Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Голубцы” тәмләрбеҙ әле
Салауат театры төрлө режис­сер­ҙар менән эшләй. Бер ҡара­һаң, Мәскәүҙән киләләр, икенсеһендә өфөләр ҡунаҡ була. Ә тиҙҙән сәхнәлә тамашасылар Туймазы дәүләт татар драма театрының баш режиссеры Илнур Муллабаевтың өр-яңы ижад емешен күрер. Репетициялар ҡыҙған мәл булһа ла, режиссер беҙҙең менән әңгәмәләшеп алырға ваҡыт тапты.


– Илнур Биктимер улы, үҙегеҙ тураһында бер аҙ һөйләп үтегеҙсе.
– Мин – артистар мөхитендә тыуып үҫкән кеше. Атайым Биктимер Муллабаев – актер, әсәйем Ләлә Муллабаева йырсы ине. Атайымдың уҡытыусыһы Фәрдүнә Ҡасимова: “Ул талантлы кеше ине, һин дә һәләтле булырға оҡшаған­һың”, – тип ҡолағымдан һөйрәп уҡырға керетте (йылмая-авт.). Уның “Нур” театрына тәжрибә курсы алған мәле ине, шунда уҡыным. Өсөнсө курста Башҡорт дәүләт академия драма театрында актер булып эшләй башланым. Унда биш йыл ғүмер үтте. Әммә һәр ваҡыт күңелгә ниҙер етмәгәнен һиҙҙем. Яңы асыштар, эҙләнеүҙәр кәрәк ине миңә. Һәм режиссерлыҡҡа әҙерләнә башланым.

– Был өлкәгә килеп эләгеүегеҙ нисегерәк булды?
– 1998 йыл. Гастролдә инем. Министр­лыҡтан: “Илнур, режиссерлыҡҡа инеү теләгең бар, ахыры. Йәһәт кенә ҡайтып етергә кәрәк”, – тип шылтыраттылар. Мине икенсе артист алмаштырып, спектаклде ҡалдырып Өфөгә ҡайттым. Имтихандарҙы тапшырып ГИТИС-ҡа режиссураға инеп киттем.

– Тәүге эшегеҙҙе хәтерләйһегеҙме?
– Әлбиттә, ул диплом алды спектакле ине. Илшат Йомағоловтың “Тишек тире” әкиәтен Сибайҙың “Сулпан” балалар театрында ҡуйҙым. Һәйбәт килеп сыҡты. Диплом эшенә Милли йәштәр театрында Эдмон Ростандың “Романтиктар” пьеса­һын тәҡдим иттем. Театрҙа эшкә ҡалдым да ҡуйҙым. Кәләшем менән дә шунда табышып-ҡауыштыҡ.

– 2017 йылдан һеҙ – Туймазы театрының баш режиссеры. Ул яҡтарға ниндәй елдәр ташланы?
– Актер Фирҙәт Ғәбиҙуллин менән параллель класта уҡыныҡ, бер-бере­беҙҙе яҡшы беләбеҙ. Ул мине саҡырҙы ла инде.

– Салауат театрындағы эшегеҙ тәүгеһеме? Саҡырыуҙы нисек ҡабул иттегеҙ?
– Дөрөҫөн әйткәндә, йорттан ситкә китеп эшләргә яратмайым. Шулай булһа ла, театрҙың баш режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаевтың саҡырыуын йылы ҡабул иттем, артистарҙың күбеһе менән бер осорҙа уҡыныҡ, бер-беребеҙҙе беләбеҙ. Ғөмүмән, ҡала минең өсөн сит түгел, элек фестиваль-конкурстарға, премье­раларға йыш ҡына килә инек. Бындағы мөхиттә йылылыҡ, ябайлыҡ һиҙелә.

– Тиҙҙән Антон Финктың “Голубцы” премьераһын сәхнәгә сығарасаҡһы­ғыҙ. Әле ул ниндәй этапта?
– Сөпрә һалыу стадияһында (көлә-авт.). Эшкә тотоноуыбыҙға ике-өс аҙна тирәһе генә.
– Урыҫсаһы “Голубцы” тип атала. Ә башҡортса тәржемәһе нисек булыр?
– Әле шуның өҫтөндә көн-төн баш ватам. Берәй “этлек” уйлап табырға кәрәк инде.

– Салауат тамашасыһының талаптарын беләһегеҙме? Уларҙың күңелен күрә алырбыҙ, тип уйлайһығыҙмы?
– Беләм, бик яҡшы беләм. Салауаттар сәхнәлә барған күренеште шул тиклем ихлас, йылы ҡабул итә. Бер үк ваҡытта талапсандар ҙа. Ниндәйҙер мөғжизә, яңылыҡ көтәләр. Премьераға килгәндә, ул тамашасы йығылып ятып көлөрлөк, ҡайтып күршеләренә һөйләрлек, таныштарына шылтыратып әйтерлек булыр, тип ышанабыҙ. Комедия тигәс тә, нигеҙендә тормоштоң ысынбарлығы ята.

– Спектаклдә нимә тураһында һүҙ бара?
– Артығын һөйләмәйем, ҡыҙығы ҡалмаҫ. Шуны ғына әйтәм: һүҙ әлеге көндә иң көнүҙәк проблемаларҙың береһе – ғаиләләге үҙ-ара мөнәсәбәттәр хаҡында бара. Иренең мәғәнәһеҙ ҡылыҡ­тарынан тамам арыған ҡатыны “иремде яҡшы, мәрхәмәтле ҡулдарға бирәм” тип иғлан яҙырға мәжбүр була. Ә бына иғлан буйынса шылтыратыусылар табыл­ғанмы-юҡмы, ирҙең артабанғы яҙмышы ниндәй боролош алыуы хаҡын­да тамашаны театрға үҙегеҙ килеп ҡарағас, белерһегеҙ.

– Ролдәрҙе кемдәр башҡара?
– Спектаклдә Башҡортостандың халыҡ артисы Риза Мәһәҙиев, атҡаҙанған артистар Фәтих Ҡолһарин, Наҙгөл Иҫән­баева, Нәүфилә Яҡупова, Гөлфирә Сафиуллина, йәш актерҙар Рафаэль Ғәйнуллин, Радик Ғәлиуллин уйнаясаҡ.

– Премьера ҡасанға планлаш­тырылған?
– Һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға иҫ киткес шәп бүләк яһамаҡсы булып, уны 7 мартҡа тәғәйенләнек.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы

Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт, татар, тажик, үзбәк, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, төркмән, азербайжан... Республикабыҙҙа йәшәгән төрлө...

Тотош уҡырға 2 571

50 мең һум кемдә?

50 мең һум кемдә? 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

“Урал аръяғы тауышы” йыр-моң конкурсының еңеүсеһе билдәле булды. Ул – 15 йәшлек Сибай ҡыҙы...

Тотош уҡырға 2 571

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты...

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты... 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Республикабыҙҙа театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә. Ошо көндәрҙә штандарт йылайырҙарҙан...

Тотош уҡырға 2 252

Йондоҙ ниңә юғалған?

Йондоҙ ниңә юғалған? 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ҡазандағы Дан аллеяһынан Хәниә Фәрхиҙең хәтер йондоҙо юғалған....

Тотош уҡырға 1 409

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе?

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе? 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Бөрйән районында Башҡортостандың 100 йыллығына, Театр йылына арналған “Тамаша-2019” фестивале үтте....

Тотош уҡырға 1 232

25 йылдың иң яҡшыһы...

25 йылдың иң яҡшыһы... 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ике йыллыҡ тынлыҡтан һуң Байегет йәнә концерт ҡуймаҡсы....

Тотош уҡырға 1 495

Сәхнә яратһаң, бында кил!

Сәхнә яратһаң, бында кил! 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ошонда сыныға....

Тотош уҡырға 1 295

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр...

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр... 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Уҡыусыларҙың яҙғы каникулы булыуға ҡарамаҫтан, Сибай һынлы сәнғәт мәктәбендә оҫталыҡ дәрестәре...

Тотош уҡырға 1 301

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы”

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Халыҡ-ара театр көнө уңайынан Баймаҡ үҙәк китапханаһында “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” исемле фотокүргәҙмә...

Тотош уҡырға 1 123

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Йыр-моңға ла, бейеүгә лә берҙәй маһир, ундан ашыу музыка ҡоралында оҫта уйнаған, башҡорт...

Тотош уҡырға 1 232

Ҡурсаҡ театры яңыра

Ҡурсаҡ театры яңыра 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, ниһайәт, капиталь ремонтланасаҡ һәм уға яңы төкәтмә төҙөйәсәктәр....

Тотош уҡырға 1 136

Сәнғәтте яратҡандар

Сәнғәтте яратҡандар 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Профессиональ сәнғәткә хеҙмәт итеүселәрҙе берләштергән байрам булараҡ һәр ижади коллектив өсөн...

Тотош уҡырға 1 363