Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сибайға ҡарата һөйөү – һүрәттәрҙә
Сибайҙа тыуып үҫеп, әле Санкт-Петербургта йәшәгән һәм ижад иткән рәссам Валериус (Валерий Иванов) атайсалына ҡайтты. Ул ҡасандыр үҙе ҡулына тәүге тапҡыр буяуҙар тотҡан, беренсе һүрәттәрен төшөргән Сибай балалар һынлы сәнғәт мәктәбендә оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.

– Санкт-Петербургта йәшәһәм дә, күңелем гел тыуған яғымда, – тине рәссам. – Интернетта ла, Питер телевидениеһында ла Сибайҙағы экологик хәл тураһында йыш хәбәр ителә. Яҡташтарымдың хәлен беләйем, кәрәк икән, ярҙам итешәйем, кескәй дуҫтарыма оҫталыҡ дәрестәре үткәрәйем тигән ниәт менән сибайҙар янына “осоп” ҡайттым. Шуныһы һөйөнөслө: ҡала халҡы яңғыҙ түгел, килеп тыуған мәсьәләне яйға һалыу өсөн тейешле бар бурыстар атҡарыла, бөтөн көс шул маҡсатҡа йүнәлтелгән. Һөҙөмтәлә урындағы халыҡ тыныс, берҙәм, барыһы ла яҡшы булырына ныҡлы ышана.

Питер рәссамының тыуған ҡалаһына ҡарата һөйөүе сикһеҙ. Ул, мәҫәлән, Сибай карьерын йөрәк рәүешендә эшләп, уны төрлө төҫтәргә буяған. Шулай итеп тыуған ҡалаһына һөйөүен белдергән. Артабан был эште йәш рәссамдәр дауам итергә, киңәйтергә, йәғни үҙенең яратыу тойғоһон төрлө төҫтәр аша күрһәтеп өҫтәргә тейеш. Ҡыҙ һәм малайҙар талантлы рәссам менән бергә эшләүенә ҡыуанды, уның ижад хаҡындағы фәлсәфәүи һүҙҙәрен кинәнеп тыңланы.

Осрашыуҙа Валериустың әсәһе Раиса Хәмитйән ҡыҙы ла ҡатнашты. Уның әйтеүенсә, улын тәүҙә музыка менән шөғөлләнеүгә бирә, әммә сос һәм теремек Валерий һынлы сәнғәт мәктәбенә үҙе барып, һүрәт төшөрөүгә ныҡлы тотона. Артабан Өфөләге һынлы сәнғәт мәктәбен уңышлы тамамлай. Петербургка сәйәхәткә барғанда, ғаилә Эрмитажды күрергә инә, һәм буласаҡ рәссам ошо ҡалаға бөтөн күңеле менән ғашиҡ була, үҙ шөғөлөн тағы ла нығыраҡ ярата башлай. Һөҙөмтәлә В. Мухина исемендәге Санкт-Петербург Юғары һынлы сәнғәт училищеһын уңышлы тамамлағас, ошонда эшкә ҡала. Тыуған ҡалаһында бер нисә тапҡыр шәхси күргәҙмәләрен ойоштора.

Валериус ҡатыны менән бер ҡыҙ һәм ул үҫтерә. Рәссамдың киләсәккә хыялдары шул ҡәҙәр күп, уның йырлы күңеле буяуҙар аша картиналарында асыҡ сағыла. Тимәк, яҡташыбыҙ артабан да тыуған ҡалаһында күргәҙмәләр ойошторасаҡ, үҙе белем алған мәктәп уҡыусылары менән хеҙмәттәшлеге өҙлөкһөҙ дауам итәсәк.


Автор: К. УСМАНОВА.
Фото: Автор фотолары.
Район: Сибай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы

Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт, татар, тажик, үзбәк, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, төркмән, азербайжан... Республикабыҙҙа йәшәгән төрлө...

Тотош уҡырға 2 613

50 мең һум кемдә?

50 мең һум кемдә? 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

“Урал аръяғы тауышы” йыр-моң конкурсының еңеүсеһе билдәле булды. Ул – 15 йәшлек Сибай ҡыҙы...

Тотош уҡырға 2 609

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты...

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты... 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Республикабыҙҙа театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә. Ошо көндәрҙә штандарт йылайырҙарҙан...

Тотош уҡырға 2 265

Йондоҙ ниңә юғалған?

Йондоҙ ниңә юғалған? 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ҡазандағы Дан аллеяһынан Хәниә Фәрхиҙең хәтер йондоҙо юғалған....

Тотош уҡырға 1 422

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе?

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе? 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Бөрйән районында Башҡортостандың 100 йыллығына, Театр йылына арналған “Тамаша-2019” фестивале үтте....

Тотош уҡырға 1 245

25 йылдың иң яҡшыһы...

25 йылдың иң яҡшыһы... 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ике йыллыҡ тынлыҡтан һуң Байегет йәнә концерт ҡуймаҡсы....

Тотош уҡырға 1 514

Сәхнә яратһаң, бында кил!

Сәхнә яратһаң, бында кил! 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ошонда сыныға....

Тотош уҡырға 1 308

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр...

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр... 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Уҡыусыларҙың яҙғы каникулы булыуға ҡарамаҫтан, Сибай һынлы сәнғәт мәктәбендә оҫталыҡ дәрестәре...

Тотош уҡырға 1 317

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы”

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Халыҡ-ара театр көнө уңайынан Баймаҡ үҙәк китапханаһында “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” исемле фотокүргәҙмә...

Тотош уҡырға 1 137

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Йыр-моңға ла, бейеүгә лә берҙәй маһир, ундан ашыу музыка ҡоралында оҫта уйнаған, башҡорт...

Тотош уҡырға 1 245

Ҡурсаҡ театры яңыра

Ҡурсаҡ театры яңыра 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, ниһайәт, капиталь ремонтланасаҡ һәм уға яңы төкәтмә төҙөйәсәктәр....

Тотош уҡырға 1 152

Сәнғәтте яратҡандар

Сәнғәтте яратҡандар 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Профессиональ сәнғәткә хеҙмәт итеүселәрҙе берләштергән байрам булараҡ һәр ижади коллектив өсөн...

Тотош уҡырға 1 374