмкин дә түгел, әммә бит әле уны һәр кем үҙенсә уҡыу хоҡуғына эйә. Тәржемәләрем аша бына ошо хистәремде, күҙаллауҙарымды күрһәткем килде.
Ғүмәр Хәйәмдең робағиҙарын иһә мин тәржемә тип атай алмайым, сөнки төп нөсхәһен күргәнем юҡ, фарсы телен дә белмәйем. “Ҡуян һурпаһының һурпаһы” тигән ише булһа ла, шулар аша ла ни тиклем ҡеүәтле фекер көсө, Аллаһ бүләк иткән кеше аңының матурлығы килеп етә алған икән, төп нөсхәһе ниндәйҙер! Бер үк әҫәрҙәренең әллә күпме автор тәржемәләрен өйрәнеп, уларҙы ошолай аңлайым, ҡабул итәм. Шуға ла был тәржемәләремде бары “Ғүмәр Хәйәмгә эйәреп” тигән баш менән генә бирә алам. Бөйөк сыуаш шағиры К.В. Ивановтың “Нарспи” поэмаһынан өҙөк. Уны мин сыуаш теленән туранан-тура тәржемә иттем.
Ошо яҡты донъяла
Юҡ әҙәмдән ҙур түрә,
Һыу йөҙө, ер йөҙөндә
Хужа булып ул тора.
Әммә бөйөк әҙәм дә
Донъя-малға ҡыҙыға.
Аҡса менән араҡы
Иҫ-аҡылдан яҙҙыра.
Былтыр Ҡытайҙа үткәрелгән йыр конкурсында Удмаа исемле үкһеҙ етем монгол малайы моңло тауышы менән илендә генә түгел, унан ситтә лә тыңлаусылар хайран ҡалырлыҡ итеп әсәһе тураһында йыр башҡарҙы. Уны тыңлағанда шул тиклем тетрәндем һәм туған телебеҙгә тәржемә итергә булдым. Көйө лә башҡорт моңона оҡшап тора бит әле! Йырҙың авторҙары — П. Лхамсурэн һәм А. Тегсжаргал.

Яҡында ғына кеүек әсәйем

Монар эсенән нурға ҡойоноп
Әсәйем-бәғрем ҡараған төҫлө.
Ҡайтыуҙарымды өҙөлөп
көтәлер —
Миңә инселәп ҡоя һөт өҫтө.

Яҡында ғына кеүек әсәйем,
Алиһәм итеп уны иҫләйем.

Күктәрҙә йөҙә ҡыйғас болоттар,
Әсәм доғаһы уларҙан килде,
Сәй ҡайнатҡан, ти,
ҡуйып усаҡҡа,
Күҙен талдырып көтәлер инде.

Күгәреп ятҡан тауҙарға табан
Улыҡайыңдың тотҡан юл башы.
Етлегеп килә һинең ҡәҙерлең,
Яҡты хыялы булыр юлдашы.
Уға тиклем мин тиҙ арала донъя йөҙөндә танылыу яулап өлгөргән, ауылдаштар “иҫәүән Сүзан” тип кенә йөрөткән шотландка Сьюзан Бойлдың 2009 йылдың 11 апрелендә Лондон сәхнәһендә башҡарған йырҙы ла тәржемә итеп ҡарағайным. Элин Пейдждың “Тибелгәндәр” мюзиклынан “I Dreamed a Dream” тигән йыр ул.
Төш күргәйнем күптән,
инде күптән,
Киләсәккә өмөттәр ҙур саҡта:
Мөхәббәтем килгән мәңгелеккә,
Хаҡ тәғәлә баҡҡан минең яҡҡа.
Шундай йәшмен,
шундай ҡыйыу үҙем,
Өмөттәр ҙә һүнә-тоҡаналар,
Барыһы ла алда кеүек ине:
Эселәһе шарап, йырлар йырҙар.
Төн ҡарынын ярып әммә
барыҫ килде,
Тауыштары күк күкрәгән төҫлө,
Һәм, ботарлап яҡты өмөттәрҙе,
Өҙөп ҡуйҙы минең татлы төштө.
Ә шулай ҙа һаман хыялланам,
Берҙән-берем табылыр ҙа һымаҡ,
Буш хыялдар икәнлеген беләм,
Тик хистәргә һалып
булмай тоҙаҡ.
Мин төш күрҙем,
яҙмыш үҙгәргән, тип,
Оҡшамаған һис тә өндәгемә,
Ә уяндым башҡа тормошта мин.
...Төш-хыялдар үлгән,
күптән үлгән.
Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә яугир-интернационалистар иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйылды. Һуғышта һәләк булғандар иҫтәлегенә урыҫ һәм башҡорт телендә яҙылған шиғыр ҙа яҙылып ҡуйылған. Уныһын үҙем урыҫсанан башҡортсаға тәржемә иткәйнем.
Яҙмаған беҙгә бәхеттәр:
Беҙ — һөйөлөп туймағандар.
Тик әсәләр һаман көтә,
Өмөттәрен юймағандар.
Һиҫкәнәләр, беҙҙер тиеп,
Елдәр ҡаҡһа ишек-ҡапҡа,
Улым тере, тере, тиеп,
Ышанмайса “ҡара” хатҡа.
Хәтерҙәрҙә йәшәгәндә
Ябылмаҫтар ҡайтыр юлдар,
Татлы төштәргә инербеҙ —
Шәһит булып ҡалған улдар.
Талпынып, йәнебеҙ осор,
Әсәйҙәр, һеҙ ҡалған яҡҡа.
Беҙҙе үлем ала алмай
Хәтер тере тотҡан саҡта.

Ғүмәр Хәйәмгә эйәреп

Диңгеҙ һыуы янһа-яныр —
беҙ ҡәнәғәт тапмабыҙ,
Бәхет һауыттары булһа,
ватмайынса ҡайтмабыҙ.
Тулы һауыт һоналармы?
Алма, барыбер түгерһең,
Барға ҡәнәғәт булмаҫһың,
ә юғына түҙерһең.

* * *
Кем сәскән һөйөү гөлдәрен
йөрәге яраһына,
Үтмәгән бындай сабырҙың
ғүмере зая ғына!
Зая түгел — Аллаһынмы
йөрәге менән тойған,
Һәм фанилыҡ шәрбәтен дә
кәсәгә тулы ҡойған.

* * *
Меҫкен йәнем әрнегәндә
Еңеләйт хәлдәремде.
Йәшер, Раббым, яуыз күҙҙән
Гонаһлы мәлдәремде.
Сәғәҙәтле булайымсы
Бөгөн — бер аҙға ғына.
Иртәгә миһырбан һорап
Баҫырмын алдарыңа.

* * *
Ташланған туп әйтә алмай,
“Ярай” ҙа, “юҡ” та тиеп,
Уйнаусы ҡайҙа ташлаһа,
Тик шунда барып тейер.
Беҙҙе лә, һорап тормайса,
Ташлайҙар был донъяға,
Тәҡдиреңдән ысҡындырмай,
Көн артынан көн аға.

* * *
Хеҙмәтеңә юҡмы хөрмәт?
Уйлама быны — онот.
Тормошоң торғаны төрмә?
Уйлама быны — онот.
Тәҡдир дәфтәрен асҡан ел
Йәлләп үткәндер, бәлки,
Шунан да бәхетһеҙ битен
Асмай киткәндер, бәлки.

* * *
Тормош — ул сәхнә,
беҙ шунда — ҡурсаҡ,
Уйнап бөтөрбөҙ беҙ унда бер саҡ
Тормош пьесаһын.
Һәм алдыбыҙҙа
Асырҙар һандыҡ —
осорбоҙ шунда.

* * *
Хәсрәт бирә тора яҙмыш —
тәҡдирең юҡ алмаҫҡа,
Ҡайғыларын өҫтәй тора
бәләләргә алмашҡа.
Бәхетлеләр — был донъяға
килгәндәр әҙгә генә,
Ә килеп тә тормағандар —
бәхетлеләр мәңгегә.

* * *
Бәхәсләшә күрмә
яуыз хакимдар менән,
Улар үҙен бәндәләрҙән
юғары күрә гелән.
Ишәк түгеллегең һиҙһә,
эсер улар ҡаныңды,
Иманһыҙ, кафыр, тип,
илгә таратырҙар даныңды.

* * *
Һәр саҡ ғилемгә тартылдым,
бик күпте белдем һымаҡ,
Донъяның серханаһына асылып
торҙо йоҙаҡ.
Етмеш ике йыл буйына
көн-төн уйлап төшөндөм,
Шыр наҙанмын икән дәһә,
Донъя ул — сикһеҙ йомаҡ.

* * *
Аллаһыҙ тиһеңме мине?
Әйтәһең көфөр хәбәр,
Топ-тоғро минең иманым һуңғы
сәғәткә ҡәҙәр.
Мине лә иманһыҙ тиһәң,
шундай һөҙөмтә көт һин —
Бар донъяны урап сығып,
тапмаҫһың бүтән мөьмин.

* * *
Хөрәфәттәргә ышандым,
Табындым тик боттарға,
Тик ялған инаныстарым
Һалды мине уттарға.
Йыр-шиғыр тип хыялланып,
Исемде һаттым инде.
Шарап һалған һай кәсәгә,
Хур булып, баттым инде.

* * *
Дошмандарым минең хаҡта
Фәйләсуф тиҙәр,
Әйткәндәре әммә тормай
Тишек тин ҡәҙәр.
Улар уйлағандан күпкә
Мин түбәнерәк,
Аңламайым сөнки, ниңә
Мин ерҙә кәрәк.

* * *
Тормош нимә? Ул — йәрминкә...
Унда дуҫтар күҙләмә.
Тормош нимә? Ул — һыҙланыу...
Унан дарыу эҙләмә.
Ихлас йылмай бәндәләргә,
Һис кенә лә үҙгәрмә,
Тик кешегә өмөт тотма —
Йылмайыуын эҙләмә.

* * *
Бер китербеҙ. Ә донъяға —
Беҙ бар ни ҙә юҡ ни.
Эҙ ҙә ҡалмаҫ. Ә донъяға —
Беҙ бар ни ҙә юҡ ни.
Был донъялар балҡып торған
Беҙ булғансы уҡ бит.
Юғалырбыҙ. Ә ул балҡыр —
Беҙ бар ни ҙә юҡ ни.

* * *
Их, Ғазраил юлға сыҡмаҫ элек
Килһен ине изге фәрештә,
Ғәмәл дәфтәремдә төҙәткеләп
Һалып ҡуйһын ине ғәрешкә.

* * *
Хәйәм донъя ҡыуыусыны аңламай,
тиҙәр,
Өҙлөкһөҙ китап уҡыуҙан айнымай,
тиҙәр,
Кем нимәгә өлгәшә һуң —
аңла нығыраҡ,
Бер Аллаһ ҡына беләлер —
кем айнығыраҡ.
Ғилемленең тишек тиндәй
юҡтыр ҡәҙере,
Наҙандарҙан йырағыраҡ
торһон ҡәберең.
Шуға донъяны онотоп, уҡыйым
китап,
Ҡалдырам килер быуынға бер көйлө
хитап.
Сереп байып бөтһәң дә һин —
шуны онотма,
Ғүмерең ахыры оҙонаймаҫ
хатта минутҡа.
Китап (Ҡөрьән) һүҙен
аңламайса йәшәүең етер,
Бәлки, йәнең иртәгә үк баҡыйға
китер.

Бер ҡулға беҙ шарап тотоп
һыйланабыҙ,
Икенсегә Ҡөрьән тотоп
ҡыйланабыҙ,
Бер Аллаға, бер иблискә сәждә
ҡылып,
Нәфсебеҙҙе тыя белмәҫ диуанабыҙ.

Тилебаш

Тау артлап атыштар бара;
Яҡтар ҡыла тамаша;
Тилебаш дыуамал, ҡара,
Атта елә тау аша.
Тилебаш! Инмә алышҡа,
Йәллә әүәл йәнеңде,
Амин, тип ауаз һалышҡа
Һөңгө тишер тәнеңде.
Әй, казак! Яуға атылма,
Ҡайҙа шулай ашҡындың:
Тилебаш ярһыу атында
Ҡырҡып алыр башыңды.
Еләләр, үс-нәфрәт таша,
Бер кем һелтәнмәй яҙа:
Һөңгө үткән тиле аша
Һәм башһыҙ ята казак.
“Делибаш” — Александр Пушкиндың урыҫ-төрөк һуғышы ваҡытында яҙған шиғыры. Шиғырға атама биргән һүҙ төрөк сығышлы һәм беҙгә тәржемәһеҙ ҙә аңлашылып тора — тилебаш, йәғни, дыуамал.
Гүзәл СИТДИҠОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы

Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт, татар, тажик, үзбәк, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, төркмән, азербайжан... Республикабыҙҙа йәшәгән төрлө...

Тотош уҡырға 2 617

50 мең һум кемдә?

50 мең һум кемдә? 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

“Урал аръяғы тауышы” йыр-моң конкурсының еңеүсеһе билдәле булды. Ул – 15 йәшлек Сибай ҡыҙы...

Тотош уҡырға 2 613

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты...

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты... 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Республикабыҙҙа театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә. Ошо көндәрҙә штандарт йылайырҙарҙан...

Тотош уҡырға 2 265

Йондоҙ ниңә юғалған?

Йондоҙ ниңә юғалған? 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ҡазандағы Дан аллеяһынан Хәниә Фәрхиҙең хәтер йондоҙо юғалған....

Тотош уҡырға 1 424

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе?

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе? 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Бөрйән районында Башҡортостандың 100 йыллығына, Театр йылына арналған “Тамаша-2019” фестивале үтте....

Тотош уҡырға 1 247

25 йылдың иң яҡшыһы...

25 йылдың иң яҡшыһы... 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ике йыллыҡ тынлыҡтан һуң Байегет йәнә концерт ҡуймаҡсы....

Тотош уҡырға 1 514

Сәхнә яратһаң, бында кил!

Сәхнә яратһаң, бында кил! 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ошонда сыныға....

Тотош уҡырға 1 309

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр...

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр... 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Уҡыусыларҙың яҙғы каникулы булыуға ҡарамаҫтан, Сибай һынлы сәнғәт мәктәбендә оҫталыҡ дәрестәре...

Тотош уҡырға 1 318

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы”

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Халыҡ-ара театр көнө уңайынан Баймаҡ үҙәк китапханаһында “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” исемле фотокүргәҙмә...

Тотош уҡырға 1 139

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Йыр-моңға ла, бейеүгә лә берҙәй маһир, ундан ашыу музыка ҡоралында оҫта уйнаған, башҡорт...

Тотош уҡырға 1 247

Ҡурсаҡ театры яңыра

Ҡурсаҡ театры яңыра 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, ниһайәт, капиталь ремонтланасаҡ һәм уға яңы төкәтмә төҙөйәсәктәр....

Тотош уҡырға 1 152

Сәнғәтте яратҡандар

Сәнғәтте яратҡандар 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Профессиональ сәнғәткә хеҙмәт итеүселәрҙе берләштергән байрам булараҡ һәр ижади коллектив өсөн...

Тотош уҡырға 1 374