Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шишмә йыры – хистәр ташҡыны
Ун етенсе шиғри яҙ алдынан төбәк-ара “Илһам шишмәләре-2019” шиғриәт фестивале йәнә сәскә ата. Был – ҡәҙерле һәм моңло урыҫ, башҡорт, татар һәм сыуаш телдәрендә яҙған төрлө йәштәге шағирҙар байрамы. Байрам – танылған шағирҙарҙың һәм ҡәләм тирбәлдереүселәрҙең тантанаһы. Йәнле һүҙ фестивале Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән шағирҙарҙы берләштерә.

Республикабыҙҙың туғандаш халыҡ­тар шиғриәте – мәҙәни һәм дуҫлыҡ бәйләнеше, милли ижад үҫеше, милли йолаларҙы һаҡлау, дуҫлыҡты нығытыу өсөн ерлек. Шиғриәт фестивале – ул йәш таланттар, рухи-әхлаҡи йүнәлеш өсөн осош һыҙаты. Уға Башҡортос­тандың күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре – яҙыусы Мостай Кәрим, шағир Фәтих Кәрим һ.б. нигеҙ һалған.

XVII төбәк-ара “Илһам шишмәләре-2019” шиғриәт фестивален ойоштороу­сылар – Бәләбәй районы хакимиәте, Башҡортостандың Мәҙәниәт министр­лығы, Яҙыусылар союзы. Конкурс ике этапта уҙғарыла, беренсеһе – 1 фев­ралдән 1 мартҡа тиклем. Ғаризалар һәм ижади эштәр ҡабул ителә.

Икенсе этапта түбәндәге номинациялар буйынса лауреаттар (Гран-при, бер беренсе, ике икенсе һәм өс өсөнсө урындар) һәм дипломанттар билдәләнә: “Шағир һәм заман” (урыҫ, башҡорт, татар һәм сыуаш телдәрендә яҙған авторҙар өсөн айырым дүрт номинация); “Тыуған яҡтың гүзәллеген мәңге күреп туймамын!” (республиканың 100 йыллығына арналған); “Заман һаҡлай алтын фекерҙәрҙе” (Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу хөрмәтенә); “Бар донъя – театр, беҙ барыбыҙ – унда ирекһеҙҙән актерҙар...” (Рәсәйҙә Театр йылына арналған); “Фестиваль асышы”; “Заман башҡа – заң башҡа” (йәштәр шиғриәте); “Мөхәббәт – ул шундай изге хис...”; “Был көндәрҙең даны һүрелмәҫ” (Бөйөк Ватан һуғышында халыҡ ҡаһарманлығын данлаған авторҙар өсөн); “Яратырға, ышанырға һәм йәшәргә” (сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән авторҙар һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн); ”Балалар өсөн яҙам”; “Ҡанат ҡуйҙы миңә фестиваль”; ”Тоғролоҡ һәм бурыс ялҡыны бөйөк юлыбыҙҙы яҡтыртһын!” (Фәтих Кәримдең 110 йыллығына арналған).

Икенсе этап һөҙөмтәләре буйынса баһалама ағзаларының иғлан ителгән барлыҡ номинациялар буйынса урындар бирмәүе ихтимал. Икенсе этапты уҙған ҡатнашыусыларҙы ойоштороу комитеты фестивалдең өсөнсө этабында ҡатнашырға саҡыра.

Фестивалдең ойоштороу комитеты ҡатнашыуға ғаризаларҙы һәм ижади эштәрҙе урындағы баһалама ағзала­рының (гәзит редакцияларының, әҙәби берләшмәләренең) тәҡдим итеү хаты менән ҡабул итә, унда шағир тураһында мәғлүмәт булырға тейеш: тематика, ижад үҙенсәлеге, рекомендациялар һ.б. Авторҙар мотлаҡ исем-фамилияһын, атаһының исемен, йәш, һөнәр, паспорт мәғлүмәттәрен, социаль һәм страховка пенсия таныҡлығы һандарын күрһәтергә, фоторәсем ебәрергә бурыслы.

Заявкаларҙы ойоштороу комитеты түбәндәге адрес буйынса ҡабул итә: 452000, Бәләбәй ҡалаһы, Кесе Туғай урамы, 53а, “Бәләбәй хәбәрҙәре” гәзите редакцияһы. Электрон почта: [email protected]. Телефондар: (34786) 3-23-02, 3-17-02, 3-42-67, 4-23-58, 4-09-25.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы

Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт, татар, тажик, үзбәк, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, төркмән, азербайжан... Республикабыҙҙа йәшәгән төрлө...

Тотош уҡырға 2 628

50 мең һум кемдә?

50 мең һум кемдә? 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

“Урал аръяғы тауышы” йыр-моң конкурсының еңеүсеһе билдәле булды. Ул – 15 йәшлек Сибай ҡыҙы...

Тотош уҡырға 2 627

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты...

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты... 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Республикабыҙҙа театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә. Ошо көндәрҙә штандарт йылайырҙарҙан...

Тотош уҡырға 2 269

Йондоҙ ниңә юғалған?

Йондоҙ ниңә юғалған? 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ҡазандағы Дан аллеяһынан Хәниә Фәрхиҙең хәтер йондоҙо юғалған....

Тотош уҡырға 1 428

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе?

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе? 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Бөрйән районында Башҡортостандың 100 йыллығына, Театр йылына арналған “Тамаша-2019” фестивале үтте....

Тотош уҡырға 1 251

25 йылдың иң яҡшыһы...

25 йылдың иң яҡшыһы... 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ике йыллыҡ тынлыҡтан һуң Байегет йәнә концерт ҡуймаҡсы....

Тотош уҡырға 1 520

Сәхнә яратһаң, бында кил!

Сәхнә яратһаң, бында кил! 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ошонда сыныға....

Тотош уҡырға 1 313

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр...

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр... 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Уҡыусыларҙың яҙғы каникулы булыуға ҡарамаҫтан, Сибай һынлы сәнғәт мәктәбендә оҫталыҡ дәрестәре...

Тотош уҡырға 1 323

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы”

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Халыҡ-ара театр көнө уңайынан Баймаҡ үҙәк китапханаһында “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” исемле фотокүргәҙмә...

Тотош уҡырға 1 141

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Йыр-моңға ла, бейеүгә лә берҙәй маһир, ундан ашыу музыка ҡоралында оҫта уйнаған, башҡорт...

Тотош уҡырға 1 249

Ҡурсаҡ театры яңыра

Ҡурсаҡ театры яңыра 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, ниһайәт, капиталь ремонтланасаҡ һәм уға яңы төкәтмә төҙөйәсәктәр....

Тотош уҡырға 1 154

Сәнғәтте яратҡандар

Сәнғәтте яратҡандар 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Профессиональ сәнғәткә хеҙмәт итеүселәрҙе берләштергән байрам булараҡ һәр ижади коллектив өсөн...

Тотош уҡырға 1 379