Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҡташ яҙыусылар ижадын өйрәнәбеҙ
Ҡыйғы районы мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары яҡташ яҙыусыларҙың һәм шағирҙарҙың ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, уларҙы киңерәк таратыу буйынса маҡсатлы эш алып бара.

Февраль аҙағында билдәләнгән Халыҡ-ара туған тел көнө айҡанлы Абзай урта мәктәбендә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы Нажиә Игеҙйәнованың ижадына арналған семинар ҙа ошоға асыҡ миҫал булды.

Абзай ауылында тәүге мәктәп бынан йөҙ йыл элек асылған. Шул осорҙан башлап ул әллә күпме билдәле шәхестәрҙең күңелдәренә белем орлоҡтары һалған, зиһендәрен үҫтергән, фән тауҙарына үрләргә этәргес булған. Рәғип Ғимаев, Мөхәмәтхәй Әхмәтов, Рәмзиә Хисамова, Гүзәл Сәғитова һәм башҡалар – шулар рәтендә.

Яҙыусы Нажиә Игеҙйәнованың бала сағы һуғыштан һуңғы ҡырыҫ йылдарға тура килә. Быны уның әҫәрҙәренән дә яҡшы тойомларға була. Ауылдаштары, яҡташтары ҡайһы бер геройҙарының прототиптары үҙҙәре араһынан булыуын да яҡшы белә. Әҙибә, сатира һәм юмор өлкәһендә лә уңышлы ижад итеп, хикәйәләрендә замандаштарының карикатур образдарын тыуҙырып, йәмғиәттең етешһеҙлектәрен оҫта фашлай.

Сарала уҡыусылар Нажиә Игеҙйәнованың әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе уҡыны һәм сәхнәләштерҙе. Ләйсән Сәғирова менән Рәсилә Әминева “Тәҡдир” повесындағы Нәфисә образын бар тулылығында асыуға өлгәште. “Ҡамғаҡ”, “Бәхәс”, “Бажалар” хикәйәләренән сәхнәләште­релгән өҙөктәрҙе лә уҡыусылар ихлас күңелдән башҡарҙы. Сараны алып барыусы Гүзәл Шиһапова менән Азамат Әхтәмов яҙыусының тормош юлы, әҫәрҙәренең үҙенсәлектәре, яҙылыу тарихы менән таныштырҙы. Семинарҙы әҙерләп, юғары кимәлдә ойошторған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айзилә Мәхмүтованың хеҙмәтен дә баһаламау мөмкин түгел.

Сара бай йөкмәткеле булыуы менән яҡшы тәьҫир ҡалдырҙы. Башҡорт теле уҡытыусылары киләһе осрашыуҙы яҡташ шағир Риф Әхмәҙиев белем алған Арыҫлан урта мәктәбендә үткәрергә килеште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы

Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт, татар, тажик, үзбәк, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, төркмән, азербайжан... Республикабыҙҙа йәшәгән төрлө...

Тотош уҡырға 2 627

50 мең һум кемдә?

50 мең һум кемдә? 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

“Урал аръяғы тауышы” йыр-моң конкурсының еңеүсеһе билдәле булды. Ул – 15 йәшлек Сибай ҡыҙы...

Тотош уҡырға 2 626

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты...

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты... 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Республикабыҙҙа театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә. Ошо көндәрҙә штандарт йылайырҙарҙан...

Тотош уҡырға 2 268

Йондоҙ ниңә юғалған?

Йондоҙ ниңә юғалған? 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ҡазандағы Дан аллеяһынан Хәниә Фәрхиҙең хәтер йондоҙо юғалған....

Тотош уҡырға 1 427

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе?

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе? 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Бөрйән районында Башҡортостандың 100 йыллығына, Театр йылына арналған “Тамаша-2019” фестивале үтте....

Тотош уҡырға 1 249

25 йылдың иң яҡшыһы...

25 йылдың иң яҡшыһы... 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ике йыллыҡ тынлыҡтан һуң Байегет йәнә концерт ҡуймаҡсы....

Тотош уҡырға 1 518

Сәхнә яратһаң, бында кил!

Сәхнә яратһаң, бында кил! 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ошонда сыныға....

Тотош уҡырға 1 312

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр...

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр... 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Уҡыусыларҙың яҙғы каникулы булыуға ҡарамаҫтан, Сибай һынлы сәнғәт мәктәбендә оҫталыҡ дәрестәре...

Тотош уҡырға 1 321

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы”

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Халыҡ-ара театр көнө уңайынан Баймаҡ үҙәк китапханаһында “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” исемле фотокүргәҙмә...

Тотош уҡырға 1 140

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Йыр-моңға ла, бейеүгә лә берҙәй маһир, ундан ашыу музыка ҡоралында оҫта уйнаған, башҡорт...

Тотош уҡырға 1 248

Ҡурсаҡ театры яңыра

Ҡурсаҡ театры яңыра 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, ниһайәт, капиталь ремонтланасаҡ һәм уға яңы төкәтмә төҙөйәсәктәр....

Тотош уҡырға 1 153

Сәнғәтте яратҡандар

Сәнғәтте яратҡандар 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Профессиональ сәнғәткә хеҙмәт итеүселәрҙе берләштергән байрам булараҡ һәр ижади коллектив өсөн...

Тотош уҡырға 1 377